Африка сәхифәләре

Африка сәхифәләреАфрикаға сәйәхәтемдең һуңғы аҙнаһы ине инде. Бер көндө иртәнсәк дуҫым Анне-Мари: «Мин һиңә, русса һөйләшкән кешеләрҙе табам, тигәйнем. Барыбер таптым, – тине. – Беҙ хәҙер сабыйҙар йортона барабыҙ. Унда Белоруссиянан килгән ике ҡатын эшләй».
Буркина-Фасоның баш ҡалаһы Уагадугуҙа француздар сиркәү, дауахана, колледж, ташландыҡ балалар өсөн приюттан торған махсус мәрхәмәт үҙәге төҙөгән. Бейек-бейек ағастар, сәскәле ҡыуаҡтар араһында урынлашҡан матур ғына бинаға килеп индек. Бер аҙ барғас та, тәҙрә янында бәләкәс кенә ҡап-ҡара баланы һаҡ ҡына күкрәгенә ҡыҫып, имеҙлекле шешәнән ашатып ултырған йәш ҡыҙға күҙем төштө. Эргә-тирәләге ҡап-ҡара тәнлеләргә күнеккәс, был ап-аҡ йөҙлө һылыуға иғтибар итмәй мөмкин түгел. Руссалап:
– Һаумыһығыҙ, – тип өндәшеүемә һиҫкәнеп, аптырап китте. Ҡыуанысының сиге булманы. Алыҫта-алыҫта ватандашыңды осратһаң (нисек кенә әйтмә, беҙ бер үк Советтар Союзынан, хатта ул элекке булһа ла), туғаныңды күргәндәй булаһың.
– Килгәнебеҙгә – ике ай, ә мин Элланан башҡа бер кем менән дә русса һөйләшкәнем юҡ, – ти Лидия. Ул был илдә рәсми тел һаналған француз телен әле бында килгәс кенә өйрәнә башлаған.
Бына эргәбеҙгә, йылмайып, тулы ғына кәүҙәле ап-аҡ йөҙлө, бешкән арыш төҫөндәге сәсле мөләйем ҡатын килеп баҫты. Донъяның бөтөн мохтаждарын туйҙырыр, ауырыуҙарын шифалар, етемдәрен йылытырҙай йылылыҡ, ниндәйҙер наҙлы һөйкөм­лөлөк уның бөтөн булмышынан һирпелеп тора, күҙҙәренән нур булып аѓы­ла. Был – Элла. Артабан иғтибар иттем: был мәрхәмәтле ҡатындың йәлләүе – түбәнһенкес, хәстәре хәсрәтле түгел. Ниндәй генә хәлдә лә, ыңғай яғын табырға, күңелде күтәрергә, рәхәтләнеп көлдөрөргә генә тора ул. Ысын күңелдән Аллаға бирелгән, иман­ға тетрәнеүле эҙләнеүҙәр аша килгән кеше булараҡ, Хаҡ Тәғәлә яратҡан был донъяға йәмрәйеп бағыу гөнаһ күренә шикелле уға. Ысынлап шулай. Беларустың Солигорск ҡала­һы ҡыҙ­ҙары Лидия Грицкевич менән Элла Зыкова эргәһендә мин биш көнгә яҡын торҙом һәм уларҙың шифалы яҡ­шылығын үҙем дә рәхәтләнеп татыным.
Элла Буркина-Фасоға былтыр килеп, алты ай буйы эшләп ҡайтҡан. Ғайса мәсихтең шәфҡәтен беҙ үҙе­беҙҙең эшебеҙ аша күрһәтергә тейешбеҙ, тигән изге маҡсат менән быйыл дуҫы Лидияны ла алып килгән. Әле йәш кенә булһа ла, Лидияға ла ниндәйҙер бер эске, тәрән, мәрхәмәтле ғәҙеллек һәм һоҡланғыс рухи паҡлыҡ хас. Ул – белеме буйынса шәфҡәт туташы. Ә Элла тәүҙә француз теле уҡытыусыһы булып эшләгән, унан социаль педагог булған.
Улар бында Беларусь Республи­каһы­ның миссионерлыҡ комитеты һәм үҙҙәренең сиркәүе биргән аҡсаға ярлы ғаиләләргә аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы ойошторғандар, мохтаж балаларҙың уҡыуы өсөн түләйҙәр, ауылдарға медиктар бригадаһы алып сығалар. Табиптар ярҙамын ойоштороу ете йөҙ евро тора икән.
Африка сәхифәләре
Шундай бер сәфәре тураһында Элла былай тип һөйләй:
«Балсыҡтан арлы-бирле һуғылған беҙҙәге мунсанан да бәләкәсерәк, ер иҙәнле өйҙәр. Шуларҙың береһендә әсә кеше биш балаһы менән йәшәй. Буркина-Фасо халҡының 40 проценты мосолман динен тота. Шуға күрә йыш ҡына ир кешенең дүртәр ҡатыны бар. Һәр ҡа­тынынан өс-дүрт бала. Тимәк, һәр ҡатыны һәм уның балалары өсөн бәләкәй ге­нә өй ишараты. Унда бер ниндәй ҙә йыһаз юҡ. Ер иҙәнгә ятып йоҡлайҙар. Атай кешенең өйө генә ҙурыраҡ, һәм унда карауат бар. Көнөнә ике тапҡыр, төрлө ағас япраҡтарынан эшләнгән соусҡа ҡу­шып, сарго ашайҙар. Дөгө – байрам ашы. Ит бик ҙур байрамдарҙа ғына эләгә.
Беҙҙең менән күҙ табибы, теш табибы, ике шәфҡәт туташы барҙы. Бушлай дарыу тараттылар. Күҙҙәрен тикшереп, дарыу һалдылар, теш һур­ҙылар. Бала-саға, йәштәр, йәш ҡатындар күп. Ҡарттар аҙ, сөнки насар тормош шарттарынан кеше иртә үлә, илле бишкә еткәндәр һирәк. Алтмыш-етмешкә еткән ҡарттар ҙа осрай, тик улар бик аҙ».
Был изгелекле йән эйәләрендәге эшлекле мәрхәмәткә һоҡланып бөтә алманым. Хәйерселек, ауырыу, хәсрәт, етемлек бәндә балаларын матурламай. Әммә уларҙа бер ниндәй эске сикәнеү юҡ, хатта үҙҙәре хаҡында ла онотоп, ярҙамға ташланырға әҙерҙәр. Бер көндө урам буйлап киләбеҙ. Юл ситендә ҡарарға имәнес хәйерсе ултыра, ҡарашы хыялыйҙыҡы һымаҡ. Ә Элла, хәйерен һоноп, туп-тура уға табан йүнәлә.
– Мин уға Иисустың уны ярат­ҡанын әйтергә тейешмен.
«Беҙ Раббыны үҙебеҙ­ҙең эштәре­беҙ аша асырға тейешбеҙ», – ти улар.
Хәйер, мин алғараҡ киттем. Әле беҙ приюттабыҙ. Бына балаларҙың барыһын да ашатып, йоҡларға һал­дылар. Шунан миңә приютты күрһә­теп сыҡтылар. Заманса йыһазланды­рылған, матур, таҙа бүлмәләр. Барыһы ла етеш. Приютҡа аҡсалата, кейем-һалым, хатта ҡул ярҙамы ла күрһәтергә теләүселәр күп. Бына бөгөн дә алтмыш йәштәр тирәһендәге ике француз ҡатыны ҙурыраҡ балаларҙы тыштағы манежда уйната. Улар Фран­циянан ике аҙнаға махсус рәүештә ярҙам итеү ниәте менән килгән.
Африка сәхифәләре
Приютта әле тыуғанына бер ай ҙа булмағандарҙан алып дүрт йәшкә тиклемге ҡырҡҡа яҡын бала бар. Был һан үҙгәреп тора. Ҡайһыларын уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алып торалар. Башлыса Германия, Дания, Франция һәм Испания ғаиләләре ала икән. Улар урынына яңыларын килтерәләр. Йыш ҡына сабыйын ҡарап үҫтерергә мөмкинлеге булмаған әсә кеше уны приют янына алып килеп һала ла үҙе ситтән генә ҡарап тора.
Йәштәренә ҡарап, балалар дүрт төр­көмгә бүленгән. Лидия иң бәләкәстәрҙе ҡараша. Күптәре – ташландыҡ балалар. Бер нисә көн элек тыу­ғанына өс сәғәт тирәһе генә үткән бер баланы килтергәндәр. Араларын­да бик ныҡ зәғифтәре лә бар. Мин килгәндә, Лидия Кәрим ти­гән бер бахырсыҡты ашатып ултыра ине. Дуға һымаҡ аяҡтары бөтөнләй кире яҡҡа боролған. Башының да рәүеше юҡ. Әммә ошо баланы ла дауалап, кеше итеп алыр­ҙарына ышаналар. «Яҡшы ашай башланы, бына хатта сикәләре өрөлөп китте. Күҙ ҡарашында мәғәнә сағыла башланы. Саҡ ҡына нығынһа, аяҡтарына операция яһа­табыҙ», – тиҙәр.
Элла менән Лидия һәр бала тура­һында сә­ғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Исемдәрен генә түгел, ҡыҫ­ҡа ғына ғүмерҙә­ренең аяныслы тарихын да, нисек үҫешеүен дә беләләр.
«Ә бына был беҙ­ҙең принцессабыҙ, – ти Элла, ҡурсаҡ кеүек кенә бер ҡыҙсыҡ­ҡа күр­һәтеп. – Приютта башҡалары барыһы ла малайҙар. Ул берҙән-бер. Күрәһеңме, нисек матурланды. Ә бында алып килгәндә бары 1 килограмм 930 грамлыҡ ҡына ине».
Йылыға йылан да эйәләй, тигәндәй, сабый үҙенә айырым мөнәсәбәтте бик тиҙ һиҙеп ала. Ошондай бәләкәс кенә сәңгелдәк һымаҡ нәмәгә һалып тирбәтмәһәң, йоҡлап китә алмай, тиҙәр.
Балалар йоҡлаған арала беҙ ихатаға сығып ултырабыҙ. Бына бер ваҡыт ишектән ҙур төр­гәк әйбер күтәреп, ябай ғына кейенгән аҡ тәнле ҡатын килеп сыҡты.
– Мадам Зонгумы? – тип һорайым ҡыҙҙарҙан. Улар баш ҡаға. Көслө иңдәре бөт­көһөҙ мәшәҡәттән һығыла төшкән, йөҙөнә мең мәшә­ҡәт, мең хәстәренең күләгәһе яғылған, күҙҙәрендә – мәрхәмәт һәм оҙаҡ йылдар буйына йыйылған арыу. Ауыр аҙымлы был ҡатын, хужабикәнән бигерәк, күп балалы, фиҙакәр әсәне хәтерләтә. Юҡҡа ғына приюттың етәксеһе Мартина Зонгуны «Буркина әсәһе» тип йөрөт­мәйҙәр шул. Мартина – француз ҡы­ҙы. Күп йылдар элек Африкаға килгән, ошонда урындағы ҡара тәнле егеткә тормошҡа сыҡҡан. «Ал да, ял да белмәй, нисә ҡараһаң да, ошонда. Уның ҡасан өйөнә ҡайтҡанын, ҡасан ял иткәнен дә күрмәҫһең», – тиҙәр уның тураһында ҙур ихтирам менән.
Приют етем балаларҙы ҡарау менән сикләнмәй, социаль эштәр ҙә алып бара. Көн һайын бында имсәк һөтө етерлек булмаған әсәләр балала­ры өсөн һөт һорап килә. Шулай уҡ приют яланғас балаларға кейем-һа­лымдан да өлөш сығара. Мартина ҡулындағы төргәкте уны сабыр ғына көтөп ултырған йонсоу ҡиәфәтле бер ярлы ҡатынға алып барып тотторҙо.
Африка сәхифәләре
Мадам Ивон Зоетаба самаһыҙ ябыҡ балаларҙы тейешле ауырлыҡҡа еткәнсе туҡландырыу һәм уларҙың әсәләрен сабыйҙарын дөрөҫ ашатыр­ға өйрәтеү менән шөғөлләнгән бүлегендә медицина йәһәтенән яуаплы. Мәҫәлән, үҙәктә алты айлыҡ булһа ла 4 килограмм 460 грамм ғына тәшкил иткән малай, 5 килограмм 160 грамлыҡ ҡына бер йәшлек малай, 2 килограмм ғына тартҡан һигеҙ айлыҡ ҡыҙ бар. Ундай балаларҙы әсәләре менән бергә ике-дүрт аҙнаға үҙәктә ҡалдыралар. Баланы көнө­нә биш тап­ҡыр ашаталар һәм дауалайҙар. Әсәләрҙе ике тапҡыр ашаталар.
Әсәйҙәрҙең күбеһе ауылдан, бик на­ҙан. Шуға күрә үҙәктең хеҙмәткәрҙәре уларға баланы дөрөҫ туҡлан­дырырға, киптерелгән һөттән ҡатнашма йәки бут­ҡа әҙерләргә, таҙа­лыҡта тоторға өйрәтә. Аҙаҡтан улар­ға балалар өсөн ҡатнашма­ларҙы йыл буйына бирәләр һәм, айына бер тап­ҡыр саҡырып, сабыйҙың ауырлығы нисек артҡанын тикшереп торалар.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре әсәләрҙе баланы дөрөҫ туҡландырырға өйрәтеү өсөн ауылдарға ла сыға. Аҙаҡтан мохтаждарға һөт, кәрәкле дарыуҙар өләшәләр. Элла ла 25 октябрҙә улар менән барған. «Ярлылыҡҡа, наҙанлыҡҡа һушың китерлек, – ти ул. – Бер әсә балаһының ҡасан тыуғанын, ә икенсеһе исемен дә әйтеп бирә алманы. Хатта һыуҙы мотлаҡ ҡайнатып эсерер­гә икәнен дә аңлатырға тура килә».
Ивон үҙе лә күмәк балалы ғаиләнән.
«Атайымдың дүрт ҡатынынан егерме өс балаһы булды. Ул: «Ҡыҙ бала – кеше кешеһе. Уларҙы уҡытыу­ҙан ни файҙа? Ул барыбер икенсе ғаи­ләгә китә», – ти торғайны. Шуға күрә ғаиләбеҙҙән өс улын ғына уҡытты».
Башланғыс белем алғас, Ивон приютҡа эшкә килә. Зирәк ҡыҙҙың артабан уҡырға теләге барлығын белгәс, Мартина Зонгу уның өсөн киске мәктәпкә аҡса түләй. Ивон иһә хеҙмәт хаҡынан яйлап ҡына бурысын кире ҡайтара бара. Һигеҙ йыл буйы үҙәктә эшләгәндән һуң, уны Африка илдәрендә гуманитар ярҙам күрһәтеү ассоциацияһы «Morija» өс йылға шәфљәт туташына уҡырға ебәрә. Бер нисә йылдан тағы белемен камиллаштырыу мөмкинлеге тыуа.
Был мөләйем һәм аҡыллы ҡатынға әле ҡырҡ туғыҙ йәш. Ғаиләһе, балалары бар. Беҙҙе үҙәк менән таныштырып йөрөгән сағында һәр бер әсәй янына туҡтап, йылы һүҙен табып, сабыйҙарҙы наҙлап үтеүенән үк уның эшен шул тиклем яратып башҡарыуын, был тормошта үҙ тәғәйенләнешен тапҡан бәхетле кеше икәнен күреп һөйөнәһең. Ул белем алыуын артабан дауам итергә, педиатрия буйынса уҡырға барырға йыйына.
«Африка ирҙәренең белемле ҡа­тындарға мөнәсәбәте нисек?» – тип һорайым.
«Баштараҡ ниндәйҙер һағайыу менән ҡараусылар күп ине, хәҙер йылдан-йыл ихтирам арта бара. Тормош иптәше һайлағанда ла белеме булған ҡыҙҙарға өҫтөнлөк бирәләр. Сөнки ундайҙарға эш табы­уы еңелерәк, тимәк, ғаилә йөгөн дә тигеҙ тарта­һың. Ғаилә бюджетына ҙурыраҡ өлөш индерә алаһың», – тип йылмая ул.
Африка сәхифәләре
Беҙҙең менән хушлашып, үҙ эшенә сумған мадам Ивонға ҡарап, атаһы ҡыҙы менән бик ғорурланғандыр, тип уйлап ҡуйҙым.
Буркина-Фасо – Көнбайыш Африкалағы иң ҡоро һәм иң ярлы илдәрҙең береһе. Ундағы халыҡтың 90 проценты ауыл хужалығында эшләй. Балаларҙың үлем кимәле бик юғары. Ил халҡының яртыһынан күбе хәйерселектә йәшәй.
Ил тураһындағы белешмәләрҙә бына шундай һаран һәм һалҡын һүҙҙәр яҙылған.
Буркина-Фасола оҙаҡ йылдар инде йәшәгән таныштарымдың бере­һе әйтеүенсә: «Тирә-яҡтағы хәйерселек һәм ғазаптан ҡайһы ваҡыт кү­ңел төшөнкө­лөгөнә бирелерҙәй булаһың». Әммә әле мин ҡыҫҡаса ғына һөйләп киткән изге йәнле кешеләр, тормош юлдарында осраған мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙып, донъяла мәр­хәмәткә лә урын барлығын раҫ­лай, яҡшы эштәрҙән ләззәт ала, тор­мошоноң мәғәнәһен таба. Изге Китаптарҙа әйтелгәнсә: «Йомарттарҙың ҡулы бер ваҡытта ла буш ҡалмаһын».


Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

(Дауамы бар).
Элла ЗЫКОВА һәм автор фотолары.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook