Атай, Аҡбай, Тыр-тыр, диктор...

Уға мин электән һоҡлана инем. “Сәңгелдәк” тапшырыуына саҡырылған минутына ихлас йылмайып килеп инә, күңел һалып төшә лә, эш тамамланыу менән, юҡ та була. Геройы Тыр-тыр шкафта йәшәгәс, тапшырыу һуңында балалар менән хушлаша ла шунда инеп китә. Бер мәл бәләкәй ҡыҙым, уны уйлап ултырғандыр инде, бахыр Тыр-тыр, шкафы эсенә тасын ҡуйырға ла урыны юҡ, ҡалайтып йыуына икән, тип ҡуйғайны... Тыр-тырҙың батманында уны яратҡан балаларҙан килгән йөҙәрләгән хат әле лә ҡәҙерләп һаҡлана.
“Сәңгелдәк” геройынан айырмалы рәүештә, Фирҙәт Ғәлиев ҡалыптарға, диуарҙарға күнеп йәшәй торған кеше түгел. Һәр башҡорт арыҫланына хас азат рухына һәм дыуамаллығына маҡсат йүгәндәре кейҙереп, алдан күҙаллаған хыялына ла ирешә белә ул. Тап ошо аҡылы уны уңышлы иткәндер, тием. Сөнки күпме бына тигән тәрбиәле, эшкә талымһыҙ, һыу һөлөгөләй егеттәребеҙҙең тотороҡлолоҡ һәм сама белеү тигән сифаттарға илтифат итмәй, биленләп, бәхеттәрен яҙлыҡтырыуҙарын күреп, әрнергә тура ла килгәне бар, үкенескә ҡаршы. Үҙеңә ситтән ҡарай белеү, ҡыйыулыҡ һәм итәғәтлелек ата-әсәһе тәрбиәһенәндер. Өйҙә һуғыш-талаш түгел, әрләшеү ҙә күрмәй үҫә ул.
– Шулай ҙа булды бер осраҡ. Атайым нимәгәлер кәйефһеҙ ҡайтты. Өнһөҙ генә сәй эсеп ултырҙылар ҙа, әсәй, етте һиңә, тип сәйнүкте алға этә биреп ҡуйҙы. Бә-әй, был нимә булды икән, тип оҙаҡ көйәләнеп йөрөнөм шунан һуң. Ғауға күреп үҫмәгәс микән, үҙем дә ғаиләлә тауыш күтәреүгә барып еткәнем юҡ. Хәлде күберәк шаярыуға йә төрттөрөүгә борам. Хәҙер балаларым да үҙем менән шулай аралаша.
– Ғаиләгеҙ хаҡында ентекләберәк һөйләп китһәгеҙ ине?
– Кәләшем – Яр Саллы ҡалаһынан. Өфөлә сәнғәт институтында уҡып йөрөгәндә таныштыҡ. Дөрөҫөрәге, былай булды. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайттым да, элек йәшәгән ятағыма килдем. Ниәт – уҡыуҙы дауам итеү. Ҡыҙҙар менән аралашыуға һыуһап ҡайтҡанмын, бер һылыуға күҙем төштө. Фәриҙә ине ул, буласаҡ музыка белгесе, урыҫ телендә генә һөйләшкән ҡалала үҫкән татар ҡыҙы. Кем, ҡайҙан тип уйлап тороу юҡ инде, ғашиҡ булдым. Уҡып бөтөп, эшкә урынлашҡас, өйләнештек.
Ауылыма алып ҡайттым да, әсәйем менән икәүһен генә өйҙә ҡалдырып, бесәнгә киттек. Кәләш бәшмәккә барырға уйлағандыр инде: “У Вас гөмбә есть?”– тип һораған. Ярты сәғәт төрлөсә төшөндөрөп ҡараһа ла, әсәйем килененең нимә белешкәнен аңламаған. Йәремдең күңеленә уйылып ҡалған хәл булды ул. Күрәһең, шунан һуң, бергә йәшәгәс, телде өйрәнергә кәрәк, тигән ныҡлы ҡарарға килгәндер. Ҡатын-ҡыҙ һығылмалыраҡ бит инде ул. Мин уға, беҙҙеңсә һөйләш, тип, ғүмерҙә лә өҫтәлгә һуҡманым, үҙем ғаиләмдә туған телемдә һөйләшкәс, уның нисек итеп башҡортсаға күсеүен аңғарманым да шикелле. Йыл да йәйге ялдарҙы ауылда үткәреүебеҙ ҙә ярҙам иткәндер, бәлки. Ә балаларға баштан уҡ талапты ҡаты ҡуйҙым. Урамда хет инглиз телендә аралашығыҙ, уныһында эшем юҡ, ә өйҙә беҙ башҡортса һөйләшәбеҙ, тинем. Шөкөр, “Сәңгелдәк” тапшырыуҙарында ла ҡатнаштылар. Азамат бәләкәй Тыр-тыр булып уйнаны. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡынылар. Ҡайһы саҡ, һирәк осраусы боронғо һүҙҙәрҙе ҡулланып, мине аптыратып та алалар. Әлеге көндә икеһе лә студент. Ҡыҙым – Санкт-Петербург ҡалаһында, Алла бирһә, бер юлы менеджер, иҡтисадсы һәм ойоштороусы һөнәренә эйә буласаҡ. Улым Өфөлә, БДУ эргәһендәге юридик колледжда уҡып йөрөй.
Ғаиләбеҙ менән ултырып, йыш ҡына һөйләшеп алабыҙ. Хыялдар һәм маҡсаттар тураһында. Балаларҙың фекеренә лә мотлаҡ ҡолаҡ һалам. Яңыраҡ улыма, бына һиңә колледждан һуң бер йыл уҡырға керер өсөн әрмегә бармау мөмкинлеге бирелә бит, файҙаланабыҙмы шуны, тим. Улым: “Юрист һөнәре менән яҡшы эшкә урынлашып китәм тиһәң, әрме мотлаҡтыр ул”,– тине. Уның алдан самалап эш итергә тырышыуы оҡшай, уйлайбыҙ инде хәҙер. Апайының берҙәм дәүләт имтихандарын биреү өсөн күпме көс түгеүен, төндәрен йоҡламай әҙерләнеүен күҙәтеп йөрөнө лә, миңә ундай һынауҙар кәрәкмәй, тип, колледжға барырға булды. Унда яҡшы өлгәшкәндәрҙе БДУ-ға имтиханһыҙ алалар, шуны ла уйлайҙыр. Ә ҡыҙым үҙемә оҡшап яндырайыраҡ, ниндәй эш, йомош ҡушылһа ла, йырып сыға торған кеше.
Ғөмүмән, һөйгәнем, балалар минең тормошомда һәр саҡ беренсе урында торҙо, әле лә шулай. Ғаилә менән күберәк бергә була алыу, йә уларҙы һәйбәтерәк тәьмин итеү хаҡына, уңышлы эшләп йөрөгән эшемде алмаштырып, икенсе эшкә күскәнем дә булды. Балалар бер-бер артлы ғына тыуғас, ҡатыныма декрет ялында оҙағыраҡ ултырырға тура килде. Уның ҡарауы, Гөлшат менән Азамат балалар баҡсаһына бергә киттеләр, дуҫ һәм серҙәш булып үҫтеләр. Ә хеҙмәт юлымды 1989 йылдың 1 сентябрендә ишектәрен асып ҡына тороусы Милли йәштәр театрында башланым, күп тә үтмәй спектаклдәрҙә төп ролдәрҙә сығыш яһай инем инде.. Иртән сығып китәм, репетиция бөткәс, төшкә ҡарай кәрәк аҙыҡ-түлекте тейәп ҡайтып инәм. Бәләкәстәрем менән булам да, киске сәғәт алтынсы китһә, кире эшкә йүгерәм, спектаклдән һуң ғына бушайым. Ғаиләлә “мал” табыусы миндер , ир-ат һунарсы бит тәбиғәттән. Гастролдәргә сыҡҡанда ла, бына был кәләшкә оҡшарға тейеш, тип һауыт-һабаһын да, кейемен дә ала торғайным.
Балалар саҡ ҡына ҙурая төшкәс, кәләш менән икебеҙҙең үҫеш йәнәш китте. Шуныһы ҡыҙыҡ: 1997 йылда, 33 йәшемдә, миңә Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһын тапшырҙылар, фатир асҡысы тотторҙолар, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән исемгә лайыҡ булдым. Фәриҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Шунан, 2005 йылда, мин– Башҡортостандың халыҡ артисы, ә ҡатыным филология фәндәре докторы булып китте. Бына шулай, бер-беребеҙҙе аңлап, терәк булып, тормошта ла, эштә лә тигеҙ киләбеҙ, үҫәбеҙ. Ҡатынымдың яңыраҡ ун өсөнсө китабы донъя күрҙе. Америкала нәшер ителгән “Кто есть кто” тигән энциклопедияға исемен индереүҙәре хаҡында хат, диплом килде. Ул да минең кеүек эшенә мөкиббән киткән, ҡайһы саҡ: “Әйҙә, тиҙерәк ҡайт, өйҙәгеләр ас”, – тип шаярып әрләп тә алам.
Ғаиләлә һауыт-һаба шылтырамай тормай, тиҙәр, ул, ысынлап та, дөрөҫ. Әле күпме йәшәп-йәшәп тә, бер-беребеҙҙең ҡарашты ҡабул итмәгән саҡтар була. Сөнки һәр кемдең аш-һыу, тәрбиә һәм башҡа мәсьәләләрҙә үҙ фекере бар. Тик беҙҙең аралашыу инде икенсе юғарылыҡта, бер-беребеҙҙе тыңлағандан һуң, ул үҙенекен, мин үҙемдекен әйтеп, барыбер ҙә һәр нәмә ғаилә файҙаһына хәл ителә.
Баяғы Атай, Аҡбай, Тыр-тыр, диктор тигәнемә аҫыл йәр һәм халҡымдың хөрмәтле ир-уҙаманы ла ул Фирҙәт Ғәлиев тип өҫтәргә генә ҡала.
Донъя күсәрен иңгә һалған шундай ир-егеттәребеҙ барҙа яҡты көнгә өмөтөбөҙ ҙур, рухыбыҙ ағасының ҡеүәтенә ышанысыбыҙ ныҡлы. Таяныслы, арҡалыбыҙ. Күсәрҙе тотоп тороусыһы булһа, Ер шарын гүзәл зат үҙе лә зыр әйләндерә ул, шулай бит, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ?!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.
Теги: