Суҡтар кейемде биҙәй


Һыҙма өсөн 4–10 сантиметр ҙурлығындағы түңәрәк ҡырҡырға кәрәк. Иң тәүҙә тумалаҡ суҡтарҙың ни өсөн тәғәйенләнгәнен асыҡлағыҙ. Өҫ кейемен ике ҙур йомарлам менән биҙәргә була, ә бына палантинға күп кенә бәләкәс шарсыҡтар килешер. Йоҡа һәм иркен башлыҡтарҙы ҙур суҡтар артҡа тартып йонсотоуы бар. Ә бына тығыҙ бәйләнгән ҡалын башлыҡҡа ҙур шарҙы беркетеп ҡуйғанда ла була. Шуларҙы иҫәпкә алып эшләһәгеҙ, уңырһығыҙ.

Шулай итеп, түңәрәк һыҙабыҙ. Уны тирегә күсерәбеҙ. Шунан ипләп кенә, өбөрөләрен боҙмаҫҡа тырышып, ҡырҡабыҙ. Бының өсөн канцеляр бысағы яҡшы. Энәгә ҡалын ныҡлы еп кейҙереп, түңәрәктең ситенән 0,3 сантиметр киңлегендә ҡайып сығабыҙ.
Теги: