Ейәнсура ҡыҙы бит ул!
«Ҡатын-ҡыҙ бәхетле булһын өсөн уның тормошон түңәрәк иткән бөтә өлкәләрҙә лә һәр ваҡыт хәрәкәт булырға тейештер, тип уйлайым. Эш, балалар, ирең, үҙеңә иғтибарың, яратыуың – барыһы ла бер-береһе менән бәйле, улар йәнәшә барһа, гүзәл зат та ҡәнәғәт. Ә шуларҙың береһе генә юрғанды нығыраҡ тарта башлай икән, тигеҙлек тә, тыныслыҡ та юғала», – тип, көндәлек тормошон ниндәй тигеҙләмәгә нигеҙләнеп ҡорорға тырышҡанын аңлата әңгәмәсем, актриса, телевидение тапшырыуҙарын алып барыусы, фильмдарға сценарийҙар яҙыусы, “Алтынай” студияһы етәксеһе, ике бала әсәһе Алтынай Бурина-Ибраһимова.
Билдәле режиссерҙар Әлмира Ҡыуатова менән Байрас Ибраһимовтың һөйөклө ҡыҙҙары бәләкәйҙән ижад һауаһын һулап, был донъя нескәлектәрен һәм ауырлыҡтарын үҙ күҙҙәре менән күреп үҫә. Әсәһе нигеҙ һалған “Сулпан” балалар театрында уйнап, гастролдәргә йөрөп, ярыштарҙа ҡатнашып, тормош менән сәхнәне тиң күреп үҫә ул.
– Бала саҡта беҙгә хәҙер йондоҙ булып балҡыған, ә ул мәлдә ижад юлдарын башлап ҡына торған апай-ағайҙар йыш килде, ҡайһы берәүҙәре хатта ваҡыты менән беҙҙә йәшәп тә ала ине. Мин уларға, Сибай артистарына, шул тиклем эҫендем, күбеһен әле лә бер туған ағайым Айтуғанды нисек яратһам, шулай уҡ яҡын күрәм. Әсәйем нисек кенә эше тығыҙ булһа ла, һәр ваҡыт минең менән аралашырға форсат табып, кис һайын балалар баҡсаһы, мәктәп яңылыҡтарын һөйләүемде иғтибар менән тыңлай торғайны. Әле лә ул иң яҡын әхирәтем, серҙәшем булып ҡала. Атай-әсәйем минең бер уйымды ла, ҡуй, тип кирегә ҡайырманы, киреһенсә, һәр башланғысымды күтәреп алырға әҙер торҙо. Уларға рәхмәттәрем сикһеҙ.
Берҙән-бер ҡыҙ булһам да, артыҡ иркә үҫтем, тип әйтә алмайым. Һәр йәйге ялымды тиерлек Ейәнсурала, Юлдаш ауылында үткәрҙем. Унда бөтә ҡыҙҙарҙы ла бәләкәстән, һин бит Ейәнсура ҡыҙы, тип үҫтерәләр. «Ейәнсура ҡыҙы» булыуҙың эсенә бик ҙур мәғәнә һалынған: егәрле булыу, эште былай ғына түгел, ә йырлап, йүгереп йөрөп эшләү, бөтә нәмәнең дә ҡулыңдан килеүе... Өләсәй шулай ти торғайны. Ғаиләне етеш йәшәтер өсөн бер туҡтауһыҙ йөн, дебет эштәре менән булып та, донъя көтөп тә өлгөрөр өсөн, шундай булмай хәл дә юҡтыр. Бала саҡтан эшкә өйрәнеп үҫтем, картуф та күмдем, балсыҡ баҫып өй генә түгел, әсәйемдең бер туған апаһы Рәйлә инәйемә ярҙамлашып контораны ла һылашҡаным булды. Ни ҡушһалар ҙа, теләп тотона торғайным һәм гел йырлап йөрөп эшләй инем. Бер мәл, шулай йырлай-йырлай картуф баҡсаһына һыу ҡойғанда, малайҙар килеп тыңлап торған, мине кәзекләргә кереште былар. Шунан тирә-яғымда ят кеше юҡлығына инанғас ҡына йырлар булдым.
Студент саҡта уҡ Гөлдәр Ишҡыуатова саҡырыуы буйынса «Тамыр» студияһында эш башланым. Ул миңә үҙе уйлап сығарған «Белгәк» образын бүләк итте. Бер аҙ эшләгәндән һуң, мин «Белгәк»тең иң матур күлдәге» тигән бәйге иғлан иттем һәм студияға тоҡлап-тоҡлап хаттар килә башламаһынмы!? Ул роль мине билдәле итте, Гөлдәр апайға шуға рәхмәтем ҙур.
Сценарий яҙыу, балалар менән эшләү, йәнһүрәттәрҙе башҡортсаға ауҙарыу кеүек мәшәҡәттәр шул тиклем оҡшай ине. Мәскәүгә сығып китмәһәм, «Белгәк» зәңгәр экранда оҙағыраҡ та йәшәр ине, моғайын. Бәлки, театрҙа ла уйнап киткән булыр инем. Ләкин минең йәш йөрәкте баш ҡала ымһындырҙы. Ул мәлгә мин Салауат Вахитовтың арт-хаус стилендәге фильмында төп рөлдә уйнап өлгөргәйнем. ВГИК-ка мин Парижға барышлай инеп киттем тиһәң дә була. «Һылыуҡай»ҙа еңгән өсөн бүләккә путевка биргәйнеләр. Мәскәүҙә интернет-кафела ултырып автобиографиямды йыйҙым да, инде әҙер булды тигәндә, компьютер һүнеп, барыһы ла юйылды, ә минең бына-бына поезым ҡуҙғала. Йәһәт кенә Ләйсән исемле таныш ҡыҙға шылтыратып, минең өсөн яҙып, документтарымды тапшырыуын үтендем дә үҙем юлға сыҡтым. Бына шулай, яҡташтар ярҙамы менән инеп киттем мин атаҡлы уҡыу йортона, ти ул.
Баш ҡалала мөмкинлектәр күберәк, тәҡдимдәр ҡыҙыҡлыраҡ, офоҡтар киңерәк булыр тип ашҡынып, Алтынай һис кенә лә яңылышмай. Өфөлә саҡта уҡ милли батырыбыҙҙың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған “Салауат йыйыны”нда Әминә ролен оҫта башҡарып, “Һылыуҡай-2004” матурлыҡ бәйгеһендә еңеп, ярайһы уҡ танылыу яулап, ижад ҡомарын һәм сәмен уятҡан ҡыҙ Мәскәүҙә лә юғалып ҡалмай. Өләсәһенең, йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә, тигән ябай ғына әйтемен оран итеп алған ҡыҙға уңыш та оҙаҡ инәлтмәй килә. Үҙәк телеканалдарҙа күрһәтелгән “Пушнина”, “Ҡарғалған ожмах” тигән сериалдарҙа төшөү насип була. Легендар режиссер Владимир Наумовтың “Асфальттағы Джоконда” фильмында ҡатнаша, кино өсөн сценарийҙар яҙа башлай. Яратҡан һөнәренә шул тиклем мөкиббән китә ул, хатта Америка менән Греция бергәләп төшөргән “Онотма мине” исемле кинола ҡатнашыр өсөн ҡыҙына ауырлы килеш өс көн дауамында самолетта осоп, Аляскаға, Датч-Харбарға тиклем барып етә һәм асыҡ океанда сайҡалған кәмәлә уйнай. Ә тәүге бәпесен көткән мәлендә Будапештта “Сall-tv”тапшырыуында эшләй. Ауырлыҡтарға һәм кәртәләргә ҡарамай, һәр саҡ маҡсатына ынтылыуы уның өләсәһе әйткән ысын «Ейәнсура ҡыҙы» булыуын тағы ла бер тапҡыр раҫлай.
– Алыҫта ҡалған бала саҡ хәтирәләремдә, – тип дауам итә Алтынай, йыш ҡына ҡояшта ялтыраған яҙғы күләүектәр, ҙур көрөшкәгә ҡойоп бирелгән йылы һөт, алиһәләй гүзәл, һәр ваҡыт ниндәйҙер проекттар менән янып, ер өҫтөнән атлап түгел, осоп йөрөгән әсәйем сағылып китә. Һәм, әлбиттә, бер ваҡытта ла эшһеҙ тора алмаған, хатта миңә әкиәт һөйләгәнендә лә йә йөн иләп, йә йомғаҡ урап ултырған өләсәйем бар унда. Мейестә янған утын сыртлауына тоноҡ ҡына булып ҡушылған тауыш бер-бер артлы әкиәттәр һөйләй ҙә һөйләй. Ә мин юрғанға бөркәнеп, Урал батырҙың мөһабәт кәүҙәһен, Һомайғоштоң матурлығын күҙ алдына килтереп һоҡланып ятам. Ҙурайғас үҙемдең Заятүләгемде нисек итеп осратыуымды ла тәфсирләп күҙ алдына килтерергә ярата торғайным. Ул әкиәттәр мине ғүмер буйы оҙата килә. Әсәйем менән “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсын әҙерләүгә тотоноуыбыҙ ҙа, башҡортса әкиәттәр яҙҙырылған дисктар сығарыуыбыҙ, балалар шөғөлләнгән театр асыуыбыҙ ҙа, ғөмүмән, “Алтынай” театр-студияһының бөтә эшмәкәрлеге шул әкиәт менән бәйле. Ә уның инеше, алдан әйткәнемсә, өләсәйемдә. “Алтынай” ул баштан- аяҡ мәрхәмәтлеккә нигеҙләнгән, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында асылған проект. Беҙҙең балаларыбыҙ үҙҙәрен ҡыйыуыраҡ тотһон, туған телен белһен өсөн. Сөнки телһеҙ кеше милләтһеҙ тигәнде аңлата бит.
Мәскәүҙә нығынып, донъя көтөп алып китеүе рәхәт булманы миңә. Туған телдән айырылыу, эргәңдә яҡын кешеләреңдең булмауы, баш ҡала тормошоноң ҡағиҙәләре лә бүтәнсә. Уларҙы ҡабул итергә, үҙемә лә шуларға буйһонорға тура килде. Мин бит бында бөтөнләйгә ҡалырмын, тип уйламаным, уҡып бөткәс, Өфөгә ҡайтырға иҫәп тота инем. Ҡайһы берҙә, Мәскәүгә Хоҙай ҡушыуы буйынса, Рушанды осратыр өсөн генә килгәнмендер тигән уй тыуа. Яратҡан кешемдән уңдым: ул бик иғтибарлы һәм күңелсәк, донъя көтә, мал таба ла белә. Шөкөр, үҙ йортобоҙ бар, матди яҡтан ҡыйынлыҡтар юҡ. Башҡортостандан айырылыуымды ғына ауыр кисерҙем. Хәҙер, әлбиттә, баш ҡаланың киң, боронғо урамдарына ла, кешеләренә лә күнектем. Балаларым сабый саҡта “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурсын әҙерләр өсөн Өфөгә ҡайтып йәшәргә тура килде һәм олатай-өләсәй ҡосағында уларҙың теле башҡортса асылды. Ләкин шуныһы үкенесле: бында, урыҫ мөхитендә телде һаҡлауы бик ауыр. Был юғалтыу Мәскәү тормошо менән йәшәү өсөн түләгән хаҡтыр, ахырыһы. Уның ҡарауы, мөмкин булғанса мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, күргәҙмәләргә йөрөп, ижади һауа һулап үҫәләр.
Әле мин күп ваҡытымды балаларға арнайым. Бик ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр килеп сыҡҡанда ғына башкөллө эшкә сумып алам, ул мәлдәрҙә Аиша менән Тамерланды ҡәйнәм ҡарап тора. Ул – минең оло таянысым. Атайым минең Мәскәү театрҙарына бармауым, театр сәхнәһендә үҙемде тулыһынса аса алмауым өсөн бик борсола. Уға, уның ҡарауы минең бына тигән ғаиләм, ике балам бар, тип яуаплайым. Әгәр иҫ киткес ролдәргә күмелеп ултырһам, әлеге бәхетем булмаҫ ине. Карьера – ул мираж, уйлап сығарылған ләззәт һәм ваҡытлыса бәхеттер. Уны, теләк булғанда, илле йәштә лә эшләп була. Бәлки, киләсәктә театрға ла урынлашырмын әле, күҙ күрер.
– Тормош иптәшең, мөнәсәбәттәрегеҙ хаҡында ла һөйләп китһәң ине?
– Рушан ысын мәғәнәһендә минең ярты йәнемдер ул. Әлбиттә, әрләшеп алған саҡтарыбыҙ ҙа була. Тормош бит. Ғаилә сабыр булырға өйрәтә. Беҙҙең күптән өйләнешкән дуҫтарыбыҙ бар. Бәпес алырға ашыҡмайҙар, тәүҙә үҙебеҙ өсөн йәшәп алабыҙ, тиҙәр. Ә мин кейәүгә сыҡҡанда уҡ тәүҙә иптәшемә ул бүләк иткем килде. Аллаға шөкөр, малайым да, ҡыҙым да бар. Рушан – тыныс һәм аҡыллы. Уның янында үҙемде ышаныслы тоям. Ниндәй генә хәл йә мәсьәлә килеп сыҡһа ла, йырып сыға алғанын беләм. Йомарт та. Иң мөһиме, донъяға ҡараштарыбыҙ тап килә. Ҡәйнәм менән ҡайныма уны шулай итеп тәрбиәләгәндәре өсөн мең рәхмәт. Ҡайным – хәрби кеше. Ҡәйнәм – таҙалыҡ ярата, иҫ киткес тәмле бешерә. Унан ҡайһы бер аш-һыу төрөн яраштырыуҙы ла өйрәндем.
Ирем, дуҫлашып йөрөгәндә, һәр осрашыуға берен-бере ҡабатламаған гөлләмәләр тотоп килә торғайны. Бер йыл эсендә Мәскәүҙәге бөтә театр һәм кино премьераларын ҡарап сыҡҡанбыҙҙыр. Ул минең холҡомдағы һәйбәт һыҙаттарҙы күрә, уларҙы һыҙыҡ өҫтөнә ала, аса белә. Мине шулай күтәреүе йөрәгемә ҡыйыулыҡ өҫтәй, үҙемде тағы ла нығыраҡ ярата башлайым төҫлө. Нисек кенә ғәҙәти һәм ялҡытҡыс яңғырамаһын, бәхетле ғаиләнең сере бер-береңдең ҡыҙыҡһыныуҙарын хөрмәт итеүҙә, икенсе яртыңа шәхси милкең итеп ҡарамауҙа, ә ирек бирә белеүҙәлер.
Дауалап булмай торған етешһеҙлектәре: наркомания йә эскелек булмаһа, башҡаһына түҙергә, аңларға өйрәнергә булалыр. Иң мөһиме: хәлде һуңғы сиккә алып барып еткермәҫкә. Ундай осраҡтарҙа мин үҙемде нимә борсоғанын һәм уны бөтөрөү өсөн нимә талап ителгәнен бик тәфсирләп һөйләргә тырышам. Уҡытыусым Александр Эммануилович Бородянский: «Аңлайышлы итеп яҙығыҙ, һеҙ тойған, аңлаған нәмәне бүтәндәр белеп тора икән тип уйлау дөрөҫ түгел, эйе, эйе, бына быны ла яҙып ҡуйығыҙ”, – тип әйтергә ярата ине. Был ҡанун ғаилә тормошона ла ҡағыла. Икенсе яҡтан, һәр ҡатын иренә нимә оҡшай, нимә оҡшамай икәнен яҡшы белә, һәм яраҡлашырғамы, юҡмы икәнен бары үҙе генә хәл итә. Бына миңә яраҡлашыу еңелерәк тә, уңайлыраҡ та. Һәр ваҡыт түгел, әлбиттә. Бына шул “һәр ваҡыт түгел” тигән мәл һуҡҡан саҡта Рушан мине аңлап, ситкәрәк китеп, тыйылып тора белә. Шуның менән бәхетлемендер.
Балаларыма килгәндә, улар икеһе ике төрлө: Тамерлан – йомшаҡ, һығылмалы холоҡло, Аиша – тиҫкәрерәк, үҙһүҙлерәк. Улым көсөк тураһында һәм йәһәтерәк ауылға, Айтуған бабайы янына барыу хаҡында хыяллана.Ә ҡыҙым Мәскәүҙе ярата. Өфөлә булғанда ла беҙҙе, ҡасан ҡайтабыҙ, тип аптыратып бөтә. Мин балаларымдың тормошҡа ҡыуанып, һоҡланып, уны яратып, Хоҙайға ошо мөғжизәле әлеге осорға тура килгәндәре өсөн рәхмәтле булып йәшәүҙәрен теләйем. Бер-береһен яратҡан ата-әсәйле булып, мөхәббәтле ғаиләлә үҫеүҙәрен. Бәхетле бала саҡтың төп шарты шул бит инде. Уларға аталары менән кис һайын әкиәттәр уҡыйбыҙ, бергәләп бейейбеҙ. Сәйәхәт итәбеҙ. Былтыр өс ай балалар менән Болгарияла йәшәнем. Хеҙмәткә өйрәтергә тырышабыҙ, бергә бешерәбеҙ, бигерәк тә торт әҙерләгәнде яраталар. Рушан үҙ ҡулдары менән йорт йыһаздары эшләй, улым бысырға, ҡаҙаҡ ҡағырға ярҙам итә, аҙаҡ үҙ эшенә ғорурланып йөрөй.
– Матурлыҡ уңыш юлында ярҙам итәме? Нисек уйлайһың?
– Миңә был һорауға яуап биреүе ҡыйын. Һәр кем үҙенсә матур. Ә уңышҡа өлгәшәм тиһәң, ниндәй өлкәлә лә, иң мөһиме – үҙ көсөңә ышаныс һәм маҡсатҡа ынтылыштыр. Әле Мәскәүҙә йәшәһәм дә, Өфөләге студиямдың эштәрен алып барам. Быйыл да яңы спектаклдәр сығарырға теләйбеҙ. Тағы ла “Мин яратам һине, тормош” тигән яңы проект уйлап сығарҙым һәм шуны ғәмәлгә ашырыу юлдарын эҙләү менән мәшғүлмен.
– Үҙеңде ниндәй әкиәт геройына оҡшатыр инең?
– Улайтып уйлағаным юҡ. Мин һыу тамсыһына оҡшағанмындыр, бәлки. Һыу бит ниндәй һауытҡа эләкһә, шуның килбәтен ала. Икенсе яҡтан, тамсы тама – ташты тишә, тиҙәр, ул яйлап ҡаяларҙы ла еңергә һәләтле.
– Тормошоңдағы иң тетрәндергес ваҡиға?
– Үлемдер. Бала саҡта Рәйлә инәйемдең берҙән-бер улы Азамат ағайымдың китеүен бик ауыр кисерҙем. Аҙаҡ өләсәйҙең теге донъяға күсеүен. Әсәйемдең бер ауыр ваҡиғанан һуң иҙәндә тәгәрәп илауын. Ярҙамыңдың кешегә файҙаһыҙлығын, кәрәкмәгәнен аңлағандағы сараһыҙлыҡ.
– Ә иң бәхетле көнөң?
– Улары күп. Балаларҙың тыуыуы, беренсе тапҡыр күкрәккә һалыуым.. “Һылыуҡай”ҙа еңеүем, Әминәне уйнағандан һуң бүләккә алған ҡосаҡҡа һыймаған гөлләмә, Ярославлдә “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ” роле дипломын алыуым...
Тормошто ихлас яратҡан, уның бары тик яҡшы яҡтарын ғына күрергә ынтылған сибәр ҡатындың, һәләтле актрисаның бәхет һандығына һалыр минуттары алда ла иҫәпһеҙ булыр әле, Алла бирһә! Усындағы ташты ынйыға әүерелтә белгән тылсым эйәләренең береһе – Алтынай өсөн беҙ ҙә һөйөнәйек, уның кеүек ҡыуанырға ла, ҡыуаныста йәшәргә лә өйрәнәйек, тип әйткем килә, әңгәмәне йомғаҡлап.
Гөлнара ХЄЛФЕТДИНОВА.
Олег ЛИННИК фотолары.
Мәскәү ҡалаһы.

Теги: