
Рәсәй матбуғаты көнө айҡанлы уҙған йылда бигерәк тә емешле ижад иткән гәзит-журналдар һәм теле-радио компаниялар вәкилдәрен тәбрикләү булып уҙҙы. Байрамда журналистар араһында үткәрелгән ижади конкурстарға ла йомғаҡ яһалды. Барлығы 50-нән ашыу редакция коллективы һәм ҡәләм оҫтаһының эштәре билдәләнеп, уларға бүләктәр тапшырылды. Журналыбыҙ коллективы ла Башҡортостан Республикаһында киң мәғлүмәт сараларында хәйриәлек темаһын яҡтыртыу конкурсында икенсе урынды алып, Дипломға лайыҡ булды.