"Бөтәһе лә һәйбәт булыр..."

"Бөтәһе лә һәйбәт булыр..."“Мәрхәмәт “ – ике йыл ярым элек ойошторолоп, республикабыҙҙа эшмәкәрлеген киң йәйелдереп өлгөргән хәйриә-мәғариф фонды шулай тип атала. Уның өс төп йүнәлеш буйынса эшләүе: һәләтле балаларҙы асыҡлап, таланттарын үѕтерергє булышлыљ күрһәтеүе, етемдәр һәм ауыр йәшәүсе ғаиләләрҙәге балалар хаҡында хәстәрлек күреүе, ҡаты ауы­рыуѓа тарыған сабый ћєм үѕмерґєргє дауаланыу алырға ярҙам итеүе хаҡында беҙ журналыбыҙ биттәрендә бәйән иткәйнек инде. “Мәрхәмәт” ошо ваҡыт эсендә үҙе тирәләй әллә күпме мәрхәмәтле кешеләрҙе туплап, йөҙҙәрсә балаға ярҙам иткән. Сибай ҡалаһында йә­шәүсе дүрт йәшлек Дима Кокотюха ла – фонд хәстәрлеген тойған бєлєкєстєрґењ береһе.
“Көндөҙ суп та суп имеп, мыш-мыш йоҡлауҙан башҡаны белмәгән сабыйым төндә ҡапыл ғына ярһып-яр­һып илай башланы. Үҙенең тәне ут ке­үек – ҡул тейҙерерлек түгел. Төнө буйы ҡайнар йомарсағымды ҡулдарымда бәүелтеп йөрөттөм дә иртәнгә табан “ашығыс ярҙам” саҡырттым. Машина­ла китеп барабыҙ, улым – ҡосағымда, үҙемде көйләйем: “Бәләкәй балалар иламай, сирләмәй буламы! Бына хә­ҙер дауаханаға барып етербеҙ. Улы­ҡайымдың ниңә илауын асыҡларбыҙ. Бөтәһе лә һәйбәт булыр...” Дүрт йыл элек – бер айлыҡ сағында Диманың ауырып китеүен әсәһе Юлия шулай тип хәтерләй. Йәш ҡатын баш осонда ҡара болоттай ҡуйырып бәлә килеүен тойоп, уны шул һүҙҙәр менән таратыр­ға теләй: “Бөтәһе лә һәйбәт булыр!” Балаһының хәле ҡыл өҫтөндә торған саҡтарҙа был һүҙҙәрҙе аҙым һайын ҡабатлап йөрөгән әсә тап шулай буласағына бер минутҡа ла шикләнмәй һәм уларҙың ҡөҙрәтле һүҙҙәр булыуына ышана. Был ышаныс керпек ҡаҡмай үткәргән ҡараңғы төндәрен яҡтырта, ғәзизгенәһенең һауығыуы өсөн артабан көрәшергә көс өҫтәй.
...“Баланың эсәктәре уралған” – ул саҡта туҡтамай илауҙан һыны ҡатҡан бәпесте тикшереп, табиптар шундай фекергә килә. Дауалай башлайҙар. Ләкин сабыйҙың хәле һәйбәт­ләнмәй, киреһенсә, насарая бара. Ә биш көндән, иртәнге сә­ғәттәрҙә аяҡ-ҡулы тартышып, бөтә тәнен көҙән йыйыра башлағас, ашы­ғыс рәүештә Өфөгә оҙаталар.
"Бөтәһе лә һәйбәт булыр..."
– Республика балалар клиник дауаханаһына килеп инеү менән, беҙҙе компьютер томографияһы үтергә ебәрҙеләр. Тикшерелеп, лифтта кил­гәндә ҡосағымдағы сабыйым бөтөн­ләй быуынһыҙ булып таралды ла төштө. Күҙ асып йомғансы зәңгәр төҫкә инде. Беҙҙе оҙатып йөрөгән шәфҡәт туташы баланы ҡулымдан тартып алды ла реанимацияға йүгер­ҙе, – тип иҫенә төшөрә Юлия Диманы мәңгегә юғалта яҙған көндө.
Кескенә йөрәге тибеүҙән туҡтаған бала ғүмере өсөн табиптар күпме көрәшкәндер, әсә әйтә алмай. Реанимация бүлегенең ишеге төбөндә мәңгелектең үҙе кеүек һуҙылған сәғәттәрҙә улы менән үҙе бергә үлеп терелгәндәй була. Ғүмер биргән йән менән бергә үҙ йәне лә теге донъяла булып ҡайтты, тиерһең.
Бәләкәстең баш мейеһе ялҡын­һынған – энцефалиттың ауыр төрө тигән диагноз ҡуялар баш ҡала дауа­ханаһында. Сабыйҙың күҙе асылып, бер аҙ хәл ингәс, ундай сирҙәрҙе дауалау буйынса махсуслашҡан психоневрологик дауаханаға ебәрәләр. Церебраль фалиж (ДЦП), тетрапарез, үҫеш буйынса артта ҡалыу – Диманың ғүмерен өҙә яҙған ауырыу эҙемтәләре бөгөн шулар.
Диманың Владик исемле ағаһы бар. Ул ике йәшкә өлкәнерәк. Бәләкә­йерәк сағында ҡустыһы менән бергә уйнағыһы, һикергеһе килгән мәлдәр­ҙә: “Ни эшләп минең туғаным һаман атламай?” – тип һорай торған булған. Сабыр ғына итеп: “Ул әле ауырый, ләкин тиҙҙән һауығасаҡ”, – тип аңлат­ҡас, ул, бергәләшеп футбол уйнарбыҙ, кемуҙарҙан йүгерербеҙ, тип көтә һәм ҡустыһы хаҡында ағайҙарса хәстәрлек күрергә тырыша: яратҡан йәнһүрәтен ҡуя, уйынсыҡтарын килтереп бирә, үҙенә тигән тәмлекәстән өлөш сығара...
Йәш ғаилә Юлияның ата-әсәһе менән бергә уларҙың Сибай ситен­дәге шәхси йортонда ғүмер итә. Өл­кән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, Раиса Төхвәт ҡыҙы һәм Салауат Ғәбди улы балаларына ҙур терәк – эштә саҡтарында Диманы ҡарап-тәрбиә­ләп тороусы улар. Бар ғаилә бер маҡ­сат – Диманы аяҡҡа баҫтырыу ниәте менән янып йәшәй һәм уның бәләкәй генә алға китешен дә ҙур еңеү тип ҡабул итеп ҡыуана. Мәҫәлән, быйыл өс тапҡыр Һамар ҡалаһындағы реаби­литация үҙәгендә дауаланып ҡайтҡандан һуң малайҙың хәле күҙгә күренеп яҡшырған. Дүрт йәшенәсә бер аҙым да яһамаған бала, ҡанаттарын елпеп осорға талпынған дәртле ҡошсоҡтай, атларға уҡтала, ләкин көсһөҙ аяҡтарының хәле самалы. Алдынғы ысулдар ҡулланыусы был үҙәктә аяҡҡа баҫыу өсөн йылына кәмендә өс тапҡыр дауаланырға кәрәк. Диманың әсәһе менән атаһы унда ике мәртәбә барырға ярҙам иткән “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондына рәхмәттәр уҡып бөтә алмай. Өсөнсө тапҡырында үҙ иҫәбенә баралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тау-байыҡтырыу комбинатында эшләүсе ғаилә башлығы Виталийҙың һәм ҡала мәҙәниәт бүлеге юрисы Юлияның артабан үҙәктә дауаланыу, унда йәшәү сығымдарын күтәрерлек мөмкинлеге юҡ. Табыштарының байтаҡ өлөшө Димаға дарыуҙар алыуға китеп тора.
Дима – ғәжәйеп зирәк һәм бар нәмәне нескә тойоусы малай. Тор­ғаны кескенә ҡояш кеүек сабыйҙың тормошто яратыуына, йәшәү көсөнә таң ҡалырлыҡ! Ул үҙенең башҡа бала­лар һымаҡ түгеллеген белмәй түгел, белә, әлбиттә. Тиҫтерҙәренең эргәлә кемуҙарҙан ярышып йүгереүен, һике­рә-һикерә уйнауын ул моңһоу ғына күҙәтә һәм тиҙҙән үҙенең дә уларға ҡушыласағына ышана.
“Бөтәһе лә һәйбәт буласаҡ!” – әсәһенең наҙлы тауыш менән ярым бышылдап ҡабатлаған был һүҙҙәрен йөҙ тапҡыр ишеттеме икән, мең тап­ҡырмы?!. Ҡөҙрәтле һүҙҙәр әсә һәм бала күңелендә уятҡан илаһи өмөттө һүндермәҫлек, ысынбарлыҡтағы бәхеткә әйләндерерлек ниндәй көс бар икән донъяла? Ул – миһырбанлыҡ. Балаларының ерҙә үҙ аяҡтары менән дөпөлдәтеп баҫып йөрөүенең иң оло бәхет булыуын, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер сабыйҙарҙың унан мәхрүм икәнен белгән ата-әсәләрҙең, Хоҙай ярҙамы менән мал туплап, гµнаһһыҙ йәнгә ярҙам итеүҙең сауап ҡына икәнен аңлаусы хәлле бәндәләрҙең миһырбанлығы. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Дима Кокотюхаға аяҡҡа баҫырға ярҙам итергә теләүселәр “Мәрхәмәт” хәйриә-мәғариф фондына түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итә ала: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 104.

E-mail: [email protected]
Сайт: fond-marhamat.ru
Президент БОФ Гареева
Айгуль Рашидовна.
Реквизиттар:
450006, Республика
Башкортостан, г. Уфа, ул.
Цюрупы, 104.
ОГРН 1100200003584, ИНН 0274990303, КПП 027801001
Расчетный счет 40703810800000000021 в ООО “ПромТрансБанк”
Корр./счет 30101810000000000846
БИК 048073846
ИНН банка 0274045684
КПП банка 027801001
Наименование платежа:
благотворительное пожертвование для Кокотюха Димы.
Альмира КИРӘЕВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook