Тәбиғәттәнме, тәрбиәнәнме?

Балаларҙа һәләт ҡай­ҙан барлыҡҡа килә? Кемдер быларҙы, нәҫелдән килә, ти. Икенселәр, барыһы ла тәрбиәнән, тип ышандырырға маташа. Башҡаларҙан бер яғы менән айырылмаған ғәҙәти генә бер ғаиләлә лә атаҡлы артистар, рәссамдар һ.б. талантлы шәхестәр үҫеп сыҡҡан осраҡтар байтаҡ бит. Киреһенсә, билдәле кешеләрҙең балалары мәктәптә “көскә өскә” уҡып йөрөгән хәлдәргә лә шаһит булырға тура килә. Аҡыллы, тәртипле, иманлы, һәләтле атай-әсәйҙең балалары ла шундай уҡ булып үҫеренә өмөт күберәк, әлбиттә. Тик бында тағы ла бәхәскә юл асыла. Аҡыл әүҙемлеге һәм ижади һәләттәр атай-әсәйҙән ҡан менән күскәнме сабыйҙарға, әллә шулай ҙа тәрбиә һөҙөмтәһеме? Был һорауға яуап биреү еңел түгелдер.
Мәскәү психологтары ошондай тәжрибә үткәрә. Балаларҙың танып белеү һәләттәрен асыҡларға уйлайҙар. Бәләкәстәр менән бергә атай-әсәйҙәре лә ҡатнаша. Килеүселәрҙе, бер аҙ көтөүҙәрен һорап, бик күп ҡыҙыҡлы китаптар, уйынсыҡтар булған бүлмәлә ҡалдыралар. Нимә менән шөғөлләнһәләр ҙә ярай икәнлеген аңғарталар.
Шунан белгестәр бер яҡтан ғына күрһәткән көҙгөнән быларҙы күҙәтеп тора. Был мәлдә ололар ҙа, балалар ҙа үҙҙәрен төрлөсә тота. Әммә уларҙың тәртибен дүрткә бүлеп ҡарарға мөмкин булыр ине.
Тәүге “төркөм”дә әсәләре балаларын нимәлер өйрәтергә, әүҙем рәүештә уларҙы әүрәтергә тырыша. Уйынсыҡ, китап тәҡдим итә...
Икенселәре, йәһәт кенә тирә-яғына ҡаранып, тәжрибә үткәреү­селәрҙе табырға, бында нимә эшләр­гә икәнлеген аңлатыуҙы талап итергә ашыға. Башҡаса әйткәндә, яуаплылыҡты уларҙың иңенә һалыу яғын ҡарайҙар.
Ҡайһы бер әсәләр, үҙен ҡыҙыҡ­һындырған китапты йәки уйынды күреп ҡалып, шуға әүрәп китә һәм балаһы хаҡында “онота”, йәғни, уны үҙ иркенә ҡуя.
Дүртенселәре тәжрибәнең башланыуын тик кенә көтөп ултырырға тырыша, балаларынан да шуны уҡ талап итә. “Вата күрмә”, “йыртыр­һың” тигән һүҙҙәр менән киҫәтеп, бәләкәстәрен урынына ултыртып ҡуя. Ә бит алдан оҡшаған нәмә менән шөғөлләнергә рөхсәт бирелгән була!
Һөҙөмтәлә һуңғы төркөмгә ҡара­ған балаларҙың күп өлөшөнөң үҫеше тотҡарланыуы, ҡыҙыҡһыныу даирәһе тар булыуы асыҡлана. Бындай тәрбиә алымдары шәхес үҫтереү өсөн тап килмәгәне көн кеүек асыҡ.
Тәжрибәнең һөҙөмтәһе көтөлмә­гәнсәрәк була (һәр хәлдә, минең өсөн был бик ҡыҙыҡ тойолдо): балаһына иғтибар итмәгәндәй, үҙ иркенә ҡуйып, үҙен ҡыҙыҡһындырған нәмә менән шөғөлләнеүсе әсәләрҙең балалары тиҫтерҙәре араһында үҫеше буйынса иң юғары баҫҡыста тора. Был балаларҙың, ата-әсәләре кеүек үк, бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан булыуы, үҙ-үҙен үҫтереү мөмкинлеге бар тәрбиә ысулдарынан да өҫтөнөрәк булып сыға.
Ярҙам һорап, тәжрибә үткәреүсе­ләрҙе эҙләгән икенсе төркөмдәге әсәләрҙең тормош ҡануны шундай: бала менән белгестәр шөғөл­ләнергә тейеш. Бәләкәстәрҙең үҫе­шенә арналған түңәрәк-төркөмдәргә йөрөгәндәрҙең күбеһен ошондай атай-әсәйҙәрҙең балалары тәш­кил итә. “Һис шикһеҙ, бындай дә­рестәр­ҙең файҙаһы ҙур. Әммә улар өҫтәмә тәрбиә ысулы булараҡ яҡшы, ә төп тәрбиә ғаиләлә һалынырға тейеш”, – ти белгестәр.
Психолог Сергей Степанов: “Балаларға иғтибар һәм ҡарау кәрәк, әлбиттә. Әммә уларҙың ҡыҙыҡһыныусан, яҡшы кешеләр булып үҫеүе өсөн ата-әсәләренең дә шундай булыуы мөһим”, – ти. Ғаилә ҡим­мәттәре, ололарҙың һәм балаларҙың үҙ-ара аралашыуы ҙур роль уйнай, тип һанай ул.
Һәләт-талант, ҡылыҡ-холоҡ тәби­ғәттән биреләме, әллә өйрәтеүҙән, тәрбиәнән киләме? Күп нәмәнең нә­ҫелдән күсеүе, ҡандан килеүе бә­хәсһеҙ. Әммә кемдер башындағы аҡылын кешелеккә изгелек эшләүгә һала, ә икенсе берәү уларҙы талар өсөн ҡатмарлы финанс пирамидаларын ойоштора. Компьютерҙы биш бармағы кеүек белгән берәү күпселектең эшен еңелләштереүсе яңы программалар уйлап таба, икенсеһе, шундай уҡ белемен файҙаланып, һаҡлыҡ банкыһынан аҡса урлай. Кешеләрҙе алға әйҙәрлек юғары талантҡа эйә берәү уларҙы яҡшылыҡҡа саҡыра, икенсеһе шикле секталарға һөйрәй... Ҡандан килгән яҡшылыҡ менән яҡты яҡҡа барыр өсөн атай менән әсәй биргән тәрбиә тейеш кимәлдә булырға тейештер барыбер, тигән фекергә киләһең.
“Һәр уңыш биш өлөш таланттан һәм туҡһан биш өлөш тырышлыҡтан тора”, – тигән һүҙҙәр ҙә бар бит әле. Ә тырышлыҡ, уңғанлыҡ, эшсәнлекте балаға атай-әсәй тәрбиәһе бирә.

Гөлшат ИШБУЛАТОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook