Балалар табынына

Баһадирҙар ашы
Балалар табынына
Картуф, кишер, татлы борос, сельдерей, кукуруз, һуған – бары­һы бергә 100 грамм (туңдырылған йәшәлсәләр ҙә ҡулланырға мөм­кин), 1-2 ҡалаҡ ҡарабойҙай ярма­һы, 100 – 150 грамм үткәрелгән ит, 1 киҫәк икмәк, ярты кишер, йәшел тәмләткес үләндәр кәрәк.
Кишерҙе ваҡ ҡырғыстан үткәрә­беҙ. Икмәкте ҡайнап һыуынған һыуҙа ебетеп алабыҙ. Уларҙы үткәрелгән иткә ҡушып, тоҙ өҫтәп, ваҡ йомарламдар (фрикаделькалар) әүәләйбеҙ. Уларҙы ҡайнар һыуға һалып, 15 минут бешерәбеҙ ҙә тәрилкәгә алып торабыҙ. Һурпаға алдан йыуып әҙерлән­гән ҡарабойҙай ярмаһын һалабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, таҙартып туралған йәшелсәләрҙе өҫтәйбеҙ. Һүрән генә утта 20 минут самаһы бешергәндән һуң, тәрилкәләге бешкән йомарламдарҙы һалып, 5 – 10 минут ҡайна­табыҙ.

Һоло ярмаһынан “сыр киҫәктәре”
50 грамм он, 25 грамм (яҡынса 3 ҡалаҡ) иҙелгән һоло ярмаһы, 50 грамм аҡ май, 50 грамм ҡаты сыр, 1 йомортҡа һарыһы, тәменсә тоҙ кәрәк.
Ондо иләп, иҙелгән һоло ярмаһы менән бергә ҡушырға, тоҙларға. Бик ныҡ йомшарған йәки иретелгән аҡ майҙы, йомортҡа һарыһын һалып, ҡамыр әҙерләргә. Иң һуңынан ҡыр­ғыстан үткәрелгән сырҙы өҫтәйбеҙ.
Ҡамырҙы таҫтамал менән ябып, ярты сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Ҡамырҙы артыҡ йоҡа итмәй генә йәйәбеҙ. Шунан киҫәктәргә бүләбеҙ. Сырҙың тишектәрен хәтерләткән бәләкәс кенә түңәрәк уйымдар яһайбыҙ.170 – 180 градус эҫелектә 10 минут самаһы өҫтө ҡыҙарғансы бешерәбеҙ.

Татлы омлет
1 йомортҡа, 1 балғалаҡ ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ он, 1 ҡалаҡ аҡ май, тәменсә тоҙ, 1 ћауыт емеш иҙелмәһе кәрәк.
Йомортҡаны һытып, ҡаймаҡ ме­нән туғырға, он, тоҙ ҡушып бол­ғатырға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы икегә бүлергә. Бер өлөшөн табала ирегән аҡ майҙың өҫтөнә ҡойорға һәм ҡапҡас менән ябып ҡуйырға. Өҫкә күтәрелгәс, икенсе яғын әйлән­дереп, еңелсә ҡыҙҙырып алырға. Икенсе яртыһын да шулай уҡ бешереп алырға.
Бер ҡоймаҡҡа иҙелмә һылап, икенсеһе менән ҡапларға ла бер аҙ ваҡыт мейестә тотоп алырға. Табынға йылы килеш бирергә.

Инглизсә десерт
1 йомортҡа, 1 стакан он, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан ҡатыҡ, 1 балғалаҡ сода (лимон һуты менән һүндерелгән), 2 банан, 1 груша, үҫемлек майы, шәкәр онтағы кәрәк.
Йомортҡа, он, ҡатыҡ, шәкәр, сода­ны бергә һалып, яҡшылап болғатыр­ға. Банан, грушаларҙы әрсеп, тигеҙ киҫәктәр­гә бүлергә.
Тәрән табала үҫемлек майын ҡыҙҙырырға. Емеш киҫәктәрен ҡа­мырға тығып алырға һәм табала ҡыҙ­ҙырырға. Артыҡ майын һеңдерер өсөн салфеткаға һалып торорға.
Өҫтөнә шәкәр онтағы һибеп, йы­лы килеш тәҡдим итергә. Эргәһенә туңдырманан шар­ҙар бирергә була.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook