...Ҡаҙ мамығы яуа тын ғына...

 ...Ҡаҙ мамығы яуа тын ғына...
Яңы яуған ҡар өҫтөнән
Ҡаҙҙар лап-лап үттеләр.
Ҡыҙыл тәпәйҙәре менән
Йондоҙ яһап киттеләр.
Бына ошо матур күренештең дауамы һымаҡ ҡабул ителә ҡаҙ өмәләре. Һыу буйҙарын ябып ҡаңғылдашып йөрөгән ҡаҙҙар муллыҡ, байлыҡ билдәһе булып хужаларҙың келәттәренә эленер, бала-сағалар, туған-тыумасалар, ҡунаҡтар менән бергәләшеп имен-аман ашарға яҙһын, тигән теләктәр ҡушылыр... Ололар ҙа бит юҡҡа ғына: “Көткән малың көнөңә яҙһын”, – тимәйҙәр. Хәҙерге заманда күҙ төбәп көткән мал-тыуарыңды, ҡош-ҡортоңдо теүәл генә кәртәгә индереүе лә, ай-һай, ҡатмарлашып китте. Әминевтарҙың йортонда ҡаҙ өмәһе ойошторолоуын ишетеп, ауылдың иң егәрле ҡатын-ҡыҙҙары: Венера еңгә Дауытова, Фирҙәүес апай Биккинина, ҡәйнәһе Миңнегөлсөм апай, килендәрҙән Резеда Ғүмәрова һәм Гүзәл Аҫылғужиналар йүгерешеп килеп тә еттеләр.
Был күңелле лә, мәшәҡәтле лә эштең көн оҙонона һуҙылырын бел­гән ҡатындар өйҙә ҡалған ғаилә ағ­заларына төшкө ашты ла тәрбиәләп ҡалдырғандар: кемдер аш өлгөрт­кән, кемелер бәрәңге бешергән.
– Йә, бисмиллағыҙҙы әйтегеҙ ҙә, башланыҡ, – тип ҡәйнә кеше фатиха биргәс, ике һуҡыр күргәнсе, икендегә еткәнсе, тип дәррәү эшкә лә тотондолар.
Өмәселәрҙең иң олоһо Миңнегөлсөм апайға – 73 йәш, Венера еңгәгә – 69, Фирҙәүес апайға – 56, Резедаға – 50, Гүзәл киленгә 35 йәш булып киткән икән. Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыусы ҡатындар тап ошолар инде. Ирҙәре менән бер булып донъя йөгөн тартҡан ауыл ҡатындары улар.
“Ике бөртөк ҡаҙыңды йолҡоша алһам, үҙе шәп”, – тип килгән ҡәйнәһе Гөлсөм апай дөйөм күтәренкелек, дәрт тәьҫире аҫтындамы, ете ҡаҙ йолҡоп ташлаған. Уңған ҡулға эш түҙмәй шул. Ҡаҙҙарҙы йолҡоп бөткәс, уларҙы көйәнтәләргә элеп, йырлай-йырлай йылғаға юл тоттолар.
Йылы ул ҡыш көнө Нөгөш һыуҙары. Ғәлимә апайҙың был һуҡмаҡтан нисәнсе тапҡыр юлланыуылыр инде. Ошо һыу буйҙарын, башҡа бер ауылға ла оҡшамаған, ғорур тауҙар, ҡуйы урмандар араһына һыйынып ултырған йәмле Ғәлиәкбәр ауылын үҙ итеп, 30 йыл ошонда ғүмер итә.
Талғын ғына яуған ҡар бөртөктәре өмәселәрҙең биттәренә, керпектәренә ҡағылып ирене. Нөгөштә ҡаҙҙарҙы сайҡап алған ҡатын-ҡыҙҙар иһә сыр-сыу килеп мәрәкәләшеп, көлөшә-көлөшә ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Ә өйҙә күптән табын әҙер инде. Һөҙлөк ҡойоп, һәр береһенә
өлөш­ләп ҡаҙ ите һалынған тәрилкәләр өҫтәлдән урын алды. Табын матур теләктәр, күңелле әңгәмә аҫтында дауам итте. Өмәселәрҙе бер аґ ѓєжєплєндергєн хәл дә булып алды.
 ...Ҡаҙ мамығы яуа тын ғына...
– Туҡтағыҙ әле, мин һеҙгә бер ћµйµнсµ әҙерләгәйнем, нисек ҡабул итерһегеҙ инде, – тип Ғәлимә ҡулына ниндәйҙер ҡағыҙҙар тотоп килеп сыҡты ла, ҡатын-ҡыҙҙар янына килде.
– Мин һеҙгә шундай ҙур эшемде атҡарышҡанығыҙ өсөн рәхмәт йөҙөнән үҙебеҙ яратып уҡыған “Башҡортостан ҡыҙы” журналына 2013 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу квитанциялары бүләк итергә булдым. Ҡул һебәһенә булыр, – тине хужабикә.
Бындай көтөлмәгән бүләкте өмәселәр бик шатланып ҡабул итте. Баҡһаң, дүртеһе лә әле яҙылып өлгөрмәгән булған икән, ҡыуанып киттеләр. Ҡыуанмай ни, шундай шәп журнал да инде ул. Ҡәйнәһе яҙылған булған икән, шулай булһа ла, берәйһенә бүләк итерһең, тип уға ла бирҙе.
“Аҡыллыға – ишара” тигәндәй, бәлки, был башланғысты бүтәндәр ҙә күтәреп алыр. Ғәлимә арҡаһында тағы биш ҡатын-ҡыҙ алты ай буйына рәхәтләнеп “Башҡортостан ҡыҙы”н уҡыясаҡ. Ә Ғәлимә улар таҙалашып биргән ҡаҙҙар менән бала-сағаларын, туған-тыумасаларын һыйлар.
Әйткәндәй, Ғәлимә үҙе журналыбыґґы һигеҙ йәшенән яратып уљый. Беренсе һанынан алып. Журнал тышында йылмайып торған Зөһрә Бәхтизина уға ул мәлдә донъялағы иң һылыу ҡыҙ булып күренгән. Әсәһе Ғәрифә апай мәрхүмә лә бик аңлы, уҡымышлы ҡатындарҙың береһе ине. Өфөлә уҡып йөрөгән Сания һеңлеһе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн яңы журнал сыға башлаясағы тураһында әйткәс, Ғәрифә апай барып яҙылып та ҡайта. Бына хәҙер 44 йылдан ашыу инде Исламбай ауылы ҡыҙы, Ғәлиәкбәр ауылы килене Ғәлимә Хәйретдин ҡыҙы Әминева журналдың айырылмаҫ дуҫы.
Бына шулай, Ғәлиәкбәрҙә халҡыбыҙҙың матур йолалары ла онотолмай, яңы башланғыстарға ла юл һалына. Халҡыбыҙҙың матур йолаларының береһе булған өмәләр беҙҙә гөрләп үтә. Тимәк, ауыл йәшәй, үҫә.
Ғәлимә һәм Иҙел Әминевтарҙың матур ғаиләһе күптәргә үрнәк булырлыҡ.

Ләлә БАЙМОРАТОВА.
Бөрйән районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook