Атай фатихаһы

Урманцева үҙ ғүмерендә республика райондарын тиҫтәләгән тапҡыр урап сыҡҡандыр. Уның геройҙары төрлө: араларында бөйөк шәхестәр, өлгөлө ғаиләләр, уңышҡа өлгәшкән ябай һөнәр эйәләре, хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ауыл эшсәндәре бар. Әммә уларҙың бөтәһен дә, Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙының үҙе һымаҡ, тормошто һөйөү, кешеләрҙе ысын күңелдән яратыу һыҙаты берләштерә. Режиссерҙың бөгөнгө уңышы ла – тырышлыҡ, тормошто нескә тоя һәм ярата белеү һөҙөмтәһе.
Атаһы, билдәле журналист Ғәйфулла Вәлиевтың, ғүмере иртә – 51 йәшендә генә өҙөлә. Ижади ниәттәрен бойомға ашырырға ла өлгөрмәй, ғүмеренең емешкә тулыр алтын көҙөн ҡаршылағанда һәләк булыуы әҙиптең ғаиләһен дә, хеҙмәттәштәрен дә оло ҡайғыға һала. Ҡәҙерле кешеһен юғалтҡан Шәүрәнең күңелен тәрән болоҡһоу баҫа. Ниңә улай килеп сыҡты әле? Һөйөклө атаһының йөрәге ни өсөн иртә тибеүҙән туҡтаны икән? Иге-сиге булмаған борсолоулы уйҙар йәш ҡатындың йән тыныслығын ала, төшө болара. Эллинаһы менән өйҙә ултырған сағы. Атаһын өҙөлөп яратыуы, һәр ваҡыт өлгө итеп күреүе, уның тормошондағы ниндәйҙер тамамланмағанлыҡ, әйтеп етелмәгәнлек тойғоһо Шәүрәне үҙ киләсәген үҙгәртергә мәжбүр итә лә инде.
“Атайым телевидениеға әйҙүкләп ҡарағайны ла, тыңламаным. Ул мөхиттең шау-шыуынан өрктөм шикелле. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Кушнаренко ауылы мәктәбендә тарих дәресен уҡыта башланым. Ә атайымды юғалтыуҙан һуң күңелемде үҙәкте өҙгөс яңғыҙлыҡ, үҙем менән ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо ялмап алды. Ҡәҙерен белеп етмәүемә, тәҡдименә ҡолаҡ һалмауыма үкендем. Уның миңә төбәгән ышанысын аҡлау, юраған маҡсатын тормошҡа ашырыу ниәте менән телевидениеға эшкә барырға ҡарар иттем. Юғиһә, йөрәгемә барыбер тыныслыҡ таба алмаҫ инем”, – ти Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы, телевидениела эш башлауы хаҡында бәйән итеп.
Инде байтаҡ йылдар үтеп, ябай хеҙмәткәрҙән билдәле режиссерға тиклем үҫкән һәләтле ҡатын үткәне хаҡында былай тип әйтәсәк: “Маңлайыңа яҙылған яҙмышты үҙгәртеү мөмкин түгелдер. Хоҙай тарафынан һиңә режиссер булырға яҙған икән, ниндәй генә борма юлдар һайлама, яҙмыш киҫәтеп тә, юғалтыуҙарға дусар итеп тә, һине барыбер үҙ юлыңа тартасаҡ һәм асылыңа өлгәшергә мәжбүр итәсәк. Хаҡ Тәғәләнең иҫкәртеүен йәки өндәүен дөрөҫ һәм ваҡытында аңғарып, файҙаланып ҡалғанда ғына уңышҡа юл асыла. Ә инде ошоно күҙ уңынан ысҡындырғандарға туҡтауһыҙ хаталаныу, аҙашып йөрөү хәүефе янай. Шуға ғүмереңдә осраған һәр ваҡиғаға, билдәгә иғтибарлыраҡ булырға өйрәнәһең”...
Күптәргә өлгө булырлыҡ татыу, белемле, намыҫлы, эшһөйәр ғаиләлә тәрбиәләнеүе менән ғорурлана Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы. “Атайым етем үҫкән, һуғыштан һуңғы ауыр йылдар, ашарға аҙыҡ, кейергә кейем юҡ. Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ул дәүер кешеләренең ҡоростай һынлы ныҡлығына, сабырлығына, итәғәтлелегенә, белемгә ынтылышына һоҡланам. Ябай ғына ауыл егетендә юғары әҙәп, тотанаҡлыҡ кеүек күркәм сифаттарҙың булыуы хайран итә мине. Әсәйем, грек һылыуҙарына оҡшаш сибәр Өфө ҡыҙы, атайыма тап ошо сифаттары өсөн ғашиҡ булғандыр, моғайын. Мин уларҙың бер-береһенә асыуланып өндәшкәнен дә хәтерләмәйем. Мөхәббәтле, татыу ғүмер кисерҙе улар. Әсәйем кафе, һуңынан ресторан мөдире булып эшләне. Таң менән эшкә китә, һуң ғына өйгә ҡайта. Атайым: “Хәҙер инәйегеҙ ҡайтырға тейеш, эшегеҙҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Һуңынан шаулап йөрөмәгеҙ. Шәүрә, һин сәй ҡуй, Ирек, тәпешкәләрен әҙерлә, Резеда, өйҙө тәртипкә килтер”, – тип, һәр беребеҙгә эш ҡушып сыға. Беҙ әсәйҙе ишек төбөндә күмәкләшеп ҡаршылайбыҙ. Был хәл көн дә тиерлек ҡабатланып, ғаиләбеҙҙең татыулығын сағылдырған изге йолаға әйләнде. Мин үҙ балаларымды ла ошо матур ғәҙәткә өйрәтә алдым.
Бөгөнгөләй хәтеремдә: иртән атайым Резеда һеңлем менән мине уятыр өсөн ипләп кенә бүлмәбеҙҙең ишеген шаҡый. Уның яғымлы тауышына иркәләнеп, һуҙмаҡлашып, күҙҙе асырға ла йыбанып ятабыҙ. Өҫтәлдә иртәнге аш әҙер, сынаяҡҡа һөтләп сәй яһалған, шуны эсергә лә ваҡыт тапмаған булып, көҙгө алдында борғоланабыҙ. “Эсегеҙгә йылы төшөргә тейеш”, – тип, ул беҙҙең ҡаршыбыҙға баҫа. Үҙе ашхана ашын яратманы, төшөн гел өйгә ҡайтыр ине. Резеда менән беҙҙең ашығып ҡына бешергән аҙыҡты ла маҡтай-маҡтай ашай. “Атай, ярамһаҡланма инде”, – тип көлгән булабыҙ. Холҡо ипле, теле татлы ине уның.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында уҡыным. Атайым мәктәптең ата-әсәләр комитеты рәйесе булды. Кем ниндәй һорау, үтенес менән килә, һәр береһенә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Үҙен шуға ла хөрмәт иттеләр.

“Башҡортостан” радиоһында баш мөхәррир булып эшләп йөрөй ине. Дүрт бүлмәле фатир тәҡдим иткәндәр, ә ул баш тартҡан. Әсәйемдең шунда ҡәнәғәтһеҙлек белдергәнен иҫләйем. “Рәйсә, нәфсеңде тый, башҡаларҙың беҙҙең ише өс бүлмәлеһе лә юҡ әле. Ҡыҙҙар үҫер, кейәүгә сығып, таралышып бөтөр. Ә улыбыҙ менән беҙгә ошоноһо ла етер”, – тип әсәйемде туҡтатты. Мохтаждарҙы йәлләү, башҡалар мәнфәғәте хаҡына үҙ өлөшөңдән баш тартыу, ғәҙеллек уның кешелеклеген билдәләгән һоҡланғыс сифаттар ине. Ундай изге йәндәр Ерҙә оҙаҡ йәшәмәйҙер, күрәһең. Әммә уларҙан һуң, ҡөҙрәтле нур булып, даны, хөрмәте, яҡшылығы ҡала. Ғәҙәттә, ошо нур балаларының юлын яҡтыртыуға ла етә”, – ти режиссер, атаһы хаҡында изге хәтирә һаҡлап.
Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған йылды Шәүрәне диплом яҡлар өсөн Мәскәүгә ебәрәләр. Студенттар араһынан бер егет ҡыҙҙың эргәһендә өйµрөлөп-сурала. Шәүрәне тәү күреүҙән оҡшатып, нисек һүҙ бәйләргә белмәй йөрөгән икән. Уның менән танышып алғас, өндәрҙе боҙоп һөйләшеүенә ҡарап, Балтик буйынан килгәндер, тип уйлай ҡыҙ. Чех егете булып сыға ул. Сит ил кешеһе менән ғаилә ҡороу түгел, аралашыу ҙа шик-шөбһә тыуҙырған ышанысһыҙ заман. Ике йөрәк араһында яралған саф һөйөүҙең киләсәге булмаясағын аңлаһалар ҙа, дәрт, өмөт менән тулы йәш күңел аяуһыҙ ысынбарлыҡты ҡабул итергә теләмәй. Мөхәббәттәрен аҡларға, ҡотҡарырға тырышып ҡарайҙар. Әммә йәмғиәттең ҡаты ҡануны ялҡынлы хис-тойғонан көслөрәк булып сыға шул.
Иң саф, иң яҡты мөхәббәте, тиҫтә йылдар аша ла режиссер ҡатындың хәтеренә төшөп, күңел ҡылдарын тирбәлтә, күҙҙәренә йәштәр төйөлдөрә, тылсымлы хыялға сорнап, һүнмәҫ наҙ менән һуғара.
Баһадир йәнле, тыныс холоҡло, һөйләшеүгә яғымлы Наилде осратып, уға ҡарата йылы хистәр уянғанын тойһа ла, йөрәген асырға ашыҡмай. Күңелендәге яра бөтәшмәгән була әле. Кейәүгә сығырға ашығыуын атаһы әллә ни хупламаһа ла, яратҡан ҡыҙының ниәтенә ҡаршы килмәй. Йәштәргә матур итеп туй яһайҙар.
Ҡыҙҙары Эллинаның тыуыуы йәш ҡатындың тормошона яңы һулыш, йәм, бәрәкәт өҫтәп, ҡанатландырып ебәргәндәй була. Бәхетле әсә, һөйөклө ир ҡатыны һәм атаһы менән әсәһенең яратҡан ҡыҙы булыу кинәнесен, рәхәтлеген бар тулылығында татыу ҡабатланмаҫ мәл генә булған икән. Һуңынан, тетрәндергес ваҡиғалар сылбырын үткәндә, ул яҙмышының ошо сағыу көндәрен йыш ҡына һағынып иҫкә аласаҡ.
Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы телевидениела режиссер ярҙамсыһы булып эш башлай. Атаһының яҡын дуҫы Венер Ғәзизйән улы Сәхәүетдинов Наиленә Мәскәүҙә аспирантурала уҡыу мөмкинлеге тәҡдим итә. Шулай итеп, икеһенә лә һөнәри, ижади йәһәттән үҫеү, камиллашыу өсөн яңы офоҡтар асыла.
Тормош иптәше Мәскәүҙән һирәк ҡайта, ә Шәүрәгә ҡыҙына ла иғтибар бүлеп өлгөрөү, яңы эштә лә һынатмау кәрәк. Етмәһә, икенсегә балаға уҙғанын да һиҙмәй йөрөгән. Ҡарынындағы сабыйының ғүмерен һаҡлау өсөн дауаханаға ята. Тик Мәскәүҙән ялға ҡайтҡан ире генә йөклө ҡатынының хәлен белергә ашыҡмай. Бер көн килеп: “Йә – мин, йә – бала”, – тигән талап ҡуйыуы йәш ҡатынды тамам ғәжәпкә һала. Йөрәк ярһыуын, ҡайнар күҙ йәштәрен көскә тыйып: “Мин баламдан баш тартмаясаҡмын”, – тип кенә әйтә ала ул. Шул ваҡытта әлдә ышаныслы таянысы, кәңәшсеһе – әсәһе була. Юғиһә, яңғыҙы ғына был хәтлем түбәнһетеүҙе, күңел ғазабын баҫа алыр инеме икән?!
Көтөп алынған улы донъяға тыуғас, ҡыуанысын бүлешер өсөн, ҡыҙын эйәртеп, йүргәктәге сабыйын күкрәгенә ҡосоп, Мәскәүгә, аталары янына юллана. Иренең йөрәген иретә, йәнәһе. Уйламағанда ғына тормош иптәшенең хыянатына тап булып, барыһын да аңлай. Шул саҡ, әйтерһең дә, йөрәгенең ҡәҙерле бер өлөшө кителә. Һуңғы ышанысы, уларҙы бәйләп торған һуңғы сым өҙөлә.
Искәндәр бер аҙ үҫкәс, һуйып ҡаплаған үҙе икәнен күреп, ата кеше: “Кем генә хаталанмай был донъяла, һөйөклөм, ғәфү ит”, – тип килгәнендә, Шәүрә бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Йөрәгенең үпкәһен баҫып, был юлы ла аҡыл менән эш итергә көс таба. Артабан бер ғаилә булып йәшәй алмаһалар ҙа, ҡыҙы менән улы аталарының барлығын, иғтибарын, ярҙамын, һөйөүен тойоп үҫә.
Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы Мәскәүҙә режиссерлыҡҡа уҡып, икенсе юғары белем алыу бәхетенә өлгәшә. Уның бай хис-тойғо, тәрән фекер, заман рухы, йәшәү ҡөҙрәте, халыҡсанлыҡ менән һуғарылған тапшырыуҙары үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс, юғары профессиональ кимәлдә булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Тәүге уңышлы эштәренең береһе – Гәүһәр Батталова менән берлектә алып барған “Уҡ-һаҙаҡ менән талир тәңкәләр” телевизион уйыны. Ул саҡта викторина рәүешендә үткәрелгән беренсе телевизион шоу тиергә лә мөмкин. 2005 йылда “Сәләм” эфирға сыға. Көн дә сыҡҡан тапшырыу күрмәлекле, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле булһын өсөн ижади төркөмгә ал-ял белмәй эшләргә тура килә. Ул йылдар Шәүрә Урманцева өсөн ҡатмарлы ла, фәһемле лә, күңелле лә осор булып хәтерендә ҡалған.
“Тамыр” балалар студияһында донъя күргән “Мальчишник”, “Телекомпас”, “Дворы” тапшырыуҙары – режиссер Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙының күңел һалып башҡарған, халыҡта маҡтау тапҡан иң лайыҡлы эштәре. Уларҙы заманса зауыҡлы, кешеләрҙең иғтибарын йәлеп итерҙәй, ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерҙәй итеп төшөрөү өсөн режиссер яңы алымдарға ла мөрәжәғәт итә. “Мальчишник” реалити-шоуы Рәсәй буйынса үткәрелгән балалар өсөн телевизион тапшырыуҙар бәйгеһендә 2-се урын алһа, “Дворы” проекты “Серебряный лучник” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулауға өлгәшә.
Һуңғы арала тамашасылар яратып ҡараған “Яҙмыштарҙа – йәйғор төҫө” тапшырыуы – автор һәм алып барыусы Альбина Фәйзуллина менән режиссер Шәүрә Урманцеваның уңышлы хеҙмәт емеше. Йәйен шаулап-гөрләп үткән “Үлсәү” реалити-шоуы ла Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙының һәләте, үткер аҡылы, бар нәмәне алдан күрә белеү оҫталығы һөҙөмтәһе, тиһәң дә була. Өс ай буйы көн дә тура эфирға сығыу һәм быны шартына тап килтереп ойоштороу ни дәрәжәлә ҡатмарлы булыуы бәхәсһеҙ.
“Тормош юлымда аҡыллы, ярҙамсыл, һәләтле кешеләр осрауы менән бәхетлемен. Шуларҙың береһе – Янис Рамазанов. Уның талантлы, тәжрибәле журналист икәнен күптәр белә. Минең өсөн ул – ижади хеҙмәттәш кенә түгел, ышаныслы дуҫ, ғәҙел кәңәшсе лә. Янис менән берлектә төшөргән атайымдың тормош юлын һүрәтләгән “Выжданлылыҡ ҡаһарманы” (“Рыцарь совести”), күп балалы ғаиләләр тураһында “Яҡты йорт”, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Марат Вәли улы Зәйнуллин хаҡында “Автограф” тигән фильмдарыбыҙ менән ысын мәғәнәһендә ғорурлана алам. Әлеге көндә Янис Рамазанов – Башҡортостан юлдаш телевидениеһында нәфис тапшырыуҙар берекмәһе баш мөхәррире. Уға киләсәктә лә ижади асыштар теләйем”, – ти Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙы.
Режиссерҙың үҙ балалары ла телевидение мөхите менән яҡшы таныш. Әгәр ҙә Эллина 16 йәшендә телевидениела тапшырыу алып барған булһа, Искәндәр әсәһе төшөргән проекттарҙа 11 йәшенән ҡатнаша. Әлеге көндә Эллина, абхаз егетенә кейәүгә сығып, шунда донъя көтә, ике бала үҫтерә. Эллина, олатаһына оҡшап, ижад итеүгә, яҙыу эшенә оҫта: шиғырҙар, хикәйәләр яҙа икән. Ә Искәндәр М-Television телеканалында эшләй.
“Мин атайымдың теләген, өлөшләтә булһа ла, ғәмәлгә ашыра алдым, тип уйлайым. Атайым уңыштарыбыҙҙы күреп ҡыуана алмаһа ла, 75 йәшлек әсәйем барыбыҙ өсөн сикһеҙ шат. Киләсәктә лә, атайымдың рухына һүҙ тейҙермәй, уның исеменә лайыҡлы йәшәрбеҙ, эшләрбеҙ, Алла бойорһа. Ә әлегә барыбыҙға ла сәләмәтлек, күңел бөтөнлөгө теләйем”, – тип тамамланы һүҙен режиссер. Шәүрә Ғәйфулла ҡыҙын һоҡланып та, ғорурланып та тыңланым. Ҡатын-ҡыҙ тормош йәме генә түгел, ә ата ғәмәлен тормошҡа ашырыусы ла, донъяны ҡотҡарыусы ла икән әле.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.
Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.
Теги: