«КӨҘГӨЛӘ – ҮҘЕМ, ҮҘЕМДӘ – КӨҘӨМ…»
Ҡайһы бер һылыу заттар 50 йәштән һуң да һөйкөмлө күренә. Кешенең эске балҡышы, йән тыныслығы, аҡыл тәрәнлеге, йылдар үтеү менән, йөҙҙө нурлап, тышҡы ҡиәфәттә сағылыш таба, әйтерһең. Әллә бының башҡа сәбәптәре лә бармы икән? Ошо һорау менән 60 йәшендә лә сибәр шағирә Гөлнур ЯҠУПОВАҒА мөрәжәғәт иттек.
– Һынсыл ҡараш менән ҡырыҫ ырыҫ –
Көҙөм ҡарап торҙо күҙемә.
Үрмәксенән әллә ул күрмәксе,
Селтәрле ау һалды йөҙөмә…
Ҡыҙыҡ, әлеге олпат йәшем ярайһы алыҫ саҡта яҙғанмын был юлдарҙы. Халыҡтың, ҡатын ҡырҡтан уҙған, уҡаһы ҡойолған, тигәнен иҫләп, болоҡһоп киттемме икән? Күңелең ниндәй халәттә, йәшең шундай һәләттә, тигәне лә бар ҙаһа! Ә йөрәк ул ифрат нескә…
Үткән аҙнала бер ҡатын шылтыратты, сәләмләшкәс тә, тулҡынланып һөйләргә тотондо: “Һине телевизорҙан күрҙем, тамсы ла үҙгәрмәгәнһең, мин дә бик бирешмәнем, һинеңсә йәшәйем сөнки – ҡарғаларҙан бәғеремде талатмайым!..” Минеңсә йәшәй? Аптырап, һүҙен бүлдем, кем булдығыҙ әле, тип. Баҡһаң, ун йылдар самаһы элек ял йортонда бер бүлмәлә йәшәгән, серләшкән ханым икән.
Хәтер офоғонда уның йонсоу йөҙө пәйҙә булды, кемдән ниндәй ғәйбәт ишетеп көйөп-яныуҙары, ысын булһа, бер хәл, туҙға яҙмағанды һөйләп сығаралар, биллаһи, тип илауҙары… Үҙе, етмәһә, тота ла минән һорай:
– Нишләр инең, шулайтып язалаһалар? – тип.
– Иғтибар итмәҫ инем, – тигән булдым, тынысландырмаҡ. Шунан, бер психологтың яҙмаларына һылтандым: – Ғәйбәткә битараф булһаң, ул тонсоға, хаслығынан үҙен-үҙе ашай башлай.
Бүлмәләшемдең кисерештәре бауырыма уралдылыр, шиғырға ла һалынды улар:
Ҡорбан көҫәй ғәйбәт, ас ҡарғалай,
Ҡарҡылдай ҙа, минән ҡан һорай.
Ҡарҡылдама, тим дә, киҫеп бирәм
Бәғер итем – бәғерем ҡанһырай…
Бына бит һүҙҙең көсө: үлтерер ҙә ул, терелтер ҙә! Ошо һөйләшеүҙән һуң үҙекәйемә нисек баҡмайым да, ҡатын-ҡыҙҙы нимә ҡартайта, нимә йәшәртә, йәшәртмәгәндә лә, төҫ ташламаҫҡа ярҙам итә, тип уйланмайым инде?! Эйе, кәңәшемә ҡолаҡ һалыусы булған, тик ул мәлдәрҙә шәхсән тәжрибәмдән түгел, ә уҡып белгәнемдән сығып әйткәнмен. Бөгөн килеп, ваҡ-төйәк бысраҡ хәбәрҙәр мине бөгә алмай, тормош аҡылы тигән ҡалҡаныма ҡаҡлығып һына улар. Ә бит йәшерәк, сабырһыҙыраҡ саҡта күңелдә күпме гөлдәр һулыны ғәйбәт ағыуынан!
Шуныһы ла хаҡтыр: үҙең башҡалар хаҡында яман уйҙа булыу, хөсөтләшеү ҙә ҡаҡшата, ҡартайта. Итәк аҫтында йөрөткән утың тәнеңде-йәнеңде өтмәҫ, тип кем әйтә ала? Ундай түбәнлектән азатмын, сөнки тыуа-тыуғаным бирле өләсәйем менән ҡартәсәйемдең өгөт-нәсихәттәре ҡурсауындамын, был йәһәттә: “Булмышыма улар ипләп кенә кейҙереп киткән холоҡ-йүгәнде”. Уйҙың төрлөһө килеп инә башҡа, танмайым, әммә асыулы-ярһыулыһын, хатта ки үслеһен дә, ауыҙлыҡларлыҡ көс табып була, тәрбиәң, рухың ныҡлы булһа: “…Асыу бер саҡ кесерәйҙе: мин ҙурайҙым – кисерә алдым”.
Һөнәремә бәйле, кешеләр менән аралашырға, характерҙар йыйнарға, сағыштырырға әүәҫмен. Ҡайҙа ғына илтмәне лә, кемдәр менән генә осраштырманы яҙмыш. Берәүҙәр фәһем бирҙе, икенселәрҙән ғибрәт алдым… Тәьҫораттарымды, зиһен иләгенән иләп, күңел күҙәүенән үткәреп, уҡыусыларым менән уртаҡлаша барҙым. Гелән үҙен яҙа, тигәнде лә ишеткеләнем. Үҙеңде үҙәккә ҡуйыу – оторо яуаплылыҡ икәнен белә тороп? Бына әле, көҙгөгә ҡарап, көмөш йүгергән сикә сәстәремде һыйпап, йәшәлгән йылдарҙың йөҙөмә әлегә нәҙегерәк ҡәләм менән сыймаҡлай башлаған автографын уҡып торғанымда, мин – ҡатын-ҡыҙ нимә хаҡында уйланам һуң? Ғүмер миҙгелдәрен барлауым: яҙҙарымдың ярһыу ташҡындарын, йәйҙәремдең йәшел йәмдәрен һәм… көҙөмдөң һынсыл ҡараштарын. “Нишләрһең, ти көҙҙәрем, ҡалтырармы теҙҙәрең?!..”
Аллаһы Тәғәләгә һығынам, ялбарам: ауыр сирҙәрҙән арала, кеше көнлө итмә, бала ҡайғылары бирмә, зинһар! Ҡалғаны – түҙерлек, күнерлек, еңерлек. Ғәмәлдә кеше күп көсөн үҙенең булмышындағы “үҙемдәр” менән көрәшеүгә сарыф итә: уҫал – йыуаш, тәкәббер – күндәм, ялҡау – егәрле – төрлөһө бар “үҙемдәр”ҙең… Ә шулай ҙа, көҙгөләге үҙемдең күҙҙәренә тура ҡарап, көҙгө ҡырауҙарҙың ҡырҙаныраҡ ҡырлауын, ҡышҡы һалҡындарҙың һуңлабыраҡ килеүен теләмәйем, тиһәм, алдашырмын. Ҡатын-ҡыҙ затынанмын! Һәр миҙгелдә лә матур, йәш булып ҡалғы, бының серҙәренә төшөнгө килә. Биҙәнеү тураһында һөйләүҙең фәтүәһе бар, әлбиттә, уны инҡар итеп булмай – был тәңгәлдә мәғлүмәт етерлек. Мин әле тәбиғи матурлыҡты юғалтмау мөмкинлектәрен юлламаҡсымын.
Әсәйем әйтер ине, башҡаларҙың бәхетенә көнләшә белмәйем, тип. Әйтер ҙә йылмайыр, йылмайыр ҙа көҙгөгә ҡарар, ундағы үҙенә ҡаш һикертеп ҡуйыр ҙа өҙә баҫып эшкә сығып китер ине. Тормошо еңел булманы, өс балаһын яңғыҙ үҫтерҙе. Оҙон ғүмер йәшәне, иншалла, бите һикһәнгә кергәнсе шыма булды – көнсөллөктән сырайын һытып йөрөмәгәнгәме икән? Нәҫелдән килгән гендарҙың да ҡыҫылышы булғандыр, моғайын. Их, әсәйемдәй ҡыйыу, егәрленең егәрлеһе була алмайым, уғата яһиллыҡ, күрәләтә нахаҡ һүҙ алдында ҡаушап ҡалғылайым.
Ҡатын-ҡыҙҙы бөлдөргән бер бәләне урап уҙа алмайым, ул да булһа – эскелек.
…Өҫтө ҡатҡан, күҙе батҡан –
Көнө-төнө эсеп ятҡан.
Тыштан туҙған, эстән туңған, –
Уф, ник тыуған?!
“Алкашка” тигән шиғырымдағы ҡатындың йөҙө нурлы, йорто ҡараулы, балалары тәрбиәле, ире мөхәббәтле буламы? Шикле… Ҡырҡта түгел, утыҙҙа уҡ уҡаһы ҡойолған, сырыш битле, серек тешле ҡарсыҡҡа әүерелеүе ихтимал. Абау!
Ә бит донъя шундай гүзәл, ылыҡтырғыс, йәшәп туйғыһыҙ! Яратып, яратылып, хыял бәпләп, шул хыялдарҙы бойомға ашырырға сәмләнеп йәшәүгә ни етә! Ғүмерҙең көҙө иһә, тәбиғәттең алтын миҙгелеләй, ҡәҙерле, ҡиммәтле, мул ҡуллы, ҡояшлы мәл бит ул: һоҡланғыс балалар үҫтерһәң, донъяңды матур көтһәң, иреңде хур итмәһәң, ата-әсә рәхмәтен алһаң, кеше араһында йөҙөң яҡты булһа… Шарттары күп-күплеккә, әммә баһа-бүләктәре лә шуға торорлоҡ!
– Өләсәкәй! – балалар баҡсаһынан өс йәшлек ейәнемде, улымдың улын, алып ҡайтып барам, татылдығын сығып хәбәр һөйләй, күтәреп алһам, ике битемдән алмаш-тилмәш үбә, мин һине ныҡ-ныҡ яратам, тип юхалай… Бүләк түгелме ни?!
– “Иң хөрмәтле кешем” тигән темаға инша яҙҙым, – тип шылтырата өлкән ейәнем, ҡыҙымдың улы, – һинең турала, өләсәй.
Башым күккә тейҙе! Һөйөнә белһәң, көҙҙөң һөйөнөстәре етерлек ул…
Ошо мәҡәләгә кәрәгерен белгәндәй, кисә генә Будда тураһында уҡып ултырҙым. “Үҙегеҙгә үҙегеҙ шәм булығыҙ!” тигән аманатынан күптән хәбәрҙар инем дә, был юлы, олпатлыҡ буҫағаһынан, тағы ла тәрәнерәк мәғәнә һалдым уға: мин шәм һымаҡ алсаҡ, йылы нур тарата алһам, эргәмдәгеләргә лә яҡты буласаҡ бит!
Ошо тапҡырҙа әсәбеҙ Һауаның вәрисәләре икәнлегебеҙҙе лә нисек телгә алмай китәйем?! Мөхәббәт тигән илаһи бөйөк хисте иң башта Һауаның йөрәге кисергән, шунан инде – Әҙәм… Ә артабан – мәғлүм: ожмахтан һөрөлгәндәр. Һәм мәңге-мәңге Һауа затына Раббыбыҙ ҡаршында бер үк һорау бирелер, яуап та үҙгәрмәҫтер:
– Гөнаһың?
– Һөйөү!
– Һауабың?
– Һөйөү!
Беҙҙең халыҡта “мөхәббәтһеҙ” тигән әр бар. Уны төҫкә ҡарап түгел, холоҡ-ҡылыҡҡа ҡарап әйтәләр. Йәғни мөхәббәтле – матур ҙа, игелекле лә. Ана нисек юғары ҡуйыла был хис, сөнки ул – йөрәк иманы.
Ғүмер буйы бер-береһе өсөн өҙөлөп торған татыу йәрҙәрҙе, үҙем һымаҡ йөрәк хәтере менән йәшәүселәрҙе, мөхәббәтемде барыбер табырмын, тигән өмөттән, йәшерен һөйөүҙән дә, ѓєм-сєм алыусыларҙы беләм – был тормошта һәр кемдең үҙ тоталҡаһы. Аҡыллы, сабыр ҡатындар, хәләленә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында һыуынһа ла, хистәрен елгә осормай, балаларына күсерә, көләс йөҙлө, йәш сырайлы, бәхетле булып ҡала белә!
…Көҙгөлә – үҙем. Ғаләм күҙендә лә – үҙем. Ә үҙемдә – көҙөм, күркәм рәүешемдә, туплаған аҡылым, таһылдарым менән уртаҡлашыр, рухи асылымды донъяға асыр сағым, иншалла. Мин был раҫламаны барлыҡ затташтарым, донъяны йәмләр, йәнләр өсөн тыуған ҡатын-ҡыҙҙар исеменән әйтәм. Ғүмерҙең ҡышы ни, насип булһа, килер, тик ашыҡмаһын, алтын көҙҙө оҙон-оҙаҡ дауам иттерерлек дәрт-дарман беҙҙә етерлек!
Ғүмер календарында – әбейҙәр сыуағы. Сыуағы! Ғүмер календарында – сөмбөлә: көҙҙәрҙәге көн менән төн тигеҙлеге…
А. ҒӨБЄЙҘУЛЛИНА ойошторҙо.

Теги: