Баш мөхәррир студенттар менән осрашты
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, билдәле шағирә Йомабикә Ильясова менән осрашыу үткәрҙе. Сара “Башҡортостан ҡыҙы” журналының юбилейына арналды. 1968 йылдың ғинуарында тәүге һаны донъя күргән баҫма быйыл 45 йыллығын билдәләй.
Осрашыуға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы студенткалары килгәйне. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы журналдың тарихы хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, уның элекке һәм хәҙерге геройҙары тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Журналдың тәүге баш мөхәррире Кәтибә Кинйәбулатова, редакцияла ошо 45 йыл эсендә эшләгән баш мөхәррирҙәр, баҫманың тәрән йөкмәткеле булып сығыуына ҙур өлөш индергән хеҙмәткәрҙәрҙән билдәле шәхестәр – мәшһүр Рәми Ғарипов, яратҡан шағирәләребеҙ Фәүзиә Рәхимғолова, Әнисә Таһирова, Тамара Юлдашева һәм башҡалар тураһында һөйләгәнде лә ҡыҙҙар ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы.
Ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ғаиләгә тип тәғәйенләнгән баҫма, әлбиттә, йәш ҡыҙҙарҙың иғтибарын йәлеп итерҙәй темаларға ҙур урын бирә. Осрашыуға килгән студенткаларҙы ла күпселек йәштәргә хас һорауҙар ҡыҙыҡһындыра, тулҡынландыра. Йәшлекте мөхәббәтһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ғаиләлә үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең ата-әсәһе менән мөнәсәбәттәрендә лә һорауҙар тыуып тора. Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы тормоштан алынған бик күп ғибрәтле һәм фәһемле хәлдәр тураһында һөйләне, ҡыҙҙарҙы ҡыҙыҡһындыра торған темаларға күҙәтеүҙәре, фекерҙәре, һығымталары менән уртаҡлашты һәм осрашыуҙың башынан аҙағынаса үҙенең һәр һүҙен диҡҡәт менән тыңлауҙарына өлгәште.
Кисә һуңында журнал тураһында викторина үткәрелде, һорауҙарға дөрөҫ яуап биргән ҡыҙҙар баҫманың календары менән бүләкләнде. Төркөмдө ойоштороп алып килгән кураторға журнал эмблемаһы баҫылған футболка бүләк ителде. Осрашыу аҙағында шағирә Йомабикә Ильясова бер нисә шиғырын уҡыны.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре “Башҡортостан ҡыҙы” журналына арнап күргәҙмә әҙерләгәйне. Унда ҡуйылған материалдар ҙа осрашыуға килгән йәштәрҙең оло иғтибарын яуланы.
Китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡ бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова осрашыуҙы йәнле итеп алып барҙы.

Һүрәттәрҙә: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге китапханала БДПУ студенткалары менән осрашыу бара.
Александр Данилов фотолары.
Александр Данилов фотолары.
Теги: