Ҡотло булһын Яңы йыл!

Бер нисә көндән Башҡортостан Республикаһы Ҡатын-ҡыҙҙар союзы һәммәбеҙҙе лә отчет-һайлау конференцияһына йыйҙы. Килеп инеү менән, Ишембай, Учалы, Әбйәлил, Салауат, Стәрлетамаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Белорет, Мәләүез, Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре уратып алып: “Беҙ йөкләмәне үтәнек”, – тип һөйөнсөләй, үҙҙәренең йөҙө балҡып тора. Рәйесебеҙ Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанованың оранын дәррәү күтәреп алған ҡатын-ҡыҙҙар советтарына рәхмәт тойғоһоноң сиге юҡ. Улар журналыбыҙҙың ҡотон һаҡлап ҡалды. Сөнки бәләкәй генә юғалтыуҙан да ырыҫ кителә. Ә инде ошо ҡоттоң, яҙған мәҡәләлєребеҙгә түгелеп, барса Башҡортостан буйлап таралыуы күңел бәрәкәте, күңел бөтөнлөгө тыуҙыра.
Яҡшылыҡ бит ул ҡояш кеүек. Миҙгел һәм тәбиғәт торошона ҡарамайынса, көн һайын күккә ҡояш күтәрелә. Уның шифалы нурҙары арҡаһында ер гөл-сәскәгә күмелә, еләк һәм иген бешә, йәшәү дауам итә. Һәр заманда ла изгелек тә кешеләрҙең араларын яҡтырта, ябай ғына көндәргә балҡыш өҫтәй.
“Ҡотло булһын Яңы йыл”, – тибеҙ. Әсә һөйөүе – бала бәхете. Әсәнең ҡотло ҡулдары – бал да, май ҙа, икмәк тә, гөл дә. Дан һеҙгә, ҡатын-ҡыҙҙар!
Йомабикә ИЛЬЯСОВА.
Теги: