Һуңғы сиктә ни ҡылырға?
Оҙаҡ йылдар дауамында йәмғиәт күҙ йомоп килгән йән өшөткөс хәл – ғаиләлә көс ҡулланыуға һуңғы осорҙа торған һайын ҙурыраҡ иғтибар бирелә. Эйе, егерме беренсе быуатта йәшәгәндә ҡырағайҙың да ҡырағайы булып һаналырға тейешле күренеште ҡаплап торған ҡалын шаршау, ниһайәт, асылды, тиергә булалыр. Журналыбыҙ биттәрендә лә, иғтибар иткәнһегеҙҙер, был темаға йәнә һәм йәнә әйләнеп ҡайтабыҙ.
“Зинһар өсөн, кәңәш бирегеҙ, ни эшләргә, артабан нисек йәшәргә белмәйем. Сит кешеләр, туғандар, дуҫтар, хеҙмәттәштәре алдында донъялағы иң шәп ир – абруйлы, ярҙамсыл, алсаҡ күренгән хәләл ефетем өйҙә ғазраилға, ҡан эскескә әүерелә. Олоғайған һайын, холҡо түҙеп торғоһоҙ була бара. Ул өйҙә булғанда аяҡ осонда йөрөйбөҙ – тик тауыш ҡуптармаһын, юҡ-барға бәйләнмәһен. Балаларҙың бәләкәй сағы тамуҡта үтте – өсөһөнөң дә баҫымсаҡ булып үҫеүе шунан. Әле лә ҡул күтәрергә генә тора, ә һүҙе, ҡарашы менән йәнде ҡыйыуы ...” – күптән түгел редакцияға килгән хат яңынан был һөйләшеүгә ҡайтырға мәжбүр итте. Әңгәмәсебеҙ – Республика клиник психотерапия үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университетының психиатрия кафедраһы доценты Илгиз ТИМЕРБУЛАТОВ.
– Илгиз Фәритович, алдыбыҙҙа ятҡан хатта бер ғаиләнең аяныслы яҙмышы ғына түгел, әллә күпме бәхетһеҙ ғүмерҙәр сағылғандай...
– Эйе, тап шулай. Ғаиләлә көс ҡулланыуҙан үлеүселәрҙең маньяктар ҡулынан һәләк булыусыларға ҡарағанда йөҙҙәрсә тапҡырға күберәк булыуын байтаҡ кеше белмәйҙер, моғайын. Был күренеш, һөйләп тораһы ла юҡ – үтә етди социаль, шул уҡ ваҡытта медицинаға ҡағылышлы проблема. Ни өсөн социаль бәлә? Ул беҙ йәшәгән йәмғиәттең, кешеләрҙең эске мәҙәниәтенә бәйле.
Бынан бер нисә быуат элек яҙылған “Домострой” китабын хәтерләйһегеҙҙер? Тормош ҡағиҙәләре тупланмаһы булараҡ тәҡдим ителгән был китапта ир кешенең ҡатынына ниндәй осраҡта, нисек итеп һуғырға тейешлеге тураһында ентекләп өйрәтелгән юлдар бар. Быуаттар дауамында ҡанға бик ныҡ һеңеп ҡалған был ҡағиҙәләр бөгөн, ир менән ҡатын араһында бөтөнләй башҡа – бар яҡлап та тиң мөнәсәбәттәр хакимлек итәһе заманда йәшәһәк тә, юҡ-юҡ та, йәшәүен дауам итә.
Медицина күҙлегенән ҡарағанда иһә, яҡындарын ғазаплы тормошҡа дусар итеп, ҡәнәғәтлек алыусы – күңел, йән торошо тотороҡһоҙ, үҙе хәүефләнеп йәшәүсе кеше. Агрессия – әҙәм балаһының үҙенең көсһөҙлөгөн ҡаплау, йәмғиәттә үҙен теләгәнсә раҫлай алмау күрһәткесе. Мәҫәлән, ир ғүмер буйы етәксе булырға хыяллана, тик был хыялын, нисек тырышһа ла, тормошҡа ашыра алмай, ти. Ундайҙар араһында ғаиләһендә бәғерһеҙ хаким булып, мин-минлеген, етәкселек һәләтен яҡындарына күрһәтергә ынтылыусылар етерлек.
Юғарыраҡ булыуҙың, үҙ әһәмиәтеңде тойоуҙың ике юлы бар: береһе – үҙ өҫтөңдә (һөнәри яҡтан да, рухи йәһәттән дә) туҡтауһыҙ эшләп, камиллыҡҡа ынтылыу. Икенсеһе – бүтән кешене кәмһетеү, үҙеңдән көсһөҙөрәкте йәберләү. Ҡағиҙә булараҡ, ундай кеше тәрән әхлаҡи сифаттарға эйә түгел. Тик теләгәндә, үҙ тотошон көйләй ала, бары теләмәй генә. Ул яттар янында холоҡһоҙлана алмай, сөнки сит кешеләр улай ҡыланыусыны үҙ урынына ултырта: йәмғиәттә үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре бар. Ә яҡындары – түҙә.
Ләкин шундай осраҡтар ҙа була: кеше үҙен ҡулда тотоуҙан уҙа. Холоҡтоң шул рәүешле яман боҙолоуы медицинала психопатия тип атала. Бында инде уның фиғелен бары тик табип ярҙамында көйләргә мөмкин.
– Тимәк, ҡатынына, балаһына шәфҡәтһеҙ ирҙең тотошон нисектер үҙгәртергә була?
– Әлбиттә, оло кешене тәрбиәләү хаҡында һүҙ алып барырға түгел. Әммә ҡаты, бик етди һөйләшеү уны уйланырға, үҙгәрергә мәжбүр итеүе мөмкин – әгәр яҡындарын юғалтыуҙан ҡурҡһа. Ләкин тәбиғәте менән үтә шәфҡәтһеҙ кешеләр ҙә бар. Һәр ғаиләнең – үҙ яҙмышы. Шуға күрә һәр осраҡта айырым ҡараш кәрәк, бары шул саҡта ул дөрөҫ буласаҡ.
– Ә ҡәтғи һөйләшеү ҙә ярҙам итмәй икән?
– Бер генә юл ҡала – китеү. Сөнки бер, ике, өс тапҡыр ҡул күтәргән, теле менән имгәткән кеше артабан да был ғәҙәтен дауам итәсәк. Был инде – бәхәсһеҙ. Ләкин бер көн килеп, уның ярһыуына баш була алмауы барыһы өсөн дә фажиғәле тамамланыуы ихтимал. Фажиғәләрҙең әленән-әле булып тороуы – быға дәлил.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: йәберләнеп йәшәгән, бигерәк тә енси көсләүгә дусар ителгән балаларҙы кисекмәҫтән ул мөхиттән тартып алырға кәрәк. Балаларға көс ҡулланылыуын белә тороп, уларҙы ғаиләлә ҡалдырыу ғәфү итмәҫлек енәйәткә тиң.
Әлбиттә, республикала ауыр тормош хәленә тарыған әсәләрҙе һәм сабыйҙарҙы һыйындырыусы үҙәктәр булһа ла, улар етерлек түгел. Бик тиҙҙән беҙҙең клиника эргәһендә балаларҙа телмәр үҫеше тотҡарланыуын дауалау һәм психотерапия реабилитациялауы б∆лексәһе асыласаҡ, унда шулай уҡ ғаиләлә көс ҡулланыуҙан йәндәре имгәнгән балаларҙы дауалау ҙа күҙҙә тотола. Сабый ғына килеш алынған ауыр йән йәрәхәте ғүмер буйы уңалмайынса, ҡанһырап йөрөүе бар. Улар менән тәжрибәле психотерапевтар, дефектологтар, башҡа белгестәр эшләйәсәк.
Ғаиләне һаҡлап ҡалыу хаҡында һүҙ барғанда, ғазаплаусы ла, уның ҡорбаны булған ҡатын-ҡыҙ ҙа психотерапия курсы үтеүгә мохтаж. Сөнки йыш ҡына шундай парҙар була: ғазаплаусы менән ғазапланыусы бер-береһенән башҡа, өҙгөләүсе тойғоларҙан башҡа йәшәй алмай. Әлбиттә, ошондай мөхәббәтте бар нәмәнән өҫтөн ҡуйып, яҙмышын һайлау – ҡатын-ҡыҙҙың үҙ ихтыярында. Ләкин балалар хаҡында һүҙ алып барғанда, уларҙы бындай тормошҡа дусар итергә хаҡы юҡ.
– Илгиз Фәритович, яҙмыштарын тиран менән бәйләмәҫ өсөн, яңы ғына тормош башлап торған ҡыҙҙарға ниндәйҙер кәңәш бирергә мөмкинме?
– Ғашиҡ кеше һуҡыр була, ҡәҙерлеһенең етешһеҙлектәрен күрмәй. Шулай ҙа иғтибарлыраҡ булырға кәңәш итер инем. Мөнәсәбәттәр яңы башланып, һеҙҙе сәскәләргә күмгән сағында ул башҡалар менән ниндәй мөғәмәләлә? Урамда икәүләшеп пар күгәрсендәй китеп барғанда аяҡ аҫтына яңылыш эләккән бесәй балаһын асыу менән тибеп осороуы һеҙҙе һағайтырға тейеш.
Үтенестәрегеҙгә нисек ҡарай? Уға ҡаршы килеүегеҙ, бер көн осрашыуҙан баш тартыуығыҙ унда ниндәй тойғолар уята – ярһып-туҙынып китмәйме? Ғөмүмән, кеше тураһында ниндәйҙер һығымталар яһау, хәл иткес аҙым эшләү өсөн ашығырға түгел, кәмендә ярты йыл осрашырға кәрәк.
Һәм журналды уҡыусы бөтә гүзәл заттарҙың үҙҙәрендә, балаларында бик мөһим сифат – үҙ дәрәжәләрен белеү сифатын үҫтереүҙәрен теләгем килә. Был сифат тормоштағы теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә асылыңды юғалтмаҫҡа ярҙам итә. Дәрәжәңде белеүҙе ҡупырыу, яһалма ғорурлыҡ менән бутарға түгел. Ул – үҙеңә, көсөңә, хаҡлығыңа тыныс ышаныу тойғоһо. Был ҡатын-ҡыҙ өсөн генә түгел, ғөмүмән, һәр кеше өсөн үтә мөһим сифат, тип әйтер инем.
Альмира КИРЄЕВА
әңгәмәләште.

Теги: