Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам

Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам Ҡыҙ баланы тәрбиәләү – атайҙан да, әсәйҙән дә йөрәк көсө, иғтибар, яуаплылыҡ талап иткән ҡатмарлы йөкләмә. Нисек генә булмаһын, ҡатын-ҡыҙ – тормош тотҡаһы ла, илһам сығанағы ла, йәшәү биҙәге лә ул. Ныҡлы, аҡыллы, яратҡан атай тәрбиәһендә үҫкән ҡыҙ Хоҙайҙың иң оло ҡөҙрәтенә эйә булалыр, тип уйлайым.
Аллаға шөкөр, үҙебеҙҙең даирәлә лә бынамын тигән ҡыҙ тәрбиәләгән ысын атайҙарыбыҙ күп. Шуларҙың береһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе – Ришат Миндийәров. Ул ғаиләһенең татыулыҡ сере, тәрбиә нескәлектәре менән уртаҡлашты.
– Ҡыҙҙарҙы тәрбиәләү – үҙе бер сәнғәт. Лилиә ҡыҙымдың булмышына килгәндә, инәйем (беҙҙең яҡта әсәйҙе шулай тиҙәр) Фәрдүнә һәм ҡәйнәм Әминәне йыш иҫкә төшөрәм. Мәрхүмәләрҙең йәндәре йәннәттә булһын. Лилиә ҡыҙымды уларҙың икеһенә лә оҡшатам.
Ҡыҙыбыҙ хәҙер, Аллаға шөкөр, Мәскәүҙәге Чайковский исемендәге консерваторияла матур ғына уҡып йөрөй. Лилиә уҡыған факультетта сәнғәт серҙәренә өйрәтәләр. Телефондан, скайп аша йыш аралашабыҙ.
Сираттағы каникулға ҡайтҡанында Лилиәне “Юлдаш” радиоһына тура эфирға саҡырҙылар. Тапшырыу тамамланып килгәндә, бер ҡатын шылтыратып, Мәскәүҙә тик чиновник балалары уҡый, тип дәғүә белдерҙе. Беҙ чиновник түгел. Лилиә бюджет төркөмөндә булһа ла, күберәге үҙ иҫәбебеҙгә уҡытабыҙ. 1200 һум стипендия ала. Уныһын да тотҡарлайҙар. Шылтыратҡан ҡатынға ошо яуапты бирергә ваҡыттары ҡалманы.
Лилиә ҡыҙыбыҙ, уҡыуы ауыр бул­һа ла, балалар баҡсаһына эшкә урынлашты. “Трибуна” гәзитенә яҙыша. 7-8 мең һум эш хаҡы ала. (Мәскәү өсөн “тьфү”). Әммә беҙҙең ғаилә бюджетына һиҙелерлек ярҙам ул.
Ҡыҙымдың мине аптыратҡан да, һоҡландырған да мәлдәре күп булды. Лилиә менән “Балалар донъяһы” магазинына күлдәк алырға китеп бара­быҙ. Хаҡы ла хәтеремдә – 7 һум самаһы. Автобуста кеше күп. Лилиәне күтәреп баҫып торам. Ул тәтелдәй генә: “Атай, беҙ детский милға балабыҙмы? Миңә күлдәк алабыҙмы?” Автобустағы халыҡты йырып, эргә­беҙгә шағир Әсхәл Әхмәтхужа ағай килеп етте. Таныштыҡ. Әсхәл ағай­ҙың йөҙө балҡый! “Ҡыҙың шул тиклем матур итеп башҡортса һөйләшә, автобустың теге-е-е осонан ишетеп килеп еттем, исеме кем?” – ти. “Лилиә” тигән була ҡыҙым. Нимә алырға китеп барғанын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.
Тәрбиә – нәсихәт һөйләү, аҡыл өйрәтеү генә түгел. Баланы үҙең менән йөрөткәндә, теге йәки был ваҡиға, һөйләшеү аша донъяны танып-белергә, кешеләр менән дуҫтарса мөнәсәбәт ҡорорға өйрәтәһең.
Ҡыҙҙар атайҙарына нығыраҡ тартыла, минеңсә. Башҡа ғаиләләрҙе кү­ҙәтеп тә шуға инанам. Әсәйҙәр улдарын йәлләй, ә атайҙар ҡыҙ балаһы өсөн өҙөлә. “Атай, әйҙә, дискотекаға барып киләйек әле”, – тиһә лә, баш тартмай, ҡыҙым менән бергә кистәрен дискотекаға ла йөрөгән саҡтарым күп булды. Өйҙә – балалар, эштә йәштәр менән үҙемде типә-тиң тотам, нотоҡ уҡымайым. Лилиә ҡыҙым да, Искәндәр улым да миңә ышана, ә мин – уларға. Ҡатын-ҡыҙ – хисле зат. Шуға әсәйҙәр­ҙең һөйләшеүе лә йышыраҡ аҡыл өй­рәтеүгә тартымыраҡ. Ә йәштәр ундай ҡәтғилекте ҡабул итеп бармай.
Әле ҡыҙым Мәскәүҙә уҡығас, һағындыра, көн дә скайп аша хәлен белешеп торам. “Лилиә, ҡыҙ кешелә серлелек булырға тейеш. Егеттәр алдында бер ҡасан да тулыһынса асылма”, – тип ҡыҙыма һәр ваҡыт әйтә киләм. Ҡыҙҙарҙың артыҡ әрһеҙлеген күреп, этәрһенәһең бит ул. Ир-егет­тәрҙә – һунарсы психологияһы. Мө­хәббәтте ул үҙе яуларға тейеш. Ҡапыл да, бер көндә түгел, ә яйлап, эҙмә-эҙлекле. Һөйөү хисен ҡәҙерләп үҫтергәндә генә ул татлы һәм оҙайлы.
Ҡыҙҙар, малайҙарҙан айырмалы рәүештә, мәғлүмәтте тиҙ ҡабул итә һәм хәтер һандығына һалып ҡуя. Ә малайҙар оҙаҡ уйлағандан һуң ғына ниндәйҙер һығымтаға килә. Шуға ҡыҙ­ҙарҙы тәрбиәләүе еңел дә, шул ваҡытта яуаплы ла һымаҡ. Бик йәнем көйгәндә лә, ҡыҙымдың кәйефен төшөрмәҫкә, ауыр һүҙ менән күңелен ҡыймаҫҡа тырышам. Сөнки кескәй генә яман һүҙ ҙә хәтерҙә һаҡлана, булмышына тәьҫир итә. Беґ љатыным менєн бер даирєлє эшлєйбеґ, ул «Тамыр» бала­лар каналыныњ баш мµхєррире. Шуѓа балаларыбыґ ґа ижади љарашлы.
Ҡатыным Резедаға рәхмәтлемен, етешһеҙлек­тәрем килеп сыҡһа ла (камил кеше булмай бит инде ул), балала­рым алдында абруйымды төшөрмәй. Сабырлыҡ, аҡыл менән йөпләп ҡуя белә. Ҡыҙым да быны күрә, һиҙә бит. Үҙенсә фекер төйнәп тә ҡуялыр. Бер-береңде аңлай, яҡлай, тулыландыра белеүҙә – бәхет сығанағы.

Атай һәм ҡыҙ. Беҙ, өлкәндәр, балаларыбыҙҙы төрлө яҡлап камил итеп күрергә теләйбеҙ. Ә бының өсөн үҙебеҙ нимә эшләйбеҙ һуң? Атайҙарҙың ҡыҙ тәрбиәләүҙәге аҡылы хаҡында һөйләшеүҙе дауам итеп, тәжрибәле психолог, гештальт-терапевт* Рөстәм Ғабдулла улы Хәмитовҡа (www.psiholog-v-ufe.ru) мөрәжәғәт иттек.
– Баланы тәрбиәләмәгеҙ, улар барыбер һеҙгә оҡшаясаҡ. Ә үҙегеҙҙе тәрбиәләгеҙ, – тигән инглиз әйтемен йыш ҡул­лана белгестәр. Ҡыҙ ҙа, ир бала ла ата-әсәнең һәр ҡылығын, уларҙың бер-береһенә, тормошҡа мөнәсәбәтен үҙҙәренә һеңдереп үҫә. Ҡыҙҙар әсә миҫалында ысын ҡа­тын-ҡыҙ сифаттарын үҙләштерә. Ә ир-ат хаҡындағы тәү­ге фекере, күҙаллауҙары атай образы аша барлыҡҡа килә.
Сабыйҙы алдап булмай, ул кес­кәй генә яһалмалыҡты ла тиҙ тоя. Тыштан көслө, аҡыллы күренергә тырышып, эстән быға шикләнәһе­геҙ, үҙегеҙҙе түбән баһалайһығыҙ икән, бала ирекһеҙҙән быны үҙенә күсерә. Ир менән ҡатын араһында ихласлыҡ, ышаныс, хөрмәт булмауы ла баланың күңел торошона, шәхес булараҡ үҫешенә кире йоғонто яһай. Был юҫыҡта өлкәндәргә кәңәшем бер: бәләкәсегеҙҙең бәхетле булыуын теләһәгеҙ, иң яҡшыһы – үҙегеҙ өҫтөндә эшләү – бер-берегеҙ һәм тирә-яҡтағылар менән дөрөҫ мµнәсәбәт ҡорорға өйрәнеү, ғаиләлә һөйөү тойғоһон үҫтереү, рухи ҡиммәттәргә ирешеү, камиллашыу, белем һәм тәжрибә туплау. Әлбит­тә, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында әллә ни юғары һөҙөмтәләргә өлгә­шеү ауыр. “Мең йәшә – мең уҡы” тигән мәҡәлдәге кеүек, кеше ғүмер буйына аҡыл һәм тәжрибә йыя. Шул уҡ ва­ҡытта, төрлө яҡлап камил булам, тип үҙегеҙҙе лә, яҡында­рығыҙҙы ла тетрәнеүгә ду­сар итеү бөтә изге башланғыстарҙы юҡҡа сығарыуға һәләтле. Тормош юлында әҙәм балаһы хаталарға ла, яңылыш аҙымдарға ла юлыға. Быны тыныс ҡабул итергә өйрәнеү фарыз. Бала янында атай менән әсәй, үҙ хатаһын танып, ап-асыҡтан был хаҡта һөйләшә һәм етешһеҙ­лектәрҙе төҙәтә белергә лә тейеш. Йәғни, беҙ, ата-әсәләр, үҙ хаталарыбыҙ аша балаларға бер үк хаталарҙы ҡабатламау мөмкинлеге бирәбеҙ.
Ҡыҙ баланы тәрбиәләүҙә атай тырышлығы әсәйҙекенән бер ҙә кәм түгел. Киреһенсә, әсә ҡарынында уҡ атай хәстәрен, йылыһын, һө­йөүен һәм үҙенең кәрәклеген тойған бала күпкә тынысыраҡ һәм сыҙамлыраҡ була. Ә инде үҫә бара ғаиләлә терәк, таяныс булған ғәзиз кешеһен хөрмәт итергә лә өйрәнә. Ҡыҙсыҡты матурлығына, һөйкөм­лөлөгөнә, аҡыллылығына инандыр­ған тәүге ир-ат та – атай ул. Бәләкәстең, ниндәйҙер эше йә ҡаҙанышы өсөн түгел, ә булғаны өсөн генә иң ҡәҙерле йән эйәһеләй өҙөлөп яратҡан берҙән-бер көслө зат! Уның иғтибары, һүҙ менән иркәләп, ҡосаҡлап яратып алыуы ла ҡыҙ балала үҙ көсөнә ышаныс, ныҡлыҡ тәрбиәләй. 5-6 йәштәрҙә ҡыҙҙар үҙҙєрен аталарын әсәләренән көн­ләшкән кеүек тота. Әсә ҡыҙын көндәш итеп күрмәйенсә, унда үҙ миҫалында матур сифаттар тәрбиәләһә, йәшәү серҙәре менән бүлешһә, кисерештәре менән уртаҡлашһа, ата-әсәнең тигеҙ мөнәсәбәте, һөйөүе ҡыҙ баланы наҙлы, яғымлы, хәстәрлекле итә.
Атайға үҫмер ҡыҙы алдында эске кейемдә йөрөү, үҙен әҙәпһеҙ тотоу, хатта ҡысҡырыу ҙа килешмәй. Атай менән ышаныслы мөнәсәбәт булдырылған, дөрөҫ аралашыу ҡоролған ғаиләлә үҫкән ҡыҙ­ҙар тормошта ла уңышлыраҡ. Улар, маҡсаттарын ғәмәлгә ашырыу юлында, үҙҙәрен ир-ат менән тиң, ышаныслы тота. Ғаиләлә лә бәхеткә өлгәшә.
Тышҡы ҡиәфәте ниндәй булыуына ҡарамаҫтан: “Ҡыҙым, һин донъяла иң сибәре, иң наҙлыһы, иң көслөһө”, – тигән атайҙың ябай ғына ышандырыуы ла мөғжизәле көскә эйә. Атай кеше йәш саҡтағы кисерештәрен, тәүге мөхәббәт хисен, гүзәл заттар хаҡындағы уй-фекерҙәре менән бүлешеп, ҡыҙына ир-егеттәрҙең эске донъяһын аса. Көслө заттың эске донъяһын танып-белергә, кисерештәрен тойорға, ҡыланышын аңларға өйрән­гән ҡыҙға егеттәр менән аралашыу, дуҫлыҡ булдырыу еңелерәк. Һуңы­нан был сифаттар, кейәүгә сыҡҡас та, ире менән татыу, аңлашып йәшәүгә ярҙам итә.
Әсәйҙәр, ғәҙәттә, хис-тойғоға тиҙ бирелеүсән, ә атайҙар ҡатмарлы хәлдә лә һал­ҡын аҡыл менән эш итә. Атайҙың сабырлығын, тотороҡлоғон, үҙен тота белеүен кү­реп, ҡыҙ бала ла тыныслана. Килә­сәктә ул хөрмәт уятҡан ғәзиз кешеһенә бөтә яҡлап оҡшарға тырышасаҡ.
* Гештальт-терапевт – мөнәсәбәттәрҙе тәрәндән өйрәнеүсе белгес. Уны психология­ның “фотография”нан “кинематография” дәүе­ренә күсеү һымаҡ аңлатырға мөмкин. Гештальт-терапия организмдың мөхиткә туҡтауһыҙ яраҡлашыуын үҫештә, хәрәкәттә өйрәнә.
Альбина ШӘһИТОВА яҙып алды.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook