Бөркөттәй улдар үҫтереп

Бөркөттәй улдар үҫтерепҺуңғы йылдарҙа ҙур спортҡа Силәбе башҡорттарының күпләп килеүен, уларҙың уңыштарын ҡыҙыҡһынып күҙәтәбеҙ. «Донъяның иң көслө кешеһе» титулын йөрөткән Эльбрус Ниғмәтуллин, «Еңелеү белмәҫ Сыңғыҙхан» исеме аҫтына билдәле боксер Денис Шафиҡов, көрәш буйынса донъя чемпионы Руслан Йосопов, донъяның иң көслө ҡатын-ҡыҙы Римма Кәримова, был исемлекте тағы ла дауам итергә була әле.
Донъяның иң көслө ун боксеры исемлегенә ингән Хәбир Сөләймәнов һәм уның игеҙәге Сабирға ла ихтирамым ҙур. Улар тәүҙә кикбоксинг менән шөғөлләнеп, һуңынан Америкаға китә. Унда ла юғалып ҡалмай, бокс менән шөғөлләнеп, «Алтын бирсәткә» турнирында барыһын да еңеп, иң аҙаҡтан бер-береһенә ҡаршы сығырға тейеш була. Тарихта бындай ваҡиға күрмәгән тәфтишселәр, туғандарҙың үҙ-ара көрәшергә тейеш түгеллеген хәтерләп, икеһен дә еңеүсе тип иғлан итә.
Яңынан-яңы үрҙәр яулаған игеҙәктәр өс йылдан, атай-әсәй олоғая, беҙ ике кинйә, уларға терәк булырға тейеш, тип йәрәбә һала, һәм Сабир, үҙ өлөшөнә күнеп, кире Силәбегә ҡайта. Сыбаркүл районы Ҡаҙбай ауылы һылыуы Миңзилә менән ғаилә ҡороп, күсемһеҙ милек өлкәһендә эшҡыуарлыҡҡа тотона.
Ә океан аръяѓында ҡалған Хәбир бик тиҙ билдәлелек яулай, еңеү артынан еңеүгә өлгәшә. Голливуд уның ҡатнашлығында өс клип төшөргән, тағы ла яңы проекттарҙа ҡатнашыу хаҡында һөйләшеүҙәр бара. Ошондай ҡоростай ныҡлы улдарҙы үҫтергән әсә менән уҡыусыларыбыҙҙы таныштырыу теләге көслө булһа ла, һаман юл төшмәй торғас, интернет аша егеттәр менән бәйләнешкә сыҡтым. Сабир әсәһен ауылдан Силәбегә алып килде. Шәһиҙә апай бик тыйнаҡ һәм күркәм ҡатын булып сыҡты.
Бөркөттәй улдар үҫтереп
– Бер ҡасан да интервьюға ризалашҡаным юҡ ине, «Башҡортостан ҡыҙы» өсөн шатланып килдем. Электән башҡорт телендәге матбуғатты ҡалдырмай алдырабыҙ. Үҙем ҡатын-ҡыҙҙар журналын үҙ итһәм, иптәшем Ғибәҙәтулла «Ағиҙел»һеҙ йәшәй алманы. Малайҙарға «Пионер» килә торғайны. Мин үҙем Һабай тигән ауылдан. Ул хәҙер юҡ инде, заманында Илембәткә ҡушып ҡуйҙылар. Тормош юлдашым – Дәрүиштән. Әҙәби телдә матур итеп һөйләшә белеүе, ипле ҡылығы менән арбаны ул мине. Мин Силәбелә тәүҙә педагогия училищеһында уҡыным, аҙаҡ институт тамамланым. Ә һөйгәнем Троицк ҡалаһында зоотехник һөнәрен үҙләштерҙе. Элек бит телефон булманы, хат алыша инек. Эй, китапса матур итеп яҙа ине уларҙы, уҡып ҡына ла үҙен яратырлыҡ итеп. Уларҙы єле лә ҡәҙерләп һаҡлайым.
Өйләнешкәс, Ғибәҙәтулланы ҡайҙа эш­кә ебәрһәләр, шунда йәшәргә тура килде. Ләкин тыуған ерҙәргә етәме, өс бала булып киткәс, Илембәткә ҡайтып төпләндек. Иге­ҙәктәремде сабый саҡтарында нисек етешеп ҡарағанмындыр, бер ҙә иҫләмәйем, ауырлыҡтар онотолған. Ҡыуаныслы мәлдәр генә ҡалған хәтерҙә. Гел бергә генә йөрөнө улар. Берәүһен йомошҡа ебәрһәң, икенсеһе сыҙа­май, тәҙрәнән ҡырҡ ҡарап көтә торғайны.
Уларҙың гел ҡушарлап йөрөүҙәре минең өсөн уңайлы ине, күңелем тынысыраҡ булды. Әле лә көн һайын аралашып торалар. Хәбир сығыштары хаҡында миңә өндәшә һалып бармай. Сабирҙан һорашып, барыбер бөтәһен дә белеп торам. Алыштарын әллә ни ҡарарға яратмайым, йәлләйем дә өҙгөлә­нә башлайым. Шуға көрәшеп бөткәстәре генә һорашам, күп осраҡта еңгәндәрен белеп алғас, бер аҙ тынысландым хәҙер.
– Америкаға һеҙгә өндәшмәй генә осҡандар, тип уҡығайным. Һораһалар, ебәрмәҫ инегеҙме ни?
– Нишләп ебәрмәйем инде, бер ҡасан да теләктәренә ҡаршы килмәнем. Бигерәк алыҫ ер бит, шуға риза булмаҫбыҙ, тип уйлағандарҙыр, бәлки.. Нимә эшләргә кәрәклеген улар үҙҙәре белә инде ул, артыҡ ҡыҫыл­ғаным юҡ. Бала саҡтарында, киләсәктә улдарым билдәле кешеләр булып китер, тигән уй башҡа ла инеп сыҡмағайны. Бик хеҙмәтсән, зирәк булып үҫте улар.
Мин үҙем шахмат уйнарға яратам. Малайҙарға ла өйрәттем, өс улым менән мәктәп, совхоз исеменән төрлө ярыштарға йөрөнөк. Шахмат бит теүәллеккә, алдан уйлап эш итергә өйрәтә. Әле лә ҡайтҡандарында күмәкләшеп мәрәйгә ярышабыҙ. Ирем саңғы ярата. Аусы ул, һунар саңғыһында йөрөй. Малайҙарҙы бала саҡтарынан үҙе менән йөрөттө, төлкө йә ҡуян аттыҡ, тип ҡыуанып ҡайтып инерҙәр ине. Мәргәнлеккә, сослоҡҡа аталары өйрәтте инде. Мәктәптә дүрткә-бишкә генә уҡынылар.
– Һеҙ уҫал әсәйме?
– Юҡ, йомшаҡмын. Аталары ла ҡаты түгел. Гел генә ыңғайҙарына ла торманым инде, тыйған ваҡыттар ҙа булды. Әммә сыбыҡ-фәлән булманы өйөбөҙҙә. Ҡартинәләрендә тора торғайны. Иптәшем дә, мин дә һигеҙәр балалы ғаиләлә үҫкәс, бала йәнлебеҙ шул. Марат та, Хәбир менән Сабир ҙа емеш-еләк, бәшмәк йыйырға әүәҫ булды. Бесән­де күпләп эшләгәс, йыл да уларға көс төштө, әле лә шулай. Бәләкәйҙән һыйыр ҙа һауҙы­лар, хәҙер ҙә ҡайтҡандарында, әсәй, үҙем, тип биҙрәмде тартып алып сығып китәләр. Ҡыҙҙарым булмаһа ла, малайҙар эш айырмағас, һәр саҡ ярҙамдарына таяндым.
– Игеҙәктәрегеҙ бигерәк бер-береһенә оҡшаған.
– Бәләкәй саҡтарында үҙебеҙҙең дә бутағаныбыҙ булды. Ә күршеләр, туғандар инде бөтөнләй айырмай торғайны.
– Улдарығыҙҙың исемдәре лә матур.
– Исемдәрен өсәүһенә лә аталары ҡушты.
– Алышҡа милли кейемдә сығалар, кемдең башына килгән уй был?
– Үҙҙәре инде, үҙҙәре шулай хәл иткән.
– Ҡайҙан килә шундай көслө рух?
– Аталарынан. Ул башҡорт әҙәбиәтенә ғашиҡ. Малайҙарын да телде яратырға, ҡәҙерләргә өйрәтте. Мин дә халҡымды яратам, ҡан аша күсәлер инде ул балаларға ла...
– Ҡарап тороуға артыҡ кәүҙәле лә түгелдәр. Таныш булмаған кеше уларҙы көслө боксерҙар тип уйламаҫ та.
– Шулай шул (көлә). Үҙем дә аптырайым, ҡайҙан килә икән ул ғәйрәт? Ағайымдар ҙа көрәшсе, штангист булдылар, һабантуй ярыштарын ҡалдырмай инеләр. Шахматҡа һөйөү ҙә миңә уларҙан күсте. Үҙем 31 йыл буйы мәктәптә уҡыттым.
Ауылыбыҙҙа башланғыс кластар ғына булғас, малайҙар урта мәктәпте күрше Дәрүишкә йөрөп уҡыны. Аҙнаһына бер тапҡыр кикбоксинг менән шөғөлләнеү өсөн һигеҙ саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан ауылға барып ҡайта инеләр. Спорт менән ныҡлап улар Силәбе ауыл хужалығы институтында уҡығанда шөғөлләнә башланы. Имгәнеп ҡуйырһығыҙ, ташлағыҙ шунығыҙҙы, тип тә әйткеләнем, ә аталары гел хупланы. Махсус рәүештә шулай-шулай булығыҙ, тип ултырманыҡ бер ҡасан да. Өлгө булырға тырыштыҡ инде, эшләнек тә эшләнек. Эсеп, шашып йөрөмәнек. Һәр саҡ юҡты бар итеп, матур йәшәргә ынтылдыҡ.
Тәбиғәт менән бер булып, тыуған ерҙе яратып үҫһендәр, тинек. Беҙҙең яҡта һәр ауыл эргәһендә күл бар, урман, хозурлыҡ. Тәбиғәт тә тәрбиәләй бит ул. Күлдәр булғас, кешеләр күпләп ҡаҙ көтә. Ауылдарыбыҙ ҙурая, йорт һалған йәштәр күп. Үҙебеҙгә килгәндә инде, күптән Илембәттә тормайбыҙ. 1999 йылда ирем совхоздан пай өлөшөнә төшкән ерҙәрҙе алып, ҡустылары менән ауылдан ун биш саҡрым алыҫлыҡта ятҡан күл буйында фермер хужалығы ойоштороп ебәрҙе. Күл эргәһенә генә матур итеп йорт һалды. 2002 йылда мин дә күсеп килдем, күпләп һыйыр, һарыҡ аҫрай башланыҡ. Ҡустылары тәүге мәлдә йөрөп эшләне лә, тора-бара икебеҙ генә ҡалдыҡ. Үҙебеҙ ер тип торғанғамы, өс улыбыҙ ҙа ауыл хужалығы академияһында уҡыны.
– Боронғо башҡорт байҙары ише хозур тәбиғәт ҡосағында, байманда йәшәп ятаһығыҙ икән дәһә?
– Эйе (көлә), көҙгөһөн күлгә туп-туп булып төшкән торналарҙы күҙәтергә яратам. Йорт тирәһенә төлкө, ҡуян, мышылар килеп китә, ҡоралайҙар кү­ренеп ҡала. Йәйгеһен балалар ҡайт­һа, рәхәтләнеп күлдә һыу инәләр, өй артына ғына сығып, емеш-еләк тирәләр. Ожмахтар ары торһон.
Аллаға шөкөр, электр уты бар, һыу өйҙә, заманса кер йыуыу машинаһы ҡуйып бирҙеләр, улдарым менән кеҫә телефонынан көн дә аралашып торабыҙ. Элек һыйырҙа­рым егерменән ашыу ине, һарыҡ­тар күберәк булды. Олоғая килә малды ҡыҫҡарттыҡ. Әле биш һы­йыр, ваҡ мал аҫрайбыҙ. Йәйгеһен автомат менән һауам, ҡышын ҡул менән, ялда балалар ҡайтып эшлә­шә. Ығы-зығынан ситтә, һәүетемсә генә донъя көтәбеҙ.
Иптәшем егәрле, тәбиғәт ҡоса­ғында булам, тигән хыялына ла, етеш йәшәйем, тигән маҡсатына ла иреште, ныҡыша торғас. Тиҙҙән алтмышы тула, балаларҙы, туғандарҙы йыясаҡбыҙ. Хәбир генә ҡайта алмай, телефондан ғына ҡотлар атаһын. Кисә һөйләшкәндә, әсәй, ҡарҙы һағындым, ти ине. Тағы ла, башҡортса һөйләшергә кеше юҡ, телемде һағынам, ти. Океан аръяғында алаһы үрҙәрен яулап бөткәс, берәй өс йылдан бөтөнләйгә ҡайтырға иҫәпләй. Үҙе белә инде. Миңә бары уның имен йөрөүен, уңыш юлдаш булыуын теләп ултырырға ғына ҡала.
– Бында, икәүегеҙгә генә күңелһеҙ булып китмәйме?
– Юҡ, өйрәнелгән инде. Аҙна һайын балалар ҡайтыуға әҙерләнәм, бешеренәм, туҡмас ҡырҡам. Ғаиләмдең бергә йыйылған мәлдәрен яратам. Тик игеҙәктәрҙе ҡайтҡан ғына араларында төрлө осрашыуҙарға ала ла китәләр. Бына әле үҙҙәренең мәрхәмәтлек фондын асып йөрөйҙәр. Туғандарға йыш барабыҙ, унан малға әүрәйбеҙ. Тағы ла мин һарыҡ йөнөн эш итергә яратам. Ҡырҡҡас, тетеп, иләп, сиратып, йыуып алыуы арыу ваҡытты ала. Шунан инде энә алып бер ултырһаң, торғо ла килмәй. Тынысландыра, йән рәхәтлеге бирә был шөғөлөм. Тәбиғәткә сығып китәм ҡайһы берҙә.
Шул арала Сабир беҙҙең әңгәмәне бүлә: «Ғәфү итегеҙ, хәҙер яңынан бәйләнешкә сығырбыҙ, Башҡортостан телевидениеһында беҙҙең хаҡта тапшырыу бара, әсәйем дә ҡараһын инде», – ти. Мин дә «ҡара йәшнигем»де ҡабыҙам. Хәбирҙең: «Ата-бабаларыбыҙҙың данлы эштәре, тарихы менән ғорурланыу һәйбәт ғәмәл, әлбиттә, ләкин ниндәй өлкәлә булыуыңа ҡарамаҫтан, халҡың да һинең менән ғорурланырлыҡ итеп йәшәргә тырышыу мөһимерәктер», – тигәнен тыңлайым. Ошоларҙы ишеткән Шәһиҙә апай ҙа, һис шикһеҙ, үҙҙәренә һиҙҙермәй генә, улдары өсөн ҡыуанып ҡуйғандыр.
Үҙе лә ғәзиз кешеһе менән иңгә-иң терәп, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндерә алған бит. Ә ҡошсоҡтары инде, бөркөткә әйләнеп, ҡитғаларҙы ҡоса. Меңәрләгән, миллионлаған кешене сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәй, дәртләндерә, ә милләт­тәштәрен үҙҙәре миҫалында рухлы, көслө булырға саҡыра улар. Был бәхетте күрерҙән алда Шәһиҙә апайға күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрергә, йөрәк көсө һәм тир түгергә тура килгәнен үҙе генә беләлер. Әммә һөҙөмтәһе меңдәр көнләшерлек бит, иң мөһиме шулдыр. Силәбе күлдәрендәй тәрән аҡыллы, яҡты йөҙлө, түңәрәк күңелле ханымдың бар бәхете – улдарында, уларға сикһеҙ ышанысында. Күл буйындағы йылы, дәү йортта һәр саҡ шат балалар тауышы яңғыраһын, кистәрен яратҡан бәйләмен тотоп ултырған һөйкөмлө ҡатындың да, тормош иптәше Ғибәҙәтулла ағайҙың да ғүмер йомғағы оҙон булһын!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Силәбе өлкәһе.

33kvartirki.ru



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook