«Баш эйәм алдарыңда»
Ләйлә менән Мәжнүн, Ромео менән Джульетта, Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу... Донъяла һағышлы мөхәббәт тарихтары байтаҡ. Улар, быуаттан-быуатҡа күсеп, ысын һөйөүҙең сафлығын раҫлай. Беҙ был хәлдәрҙең фажиғәһенә түгел, бөйөклөгөнә табынабыҙ.
Әммә икенсе төр мөнәсәбәттәр ҙә бар. Ғүмер буйы бергә йәшәп тә һүрелмәгән, сабый гөнаһһыҙлығы бейеклегенә күтәрелгән изге хистәр улар.
Тәүҙә мин Рима Ғәҙел ҡыҙының үҙе хаҡында ғына яҙырға әҙерләнгәйнем. Әммә ике яртынан күптән бер бөтөнгә әйләнгән парҙы бүлеү мөмкин түгелен аңланым.
“23 июндә – гәүһәр туйыбыҙ. 60 йыл бергә көн итеүебеҙҙе билдәләүсе байрамда аҡ күлдәк кейергә ниәтләйем. Был теләгемдә бер аҙ шаянлыҡ та бар инде... Беҙ йәш ваҡытта бындай форсат булмағас”.
“Мине 1 һум 50 тингә һатып алды”, – тип мәрәкәләп, Ғәфүрйән Фәтхинур улы әңгәмәгә ҡушыла. Баҡһаң, ғаилә ҡорорға әҙерләнгән йәштәрҙе никах теркәү йорто өс көн буйы бикле килеш ҡаршылаған икән. Тәүәккәл егет милиция етәксеһенән ҡыҫҡа ғына бойороҡ яҙҙырып алып, әлеге вазифаны биләүсенең өйөнә китә. “Барһам, рәхәтләнеп ишек алдында йоҡлап ята. Эргәһендә ике биҙрә шишмә һыуы тора. Шуларҙы бер-бер артлы өҫтөнә ҡойоп уяттым да ҡулына милиция хужаһының рәсми булмаған әмерен тотторҙом.
Рима беҙҙе сабыр ғына көткән. Ниһайәт, законлы кейәү менән кәләшкә әйләнәбеҙ, тип ҡыуанып та өлгөрмәнем, 1 һум 50 тин түләргә кәрәклеге асыҡланды. Ә мин үҙем менән аҡса алмағанмын”.
Һәр замандың мәртәбәһе лә үҙенсә. Затлы машиналарҙа елдереүҙең ни ҡиммәте, тыйнаҡ тантанала егет яғынан шаһит (халыҡ телендә – кейәү үңгәре) булып ут-һыуҙарҙы кискән яугир, Советтар Союзы Геройы, партияның район комитетының икенсе секретары Ғиләжетдинов сығыш яһай. Өйҙә туғандары йәштәрҙе ул дәүерҙәге иң ниғмәтле ризыҡ – билмән менән ҡаршылай.
“Атайым Ғәҙел Ильясов Танып буйы башҡорто ине. Бөтә булмышы менән коммунист булды һәм яуаплы урындарҙа эшләне. 1943 йылда яраланып, Свердловск госпиталендә дауаланғандан һуң фронтҡа ҡабат ебәрмәнеләр. Бәлки, табиптарға сикһеҙ рәхмәте һәм ихтирамынандыр ҙа, киләсәгемде шул һөнәр менән бәйләргә өгөтләне. Ә мин хыялымда үҙемде журналист итеп күреп, Ҡазан дәүләт университетына уҡырға барырға уйлағайным. Йыраҡҡа китмә, Өфөлә ҡал, тип тә хәйләләп, яҙмышымды барыбер үҙе тоҫмаллаған һуҡмаҡҡа борҙо. Һис үкенмәйем: кешеләргә байтаҡ изгелек ҡылдым”.
1952 йылдың 1 авгусында Өфө медицина институтын яңы тамамлаған ҡыҙҙы район санэпидемстанцияһының баш врачы итеп тәғәйенләйҙәр. Һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире йәйге ялға киткәс, уның мисәтен дә йәш белгестең ҡулына тоттороп ҡуялар. Көтмәгәндә, бер ауылда ҡорһаҡ тифы тарала. Ауырыуҙарҙы дауаханаға һалырға мәжбүр булалар. Шунда уҡ балалар ята. Шөкөр, хеҙмәт юлын башлап ҡына торған табибә афәттең таралыуына юл ҡуймай.
Йәшлек ҡанаттарында ер өҫтөнән осоп йөрөгән һылыуҡайҙы бик тиҙҙән беренсе мөхәббәттең онотолмаҫ кисерештәре солғап ала. Ауыл хужалығы институтын тамамлаған һылыу егетте юллама менән Борайға ебәрәләр. Өҫтәүенә үҙе бик уңған да икән. Эсендә сер ятҡырмаҫ фатир хужаһы уның нисек утын ярғанын, ихаталағы ҡоймаларҙы йүнәткәнен, хатта итек тә тегә белеүен көллө халыҡҡа һөйөнсөләй. Үҙенә уҡталған сибәрҙәргә, бәлки, ҡараш һалғандыр, әммә күңелен тик берәүгә – етди табибәгә һала. Ғүмерлеккә.
“Өфөлә саҡта уҡ ғашиҡ инем, тип алдаштырыуы етмәгән, минән бер йәшкә кесе икәнлеген дә йәшереп йөрөгән. Бындай ғына шуҡлыҡтарын ғәфү иттем инде”, – ти Рима апай. Көлә-көлә йәшлектәрен хәтерләгәндә, икеһе лә күпкә йәшерәк һәм матур күренә. “Йә, Хоҙай, күҙ генә теймәһен”, – тип уйлайым, һөйөүҙең сәскә кеүек нәфис икәнен хәтеремә төшөрөп. Әйтерһең дә, минең алдымда сал сәсле ветерандар түгел, яңы ғына йәрәшелгән кейәү менән кәләш ултыра. Ә бит уларҙы яҙмыш аяған. Юҡ, үҙҙәре яҙмыштан да көслөрәк була белгән. Бер ҡасан да көнләшеү менән үҙҙәрен кәмһетмәгәндәр, сөнки яратҡан кешеңә үҙеңә ҡарағанда ла нығыраҡ ышанаһың. Ҡайһы бер ғаиләләрҙе еңел генә ҡаҡшатыусы һынауҙарҙы, иңгә-иң терәп, лайыҡлы үткәндәр. Ҡыйынлыҡтар бер-береһен тағы ла ҡәҙерлерәк иткән, тәбиғәттән бирелгән йөрәк һиҙгерлегенә аҡыл өҫтәгән. Былар бөтәһе лә күңел юғарылығынан да киләлер. Шундай уҡ эскерһеҙ тоғролоҡ менән Ватанды һөйгәндәр.
Ғәфүрйән Фәтхинур улы 24 кенә йәшендә партия Өлкә Комитеты ағзаһы итеп һайлана. Дүрт саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты була. 21 йыл партияның Балтас район комитетының беренсе секретары вазифаһын биләй. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике “Почет Билдәһе” ордендары кавалеры. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Балтас районының почетлы гражданы.
“Бәләкәй генә Фәтхуллин килә тип, дер ҡалтырап торҙолар”, – тип шаяртып хәтерләй ул етәксе саҡтарын. Асылда, ғәҙеллеге, талапсанлығы өсөн балтастар уны әлегәсә сикһеҙ хөрмәт итә. Көндәлек күренештәрҙе еңел генә шиғыр юлдарына әйләндереүсе Ғәфүрйән Фәтхинур улы яланда үткән мәлдәрен дә рифмалап иҫкә төшөрҙө:
“Ғүмерем буйы бойҙай баҫыуҙарын
Арҡыры-буй тапаным.
Иген үҫтереүҙән башҡа
Изге эште бүтән тапманым”.
“Һәр дәүер әҙәм балаһына үҙенсә һынау ҡуя. Һуғыш беҙҙе иртә сыныҡтырҙы. Ун бер йәшемдә күндән тәпешкә, итек тегеп, бәләкәй туғандарымдың тамағын туйҙырҙым. Баҙарға килгән аттарҙың ҡойроғон ҡырҡып, фронттағы кавалерия дивизияларына щетка яһап ебәрә торғайныҡ. Был хеҙмәтемде миҙал менән баһаланылар.
Урта мәктәпте 18 уҡыусы тамамлағайныҡ, 9-ы фән кандидаты булды. Тиҫтерҙәремдәге рух ныҡлығы, ихтыяр көсө үҫмер саҡтан ил яҙмышын иңдәребеҙгә алыу менән дә аңлатылалыр.
90-сы йылдар башында үҙем етәкләгән сорттарҙы һынау тәжрибә участкаһы игенен утатыр өсөн 85 өйгә инеп сыҡтым. Ике генә ғаилә балаларын эшкә ебәрергә ризалашты. Һуңынан сәй эсерермен тип, бер ҡап кәнфит, печенье ла алғайным. Көтөлмәгән хәл, дөрөҫөн әйткәндә, тетрәндерҙе”. Хеҙмәттән йәм, тәм табып, унда төп йәшәү мәғәнәһен күргән быуынды әлеге йәмғиәтебеҙгә хас зәғиф күренештәр хәүефләндермәй ҡалмай, әлбиттә. Иң тәүҙә үҙеңдең намыҫың алдында йөҙөң яҡты булыу мөһимлеген аңлатыу бөгөн ауырғараҡ төшә. Ә бит Ғәфүрйән Фәтхинур улы өсөн был инаныу һулар һауа кеүек тәбиғи.
– Ҡыҙҙарыбыҙ: “Атайыбыҙ ҡайҙа эшләй?” – тип һораһа, агроном, тип кенә яуаплай торғайным, – тип иптәшенең һүҙен йөпләй Рима Ғәҙел ҡыҙы. – Тормошта ғына түгел, биләгән вазифаңда ла эске йүнәлеш булыуы бик мөһим. Көндәлек эшмәкәрлегең менән рухи донъяң бүленмәгәндә генә йәндә камиллыҡ һаҡлана. Етәкселек – иң тәүҙә оло яуаплылыҡ, бурыстарыңды лайыҡлы үтәү. Танышлыҡ менән, бүләк йә күстәнәс аша мәсьәләләрҙе хәл итергә теләүселәрҙе ул тупһанан кире борҙо. Мин уны ошо баһалап бөткөһөҙ сифаттары өсөн яраттым.
Ҡатын-ҡыҙ, балаларыбыҙҙың әсәһе, ейәнсәремә һәм ейәндәремә, бүләсәремә өләсәй булараҡ, ғаиләләге һәйбәтлегенә айырыуса рәхмәтлемен. Ҡырға сығып китһә (яҙлы-көҙлө баҫыуҙарҙы айҡамаған көнө юҡ ине), сәскәһеҙ ҡайтманы. Өйкөм-өйкөм үҫкән күгәрсен күҙҙәрен, аҡ умырзаяларҙы күрһәтергә айырым алып барҙы. Үҙе һоҡланыу ҡыуанысын кисерә белгәнгә был тойғоно яҡындарына ла татытҡыһы килгәндер. Шундай нескә, иғтибарлы кешене нисек ихтирам итмәйһең! Бармаҡтарым ауыртҡанда, һыйыр ҙа һауҙы. Йәш саҡта хатта туҡмасын да йәйҙе, кәрәкһә. Донъя йөгөн шулай бергәләп тартаһың инде. Әсәһенең: “Кеше балаһын рәнйетмә”, – тигән кәңәшенән һис тайпылманы.
“Һәр сабыйымды ауырлыҡ менән таптым, икенсе бәпесебеҙ – улыбыҙ, биш кенә сәғәт йәшәп, донъя менән хушлашты, үҙем саҡ тере ҡалдым, – тип серҙәре менән дә бүлешеп алды Рима апай. – Ауырлы көйөмә йөклө ҡатындарҙы ҡотҡарыуым да бөгөнгөләй иҫемдә. Институттан һаҡланған дәреслекте тәҙрә төбөнә һалып, бер әсбапҡа, бер ауырыуға йүгерә-йүгерә, акушер-гинеколог вазифаһын атҡарырға ла тура килде. Беҙ йәш саҡта ысын мәғәнәһендә киң яҡлы белемгә эйә табиптар инек, шарттар үҙе мәжбүр итте.
Ғүмеремдә берәүҙән дә көнләшмәнем. Ғөмүмән, үҙеңде кеше менән сағыштырыу кәрәкмәйҙер. “Нисек була алыр инем, ә әле ниндәй кимәлдәмен”, – тип, мөмкинлектәреңде барлап, үҫешкә ынтылыу күпкә һөҙөмтәлерәк. Бүтәндәрҙең уңышына ымһыныуҙан ни мәғәнә, улар барыбер һинекенә әйләнмәй. Шулай уҡ берәүгә лә күңеленә ауыр алырлыҡ һүҙ әйтмәнем. Үҙемде йәберләргә маташыусыларға ла өндәшмәнем. Был сифатым – әсәйемдән”. Рима Ғәҙел ҡыҙының оло аҡылына хайран ҡалып, бәхеттең юҡҡа ғына бирелмәүенә инанам. Башҡортостандың атҡаҙанған врачы тигән исем дә уның хеҙмәт юлын лайыҡлы биҙәй.
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовтың һөйөклө ҡатыны Гөлшат ханым бына ошондай күркәм ғаиләлә үҫә. Уҡыу уға еңел бирелә. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай.
Ҡыҙҙар бәләкәйҙән үҙаллылыҡ менән айырыла. Ҡул араһына инеү менән, эшкә мөкиббән ата-әсәләре ҡайтыуға өйҙө йыйыштырып, ашарға бешереп ҡуялар. Һөнәре буйынса биолог Эмма Фәтхуллина медицина өлкәһендә үҙе өсөн ҡыҙыҡлы йүнәлеш тапҡан.
– Баш бала булараҡ, Эммабыҙ бәләкәйҙән йорт мәшәҡәттәре өсөн үҙен яуаплы тойҙо. Гөлшатыбыҙ атаһын бигерәк ярата, улар төҫкә лә оҡшаш. Атайҙарының талапсанлығын гел дөрөҫ аңланылар. Һис бер ҡыйынлыҡ тыуҙырманылар. Ҡыҙҙарыбыҙ – күҙ һәм күңел нурҙарыбыҙ, – ти Рима Ғәҙел ҡыҙы.
Ошолай күңелле генә һөйләшеп ултырғанда, ҡаршылағы ғына йортта ҡоҙағыйҙары Рәйсә Синиәтулла ҡыҙы, Президентыбыҙ Рөстәм Зәки улының ҡәҙерле әсәһе, йәшәүе асыҡланды.
“Зәки балалыҡ дуҫым, синыфташым ине. Уның кеүек һәр яҡлап маһир кеше йөҙ йылға бер тыуалыр. Ғалим да, гармунсы ла. Башҡорт дәүләт аграр университетында механика кафедраһы мөдире булды.
Уларҙың иҫ китмәле татыу, һоҡланғыс ғаиләһендә һәммәһе лә һәләтле, егәрле балалар үҫте. Табынға ултырһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй торғайны. Иң өлкәндәре Әфҡәт – Санкт-Петербургта хәрби врач, госпиталь начальнигы вазифаһын башҡарҙы, Әҙип Өфөнөң автомобиль юлдары техникумында физиканан уҡытты, Нәҡип – летчик, Фәүзи – хәрби летчик, Фәдис – иҫәпләү техникаһы буйынса инженер. Берҙән-бер ҡыҙҙары сибәр Мөкәрәмә генә сабыйын тапҡанда имгәнеп, һуҡырайҙы. Әммә буш ултырмаҫ ине, баҡсала бәрәңге утап күмгәнен һоҡланып күҙәтеүем хәтеремдә. Алты егеттең береһенән-береһе уңған, күркәм холоҡло кәләштәре араһында ла Рәйсә ҡоҙағыйыбыҙ кешеләргә миһырбанлы мөнәсәбәте менән айырылып торҙо, ауыр саҡтарҙа икеләнмәй таянырлыҡ көслө шәхес ул. Ғүмере буйы мәктәптә математиканан уҡытты”, – тип аңлатма бирҙе Ғәфүрйән Фәтхинур улы.
Рөстәм Зәки улының әсәһенең дә, Гөлшат Ғәфүрйән ҡыҙының ата-әсәһенең дә йорттары ябай ғына, әммә аңлашылмаҫ йылылыҡ бөркөп, саҡырып торғандай. Булмыштарында ла тамсы мин-минлек юҡ: һәр нәмәлә сама белеү, аҡыллы баҫалҡылыҡ һоҡландыра.
Беҙ ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ҡояш шундай алсаҡ – яҙ еткәнме ни... Ап-аҡ ҡарҙа уның нурҙары ҡабыҙған йондоҙҙар емелдәй. Тәбиғәт һәр мәлендә лә гүзәл. Рима Ғәҙел ҡыҙы менән Ғәфүрйән Фәтхинур улының ғүмер миҙгелдәре лә тәбиғәт кеүек камиллығы менән хайран итә. Бары тик ысын ир-егеттәр генә ҡатындарына: “Баш эйәм алдарыңда”, – тип әйтә алалыр.
Йомабикә ИЛЬЯСОВА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.
Балтас районы.

Теги: