Донъяны изгелек ҡотҡарыр
“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, әгәр ул изге булһа”, – тигән билдәле рус әҙибе. Ләкин ни эшләптер был ҡанатлы һөйләмдең аҙағы төшөрөп ҡалдырылып, телебеҙгә тәүге өлөшө генә ингән. Республикабыҙҙағы “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондында иһә уны үҙгәртә биреп: “Изгелек донъяны ҡотҡарыр”, – тип әйтергә яраталар. Фондтың изге эштәре хаҡында беҙ яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был һанда “Мәрхәмәт” ярҙамы менән үҙенең тәүге аҙымдарын яһарға йыйынған тағы бер бала – Өфө ҡалаһында йәшәүсе Макар Корюковтың яҙмышы менән таныштырабыҙ.
Макар кисә ныҡлап шыуышырға өйрәнгән – ғаиләлә был ҙур байрам. Малайҙы ата-әсәһе видеоға төшөрөп, шатлыҡтарын дуҫтары, туғандары менән уртаҡлашыр өсөн яҙманы шул көндә үк «В Контакте» селтәренә ҡуя һалған. Сәләмәт бала был һөнәрҙе, ҡағиҙә булараҡ, биш-ете айҙа үҙләштерһә, улдарының уға йәш ярымда эйә булыуы ла Елена менән Виталий өсөн – оло бәхет. Сөнки Макарҙың кескенә алға китешен дә оло ҡаҙаныш, еңеү тип ҡабул итәләр.
...Мең яфалар менән, табиптар ҡарынын ярып донъяға килтергән бәпескенәһен тәүге күреүе бөгөнгөләй ап-асыҡ: күм төҫтәге сабыйы йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеген күрһәтеүсе ҡорамалға тоташтырылған, ҡан тамырҙарына көпшәләрҙән тып-тып дарыу тама, аяҡ бармаҡтары күп анализ алыуҙан тишкеләнеп бөткән – сыҡмаған йәне генә бар. Ләкин был кескенә йән эйәһе шул тиклем йәшәргә теләй, тормошҡа йәбешеп ята! “Минең батыр улым, ҡаһарманғынам... Иҫән генә ҡалһаңсы!..” – тип бышылдай әсә күҙ йәштәре аша...
... “Ни эшләп был ҡайғы минең ғаиләмә килгән?”, “Ни өсөн Хоҙай мине былай яфалай?” – тигән һорауҙарҙы ул үҙенә ҡысҡырып түгел, эсенән дә биргәне юҡ. Сөнки белә: бындай ауыр уйҙар сөңгөлгә һөйрәй, зыяндан башҡа бер ни ҙә килтермәй, яңылыш йүнәлеш бирә. Ә уның көсөнөң һәр мыҫҡалы улын һауыҡтырыу өсөн кәрәк.
Юғары белемле иҡтисадсы Елена, эшен ҡалдырып, үҙен тулыһынса сабыйына арнаған. Бөгөн улының ауырыуҙары буйынса (балалар церебраль фалижы, тетрапарез, ∆ҫеш тотҡарлығы, к∆ҙ нервыларының өлөшләтә үлеүе, умыртҡа һөйәге тотороҡһоҙлоғо һ.б.) уны тәжрибәле белгес тип атарға мөмкин. Ошо ваҡыт эсендә Лена уҡып сыҡҡан китаптарҙы даналап түгел, центнерлап үлсәргә мөмкиндер, ә интернеттан алған мәғлүмәттән ҡайһы берҙә үҙемдең дә башым тубалға әйләнгәндәй тойола, ти ул.
“Церебраль фалиж диагнозы ҡуйылған балалар өсөн ваҡыт – иң ҙур дошман. Сөнки сабый үҫкән һайын, дауалау һөҙөмтәһе кәмей. Шуға күрә өс йәшкә тиклем бар форсатты – булғанын да, булмағанын да файҙаланып ҡалырға кәрәк”, – ти әсә. Ул традицион медицинаны, табиптар кәңәштәрен инҡар итмәй, даими рәүештә уларға күренеп, яҙған дауаларын алып торалар. Ләкин баланы әсәнән дә нығыраҡ тойған кеше юҡ. Улына диагноз ҡуйылғас та балалары шундай уҡ сиргә тарыған ата-әсәләр менән таныша, аралаша башлай. Баҡһаң, улар социаль селтәрҙәрҙә тотош йәмғиәттәр ойоштороп, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашалар, уртаҡ ҡайғы берләштергән был кешеләр бер-береһенә терәк булып, көндәлек шатлыҡтары, көйөнөстәре менән бүлешәләр икән.
“Улымдың сирен дауалағанда әле бер, әле икенсе алым килешеүе ихтимал. Ләкин ул алымдарҙы баламда һынай-һынай ҡәҙерле ваҡытты уҙғарып ебәреүем мөмкин. Минең бындай һынауҙарға хаҡым юҡ!” – ти ул. Был юлдарҙы уҡыған бер табип та, “үҙенә табип ролен алған” тип, әсәгә таш атырға баҙнат итмәҫтер. Лена, ваҡытты әрәм итмәйенсә, балаларын тулыһынса һауыҡтырыуға өлгәшкән меңдәрсә ата-әсәнең тәжрибәһе – баһалап бөткөһөҙ хазина, тип иҫәпләй. Ә уларҙың күбеһе сабыйҙарын Ҡытайға алып барып дауалаған. “Велосипед уйлап сығарыу айы түгел, көнө ҡәҙерле балам алдында енәйәткә тиң булыр ине”, – ти ҡытай медицинаһының улындағы һымаҡ сирҙәрҙе нисек һөҙөмтәле дауалауын өйрәнгән әсә. Ҡытайҙа быуаттар буйы туплаған энә менән, үләндәр, һылау-һыйпау, махсус күнекмәләр ярҙамында сихәтләндереүҙең мөғжизәгә тиң һөҙөмтә биреүен унда сәләмәтләнеү бәхетенә ирешкән балалар миҫалында ла күрә. Һәм ундағы табиптарҙың Макарға атлап китергә мотлаҡ ярҙам итәсәгенә тамсы ла шикләнмәй. “Энә менән дауалау сабыйҙарҙың сирҙән тартышҡан аяҡ-ҡулдарын яҙып ебәреп, хәрәкәтләнеп китергә булышлыҡ итһә, үлән төнәтмәләре, тылсымлы рәүештә йоғонто яһап, уларҙың зиһенен, күңелен үҫтерә. Балалар күҙ алдында үҙгәреп, үҫешә, хатта, ата-әсәләрен аптыратып, табиптар ыңғайына ҡытайса һөйләшә башлай икән”, – ти Лена.
Корюковтарҙы Гуадон провинцияһының Фошань ҡалаһындағы Наньхай клиникаһында (уның тотош бер бүлеге балаларҙа церебраль фалижды дауалауҙа махсуслашҡан) апрель айында көтәләр. Тик маршрут таксийы йөрөтөүсе ғаилә башлығының бөтә тапҡаны әлегә арендаға алынған фатирға, буласаҡ йорттары өсөн ипотека түләүҙәренә, көндәлек сығымдарға китеп тора.
“Улым, кисер, беҙ һине бер нисек тә аяҡҡа баҫтыра алманыҡ: ярлы булдыҡ, аҡсабыҙ етмәне”. Үҫеп еткәс, уҡып йөрөгән, һөнәр алған, өйләнеп, ғаилә ҡорған тиҫтерҙәренә ҡарап, үҙен донъялағы иң бәхетһеҙ кеше итеп тойған улымдың күҙҙәренә ҡарап мин шулай тип әйтергә тейеш буламмы?!” – был уйҙар менән әсә һис кенә лә килешә алмай һәм, уңайһыҙланыуын ситкә ҡуйып, балаһын дауалау өсөн аҡса тупларға тотона.
“Беҙгә ярҙам ҡулы һуҙған “Мәрхәмәт”тең попечителдәр советы етәксеһе Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы Хәмитоваға, шулай уҡ президенты Айгөл Рәшит ҡыҙы Гәрәеваға рәхмәтебеҙ сикһеҙ”, – тип уртаҡлаша Лена үҙенең «В Контакте»лағы битендә. Шәмдең, ялҡынын биреп, башҡа шәмдәрҙе тоҡандырыуынан яҡтыһы кәмемәгән кеүек, миһырбанлыҡ, изгелек өләшеүҙән дә йөрәгебеҙ йылыһы кәмемәй. Һыҙланыуҙарын еңеп, тыңзлауһыҙ аяҡ-ҡулдарын буйһондороп, тәүге аҙымдарын атларға ынтылған батыр егет Макарға ярҙам итергә теләүселәр Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 104 адресы буйынса “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондына мөрәжәғәт итә ала.
Тел. (347- 246-43-18).
e-mail [email protected]
сайт: fond-marhamat.ru
Реквизиттар:
Благотворительный образовательный фонд “Мархамат”
450006, Республика Башкортостан, г. Уфа, ул. Цюрупы, 104
ОГРН 1100200003584 ИНН 0274990303, КПП 027801001
Расчетный счет 40703810800000000021 в ООО “ПромТрансБанк”
Корр./счет 30101810000000000846
БИК 048073846
ИНН банка 0274045684
КПП банка 027801001
Наименование платежа: благотворительное пожертвование для Корюкова Макара.
Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Теги: