Киләсәгеңде әйтер күрәҙәсе
Йәшәйешкә бәйле бөтмәҫ-төкәнмәҫ һорауҙарға яуаптар табырға тырышабыҙ, донъяның серле йомаҡтарын сисеү юлдарын эҙләйбеҙ. Тап ошондай ҡатмарлы мәлдәрҙә күрәҙәселәргә, им-томсоларға, ноҡот һалыусыларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Берәй затлы әйберебеҙҙе юғалтып таба алмаһаҡ та, киләсәктә ни көткәнен белергә теләһәк тә, сырхауҙарға дауа эҙләһәк тә, уларҙың ярҙамына өмөтләнәбеҙ.
Бындай ысул бик боронғо замандарҙа башланған, уға бөгөн дә ихтыяж бар. Башҡорттар шаҡ ҡатырғыс һәләттәргә эйә булғандарҙы әүлиә тип йөрөткән. Уларҙың “эше“ әле лә дауам итә. Реклама гәзиттәрен асып ҡарайыҡ, һәр битендә тиерлек теге йәки был им-томсоноң, күрәҙәсенең “өшкөрәм, күҙ тейеүҙән арындырам, иреңде йә ҡатыныңды ҡайтартам, киләсәгеңде әйтеп бирәм“ кеүегерәк иғландарын осратырға була. Уларға ышанырғамы, юҡмы? Кемдер ышана, кемдер юҡ, әлбиттә.
... Бер танышым кеҫәһенән бөтә документтары менән 8 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлатҡайны. Полицияға мөрәжәғәт итеүҙең файҙаһы булмағас, бер аҡыллы баш уға “яҡшы“ ғына күрәҙәсене тәҡдим итә. Танышым, бик ышанып бармаһа ла, тәүәккәлләп ҡарарға була. Билдәләнгән ваҡытта осрашып, зыян күргән иптәшем күрәҙәсегә килешелгән хаҡты түләгәндән һуң,“сеансты“ башлап ебәрәләр. Әбей теге уғрының бер егет булыуын, документтарын сүплеккә ырғытып, аҡсаһын ғына алып китеүен әйтә. Бурҙың төҫ-ҡиәфәтен дә һүрәтләп бирә. Шунан нимә, күрәҙәсе уғрыны табып бирҙеме һуң? Юҡ, әлбиттә. Ә танышым барлы-юҡлы аҡсаһын ғына түгел, ваҡытын да әрәм итте булып сыға.
Үҙемә лә бер сетерекле ваҡиғаның шаһиты булырға тура килгәйне. Белорет районының бер ауылына ҡунаҡҡа барғайныҡ. Йома көн. Туғандарыбыҙҙың күршеһенә машина-автобустар менән күпләп халыҡ йыйыла башланы. Уларҙың бында нимә эшләп йөрөүе тураһында апайымдан һорашам. “Аҙна һайын шулай. Өйрәнеп бөтөп барабыҙ инде“, – тине ул.
Күршеләрҙең ихатаһы беҙгә күренеп тора. Теге кешеләр нимәлер көтә. Бер нисә минуттан йорттоң хужабикәһе килеп сыҡты һәм беҙгә аңлашылмаған телдә, ҡысҡырып-ҡысҡырып нимәлер һөйләргә тотондо. Килгән кешеләрҙең барыһы ла зомби кеүек уға ҡарап ҡатып ҡалған. Был нимә – сектамы, әллә әбейҙең ысынлап та ҡөҙрәтле көсө бармы, әллә алдаҡсымы ул, беҙгә сер булып ҡалды. Ә кешеләр уға ышана.
Күрәҙәселеккә ҡағылышлы иң бәхәсле һорауҙарҙың береһе – был сәйер һәләтте танырғамы, юҡмы?
Күрәҙәселек экстрасенсорика төшөнсәһе менән ныҡлы бәйләнгән. Күрәҙәлек итеү һәләте – бик ауыр психик күренеш. Ундайҙар йыш ҡына аң сиктәренән сығып китеп, баш мейеһенең ғәҙәттән тыш эшмәкәрлеге арҡаһында, психик ауырыуҙарға тәғәйенләнгән дауаханаларға эләгә. Бындай хәлдәрҙе ғалимдар уҙған быуаттың 20-се йылдарында өйрәнә башлай. Васильев, Бехтерев, мәҫәлән, телепатия өлкәһен тикшереп билдәлелек ала. 70-се йылдарҙа инде белгестәр биомәғлүмәттәр ағымын иҫәпләп сығарыу мәсьәләләренә тотона.
Төрлө ваҡытта күрәҙәселәргә төрлө ҡараш йәшәй. Боронғо Грецияла, мәҫәлән, улар ярайһы уҡ юғары ки-мәлдә торған. Матур һарайҙарҙа, һәйбәт шарттарҙа йәшәгәндәр. Ярҙам һорап килгән кешеләр шунда уҡ һорауҙарына яуап тапмаһалар ҙа, имселәрҙең трансҡа ингәнен көтөп, һәр ваҡыт тиерлек уларҙан дөрөҫ мәғлүмәт ала алған. Пантеизм тәғлимәте әле лә үҙенә ышаныусыларҙа медитация ярҙамында күрәҙәселек һәләттәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Боронғо Рәсәйҙә лә улар күп булған. Байғоштарға (блаженные) халыҡ айырыуса ихтирам менән ҡараған. Байғоштар ирекле тормош алып барған, ил буйлап берәҙәклек итеп, һорансылап, көн күргән.
Совет дәүләте күрәҙәселәргә мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртә. Шулай ҙа СССР-ҙа йәшерен гипноз сеанстары үткәрелеп тора, ауырыуҙарҙы дауалауҙың халыҡсан алымдары ла ҡулланыла.
20-се быуаттың иң билдәле күрәҙәсеһе тип, моғайын, Ванганы атарға булалыр. Ванганың көсө, уның алдан күреү һәләте тураһында бөгөн ишетмәгән кеше юҡтыр. Уға ябай кешеләр генә йөрөмәгән, билдәле сәйәсмәндәр, актерҙар, хатта экстрасенстар ҙа килгән. Ельцин, Кашпировский һәм башҡалар бөйөк Ванганың пациенттары булған.
Ванга СССР-ҙың тарҡалыуын, Чернобыль, “Курск” һыу аҫты кәмәһе һәләкәттәрен, 11 сентябрҙә АҠШ-та буласаҡ теракттарҙы һәм башҡа бик күп ваҡиғаларҙы алдан әйтеп бирә. Шулай ҙа уның һәр фаразы ла дөрөҫкә сығып бөтмәй. Ванганың һәләтен Болгария властары ил мәнфәғәттәрендә файҙалана, туризмды үҫтереү өсөн ҡуллана.
Заманалар үҙгәрә, тормош тотороҡһоҙға әйләнә. Ундай донъяла халыҡҡа рухи таяныс кәрәк була. Дин күп һорауҙарға яуап бирә алмай. Таянысты ҡайҙан табырға һуң? Күрәҙәселәр мәктәптәре сәскә ата, һәр кем шундай һәләттәрҙе үҙендә үҫтерә, имсе булып китә ала.
Үҙен күрәҙәсе, тылсымсы тип атаусылар күп, ысын һәләткә эйә булғандары бик һирәк. Һәр хәлдә ысындары күкрәк һуғып, һәләттәре тураһында бөтә донъяға яр һалып, парапсихология мәктәбе дипломдарын болғап йөрөмәй. Тәбиғәттән бирелгән мөмкинлектән юғарыраҡ күтәрелеү бик ауыр, ә ғәҙәттән тыш һәләттәре булған кешеләр дан алыу, аҡса, матди байлыҡ йыйыу кеүек үтә донъяуи мәшәҡәттәрҙән өҫтөн тора.
Парапсихологияның йүнәлештәре, ысулдары бик күп. Шулар араһында иң таралғаны – медитация. Был ысулды секталар айырыуса киң ҡуллана. Транс хәленә музыка, ҡабатланып торған һүҙҙәр, хәрәкәттәр аша инергә була. Ҡайһы бер тылсымсылар, затлы таштар ҡулланып, кристалдар донъяһына инә. Медитацияла ултырғандар, икенсе донъяға инеп, һорауҙарға яуаптар таба. Башҡа донъяға инеп сығыу механизмы бер тылсымсынан икенсеһенә генә тапшырыла ала һәм был хаҡта ваҡытлы матбуғатта бер ни яҙылғаны юҡ.
Үҙебеҙҙең психикаға әйләнеп ҡайтайыҡ. Күрәҙәселек әҙме-күпме кимәлдә беҙҙең һәр беребеҙгә хас. Был һәләт һәр кемдә серем итеп ята. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуһа, ул гөлт итеп тоҡанып китеп, киләсәгеңдән бер һүрәтте күреп ҡалыуың да бар. Әйткәндәй, күп экстрасенстар буласаҡты тап ошолай күрә лә инде. Ҡайһы бер кешеләрҙә күрәҙәселек һәләттәре ныҡ ауырығандан (юғары температура, көслө ауыртыу) һуң, клиник үлемдән, наркоз аҫтындағы операциянан, йәшен һуҡҡандан һуң асыла. Инфаркт йәки инсульт үткәргән, астма, аллергия кеүек ауырыуҙар менән яфаланған кешеләрҙә лә үҫешә. Шул уҡ Ванганы алайыҡ: ул, 12 йәшендә көслө ҡойонға эләгеп, һуҡыр ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 30 йәштәрҙә булғанда, ул кешеләргә киләсәкте әйтә башлай.
Күрәҙәселәргә, им-томсоларға ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ эше. Был тормошта ҡайҙа барып бәрелергә белмәгән, ниндәй ҙә булһа ауыр хәлгә тарыған кешеләргә уларҙың ярҙамы тейеүе мөмкин.

Булат ХӘЙРЕТДИНОВ
әҙерләне.
әҙерләне.
Теги: