Тәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағында

Тәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТормош иптәшенең көн дә тиерлек таңғы 5-тә тороп, ҡатынын уятмаҫ өсөн шым ғына йөрөп, эшкә сығып китеүенә күнгән ул. Радио аша яңғыраған үтә лә ҡәҙерле тауышҡа уянған ҡатын, йөрәгенә һүрелмәҫ илһам алғандай, дәртләнеп йөрөй. Иркәләп кенә балаларын уята. Уларҙы ашатып, уҡыуға оҙатҡас, үҙе лә эшкә ҡуҙғала.
Еңел түгел уның эше. “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы эфирына сыҡҡан һәр тапшырыуҙы аң даирәһе һәм күңел күҙлеге аша үткәреп, иң талапсан тыңлаусыларҙың да ихтыяжына яуап биреүҙе хәстәрләргә тейеш ул. Тәнзилә Абдулла ҡыҙы Үлмәҫбаеваның Башҡортостан радиоһында арыу-талыу белмәй хеҙмәт итеүенә – 20 йылдан ашыу. Ошо арауыҡ эсендә тетрәнеүҙәре лә, шатлыҡтары ла аҙ булмаған. Әммә үҙ эшен яратып, оло яуаплылыҡ менән башҡарыуы, рух ныҡлығы, кешелеклеге уны тормош ваҡлыҡтарынан өҫтөн булырға өйрәткән.
Тәнзилә Үлмәҫбаева етди ҡарашлы, ҡыйыу фекерле, талапсан һәм һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уята белгән баш мөхәррир генә түгел, ә һәр хеҙмәткәренең хәленә инергә тырышҡан, ярҙамсыл апай ҙа. Сөнки юғары уҡыу йортон тамамлап, киләсәктәрен радиоға бәйләргә теләп килгән йәшелкенсәккә эш нескәлектәрен төшөндөрөүҙе, һәләттәрен асырға мөмкинлек биреүҙе, көстәренә ышаныс тәрбиәләүҙе, күңелдәре һүрелеп киткәндә, ҡанат ҡуйыуҙы ла ул үҙенең төп бурыстарының береһе тип иҫәпләй.
“Ижад кешеһе илһамланып, дәрт­ләнеп эшләмәһә, был шунда уҡ эштә сағылыш таба. Кешенән нимә талап итеүҙе алдан күҙаллау өсөн уның эске донъяһын яҡынса тойомларға тейешмен. Барыһының да хәлен һорашам. Берәй ауырлыҡтары килеп сыҡһа, үҙҙәре лә минең менән кәңәшләшеүҙән тартынмай. Күңелдәре бөтөн, ихтыяр көстәре ныҡ, ышаныстары саф булғанда ғына, эш ырай”, – ти “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының баш мөхәррире Тәнзилә Абдулла ҡыҙы.
Әлеге көндә радионың ижади төркөмө республиканың ҡала-райондарында һәүәҫкәр таланттарҙы асыу менән мәшғүл. Башҡортостан радиоһының алтын фондын байытыу маҡсатында яңы йырсылар, яңы авторҙар, яңы композиторґар табыуға бәйге иғлан иткәндәр.
Эштә талапсан һәм ғәҙел етәксе, ә ғаиләлә һөйөклө ир ҡатыны, хәстәрлекле әсә, өлгөр хужабикә һәм оҫта баҡсасы ла икән ул. Тормош юлдашы, билдәле диктор һәм алып барыусы Әхәт Мотаһар улы Мортазин менән бергә татыу ғүмер ­итеүҙәренә лә ике тиҫтә йыл үткән. Инде нисәмә йыл эштә лә, өйҙә лә бергә улар. Радио тормоштарының айырылғыһыҙ һәм үтә ҡәҙерле өлөшөнә әйләнгән. “Бер-беребеҙгә булған мөнәсәбәтте эштә тышҡа сығармайбыҙ, ул – баш мөхәррир, ә мин – диктор, алып барыусы. Һәр беребеҙ үҙе белгән һәм яратҡан эш менән шөғөлләнә. Ә яратҡан эшеңде күңел һалып башҡарыу үҙе бәхет түгелме ни?! Тәнзилә менән бер-беребеҙгә ҡамасауламайбыҙ. Мин уның эшенә ҡыҫылмайым, ә ул, етәксем булараҡ, ҡайһы бер кәңәштәрен әйтергә тейеш, әлбиттә. Быға тыныс ҡарайым. Эштә ул хужа, ә өйҙә – мин”, – ти, һүҙҙе шаяртыуға бороп, Әхәт ағай.
Һүҙгә Тәнзилә апай ҡушыла: “Әхәттең ваҡыты иркенерәк, балаларҙы мәктәптән ул ҡаршы ала, дәрестәрен әҙерләшә, мин ҡайтыуға балалар ҡаралған, ашарға бешкән була торғайны. Эшемде шуға ла тыныс күңел менән башҡара алғанмындыр. Йәйге каникулда балаларыбыҙҙы Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында йәшәгән бейемемә ҡайтарып ҡуя инек. Уға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Фәрҙәнә Һибәт ҡыҙы ейәне менән ейәнсәрен, бер ауыр һүҙ әйт­мәй, айҙар буйына ҡараны.
Беҙ бит, эш беренсе урында булырға тейеш, тигән совет тәрбиәһе менән үҫкәнбеҙ. Аталары кистәрен эфирға сыҡҡанда, Салауат менән Гүзәлиә мәктәптән тура телеүҙәккә килә ине. Эшебеҙҙең ни хәтлем ҡатмарлы икәнен күреп үҫкәнгәме, икеһе лә журналистикаға барырға теләмәне. Салауат улыбыҙ Өфө дәүләт нефть техник университетының төҙөлөш факультетын һайланы. Гүзәлиәбеҙ Мәскәү дәүләт иҡтисад, статистика һәм информатика университетында менеджер-идарасы һөнәре буйынса белем ала.

Тәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағындаТәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағында

Әхәт дөрөҫ әйтә, өйҙә, ысынлап та, беҙ уның күҙенә генә ҡарап торабыҙ. Балаларҙы аталары иркәләтте-иркәләтеүен, әммә талапсан булды. Бәләкәстәренең һәр нәмәгә үҙ фекере, үҙ ҡарашы булырға тейешлеген дә инҡар итмәне. Үҙенә хөрмәт менән ҡарарға ла өйрәтте. Уның бер һоҡ­ландырғыс яғы бар – хәлде ҡатмарлаштырырға яратмай, һүҙҙе шунда уҡ шаяртыуға бороп, көлдө­рөп ала. Мин үҙем дә көйәләнеп бармайым, беҙ үҙара шулай мәрәкәләп һөйләшергә күнеккәнбеҙ. Был сифат беҙҙе байтаҡ тормош ығы-зығыһынан һаҡлап ҡала”.
Шул тиклем дә алсаҡ, шаян телле, ҡунаҡсыл, ниндәйҙер эске яҡтылыҡ менән бер-береһен тулыландырған парҙа ҡунаҡта булыу үҙе бер ҡабатланмаҫ мәл кеүек тойолдо. Эш буйынса уларҙы гел генә етди ҡиәфәттә күреп өйрәнгәнгәме, өй кейемендә, шаяра-көлә, тәмләп ашарға бешереүҙәрен ҡарап, ихтирамыбыҙ тағы ла артты. Мортазиндар ғаиләһенең бәхет сере балалыҡ сатҡыһын күңелдәрендә һаҡлай һәм көндәлек тормошта файҙалана белеүендәлер, тигән уй ҡалды.

Диктор яратҡан ҡыҙыл аш

Тәнзилә Үлмәҫбаева менән Әхәт Мортазиндың ғаилә усағында
Эре малдың күкрәк йәки ҡабырға ите, 3 картуф, 2 кишер, 3 баш һуған, 300–400 грамм кәбеҫтә, бер ҡалаҡ он, 1 помидор, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе, 2 ҡыҙыл сөгөлдөр, лавр япрағы, самалап тоҙ, шәкәр, көнбағыш майы, йәшел әнис һәм ҡаймаҡ кәрәк буласаҡ.
Итте бешерергә ҡуябыҙ. Яҡшылап йыуылған һәм тышы әрселгән сөгөлдөр менән кишерҙе туҡмаслап турайбыҙ. Сөгөлдөрҙө майлы табаға һалып, самалап тоҙ, шәкәр, 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 1 ҡалаҡ аш һеркәһе өҫтәп, еңелсә ҡурабыҙ. Бер аҙҙан ярты стакан һурпа йәки ҡайнаған һыу ҡойоп, артабан быҡтырабыҙ. Туҡмаслап туралған кишерҙе айырым табала ҡыҙҙырабыҙ, һуңынан шаҡмаҡлап ҡырҡылған һуған өҫтәйбеҙ. Һурпа тоноғораҡ килеп сыҡһын өсөн табалағы кишер менән һуғанға һурпала туғылған бер ҡалаҡ ондо ҡушып болғатабыҙ.
Ит бешеп сыҡҡас, уны һоҫоп, ашҡа шаҡ­маҡлап туралған картуф һәм туҡмаслап ҡырҡылған кәбеҫтәне һалабыҙ. Кишер менән һуғанды ла шунда ауҙарабыҙ. Ҡалған бер баш һуған аш бешеп сығыр алдынан һалына. Тышы еңел әрселһен өсөн помидорҙы бе­рәй минутҡа ҡайнар һыуға төшөрөп алабыҙ. Уны ла шаҡмаҡлап турап, ашҡа өҫтәгәс, табалағы сөгөлдөрҙө кәстрүлгә бушатабыҙ. Лавр япрағы һалып ебәрергә лә онотмайбыҙ. Иң һуңынан ваҡлап туралған йәшел әнис өҫтәлә. Аш табынға ит киҫәктәре һәм ҡаймаҡ менән тәҡдим ителә.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook