Сихыр көсө һәм уның эҙемтәләре
Әҙәм балаһы һәр заманда ла тылсым ҡөҙрәтенә ышанған. Мөғжизәүи көс ярҙамында оҡшатҡан кешеһен ғашиҡ иттереү, күҙҙәренә ҡаратып тотоу хаҡында хыялланыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-аттар ҙа осрай шул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Хоҙай тарафынан бирелгән ысын мөхәббәт күңелде үҫтерә, яҡты тойғолар менән һуғара, бөйөк эштәргә, асыштарға әйҙәй, ә көсләп тағылған һөйөүҙең ни ҡиммәте бар икән?
онъя йөҙөндә арбауҙың йөҙләгән төрө барлығы билдәле. Иң таралғандары: енси теләк уятып бәйләү һәм мөхәббәт хисен тағыу аша. Тәүге осраҡта ылыҡтырыу икенсе шекәрә – енси ағзалар тәңгәленә тәьҫир итеү аша башҡарыла. Ә икенсеһендә, дүртенсе шекәрә – йөрәк арбауға алына. Енси ағзаларға тәьҫир итеүгә ҡоролғаны билдәләнгән кешелә заказсыға ҡарата көслө енси ылығыу барлыҡҡа килтерә. Ә йөрәккә йоғонто яһалғаны һағыныу, юҡһыныу, өҙгөләнеү тойғоһо уята.
Нисек кенә булмаһын, им-том, боҙом, магия йәки сихыр ярҙамында арбау, ылыҡтырыу, бәйләү кеүек кешенең иркен быуған күренештәр бөтә диндәрҙә лә, ауырыуға, үлемгә дусар итеү кеүек, иң ауыр гөнаһҡа тиңләштерелә. Ҡайһы берәүҙәр, «аҡ» һәм «ҡара» арбау була, тип фаразлай. Йәнәһе, «ағы» изге ғәмәлде тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, мәҫәлән, яңғыҙ йәндәрҙе осраштыра. Әммә был ҙур яңылышыу – хатта яҡшы ниәт менән кешенең төпкө аңына, хис-тойғо донъяһына тәьҫир итеү киләсәген үҙгәртеү, емереү ҡурҡынысы менән янай.
Кеше үҙе ғашиҡ булғанмы әллә им-том йоғонтоһона бирелгәнме? Йыш ҡына быны билдәләү еңел түгел. Йөрәк түрендә яралған хистәрҙең ысын мөхәббәтме әллә сихырмы икәнен асыҡлар өсөн тәүҙә арбауға хас билдәләрҙе һанап үтәйек. Тормош иптәшегеҙҙең йәки осрашып йөрөгән йәрегеҙҙең ҡыланыштары ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Әгәр унда ошо үҙгәрештәрҙе күрһәгеҙ, тимәк, ысынлап та, уйланырға урын бар:
– енси ҡылыҡтары, үҙен тотошо ҡапыл үҙгәрә;
– туғандарына, яратҡан һәм яҡын кешеләренә яйлап һыуына, ҡайҙалыр, кемгәлер тартыла;
– күҙҙәрендә – мәғәнәһеҙлек, үҙен сәйер тота;
– сирләй, енси йәһәттән көсһөҙлөк кисерә;
– тормошонан кинәт кенә ҡәнәғәтһеҙлек тыуа (нимә өсөн йәшәйем, ниндәй мөһим эш ҡыйраттым һуң, ғөмүмән, тормошомда яҡшылыҡтар булдымы, тигән шикләнеүҙәр, хафалар йөрәгенә тынғылыҡ бирмәй);
– берәүгә Аллаға йәки Алиһәгә кеүек табына, уға тамсы ла тәнҡит менән ҡарай алмай;
– ҡапыл үҙенә ҡарата баһаһы кәмей, йәшәү ҡиммәте юғала.
Арбау тәьҫиренең ғәмәлгә ашыу баҫҡыстары:
Ғашиҡ кешенең күҙҙәре томалана, тибеҙ. Эйе. Әммә ысын мөхәббәт бәхет тойғоһо бүләк итә, күңел балҡышын киңәйтә, үҫешкә юлдар аса. Ә көсләп тағылған һөйөү яҙмышты ағыулай, үҫеште киҫә. Әгәр им-том йоғонтоһона хас торошто күңелебеҙ аша үткәреп ҡараһаҡ, ул ошолайыраҡ үҫеш ала:
ул кеше менән танышһығыҙ, әммә ул һеҙҙе, бигерәк тә етди мөнәсәбәттәр ҡороу йәһәтенән, ҡыҙыҡһындырмай.
Һеҙ уның яғымлы иғтибарын, ҡыҙыҡһыныулы ҡарашын тояһығыҙ. Яҡындарығыҙға, дуҫтарығыҙға, әхирәттәрегеҙгә ҡарата көнләшеүе күҙгә салына. Улар уға ҡамасаулай кеүек. Тәүҙә быға әллә ни әһәмиәт бирмәйһегеҙ.
Беренсе баҫҡыс (үҙ донъяғыҙҙан ваз кисеү): уйламағанда ғына ул кеше һеҙгә оҡшай башлай. Ошоғаса башығыҙға ла инмәгән һәм кәртәләр тыуҙырмаған аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында яҡындарығыҙ менән бәхәскә инәһегеҙ. Талаш, үпкәләүҙәр, ҡапма-ҡаршылыҡтар һөҙөмтәһендә яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, дуҫтарығыҙ менән арағыҙ боҙола. Һеҙ уларҙан ситләшәһегеҙ.
Икенсе баҫҡыс (шул кешенең донъяһын үҙ итеү): љәрҙәштәрегеҙҙе уның мөхитендәге кешеләр алмаштыра. Һеҙ, магнит кеүек, «һөйгәнегеҙгә» тартылаһығыҙ һәм уныңса ғына йәшәргә ынтылаһығыҙ.
Өсөнсө баҫҡыс (арбау дуғаһы): уның ихтыярына хуш килгән уйҙарығыҙ, ғәмәлдәрегеҙ артынан яҡшы ваҡиғалар үрелә (перәник), ә уға оҡшамағандары артынан күңелһеҙ, хаяһыҙ ваҡиғалар үҫеш ала (сыбыртҡы).
Дүртенсе баҫҡыс (арбау бығауы): яҡындарығыҙҙың яңы мөхәббәтегеҙгә ҡағылышлы кескәй генә тәнҡитенә асыуығыҙ ҡабара, тиҙ генә рәнйейһегеҙ һәм ҡарғыш менән янай башлайһығыҙ. Һеҙҙең өсөн донъяла унан да ҡәҙерле һәм мөһим кеше юҡ. Киләсәккә бағлаған бөтә маҡсаттарығыҙ, шөғөлдәрегеҙ, уй-фекерҙәрегеҙ яйлап үҙ мәғәнәһен юғалта бара. Һеҙ уның уйынсығына, хыялдарын ғәмәлгә ашырыусы тере ҡурсаҡҡа, ҡолға әйләнәһегеҙ.
Нимәгә кәрәк ул арбау?
Нисек кенә үкенесле булмаһын, бөгөн, юғары тиҙлек һәм алдынғы технологиялар заманында, мөхәббәт кеүек изге тойғоно ла үҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт иттерергә теләүселәрҙең төрлө сихырсы, имсе, бағымсы, күрәҙәсе ярҙамына мөрәжәғәт итеүе хафа уята. Йыш ҡына ошо уйланылмаған аҙымдар, хаяһыҙ күренештәр артында күңел һәм тән сәләмәтлеген юғалтҡан бәхетһеҙ йәндәр, ғазапҡа тарыған һәм емерелгән яҙмыштар йәшеренгән. Беҙ уларҙы белмәйбеҙ генә. Им-том аша ғашиҡ иттереүҙең ниндәй үкенесле эҙемтәләргә килтереүен күптәр аңлап етмәй, буғай.
Кемдәр ундай яҙыҡ аҙымға бара һуң?
Арбауҙың ∆ґенсєлеген өйрәнгән белгестәр ундай әҙәмде яҡынса ошондай итеп ҡылыҡһырлай: ҡыйыуһыҙ, аҫтыртын, йомоҡ, бер көн менән генә йәшәгән, бәхетһеҙ зат. Үҙ бәхетһеҙлегендә ул кемде булһа ла ғәйепләргә әҙер, бары тик үҙен түгел. Ул үҙен ниндәйҙер донъя мәрхәмәтлегенән мәхрүм ҡалған һәм һәр кем уға ниҙер тейеш һымаҡ тоя. Ғәҙәттә, күңел торошон көйләй һәм тормошон мәтди йәһәттән хәстәрләй алмаған ир-аттар йәки ҡатын-ҡыҙҙар арбау көсөнә мөрәжәғәт итә. Улар туҡтауһыҙ энергиялар менән туҡланыуға мохтаж: матди, хис-тойғо һәм аң-белем донъяһын байытыу өсөн.
Арбау, әүрәтеү, йәғни, кеше аңын тулыһынса ҡоршап алыу өсөн сихырсылар йыш ҡына ҡара көстәргә мөрәжәғәт итә. Был эш билдәләнгән кешегә шайтан эйәләштерелеү ярҙамында башҡарыла. Мәҫәлән, осрашҡан егетегеҙ йәки ғүмер буйы бергә йәшәгән ирегеҙ аҡса эшләү оҫталығы, таҫыллығы, күркәмлеге, олпатлығы, бәлки, йәшлеге менән башҡа һылыу заттарҙа ҡыҙыҡһыныу уята, ти. Етмәһә, әгәр ул үҙе лә ҡатын-ҡыҙ иғтибарына күндәм икән, ҡорбан көҫәүсе нескә затҡа етә генә ҡала. Һәм, һис уйламағанда, өлгөлө ир күҙгә күренеп үҙгәрә, ҡотора башлай: ҡатынын этәрә, әрләшеүгә сәбәп эҙләй, яҡындарына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, уны сихыр менән ғашиҡ иттергән кешегә ынтыла. Ғаиләһен мыҫҡыл итә, эсә, болара, «ситкә йөрөй». Уның йән һәм тән сәләмәтлеге ҡаҡшай: түҙгеһеҙ баш ауыртыуы, йоҡоһоҙлоҡ, тиҙ үҙгәреүсән кәйеф, енси сирҙәр менән интегә. Ярһыуға, асыулыға әйләнә. Арбау көсөнә бирелгәндәрҙең (организмдан кальций йыуылыу һөҙөмтәһендә) сәстәре ҡойола, тештәре серей, тырнаҡтары һына. Аяҡ-ҡулдарының һыныуы ихтимал. Әгәр ундай кеше янында бәләкәс бала йәшәһә, ул да сиргә бирешә: тын юлдары ауырыуҙары, нефрит менән йонсой. Тән йәрәхәттәренә тарый.
Ҡыҫҡаһы, әүрәтеү тәьҫиренә бирелгән әҙәм көндән-көн үҙ көсөн юғалта. Эсендә ултырған ҡара йән, уның хәлен һурып, бәхетһеҙлеккә дусар итә һәм тиҙерәк донъянан юҡ итеү яғын ҡарай. Сөнки шайтанға ла кеше тәнендә уңайһыҙ. Ундай бәндәне төшөнкөлөк, үҙенә ҡул һалыу, юл фажиғәһе кеүек афәттәр ҡарауыллап ҡына тора.
Кешенең Йыһан менән бәйләнеше өҙөлә һәм ул төрлө яҡлап уңышһыҙлыҡҡа тарый: ғаиләһе, туғандары менән мөнәсәбәте насарая, эштә ҡытыршылыҡтар тыуа. Көсләп тағылған тойғо, аңды томалап, кешегә бөтә ижади ҡеүәтен, иғтибарын туплап эшләүгә ҡамасаулай.
Хоҙай тарафынан бирелгән яҙмышҡа ҡара көстәр ярҙамында тәьҫир итеү – ҙур гөнаһ. Алдан билдәләнгән тәҡдирҙән тайпылыу һөҙөмтәһендә кеше ғүмере ҡоршауға, бушлыҡҡа эләгә, яҙмышын билдәләгән яҡты юл томалана. Күҙгә күренмәгән ептәй һуҙылған һәм йәшәү көсө менән һуғарған нәҫел бәйләнештәре өҙөлә. Ошо уҡ хәл арҡаһында сихырлатҡан кешенең дә яҙмышы боҙола – ҡасандыр һоҡланыу уятҡан әҙәмдең, шәхес булараҡ юҡҡа сығыуын, әрһеҙлеген күреп, екһенеүе лә ихтимал. Ә аҙаҡ инде шик-шөбһәгә, ҡайғыға, ауырыуға һабышҡан кешенең бөтөнләй кәрәге ҡалмауы бар. Ғәҙәттә, сихыр урын алған ерҙә мөхәббәттең эҙе лә булмай, тип раҫлай белгестәр. Бер кем дә яратҡан кешеһен ундай һынауға дусар итмәйәсәк. Әгәр сихыр ваҡытында туҡтатылмаһа, ике зат енси бәйләнешкә инеп өлгөрһә, емергес көс ике яҡты ла ағыулай һәм фажиғәгә этәрә. Ә имсегә йәки сихырсыға ҡара эше өсөн Тәҡдир алдында юғары хаҡ түләргә тура киләсәк. Сөнки тормошта ҡылынған яҡшылыҡ та, яманлыҡ та башланғысына кире әйләнеп ҡайта.
Альбина ШӘҺИТОВА әҙерләне.

Теги: