Йүрмә - милли аҙығыбыҙ
Халҡыбыҙҙың юғалып ҡалған күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, боронғо ҡул кәсептәрен, милли ризыҡтарын тергеҙеү маҡсатында Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханаһы “Илһам шишмәләре” әҙәби-ижади түңәрәге менән берлектә оло эш башҡара. Китапхана мөдире Рәзилә Фәтих ҡыҙы Ҡотлогилдина – халҡым тип йән атып торған рухлы ханым – йыр-моңға маһир, ҡул эшенә таһыл, шиғриәт һөйөүсән ҡатын-ҡыҙҙы ғына түгел, ә һунар итеү оҫталығы булған һәм селектән кәрзин, ҡаҙ ояһы үргән, ағастан тормош-көнкүреш әйберҙәре юнған ир-атты ла бер төркөмгә йыйған. Араларында башҡорт, татар, урыҫ, сыуаш кешеләре лә бар.
Түңәрәк ағзалары, киләсәк быуында туған телгә, әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, сәнғәткә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү уятыуҙы хәстәрләп, мәктәп балалары менән йыйындар, ижади кисәләр, осрашыуҙар ойоштора. Шәжәрә байрамы, “Кәкүк сәйе”, “Әбейҙәр сыуағы”, “Күлдәк ҡотлау”, “Исем ҡушыу”, “Кейеҙ баҫыу”, “Балаҫ һуғыу”, “Сәңгелдәк төпләү” кеүек ата-бабаларҙан ҡалған йолалар, дини байрамдар ҙа уларҙың ҡатнашлығында үтә. Халҡыбыҙҙың алтын мираҫын, рухи хазинаһын тәшкил иткән милли байрамдарҙың, ғөрөфғәҙәттәрҙең тәрбиәүи әһәмиәте, дәртләндереү ҡеүәте көслө. Ижади түңәрәк ошо изге ҡомартҡыны йәш быуынға аманат, йәдкәр итеп тапшырыуҙы ла маҡсат итеп алған.
Башҡорттарҙың боронғо аштарын өйрәнеү, уларҙы яңынан тергеҙеү менән дә шөғөлләнә апайҙар. Ысынлап та, милли ризыҡтарыбыҙҙың ҡайһы берҙәре яйлап табындарҙан төшөп ҡала бара. Экологик яҡтан таҙа һәм ашҡаҙаныбыҙ өйрәнгән аҙыҡтар ялтыр тышлы, яһалма тәмләткестәр ҡушылған сит-ят тәм-томдан күпкә файҙалыраҡ.
“Күптән түгел Ҡаҙағстанда булғайным. “Йүрмә – башлыса башҡорттарҙың яратып әҙерләгән аҙығы”, – тип һөйләгәндәрен ишетеп, хайран ҡалдым. Үҙебеҙгә ҡайтҡас, ошо үҙенсәлекле ризыҡ һәм уны әҙерләү хаҡында мәғлүмәт туплай башланым.
Ярымкүсмә тормош менән йәшәгән башҡорттар өсөн был аҙыҡ бик ҡулай булған, күрәһең. Һыйыр йәки һарыҡ эсәктәрен сәс кеүек итеп үргәндәр ҙә, ҡаҙанда ҡурып, үҙҙәре менән юлға алғандар. Оҙон юлда ла йүрмә боҙолмаған һәм туҡлыҡлы булыуы менән юлсыны асығыуҙан ҡотҡарған. Иң ҡәҙерле ҡунаҡҡа, юлаусыға ла хужалар тәүләп йүрмә тәҡдим итер булған. “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигән мәҡәл ошонан килеп сыҡҡан да инде. Йөрөгән өмәсегә мотлаҡ йүрмә эләгә тигән мәғәнәне лә аңлата ул.
Быуаттан-быуатҡа күсә килә йүрмәне әҙерләү ысулы ла яйлап үҙгәрә, төрлөләнә барған. Йәғни заманса төҫ алған”, – ти Рәзилә Фәтих ҡыҙы, уны бешереүҙең яңы ысулы хаҡында ла тәфсирләп һөйләп.
Боронғо аш-һыу менән таныштырыу уңайынан “Илһам шишмәләре” түңәрәге “Башҡортостан ҡыҙы” журналын Мәләүез районы Томансы ауылына ҡунаҡҡа саҡырҙы. Алтын ҡуллы хужабикә Шакирә Бәҙриеваның күркәм йортона түңәрәктең иң әүҙем ағзалары йыйылды.
Етәкселәре Рәзилә Ҡотлогилдина менән берлектә Эткөсөк ауылынан Венера Сәлихова, Мәләүез ҡалаһынан Ләлә Йыһаншина, Нәзифә Ильясова, Хәсән ауылынан Гөлшат Мөхәмәтшина, Томансының үҙенән Сафыя Хәмиҙуллина менән Рәсимә Ғайсина килгәйне. Апайҙар бергәләшеп йүрмәне әҙерләне. Бик тәмле килеп сыҡты. Журнал уҡыусыларыбыҙға уны бешереүҙең бер нисә ысулын тәҡдим итәбеҙ.
Эсәктән йүрмә
Һарыҡтың 500 грамм ас һәм 300 грамм туҡ эсәге, 50–100 грамм туң май, 100–200 грамм кесерткән япрағы алына.
Яҡшылап йыуылған эсәкте бүрттереп алғас, сөм һауытҡа һөҙөп, ипләп кенә сәс ишеләй үрәбеҙ. Табала йәки ҡаҙанда туң май иретеп, үрелгән эсәктәрҙе ваҡланған кесерткән ҡушып ҡурабыҙ. Ул ҡурҙаҡ кеүек әҙерләнә. Араһына туралған һуған һалып ебәрергә лә мөмкин. Ике яғын да тигеҙләп ҡурғас, яҫы тәрилкәгә йәки батмусҡа төшөрөп, өҫтөн яңы өҙөп алынған кесерткән япраҡтары менән биҙәйбеҙ.
Балыҡ менән тауыҡ итенән йүрмә
Бешереү өсөн 1 тауыҡ, 1 килограмм таҙартылған балыҡ, 3 баш һуған, 1 йомортҡа, 1-2 ҡалаҡ манный ярмаһы, 6-7 бөртөк борсаҡлы ҡара борос, 5 теш һарымһаҡ, 2-3 лавр япрағы, 3-4 зәғәфрән орлоғо, 2-3 керән япрағы, йєшел һуған, 1 стакан ваҡланған шәфәри талап ителә.
Йүрмә өсөн тауыҡ һурпаһы әҙерләү
Йәш, майһыҙ тауыҡ түшкәһе 1,5 литр һыуҙа ҡайнатыла, 1 баш һуған һалына. Тәүҙә шәп, унан талғын, ә артабан яй ғына утта, һурпа 1 литр ҡалғансы, ҡайнатырға. Тауыҡты һөҙөргә, һуғанды ташларға. Һөҙлөгөн йыйып алырға, һурпаны һөҙөргә. Әҙер һурпаны тондорорға ҡуйып торабыҙ. Ул үтә күренмәле булырға тейеш.
Йүрмә өсөн балыҡ һурпаһы әҙерләү
Эре ҡылсыҡлы, тәңкәле, ҡыҙыл йәки аҡ итләс балыҡ (ҡыҙыл балыҡ, бәрҙе, йылға алабуғаһы һ.б.) алына. Балыҡты 6-7 сантиметр ҡалынлыҡтағы киҫәктәргә бүлгеләп, 2 баш һуған һалып, тоҙло һыуҙа ҡайнатырға. Балыҡ һурпаһы яҡынса 0,5-0,6 литр булырға тейеш. 15–20 минут ҡайнатҡандан һуң, балыҡты һөҙөп, ҡылсыҡтарынан таҙартырға. Балыҡ һурпаһы һыуынмаҫ борон өҫтөнә әкрен генә тауыҡ һурпаһы ҡоябыҙ. Ҡушылған һурпа талғын утҡа ҡуйыла.
Йүрмә өсөн тауыҡ ите йомарламдары әҙерләү
Йәшел тәмләткестәрҙе ваҡлап турарға. Тауыҡ итен һөйәгенән айырып, бысаҡ менән ваҡлап турарға (ит үткәргестән ярамай). Шул иткә сей йомортҡа, манный ярмаһы, ваҡлап туралған йәшел һуған ҡыяғы, керән япрағы ҡушып бутарға ла бәләкәй йомарламдар яһарға. Ит түңәрәктәрен ҡайнап ултырған һурпаға һалырға, утты көсәйтергә.
Йомарламдар һурпа өҫтөнә ҡал-ҡып сыҡҡансы ҡайнатырға ла айырым һауытҡа һөҙөргә. Һурпаға йәшел тәмләткестәр өҫтәп, тағы 2-3 минут ҡайнатырға. Артабан балыҡ ите менән йомарламдарҙы кире һурпаға һалып, 2 минут самаһы ҡайнатабыҙ. Әҙер йүрмәне уттан алғас, ҡапҡас менән ябып, 5-6 минутҡа томалайбыҙ. Һуңынан тәрилкәләргә һалып, табынға ултыртабыҙ.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәләүез районы.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Мәләүез районы.
Теги: