Дамира Сәйетова: «Йәшәү үҙе моңдай изге бит ул!»

Дамира Сәйетова: «Йәшәү үҙе моңдай изге бит ул!»Дамира редакциябыҙға балҡып килеп инде. Эш өҫтәлемдәге журналдарға яҡындарын осратҡандай һөйөп ҡараны. «Беләһегеҙме, әсәйем ғүмер буйы «Башҡортостан ҡыҙы»н алдырҙы. Мин уның һәр һүҙен уҡып, һүрәттәренә һоҡланып үҫтем. Тышлыҡта сыҡҡан апайҙарға ҡарап, их, шулар кеүек матур, уңышлы булһаң ине, тип уйлай инем. Беҙ уҡыған йылдарҙа Торасы туғыҙ йыллыҡ мәктәбе гөрләп тора ине. Уҡыусылар һаны бер ҡасан да егерме-егерме өстән артманы, синыфта дүрт баланан күп булғаны ла юҡ ине. Уның ҡарауы, бер уҡытыу­сыға ике уҡыусы тура килгәс, һәр беребеҙҙең тын алышына тиклем белеп тора инеләр. Мәктәпкә үҙ өйөңә шикелле бараһың, әҙ булғас, һәр дәрестә таљта янына сығырға, яуап бирергә тура килә. Төплө белем, тәрбиә бирҙеләр, уҡытыусыларыма рәхмәтем сикһеҙ.
Бала сағым үткән гүзәл төбәккә, ауылыма мин шул тиклем бәйлемен. Ата-әсәйем иҫән булмаһа ла, буш торған йортобоҙ етемһерәп китмә­һен тип, форсат сыҡҡан һайын ҡайтырға тырышабыҙ. Йәйҙәрҙе балалар менән Торасыла үткәрәбеҙ, баҡса ла ултыртабыҙ. Ғаиләбеҙ менән бергә­ләп балыҡҡа ла, еләккә лә йөрөйбөҙ.
Ауылым бәләкәй генә булһа ла, сәнғәт юлын һайлағандар хәҙер арыу уҡ булып китте. Бер туған ағайым сәнғәт институтында уҡығанда, әһә, тырышһаң, артист булырға мөмкин икән, тип уйлағайным. Туғыҙынсы синыфты тамамлағас, күрше ауылда уҡый башланым. Район үҙәгендәге туғаным: «Үрге Йәркәйҙәге һөнәрселек училищеһында «Йәйғор» бейеү ансамбле бар. Уҡып та, бер ыңғай бейеү түңәрәгенә йөрөп тә була, тигәс, оҙаҡ уйлап тормай, шул ансамблдә бейегем килгән өсөн тегенсегә уҡырға индем. Уны тамамлағас, сәнғәт юлынан китергә телә­һәм дә, туғандар хупламағас, БДУ-ға юл тоттом. Дөйөм инженерлыҡ факультетының тегеү сәнәғәте белгесе һөнә­рен һайланым. Ситтән тороп уҡып, район үҙәгендә үҙем бейеп киткән төркөмдә репетитор булып эшләнем. Шул арала «Нау­руз гүзәле»ндә ҡатнашып, Гран-при яуланым. Шунан, хыял ҡошом тынғы бирмәгәс, алтынсы курста уҡығанда, сәнғәт академияһына ла уҡырға индем. Бер-ике бәйгелә сығыш яһап, халыҡ араһында күренә башлағас, мине Өфө «Нур» татар дәүләт театрына эшкә саҡыр­ҙылар. Спектаклдәрҙә уйнайым, Радик Динәхмәтов менән дә хеҙмәттәшлек итәм, концерттарҙа сығыш яһайым.
Шундай тамашаларҙың береһендә буласаҡ тормош иптәшем менән таныштым. Бик оҙаҡ, алты йыл самаһы дуҫлашып йөрөгәндән һуң, ғаилә ҡорҙоҡ. Иптәшем Айрат Нәбиев һөнәре буйынса музыкант, композитор. Йыр сәнғәтенә ныҡлап тотоноп китеүем, Өфөлә тороп ҡалыуым менән дә уға бурыслымын. Танышыуыбыҙға күп тә үтмәне, ул: «Һиңә арнаным»,– тип, бер көй яҙып алып килде, шул тиклем матур ине ул, әле лә моңланған саҡтарымда көйләп йөрөргә яратам. Репертуарымдағы күпселек йырҙарҙың авторы ла – тормош иптәшем.
Ҡәйнәмдән уңдым. Уның аҡыллы­лығын, алдан тойомлай белеү сифаттарын айырып әйтер инем. Күп нәмә­нең ҡәҙеренә юғалтҡас ҡына төшө­нәбеҙ бит. Үҙемдең ғәзиздәрем тере булмағас, оло кешеләрҙең юбилей­ҙарына йырларға саҡырһалар, айырыуса тулҡынланып барам, гел эргә­ләрендә булмаһаң да, атай-әсәйеңдең ҡайҙалыр тыныс йәшәп ятыуын белеү, тойоу кешегә ни тиклем таяныс икәнен хәҙер яҡшы аңлайым.
Әлеге мәлдә төп эшем – бала ҡарау. Беренселә уҡыған Айһылыу ҡыҙым менән бер йәшлек Асҡар улымдың хәстәрҙәренә күмелгәнмен. Иртәнән-кискә тиклем ҡуласаға эләккән тейен һымаҡ йүгерәм дә йүгерәм. Мин уҫал түгелмен, балаларҙы ныҡ иркәләтәһең, тип тә әйтәләр. Ә мин сабый саҡ бер генә, әсә наҙына ҡойоноп ҡалһындар, тип уйлайым. Айһылыуыма инде иркәләнеп ултырырға форсат та юҡ. Махсус музыка мәктәбендә фортепьяно синыфында белем ала. Әсәйҙең өйҙә булыуы, йылы аштар бешереп ҡаршы алыуы, өҫ-баштарын ҡарап оҙатыуы ғаилә өсөн иң мөһиме, әлбиттә. Алдағы көндә лә яратҡан эшемде ғаиләм мән­фәғәтенә зыян итмәҫлек итеп ҡора алһам ине, тип уйлайым.
Дамира Сәйетова: «Йәшәү үҙе моңдай изге бит ул!»
Ҡатын-ҡыҙ иңдәренә Хоҙай тара­фынан иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ һалынған. Бөтә донъялағы именлек, тыныслыҡты әсә кеше тотоп тора, бәхет ағастарын ул үҫтерә. Шул уҡ ваҡытта ҡатын-ҡыҙға төлкөнөң хәйләкәрлеген, бүренең ҡыйыулығын, ҡуяндың етеҙлеген һәм башҡа әллә күпме йән эйәләренең үҙенсәлекле һыҙаттарын үҙендә таба, үҫтерә белергә кәрәк. Бөтә донъяны үҙе тотоп тороп та, ирен, һин баш, тип ышандырыр өсөн ул сифаттар бик мөћим.
Ҡатын-ҡыҙ үҙенең баһаһын белергә, үҙенә ышанырға тейеш. Кешеләрҙең гел насар яғын ғына күреп торһаң, һүнәһең. Һәр нәмәнең яҡшы яғын эҙләп табырға кәрәк ул, үҙең өсөн һәйбәт кәйеф тыуҙыра белеү мөһим. Бик ауыр саҡтарҙа ултырып илап алһам да, ошоларҙы иҫкә төшөрөп, үҙемде ҡулға ала һалам. Бәхетле булыр өсөн бик күп тырышлыҡ та һалырға кәрәк. Хоҙай биргән көсөңдө әләф-тәләф итмәй, үҙеңә һәм яҡындарыңа тигеҙ бүлә белергә. Психология буйынса китаптар уҡырға ярата торғайным. Төрлө хәлдәр килеп сыҡҡан ваҡытта үҙемә ситтән, ниндәйҙер бейеклектән күҙ һалып ҡарарға өйрәндем. Ғаиләлә аңлашылмаусанлыҡ йә бәхәс килеп сыҡһа, яҡын әхирәттәремә лә һөйләмєҫкә кәрәклеген аңлайым. Ваҡытлыса үпкәм менән ғәзизем хаҡында кире фекер тыуҙырыу килешкән эш түгел бит. Икебеҙҙең дә сәнғәт кешеһе булыуы менән бәхетлебеҙ. Айрат сәнғәткә бәйле кеше булмаһа, бына ошо йыр һиңә килешер ине, ошоноһон ал, тип тәҡдим итеп ултырмаҫ ине. Ижадҡа бәйле ҡатын-ҡыҙҙы сәнғәттән алыҫ кешеләргә аңлауы бик ҡыйындыр, тип уйлайым. Әле бына бергәләп студия асырға, иңгә-иң терәп эшләргә хыялланабыҙ. Хәҙер сәхнәлә бейемәйем, өйҙә «бейейем», һәм был үҙемә бик оҡшай. Ә йырҙарға килгәндә, мин йондоҙ булыр өсөн түгел, ә йырлау оҡшаған өсөн йырлайым. Башҡарған йырҙа­рым халыҡҡа оҡшаһа, уларҙың күңе­ленә ауаздаш булһа, елкендерһә йә моңлан­дырһа, миңә шул етә».
Бәхетле әсә, аҡыллы ҡатын, моңло йырсы Дамира Сәйетованың билдәле тәртипкә һалынған йәшәү рәүешенә тоғро булыуы, бала тәрбиәләүҙе берен­се урынға ҡуйһа ла, иренә лә, үҙенә лә ваҡыт табырға тырышып, һәр нә­мәгә лә ҙур һәм мөһим эш итеп ҡарап, ихлас донъя көтөүе хаҡында тыңлау мауыҡтырғыс та, фәһемле лә.
«Иртәгә ҡыҙымдың дәресенә күр­гәҙмә материалдар эшләп алып килергә ҡушҡандар, шуға фото­рәсем­дәр яһатырға биргәйнем, хәҙер барып алырға тейешмен», – тип, имтиханға барғандай ашҡынып, йәһәт кенә хушлашып сығып киткән йырсыға һоҡланып тороп ҡалдым.
Һин эҙләнең даланан,
Мин эҙләнем ҡаланан,
Ҡайҙа һин, бәғерем һин,
Табалманым мин, – тип йырлап йөрөһә лә, Дамираның, шөкөр, һөй­гәне лә, бәпестәре лә һәр саҡ янында. Уның репертуарының төп өлөшөн әле «балалар көйөнә бейеү» тигән сығыш биләп тора. Әллә күпме дәрт һәм дарман талап иткән был изге юҫыҡта мөләйем, халыҡсан, тауышы йөрәккә май булып яғылған йырсыбыҙға тик уңыштар һәм ҡыуаныстар юлдаш булыуын теләйек!

Г. БУРАНҠАЕВА ойошторҙо.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook