Ҡунаҡ көтә Өфөбөҙ

Ҡунаҡ көтә Өфөбөҙ
Тәбиғәт быйыл ҡыштың айырыуса матурын – аҡ бурандарға, һырылып яуған ҡарҙарға мулын бүләк итте: Өфөбөҙгә башҡорт ҡышын күрергә алыҫ ҡитғаларҙан ҡунаҡтар килерен белгән, тиерһең. Эйе, мәркәзебеҙ ҙур ваҡиғаға әҙерләнә: тиҙҙән республикабыҙҙа VI Халыҡ-ара балалар уйындары башланасаҡ. 26 февралдән 3 мартҡа тиклем Рәсәйҙең 30 ҡалаһынан һәм 19 илдән килгән меңгә яҡын бала Башҡортостанда ҡышҡы уйындарҙа ярышасаҡ. Ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе малайҙар һәм ҡыҙҙар кинәнес алып, миҙгел уйындарында уйнар, рәхәтләнеп аралашыр, яңы дуҫтар табып, үҙҙәре өсөн яңы донъялар асыр өсөн йыйыла.
Ни өсөн Башҡортостан өсөн генә түгел, Бөтә Рәсәй өсөн әһәмиәтле сараны үткәреү урыны итеп тап Өфөбөҙ һайланды икән? Ошо һорау менән VI Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһы рәйесе Сергей Александрович Степановҡа мөрәжәғәт иттек.
Ҡунаҡ көтә Өфөбөҙ
–Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар комитеты Өфөнө был ярыштар өсөн бар яҡлап та ҡулай, донъя талаптарына тура килеүсе ҡала тип тапты. Беренсенән, баш ҡалабыҙ ултырған ере менән отошло – килеп етеү өсөн уңайлы ерҙә урынлашҡан, был иһә күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү мөм­кинлеген бирә. Ҡунаҡтарға, мәҫәлән, Владивостокка йәки Калининградҡа барыу күпкә ҡатмарлыраҡ булыр ине. Икенсенән, тәбиғәт шарттары уңай, беҙҙәге ҡыш тап шул уйындар өсөн, тиерһең. Өсөнсөнән, Өфө илебеҙҙә генә түгел, донъяла юғары ҡаҙанышлы спортты үҫтереү үҙәге булараҡ билдәле, спортсыларыбыҙ ҙур халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеү яулайҙар. Һәм, әлбиттә, балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтермәгәндә, был мөмкин булмаҫ ине.
Бынан тыш, Башҡортостан, бер нисә йыл рәттән абруйлы халыҡ-ара ярыштар ойоштороп, бай тәжрибә туплап өлгөрҙө. Миҫал өсөн донъя кимәлендәге ярыштарҙан 2006 йылда, шулай уҡ 2012-лә уҙғарылған йәйге биатлон буйынса чемпионатты, 2007 йылда уҙған билбау көрәшен, 2009 йылда боҙҙағы мотоуҙыштар буйынса беренселекте, йәштәр хоккей командаларының күптән түгел генә булған чемпионатын атап үтергә мөмкин.
Былтыр Көньяҡ Кореяла ойошторолған Халыҡ-ара балалар уйындарында йәш спортсыларыбыҙ, тхэквондо буйынса ярышта яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, дүрт миҙал яуланы. Унда вәкилдәребеҙ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов етәкселегендә барғайны. Алтынсы Ҡышҡы уйындарҙы беҙҙә үткәреү тураһында тәҡ­димебеҙ һәм был хаҡтағы видеояҙмабыҙ алҡыштар менән ҡаршы алынды һәм ҙур хуплау тапты.
– Йәш спортсылар ниндәй ярыш төрҙәрендә көс һынашасаҡ?
– “Өфө-арена” ны һәм Спорт һа­райын хоккей, шорт-трек, фигуралы шыуыу буйынса ярыштар өсөн әҙер­ләһәк, “Олимпик-парк” тау саңғыһы үҙәгендә – тау саңғыһы, сноуборд, “Биатлон” спорт комплексында ҡыш­ҡы спорт ориентирлашыуы, саң­ғы ярыштары уҙғарыу күҙаллана.
– Уйындар алдынан башҡарыл­ған әҙерлек эштәре хаҡында һөй­ләп үтһәгеҙсе.
– Әлбиттә, юғары кимәлдәге был уйындарҙы уҙғарыу республикабыҙ өсөн оло мәртәбә лә, яуаплылыҡ та. Шуға күрә ифрат ҙур әҙерлек эштәре алып барылды. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыусы ҡалабыҙҙы төҙөк­ләндереүгә айырыуса иғтибар бирелде, урамдар киңәйтелде, юлдар яҡшыртылды, ҡунаҡханалар күр­кәмләндерелде, уларҙа эшләү­селәрҙең һөнәри оҫталығы камиллаштырылды.
Ярыштар үтәсәк спорт һарайҙары, комплекстар тейешле кимәлгә килтерелеп яңыртылды, спорт йыһаздары һатып алынды. Был тиклем дә етди сығымдарҙы күтәреүсе төп ба­ғыусыбыҙ – “Газпром” акционерҙар йәмғиәте. Һәм, әлбиттә, Рәсәй Спорт федерацияһы, Рәсәй Спорт министрлығы, балалар спортын үҫтереүгә, ғөмүмән, йәш быуындың ки­ләсәгенә битараф булмаған шәхси ойошмалар ҙур ярҙам күрһәтте. Ярыштар үтер ҙә китер, ҡунаҡтар таралыр, ә ошо ғәйәт мөһим сара алдынан камиллаштырылған комплекстарҙан артабан республика халҡы файҙаланыр.
– Ярыштар сиктәрендә тәү тапҡыр балалар араһында “Ҙур уйын” уҙғарылыуы билдәле. Шул хаҡта ла һөйлєһәгеҙ ине.
– 25 ноябрҙә башланып, 3 мартта тамамланасаҡ марафонда Өфө ҡа­лаһы мәктәптәре һәм Халыҡ-ара уйындарға киләсәк командалар ҡатнаша. Был – үҙенә күрә яңылыҡ булып тора. Һәр мәктәпкә билдәле бер ко­манда беркетелгән. Балалар бергә­ләшеп спорт темаһына ижади конкурстарҙа ҡатнаша, зирәклектәрен, тапҡырлыҡтарын, мәғлүмәтлелектә­рен күрһәтә. Улар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән үҙ-ара яҡындан аралаша, дуҫлыҡ ептәрен нығыта. Аҙаҡтан еңеүселәр­ҙе бүләкләү буласаҡ.
Ғөмүмән, йәш спортсылар һәм көйәрмәндәр өсөн, ярыштарҙан тыш, бай мәҙәни программа әҙерләнгән. Шулай уҡ спортсы малайҙар һәм ҡыҙҙар “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фонды менән берлектә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән осрашасаҡ. Уларға бүләктәр, спорт кәрәк-яраҡтары әҙерләп ҡуйылған.
– Балалар менән бергә улар йәшәгән ҡалаларҙың юғарғы етәк­се­ләре лә киләсәген беләбеҙ.
– Эйе, был Башҡортостан менән башҡа илдәр араһында яңы эшлекле бәйләнештәр булдырырға ярҙам итер, тип уйлайбыҙ. Иҡтисадта, баш­ҡа өлкәләрҙә уларҙы йәлеп итер ҡаҙаныштарыбыҙ байтаҡ. Сараның рәсми булмаған өлөшөндә ҡыҙыҡһы­ныусы яҡтар араһында эшлекле һөй­ләшеүҙәр булыр, файҙалы килешеү­ҙәр төҙөлөр, тип күҙаллайбыҙ.
Беҙ Халыҡ-ара уйындарҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙ оҫталыҡ­тарын һәм еңеүгә ихтыярын, рух көсөн бөтә тулылығында күрһәтә алыр, башҡорт ҡунаҡсыллығын, баш ҡалабыҙҙың матурлығын, халҡыбыҙҙың ихласлығын, спорт ҡоролмаларының уңайлылығын баһалар, тип µмµтлә­нәбеҙ.
– Һис шикһеҙ, Халыҡ-ара уйындар республиканың спорт йылъ­яҙмаһына яңы бит булып яҙыласаҡ...
– Әлбиттә. Һәм йылъяҙмаға инер ул бит бик бай йөкмәткеле буласаҡ, балалар һәм үҫмерҙәр спорты, ғө­мүмән, спорт үҫешенә тағы бер ҙур этәргес бирәсәк һәм көйәрмәндәргә онотолмаҫ сағыу миҙгелдәр бүләк итәсәк. Ә беҙҙең тәжрибә һәм әҙерлек кимәле Уйындарҙы иң юғары кимәлдә үткәрергә булышлыҡ итеренә ышанабыҙ.

Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook