«Ҡыйырһытма йәнемде, Себер»

Һөргөн касафаты
«Ҡыйырһытма йәнемде, Себер»
Ауылдарҙың юҡҡа сыға барыуы, эшһеҙлек, азамат ир заттарыбыҙҙың, сәләмәтлектәрен ҡаҡшатып, Себер йөрөүе, ҡатындарының өй, бала бағыу мәшәҡәте менән яңғыҙ интегеүе илебеҙҙең, милләтебеҙҙең имен киләсәгенә хәүеф менән янай, тиһәк дә арттырыу булмаҫ. Әммә быға иғтибар итеүсе юҡ. Борондан изге йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр менән нығытылған ғаилә институты ҡаҡшай. Кеше үҙе һөргөндө һайларға мәжбүр. Аҡса, мөлкәт артынан ҡыуып, әҙәм балаһы ҡыҫҡа ғына ғүмерен һынауға, тетрәнеүгә дусар итә.
Себерҙә эшләүселәрҙе ситтән эҙләйһе түгел – һәр кемдең таныштары, туғандары, ауылдаштары араһында аҫыл ғүмеренең күберәк өлөшөн шул һыуыҡ яҡтарҙа үткәргәндәр бихисап. Хатта һәр кеменең яҙмышын айырым мәҡәлә итеп яҙырға мөмкин. Уларҙың тормошонда осраған үкенесле лә, фәһемле лә ваҡиғалар күңелде әрнетмәҫлек түгел шул.

«Күҙ нурым»

Беҙҙең ихлас һөйләшеүҙән Гөл­мәрйәм апайҙың әллә күңеле йомшар­ҙы. “Ярай, үҙ ирең, үҙ балаларың – Хоҙайға рәхмәт уҡы. Кеше бәхетендә бәхет ҡороп булмай”, – тип әйтеүе сәйер тойолдо. Һүҙҙәренең мәғәнә­һенә төшөнөргә теләп, ипләп кенә күҙҙәренә ҡараным. Йәшкелт күҙҙә­ренә эре бөрсөктәр булып йәштәр тығылған ине. Йәлләүле ҡарашым апайҙың йән яраһын ҡуҙғатты: эре тамсылар бит йыйырсыҡтары аша тупылдап ергә тамды. Инде олоғайып барған ҡатындың һөйләгәндәрен бер­сә һағайып, берсә тетрәнеп тыңланым.
– Бының ни ғәйебе бар. Хәҙер күп кеше шулай йәшәй, – тип ҡыҙым тынысландыра килде. – Эскән, ҡәҙе­реңде белмәгән, яратмаған кеше менән ғүмереңде заяға үткәргәнсе, үҙеңде ирекле һәм, әлбиттә, кәрәкле тойоп йәшәүҙән дә ҡулайлыһы юҡтыр донъяла.
Гөлмәрйәм апай һөйләй, үҙе уның һайын ҡыҙа бара, ҡалтырауыҡ тауышында һыҙланыу ҙа, үкенес тә сағыла.
– Еләктәй һылыу ҡыҙ үҫтерҙем, юғары уҡыу йортонда уҡыттым, баш­ҡаларҙан кәм-хур булмаһын тип тырыштым. Тик нимә килеп сыҡты һуң?..
Лира медицина университетын тамамлағандан һуң йәш белгес булып районға ҡайтҡайны ла. Мин дә янында, дауахана ла йортобоҙҙан йыраҡ түгел, урам аша ғына урынлашҡан. Дәртләнеп эшлә лә эшлә ине лә бит. Тик күңеленә тыныслыҡ тапманы. Табиптарҙың аҡсаһы ла әҙ шул – әллә ни ҙур маҡсаттар ҡорорлоҡ түгел. Йәштәр бит башҡасараҡ фекер йөрөтә: Хоҙай биргән берҙән-бер ғүмерҙең йәмен тойоп, тәмен татып, ҡолас йәйеп йәшәгеләре килә.
Себер тип ауыҙ ҙа асма, тигәйнем дә ул. Атаһы иртә гүр эйәһе булғас, ҡыҙымды иркәләтеп кенә үҫтерҙем. Бәләкәстән үҙ һүҙле, тиҫкәре булыуына ла иғтибар итмәнем – әйҙә, үҙ башы менән уйлап, үҙ фекерен яҡлап өйрәнһен, тигәнмендер инде. Башҡа­ларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға яратмай, гел үҙ һүҙе генә һүҙ.
Ханты-Манси автономиялы округының Белоярск ҡалаһында, һөнәре буйынса эш тапҡансы, балалар баҡсаһында шәфҡәт туташы ла, йыйыштырыусы ла булып эшләне. Аҡса туплап, йәшәргә фатир ҙа хәстәр­ләгәс, күңелем бер аҙ тынысланғайны ла. Етмәһә, миңә ярҙам итә башланы. Ебәргән аҡсаһына өй эсен яңыса йыһазландырып, ихатаны рәтләтеп алдым. Күршеләрем һәм таныштарым: “Берәү, әммә берәгәй ҡыҙ үҫтергәнһең, Гөлмәрйәм, бына хәҙер үҙеңә ҙур терәк”, – тип маҡтауҙарына сикһеҙ ҡыуана инем.
Утыҙ йәшенә, үҙе лә ҡайтҡан саҡҡа тура килгәс, туған-тыумасаларҙы, ҡәрҙәштәрҙе йыйып, байрам ойошторҙоҡ. Мәжлестә бөтәһе лә тиерлек ҡыҙыма һәйбәт кейәү, итәк тултырып балалар үҫтереү бәхете теләне. Әсә өсөн дә иң мөһиме шул инде. Сибәр ҙә, эшлекле лә, аҡыллы ла ҡыҙҙың яңғыҙ ғүмер итеүе килешкән эш түгел. Һыҙылып таң атҡанда ла, йоҡоһоҙ төндәремдә лә Хоҙайҙан ялбарып һораған берҙән-бер үтенесем: үҙем иҫән саҡта Лирамды кейәүгә биреп, ейән-ейәнсәрҙәремде һөйөү шатлығын кисереү теләге ине.
Үҙенә әйтһәм, өндәшмәй ҙә ҡуя. Эше лә еңел түгел, Себерҙең ҡырыҫ тәбиғәте кеше һаулығына аяуһыҙ уҫал. Төрлө шеш, тын юлы сирҙәре, ҡан баҫымы менән интегәләр. Лирам көн-төн дауахананан ҡайта алмайҙыр, шәхси тормошона ваҡыты юҡтыр, тип ҡайғырам. Йыш ҡына телефон аша һөйләшеп торабыҙ, әммә ниңәлер сабыйым өсөн йәнем тыныс түгел. Буласаҡ бәләне йөрәгем һиҙ­гәндер, бәлки. Их, киләсәкте, күрә­сәкте алдан билдәләп, ваҡиғалар ағышын туҡтатып булһа ине лә бит. Фани донъяла һәр бәхетле минутың өсөн яуап тоторға тура килә, тип уйларһың. Әҙәм затының ғүмере һы­науҙарҙан, кисерештәрҙән ғибарәт. Ҡайһы берҙә шатлығыңдың ғазапҡа әйләнеүен күреп тетрәнәһең. Ә яҡындарыңдың яңылыш ҡылығын, хаяһыҙ аҙымын төҙәтә алмауыңды белеү, ярҙам итергә көсөң етмәүе – икеләтә үкенес...
...Себерҙән шылтыратҡандарында, малдарҙы көтөүгә ҡыуып, мәт­рүшкәләп сәй эсеп кенә ултыра инем. Тәнем быуынһыҙланып, ҡулымдан сынаяғым төшөп киткәнен үҙем дә иҫләмәйем. Күрше Закираның тауышын ишетеп, күҙҙәремде асһам, эргә-тирәмдә байтаҡ кеше йыйылып киткән. Һикереп торҙом да, аҡылдан шашҡан, күҙе томаланған диуаналай, алан-йолан йөрөйөм. Бындай хәлдә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай икәнен беләм, әммә тәүҙә нәмәгә тотонорға тейешлегемде аныҡ ҡына теүәлләй алмайым. Яҙ сәскәһеләй наҙлы, ҡояш нурылай яғымлы, йөрәк тибешеләй ҡәҙерле берҙән-бер ҡыҙыңдың ауыр хәлдә ятыуын ишет әле?! Һәр әсәне ҡайғыға һалыр ине ундай хафалы хәбәр. “Мин бирешергә тейеш түгел”, – тип ҡабатлайым, әммә уның һайын тәнем дә, аңым да миңә ҡаршылаша төҫлө. Дарыуҙар ярҙамында көскә үҙемде ҡулға алып, Белоярскиға юлға сыҡтым.
Реанимацияла Лирамдың ҡуҙға­лыуһыҙ ятҡан кәүҙәһен күргәс, йәнем йәнселгәндәй тойолдо. Йәнем генә түгел, тәнемдең һәр күҙәнәге, ҡан та­мырҙарым, һеңерҙәрем сәнсеп тартышты. Илай ҙа, һүҙ әйтә лә алмай, ҡаршыһында баҫып торам. Әйтерһең, күңел Ҡояшым һүнгән. Ах, был бала ҡайғылары! Башы, бите аҡ марляға уралған, кәүҙәһе ябығып, хатта бәлә­кәсәйеп ҡалған төҫлө. Алһыу таҫмалы аҡ биләүгә төрөлгән сабый сағы күҙ алдыма баҫты. Үткән ҡыуаныслы көн­дәрҙе, ҡыҙымдың ихлас йылмайыуын хәтеремә төшөрөп, шул йылдарға ҡабат ҡайтҡым килде. “Балам, бала­ҡайым, һинең ошо хәлгә тарыуыңда минең дә ғәйебем барҙыр, зинһар, ғәфү ит. Беҙ, һис шикһеҙ, аяҡҡа ба­ҫырбыҙ, Алла бойорһа!” – тип кенә өндәшә алдым. Ишеттеме ул, юҡмы?..
Лира бер ҡайтҡанында бик шәп егет менән танышыуы хаҡында һөйлә­гәйне. Минән уңайһыҙланып, уның өйләнгән булыуы хаҡында өндәшергә ҡыймаған. Сабирҙың ауылда ҡатыны һәм балалары барлығын һуңынан ғына белдем. Ул ваҡытта, ирле-ҡатынлы булып, бергә донъя көтәләр ине инде. Нефть бырлаусы һөнәрен үҙ­ләштергән егет карьера баҫҡысы буйлап тиҙ үрләне. Хәлле, тәьҫир итә алырҙай таныштары ла булды, ахыры. Аҡсаһы күп, ҡыҙыма затлы тундар, алтын-гәүһәрҙәр бүләк итә, бергә ялға баралар. Баламдың был тормош рәүеше менән эстән риза булмаһам да, үҙенә өндәшергә ҡыйманым. Ял­ҡынлы тойғолары һүрелгәс, үҙҙәре аҡылға килеп, һәр кем үҙ юлынан китер, тигән ышанысым бар ине. Яң­ғыҙлыҡта зарыҡҡансы, йөрәген йылытҡан, үҙ көсөнә ышаныс уятҡан, хыялға талпындырған кеше булыуына шатланған да кеүек булдым. Ир-ат менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороп өй­рәнһә, артабан, ысын йәрен тапҡас, йәшәүе еңелерәк булыр, тип тә уйланым. Беҙҙең быуын ҡатын-ҡыҙҙары яҡшы кейәү таба ла, ғаиләлә үҙен дөрөҫ тота ла белмәгән, тигән фекер­ҙе йәштәр ауыҙынан йыш ишетергә тура килгәнгә, ҡыҙымдың бәхетенә ҡаршы сығырға көсөм дә, аҡылым да етмәҫ ине, буғай.
Сабир кейәүебеҙ ике ай Себерҙә Лира менән йәшәй, унан ике ай ауылда ҡатыны, балалары менән донъя көтә. Тормоштарын күркәмерәк, етешерәк итеү хаҡына һөйгәнен Себергә ебәргән, уның ҡайтыуын тилмереп көткән, донъя йөгөн үҙ иңенә алған ҡатыны, атай тәрбиәһен, һөйөүен тулыһынса татый алмаған балалары күҙ алдыма килһә, йөрәгем һулҡылдап тибә, күҙ алдарым ҡараңғыланып китә торғайны. Ниңә минең сабыйыма яҙғандыр кеше бәхетен бүлеү ғазабы? Үҙ йәрен таба алмаҫлыҡ ҡыҙ түгел ине лә баһа!
Беҙҙе тоҡта һаҡлап булмай, тиҙәр. Сабирҙың хәләл ефете иренең ситтә икенсе ҡатын менән йәшәүе хаҡында ишеткән. Бисара бисә, иренә өндә­шеп тә, оло бола ҡуптарып та тормай, һөйгәненең хыянатын үҙ күҙҙәре менән күрергә теләгән. Тамсы шик уятмаған, яратып ғүмер иткән йәренең урамда йәш, һылыу ҡатын менән етәкләшеп, көлөшөп килеүен күреү Гөлнисаны шаҡ ҡатырған. Яр­һыуын, нәфрәтен йоҙроғона төйнәп, ирен ҡаратҡан ҡарасҡының өҫтөнә ябырылыуҙан көскә тыйылып ҡалған. Яҡындағы ҡасабала йәшәгән энеһенә барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, улар нисек үс алыу хаҡында баш вата башлаған. Эскесе ирҙәрҙе араҡы, бер аҙ аҡса менән алдаштырып, Лираны ҡурҡытып алырға бул­ғандар. Араҡынан күҙҙәре аларған ике ир аҡтығы Лираны, кисен дауахананан сыҡҡанын һағалап тороп, башын ярғансы туҡмаған. Был мәғлү­мәттәр тәфтишсенең тикшереү барышында асыҡланды.
Ғәзиз балам, башына ҡатмарлы операция үткәреп, ярты йыллап дауаханала ятырға мәжбүр булды. Һауы­ғыуын-һауыҡты ла ул, әммә күҙҙәренең нуры мәңгегә һүнеп ҡалды. Алсаҡ йөҙөнән йылмайыу юғалып, бойоҡ, өндәшмәҫ кешегә әйләнде. Лира хә­ҙер минең менән йәшәй. Ҡыҙым ме­нән сәғәттәр буйы ҡала паркы буйлап йөрөйбөҙ. Һуҡырайып ҡалған күҙҙә­рен ҡалтыранған ҡулдары менән бер туҡтауһыҙ һөртә, һыпыра. Әйтерһең дә, донъяға ысын, яңы күҙҙәр менән бағырға теләй...

Өмөт ҡуҙы

Зәйнәп тормош фәлсәфәһе ха­ҡында уйланырға яратмай. Уның өсөн барыһы ла асыҡ, билдәле. Балаларының тамағы туҡ, өҫтө бөтөн булып, малдары ҡаралған, өйө йыйыштырылған икән, донъяһы түңәрәк.
Айыу кеүек бәһлеүән ире Себергә эшкә киткәс, мәшәҡәте кәмеп, күңеле тынысланып ҡалғандай була. Юғиһә, ҡаҙан тултырып, ашарға бешер, һурпа ғына түгел, ҡамыр ашын да өлгөрт, сәйгә ҡайнатманың ҡуйыһын, шәр­бәтлеһен тәҡдим ит – быларҙың барыһы гүзәл заттан баһадирҙарса көс һәм егәрлелек талап итә шул. Ә ир өйҙә юҡта, мыжып, хәлеңде алып торған кеше булмағас, тыныс ҡына үҙ яйыңа йәшәргә әмәл тыуа. Ихата тирәһендә малайҙары ярҙамлаша, Әнисәһе һауыт-һаба, иҙән йыуыша. Шуға иренең бер-ике ай ситтә йөрөүе һиҙелмәй ҙә үтә.
Күмәк балалы ғаиләгә Мусаһы алып ҡайтҡан аҡса етмәй ҙә ҡала. Иренең быға йәне әсей, асыуы ҡуба.
“Зәйнәп, һин бөтөнләй аҡса тота белмәйһең. Ялҡау, эшкинмәгән бисә­һең. Мин айҙар буйы ҡара эштә бил бөккәндә, ял итеп ятаһың. Исмаһам, үҙең дә аҡса табыу яғын хәстәрләр инең. Ана, Хәйҙәрҙең бисәһе йәйен миндек бәйләп тә, еләк йыйып та аҡса таба. Һин, ялҡаубикәгә, әл дә минең кеүек әрһеҙ ир тура килгән, ятыр инең астан шешенеп”, – тип әрләүенә, кәмһетеүенә лә күнгән меҫкен ҡатын. Күп ваҡыт өндәшмәй. Асыуын да, үпкәһен дә баҫып, тыныс, сабыр булырға тырыша. Ирен яманлаған, һуҡранған, зарланған бер һүҙ әйтһәсе, исмаһам! Шулай түҙә тор­ғас, Мусаһының сираттағы вахтаһын көскә көтөп ала ул. Айҙар буйына үҙенең өҫтөнлөгөн һыҙыҡ өҫтөнә алып, өйҙәгеләрҙе ғәйепләй торғас, ҡатыны менән балалары талығып бөтә. Шуға аталары Себергә киткән көн байрамға әйләнә.
Ире киткәс, өйҙә уның әллә ни эш атҡармағаны күҙгә салына. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, уның һайын мыжыҡ­ҡа әйләнә бара Мусаһы. Тормошҡа, үҙенә йәне көйөп, һыра һемереп, телевизор ҡарап, аҡыл һатып ваҡыт уҙғара. Ә ауылда эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Әҙ генә күңел төшһә, ваҡ-төйәк эш тауҙай йыйыла. Зәйнәп балалары менән йыйылған эштәрҙе теүәлләгәнсе аҙна-ун көн тирәһе ваҡыт үтә.
Ҡатын кистәрен, сериалдар ҡарап, Мусаһының егет сағын, һөйгәненең мөхәббәткә тулған утлы ҡарашын, йөрәгенә майҙай яғылған хисле, яғымлы һүҙҙәрен хәтеренә төшөрөп, хыял донъяһына сума. Бәләкәй генә хыял донъяһына һыйған бәхет осҡоно йөрәген баҙлатып, көс биреп тора. Ошо һуңғы өмөт, йылы хис, аяуһыҙ тор­мош ярҙарына сайпылып, һүрел­мәһен өсөн барыһына ла түҙергә риза Зәйнәп. Бары был яҡты ҡуҙҙы һүндер­мәһен ине Себер һалҡынлығы.

Альбина ҒӨБӘЙЗУЛЛИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook