«Ҡыйырһытма йәнемде, Себер»

«Ҡыйырһытма йәнемде, Себер»Арыҫландай ир уҙамандарыбыҙ “оҙон аҡса” артынан ҡыуып, Себер тарафтарында бил бөккәндә, күпме бала атай иғтибарынан, һөйөүенән мәхрүм үҫә. Ә меҫкен ҡатындарҙы күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Һуғыш йылдарындағы кеүек оло фиҙакәрлек, сабырлыҡ менән донъя йөгөн үҙ иңдәрендә тарта улар. Бөтөн Рәсәй төшөнкөлөклө осор кисергәндә, дөйөм өмөтһөҙлөк, һағыш ғазабы ғаиләләребеҙгә үтеп инеп, уларҙы эстән ағыулай, эстән емерә. Ҡатындар ике-өс айлап ирҙәрен күрмәй, ҡайһы бер көслө зат вәкилдәре ярты йыллап вахтала эшләй. Яңғыҙлыҡ тойғоһонан, донъя мәшәҡәтенән зар-интизар булған ҡатындар эскелек ҡоллоғона батҡанын үҙҙәре лә һиҙмәй ҡала. Себер “ћөргөнө” ир-аттарҙың һаулығына зыян килтерә, ғаилә мөнәсәбәттәрен ҡатмарлаштыра, ир менән ҡатын араһындағы йылылыҡты һыуыта, ышанысты һүрелтә. Ғаилә нигеҙен тәшкил иткән рухи ҡиммәттәр юғала. Йыш ҡына “ҙур аҡса”лар ҙа бәхеттең ысын хаҡын аҡламай. Райондарҙа командировкала йөрөгәндә, төрлө хәл-ваҡиғаларҙы ишетеп, бер нисәүһен һеҙҙең иғтибарға бәйән итмәксемен. Мәҡәлә геройҙарының үтенесе буйынса, исемдәр үҙгәртеп алынды.

“Ҡараңғы төндәремде яҡтырт, бәғерем”
Рима йоҡоһонан уянды ла, бумалалай туҙған сәсен битенән һыпырып, стеналағы иҫке сәғәткә күҙ һалды. Уныһы ла инәлтеп кенә эшләй – туҡтап йә артҡа ҡалып маҙаға тейә. Көн яҡтырған, һарайға сығып, мал-тыуарҙы ҡараштырып инергә кәрәк. Ҡышын һалҡында йылы юрған аҫтынан баш ҡалҡытҡы килмәй. Бөгөн-иртәгә ире ҡайтырға тейешлеге ҡа­пыл хәтеренә төштө, тиҙ генә торорға теләгәйне лә, тик ауыртынған тәнен ҡуҙғатырға көсө етмәне. Хәйер, тағы бер аҙ ятып торор ҙа, малдарҙы ашатып, өйөн ялтыратып йыйыштырып ҡуйыр. Күҙҙәрен йомоу менән иҙрәп йоҡоға талған ҡатын ишек шаҡығанға һиҫкәнеп уянып китте. Төшмө был өнмө, тип шаңҡыбыраҡ ултырҙы. Күршеһе Ләй­ләнең тауышын аңғарып, күҙҙәре томаланған, яңы тыуған быҙауҙай эләгә-бәүелә ишек яғына тәнтерәкләне. Тупаҫланып ҡатҡан бармаҡтары менән ишектең элмәсен эләктереп асты.
Үткән йыл ире бүләк иткән йоҡа ебәк күлдәк өҫтөнә таушалып бөткән фуфайка эләктергән Ләйлә Риманы этеп тигәндәй түргә үтте. “Эй-эй, әхирәт, оҙаҡ йоҡо һимертәһең – яңғыҙыма күңелһеҙ, һинең менән гәпләшеп алһам да еңелерәк булып китә торған”, – тип һөйләнә-һөйләнә, ҡуйынына йәшергән ялтыр шешәне өҫтәлгә ултыртты. Ләйлә, әлегә йәш булғанғамы, бирешмәй. Йөҙҙәре лә, тулған айҙай, алһыу ғына. Балаларын ҡарарға ла, өй-биләмәһен таҙалыҡта тоторға ла өлгөрә-өлгө­рөүен. Ә Рима һуңғы йылдарҙа биреште: биттәре ослайып ябыҡты, һырҙары тәрәнәйҙе, йөҙөнән нур ҡасты, һағышлы ҡарашына мәғәнә­һеҙлек, битарафлыҡ һөрөмө яғылды.
Донъя йөгөн тартырға теләге лә, хәле лә ҡалмағанын көндән-көн тәрә­нерәк тоя барҙы ул. Әле лә көҙгөләге сағылышын күреүҙән тертләп китте, йөрәге һулҡылдап типте: ҡаршыһында бите буп-буҙ булып шешенгән, сәстә­ре кейеҙгә, үҙе йолҡошҡа әйләнгән бер ҡатын-ҡыҙ йораты баҫып тора ине. Кем ул? Кем уны ошо имәнес хәлгә төшөргән? Үҙе лә был ғәмһеҙ ысынбарлыҡтан ҡотолорға әмәл юҡлығын күптән аңлаған булһа кәрәк. Юғиһә, әҙ генә булһа ла көс табып, өҫ-башын ипкә килтерер ине, исмаһам. Үҙ тормошон үҙе емергән бәхетһеҙ заттың шатланырға бер генә сәбәбе бар хәҙер: ялтыр шешә! Ҡы­йырһытылған, өшөгән, һүрелгән күңе­лен йылытҡан был эсемлек зәм-зәм һыуына тиң. Әхирәттәр бер-ике стакан күтәреп һуҡҡандан һуң, ысынлап та, кәйеф­ләнеп китте. Рима күҙҙәрен иркә­ләгән һүрән генә ҡояш нурҙарына ҡыуанды, бәхетле үткәндәрен хәтеренә төшөрҙө. Йәшлеге, Хантимере, һөйөнөшөп балалар үҫтергәне яйлап күҙ алдынан үтте. Изге хәтирәләрҙән Риманың күңеле тулды. Ауыр алышта еңелгән йыртҡыстай, аҡырып-үкһеп, күҙ йәштәренә быуылды...
Рима менән Хантимер бер-береһен яратышып өйләнешә. Ата-әсәләре төрлө яҡлап терәк була – йорт күтәргәндә кәрәк-ярағын хәс­тәрләшә, ярҙамдан баш тартмай. Йәштәр үҙҙәре лә һынатмай, дәрт­ләнеп донъя көтә. Етеш, бөтөн, йәмле була тормоштары, әммә колхоз тар­ҡалып, ауылда эш ҡалмағас, Хантимер, таныш-тоноштарынан эш белешеп, Себер тарафтарына юллана. Ауылда иң затлы машина, иң алдын­ғы техника, иң заманса кейем – тәүҙә уларҙа була. Хәстәрлекле ата балаларын уҡытырға, һәйбәт эшкә урынлаштырырға бөтә көсөн һала. Төпсөк улын үҙе менән Себергә йөрөтә.
Риманың әллә ошо шатлыҡтан, муллыҡтан, сикһеҙ бәхеттән башы әйләнә, әллә балалары үҫеп, өйҙән сығып бөткәс, иренең янында булмауынан, яңғыҙлыҡтан ғазап сигәме? Йә бер, йә икенсе әхирәтенең, ҡултыҡ аҫтына шарап йә араҡы ҡыҫтырып, ҡунаҡҡа инеүе ғәҙәти күренешкә әй­ләнә. Үҙе лә кәштә аҫтында “запас” тота. Бик күңелһеҙләнеп китһә, үҙен сериалдарҙағы героиняларҙай хис итеп, зифаҡай буйлы гәлсәр һауытҡа ҡыҙыл шарап ҡойоп, яңғыҙы һемереп йөрөр була. Һуҡмыш йөрөгән саҡтары йышая. Яҡындарының киҫәтеүен ҡолағына ла элмәй. “Мин ниңә эскесегә әйләнәйем, үҙегеҙҙең башығыҙ эшләмәй, көнлә­шеп әйтәһегеҙ, – тип үпкәләр була. – Еҙнәгеҙ айҙар буйына ситтә, балалар үҙ тормошон ҡорған, хафаланаһы түгел. Эсеүем дә матур кәйеф, һаулыҡ өсөн генә”, – тип үҙен йыуата.
Хантимер ҡатынының алама ғә­ҙәткә бирелеүен тәүҙә һиҙмәй. Ҡайтыуыма шатланып, ҡунаҡ йыялыр, шуға күңелсәк йөрөйҙөр, тип уйлай. Алып ҡайтҡан аҡсаһының, төпһөҙ бизмәнгә ырғытылғандай, юғала барыуын тойғас ҡына, һиҫкәнә. Ҡатынына дауаланырға тәҡдим итеп ҡарай.
Хантимере уны юрамал кәмһетә, юҡҡа сығарырға маташа, тип бошона ул. Үкенесен, күңел һыҙланыуын араҡы менән йыуа. “Ата эсһә – ярты йорт, әсә эсһә – бөтөн йорт яна” ти халыҡ әйтеме. Ике ҡатлы мөһабәт йорт, элекке балҡышын юғалтып, тиҙ арала, ауыҙы мөршәйеп ултырған, ҡотһоҙ һарайға әйләнә. Тиҫтә йылдар Себерҙә бил бөгөп, сәләмәтлеге ҡаҡшай башлаған Хантимерҙең, көй­һөҙләнгән ҡатынын балалай әүрәтеп ултырырға бер ҙә теләге ҡалмай. Ул йыйған аҡсаһын, кейемдәрен алып, ауыл осонда йәшәгән йәш ҡатынға күсеп сыға.
Ә зарланырға әүәҫләнгән Римаға етә генә ҡала. Әхирәттәрен йыйып эсә, болара. Сәсен туҙҙырып, урам буйлап темеҫкенеп йөрөй. Хантимер, балаларының әсәһе өсөн ғәрләнеп, ашарына ла ташый, араҡыһын да алғылай. Юлда иҫереп ятһа, өйөнә алып ҡайта һала. Был ғибрәттән ғарҡ булған ир, йән әсенеүенә түҙә алмай, йәш ҡатыны менән ауылдан күсеп китергә мәжбүр була.
Эсеренә бөтһә, Рима бер аҙ айнып алғандай була. Келәтендә ҡалған бер нисә тауығын, һарайындағы һарыҡ­тарын ҡараштыра. Үҙе иҫерек саҡта, күрше-тирәһе йәлләп, уның малдарын ашатҡылай, һыуын да эсерә. Шул мәлдә, аҡылы алмашынғандай, иренең Себерҙән ҡайтыуын көтә башлай бисара ҡатын. Өйөн йыйыштыра, сәс­тәрен тарап үрә, йылы аш хәстәрләй. Быны белгән таныштары Римаға төр­лөсә ярҙам итергә тырыша: ит, икмәк, ярма, кемдер әсмуха сәй йәки шәкәр керетә. Ҡатын, элеккеләй оҫталыҡ менән табын ҡороп, майшәм яҡтыһы аҫтында иренең оҙон юлдан ҡайтыуын сабыр ғына көтә башлай. Бағаналары сереп, инде емерелә башлаған ҡапҡа­ны ел ҡуҙ­ғытһа ла, йөрәге ашҡынып, тәҙрәгә ташлана. Унда бер кем юҡ­лығын күргәндән һуң йөҙөнә моңһоу­лыҡ шәүләһе яғыла. Шулай ҙа, ышанысын һүрелтмәй, һағышлы ҡарашын йыраҡҡа төбәп, тәрән уйға тала. Өйҙә­ге берҙән-бер ҡәҙерле әйбер – сит­тәре алтын менән ялатылған, уртаһына пар күгәрсен төшкән Хантимеренең яратҡан тәрилкәһен ҡалтыранған ҡулдары менән ипләп кенә йәтешләп, ҡаршыһына ҡуя...

Себер “бүләге”
Тормошта ут кеүек сая, үткер ҡатындар була. Гөлбаныуҙы ла шундайҙар рәтенә индерергә мөмкин. Ауылдағы иң сибәр егеткә кейәүгә сығып, әхирәттәрен көнләштереп, туған-тыумасаһын һоҡландырып, гөл кеүек итеп, донъя ҡора йәштәр. Гөлбаныу, бәләкәйҙән иркә үҫкән­гәме, ғорур, маһайыусаныраҡ холоҡло: кейеме лә башҡаларҙыҡынан ҡупшыраҡ, йорто ла йыһазлыраҡ булырға тейеш уның. Әҙ генә ҡайтыш йәки кәм булыу уның булмышы өсөн хас түгел. Ауыл эргәһендәге ойошмала механик булып эшләгән иренең аҡсаһына мөрхәтһен­мәй, туҡтауһыҙ мыжыулай торғас, Илһам Себергә эшкә барырға хәл итә.
Бер нисә йыл эсендә йәштәр, ысынлап та, ярайһы ғына мөлкәт туп­лай: Илһам йорттарына төкәтмә, гараж һала, йорт-ҡураһын сынъяһау итеп ултыртып ҡуя, Гөлбаныуға еңел автомобиль һатып алып бирә.
Тик бына балаға уҙа алмауы ғына Гөлбаныуҙы ҡайғырта, йөрәгенә өмөт­һөҙлөк сатҡыһы һала. Ҡаланыҡы­ларҙан кәм булмаған етеш, иркен, яҡты, заманса йыһазландырылған йортта бала тауышы ғына яңғырамай. Ҡайһы бер ауылдаштарының, бәлә­кәй генә өйҙә лә, итәк тултырып бәпәй табыуҙарына, шаулашып-гөр­ләшеп, бәхетле йәшәүҙәренә йәне әсей. Юҡ, уларға насарлыҡ теләмәй ҡатын, бары үҙенең тулы бәхеткә лайыҡ булып та, Хоҙай мәрхәмәтенә ирешә алмауына күңеле әрней.
Табиптар йәш ҡатынға ире менән бергә баш ҡалала тикшерелеү үтергә кәңәш итә. Анализдар әҙер булғас, йәштәрҙе махсус бүлмәгә саҡыралар. Ҡаштарын йыйырған, башын аҫҡа эйгән табипты күреү менән Гөлбаныуҙың йөрәгенә шом йүгерә.
“Һеҙгә нисек итеп аңлатырға икән, ундай осраҡтар беҙҙә бик һирәк була, – язаға хөкөм сығаралармы ни, табип тауышындағы ҡалтырауыҡ, йәш ҡатындың күкрәгенә ҡаҙалған осло хәнйәр­ҙәй, бөтә тәнен ҡанһырата, әйтерһең. – Үкенескә ҡаршы, һеҙҙе ҡыуандыра алмайым. Киреһен­сә, хәбәрем күңел­һеҙ. Тәүҙә үҙебеҙ ҙә ышанмайынса, ҡанығыҙҙы бер нисә тапҡыр алдыҡ. СПИД-ҡа анализдарығыҙ ыңғай һөҙөмтә күрһәтә”.
Гөлбаныу ҡапыл баҙап ҡала. Әйт­кәндәрҙе дөрөҫ аңламайымдыр тип, бер Илһамға, бер табипҡа ҡарап, күҙ­ҙәренән ысын яуап эҙләй. Ләкин улар­ҙан бөркөлгән йән өшөткөс һалҡындан тәне бәлйерәп төшә. “Ғүмерҙә нәҫел-нәсәбебеҙҙә булмағанды, хатта ишетмәгәнде, ҡайҙан килеп сыҡһын ул сир беҙҙә – яңылышаһығыҙҙыр”, – тип кенә әйтә ала...
Баҡтиһәң, Себерҙә эшләгән са­ғында Илһамы бер мәрйәгә әүрәп, шуның менән йәшәгән. Ылыҡтырғыс һылыу ҡатындың, ситтән килгән ир-аттарҙың күңелен күргән, тәжрибәле фәхишә икәнен белмәгән. Ирҙәрҙең йән көсөн генә түгел, аҡсаһын да һурған әшәке ҡатындың бүләге икән был сир.
Балҡытып донъя көтөрҙәй, сәлә­мәт балалар үҫтерерҙәй йәштәрҙең бәхетенә кәртә ҡуйған әлеге аяныслы ваҡиға күптәргә фәһем булырҙай.
Нисек кенә зар илатмаһын был Себер, унда атлыҡмайынса сара юҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, унда иң уңған ирҙәр, ғаиләһе өсөн терәк була белеүселәр юллана. Ғаиләнең матди яғын нығытыу үҙ-ара татыулыҡты емермәһен, фажиғәләр килтермәһен өсөн рухи ныҡлыҡҡа ла һынау үтеү кәрәк икән шул.

Альбина ҒӨБЄЙҘУЛЛИНА.
(Дауамы бар).



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook