Бар ғәмде биләрлек нәфислек

булып күренер. Ябай спорт кейеме, ялҡытҡан джинсалар урынына нәфислек, гүзәллек килә!
Быйылғы яҙ хыялға бай, яғымлы һәм үтә һөйкөмлө булыуҙы көтә. Йәйен оҙон итәктәрҙе сағыу топ һәм биҙәүестәр менән кейәләр. Ә оҙон күлдәктәр тантаналы кисәлә һәм театрҙа ғына түгел, көн һайын һәм һәр осраҡта ла килешер.
Әле ваҡыт булғанда, һеҙгә сағыу йәйге күлдәкте үҙ ҡулдарығыҙ менән тегергә тәҡдим итәбеҙ. Беҙ биҙәкле атлас туҡымала туҡталдыҡ, шәмәхә ерлектә күк, һары һәм башҡа сағыу төҫтәр ҡушыла. 46 – 48-се үлсәм кейем өсөн 3 метр туҡыма (атлас, ебәк, вискоза туҡымалары бара), билбау өсөн 30 сантиметр атлас йәки беше трикотаж туҡыма, төҫө менән тап килгән еп кәрәк булыр.

Көрән күлдәк өсөн шулай уҡ 3 метр туҡыма, еп кәрәк, ә билбауын беҙ ҡаплан тиреһен хәтерләткән флис туҡыманан эшләнек. ≠тә ҡупшы күлдәктәрҙең итәктәре арттан һөйрәлеп тороуына һәм арҡаһында уйым барлығына иғтибар итегеҙ. Бындай кейемдә йәйен тирләтмәй. Сағыу ҡиәфәттә һеҙ таң ҡалдырғыс, гүзәл булып күренерһегеҙ.
Ҡул эшенә оҫта гүзәлдәргә шулай уҡ йоҡа оҙон итәк менән кейергә йәйге топ һыҙмаһын да тәҡдим итәбеҙ. Уға 70 сантиметр фир∆зә тµҫµндәге, 35 сантиметр ҡара тµҫтәге бәйләнгән туҡыма, еп кәрәк. Топ шулай уҡ 46 – 48-се үлсәмгә тәғәйенләнгән.
Йондоҙ СУЛПАНОВА,
Зина ХАРИТОНОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: