Әсәһенә бәғерһеҙ балалай булмаһаҡсы

Эйе, Башҡортостанда ла, Рәсәйҙә лә байтаҡ осор тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға иғтибар бүленмәне, артабан да шулай дауам итһә, бының ниндәй эҙемтәләргә килтеререн күҙаллауы ла мөмкин түгел. Һәм быйылғы йылдың тотош илдә, шулай уҡ республикабыҙҙа Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителеүе туған тәбиғәтебеҙҙең ҡото бөтәйтелеренә күңелдәрҙә оло ышаныс уятты.
Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға 2013 йылға Мөрәжәғәтнамәһендә тәбиғәтте һаҡлауға өҫтөнлөклө иғтибар бирҙе, был тәңгәлдә мөһим бурыстарҙы билдәләне. Әлбиттә, сәнәғәт предприятиеларының һауа-һыуҙы бысратыуына сик ҡуйыу, заманса таҙартыу ҡоролмаларына күсеү кеүек мөһим сараларҙы хәл итеү – дәүләт ҡарамағында. Ә беҙ, йәмәғәтселек һәм кешеләр, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға ниндәй өлөш индерә алабыҙ һуң? Ожмахтай матур еребеҙҙе вәхшиҙәрсә файҙаланыуҙы туҡтатыуыбыҙ ҙа уға тере һыу һибеүгә бәрәбәр булыр ине. Ҡулыбыҙҙан килгәнде башҡарғанда – һәр беребеҙ үҙе йәшәгән ауыл эргәһендәге йылға-күл буйҙарын, шишмәләрҙе таҙартыуға ҡушылғанда, сәхрәләрҙә ял иткәндә артыбыҙҙан сүп-сар өйөмө ҡалдырмағанда ла тәбиғәтебеҙ иркен һулап ҡаласаҡ.
Тәбиғәткә ҡаршы барып, әҙәм балаһы үҙенең тереклек итеү юлын быуа. Иң мөһиме – ошо төшөнсәне балаларға төшөндөрөү, уларға ошо юҫыҡта өлгө күрһәтеү. Мәҫәлән, Әлшәй Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда башҡарылған матур эштәр бар ерҙә лә уҙғарылһа, йәш быуын был мәсьәләне йөрәгенә һеңдереп үҫер ине. Тыуған яҡты өйрәнеү һәм туризм түңәрәктәренә йәлеп ителгән мең ярымдан ашыу үҫмергә бында йәнтөйәктең матурлығын асып ҡына ҡалмайҙар, уны күҙ ҡараһылай күреп ҡәҙерләргә лә өйрәтәләр. Дим буйлап һалда йөҙгәндә, походтарға сыҡҡанда, урман-ҡырҙарҙы ҡыҙырғанда улар тәбиғәттең һәр күренешен ҡабатланмаҫ мөғжизә күреп ҡабул итә. Күптәре күргәндәрен, өйрәнгәндәрен ғилми-тикшеренеү эштәрендә сағылдыра, был хаҡта ата-әсәләренә, туғандарына һөйләп, күңелдәренә һалынғанды уларға ла еткерергә тырыша. Яҙлы-көҙлө Дим буйҙарын йыйыштырыуҙа түңәрәккә йөрөүселәр генә түгел, башҡа уҡыусылар ҙа ҙур теләк менән ҡатнаша.
Хәтерегеҙҙәлер, совет заманында уҡыусылар күп сараларға, шул иҫәптән, “Шишмә” операцияһына йәлеп ителгәйне, пионерҙар шишмәләрҙе тәртипкә килтерә, өмәләргә сығып, яр буйҙарына, юл ситтәренә ағастар ултырта торғайны. “Ниңә бөгөн ҡабаттан “Тәбиғәтте һаҡлау” йәмғиәттәрен тергеҙмәҫкә?” – тиелә Мөрәжәғәтнамәлә.
Беҙ гражданлыҡ йәмғиәте тураһында күп һөйләһәк тә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның, ғәмәлдә эшләгәндә, ниндәй оло көскә эйә була алыуын баһалап еткермәйбеҙ. Ә ғаиләнең абруйын күтәреү, халыҡты айыҡ тормошҡа йәлеп итеү буйынса ғәжәйеп һөҙөмтәле эштәр атҡарған ҡатын-ҡыҙҙар советтары был тәңгәлдә сағыу өлгө булып тора бит! Тәбиғәтте һаҡлау эшенә лә йәмәғәт ойошмаларын, мәҫәлән, ветерандар советтарын, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар ҡорҙарын йәлеп итеү ҙур файҙа бирәсәк. Һәм, әлбиттә, үҙ ҡарамағындағы биләмәләрҙе ҡырағайҙарса мөнәсәбәттән һаҡлау урындағы хакимиәттәрҙең туранан-тура бурысы булып тора. Ер-һыуын һөйөүселәрҙе бер көс итеп туплап, уны ҡурсалауҙы ойоштороу өҫтәмә сығымдар талап итмәй ҙә баһа. Беҙ йәшәгән төйәк бөтөнлөгө, ҡото бары тик үҙебеҙҙең ҡулда, ситтәр килеп, уны ҡайғыртмаҫ.
... Тәбиғәттән айырылған кешеләр Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип нарыҡланған йылда үҙен уның бер балаһы икәнен иҫенә төшөрһә ине. Әсәһенән бөтә йәшәү көсөн алып, үҫеп еткәс, уны ҡайғыртырға онотҡан бәғерһеҙ бала һымаҡ булмаһаҡсы.
Теги: