Бәхетем – ғаиләмдә
Тиҫтә йылдар гел күҙ алдында, гелән сәхнәлә йөрөгән Гөлсөмдән: «Мин дә башҡа «ҡыҫала»лар һымаҡ үҙ көйөмә генә көйләнеп, өйҙә ултырырға яратам инде ул», – тигән һүҙҙәрҙе ишетеүе ҡыҙыҡ миңә. Ысынында, беҙ уның сәнғәттә тыуҙырған йырсы образын үҙе тип ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ, ахыры. Икенсе яҡтан ҡараһаң, ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы бар, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит, һәр беребеҙҙең күңелендә әллә нисә «мин»ебеҙ аһәңле һыйышып йәшәй һәм быға бер ҙә аптырамайбыҙ ҙаһа...
– Ҡатын-ҡыҙ ҡаңғырып, сабып йөрөп эшләргә тейеш түгелдер ул. Мәңге ҡабаландырыу, ниндәйҙер йәһәт һөҙөмтәләр талап итеүҙәре, көслө зат менән бер ҡатарҙан атлап донъя көтөргә һәм йәмғиәттә уңыштарға өлгәшергә тырышыу беҙҙең тәбиғәтебеҙгә ҡаршы килә. Хоҙай ҡушҡан әсәлек вазифабыҙҙан алыҫлаштыра торған афәт бит ул. Беҙҙең өсөн иң мөһиме йортта тыныслыҡ һәм ҡот булдырыуҙыр.
Өйҙә барыһы ла һәйбәт булһа ғына эшең уң бара, дәртләнеп йөрөлә, ә инде ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡтар килеп сыҡһа, бөтөнләй ҡул төшә бит ул. Әлбиттә, бөтә яҡты ла тигеҙ тарта алған ҡатындар булалыр. Ләкин мин, үҙ күҙәтеүҙәремдән сығып, бер юлы ике-өс ҡуяндың ҡойроғон тоторға тырышыу йыш ҡына кисектергеһеҙ юғалтыуҙарға ла килтерә, тигән һығымта яһаным. Карьера тип сапһаң, балаларға иғтибар етмәй. Шуға улар үҫкәндә әсәй эргәләрендә булһын ине ул, аҡсаны, ана, атайҙар эшләһен, – ти Гөлсөм.
– Ғаиләлә икең берҙәй егелеп, мал табырға тейешһең, тигән фекергә ҡаршыһың инде улай булғас.
– Улай булһа, ғаиләлә ике ир була, тигән һүҙ түгелме һуң? Тормош иптәшеңдән көслөрәк булғың килһә, алдынан төшөп, бөтә донъя мәшәҡәттәрен үҙ елкәңә тейәп алаһың да, әйҙә инде... Элек-электән мал табыусы, ғаиләне ҡараусы көслө зат булған даһа... Башҡорт ир-егеттәренең бәҫен төшөрмәйек, былай ҙа биләгән урындарынан төшөрөп, иңдәренән яуаплылыҡты алып, буталандырып бөтөрҙөләр бит барыһын да. Баш-баштаҡланып йөрөмәгеҙ, ти торғайны әсәйем мәрхүмә ошо хаҡта. Атайым менән әсәйемдең үҙ-ара мөнәсәбәттәрен хәтерләп, һаман да һоҡланып бөтә алмайым. Атайым ғүмере буйы урмансы булып эшләне. Көр тауыш менән, бөркөтөң ҡайтты, тип, өйҙө яңғыратып ҡайтып инә торғайны ул. Беҙҙе, ун ике баланы, бер айырмай, һәр беребеҙҙе яратып-һөйөп үҫтерҙе улар. Йәмғиәтебеҙҙә, ни эшләптер, күп балалы ғаиләләр етешһеҙ көн итә, балалары ҡарауһыҙ була, тигән ялған ҡараш йәшәй. Күп бала тапҡан ҡатындарҙы ла йыш ҡына бахырға һанайҙар. Ә бит, киреһенсә, ишле ғаиләләрҙә балалар бер-береһенә ярҙам итеп, бер-береһен тәрбиәләп үҫә. Уларҙың ҡарауһыҙ яңғыҙ урам ҡыҙырып йөрөргә ваҡыты ҡалмай, көндәр буйы компьютерға текәлеп ултырырға ла форсаттары юҡ. Береһе оҙағыраҡ ултырһа, хәҙер ҡыуып төшөрәләр уны. Ауылда берәү мал ҡарай, икенсеһе кер йыуа, өсөнсөһө – баҡсала, бергә-бергә, һәр эште алдан күҙаллап эшләүе күңелле лә. Кинйәбикә булғас, миңә иһә бала саҡта эш бөтөнләй эләкмәй торғайны.
– Ҡалай рәхәт йәшәгәнһең икән дә ул?
– Киреһенсә, ҡыйын була торғайны. Нимәгә тотонһам да, үҙебеҙ, тип, ҡулымдан тартып алып, апайҙарым үҙҙәре эшләй ҙә ҡуя ине. Йәнем көйөп, күрше ҡыҙға сығып китәм дә, рәхәтләнеп уға эшләшеп, иҙәндәрен йыуышып йә һыу ташышып, ҡәнәғәт булып ҡыуанып ҡайта торғайным шунан.
– Өйҙә эш эләкмәгәс, йырлап тик ултырғанһың инде, әтеүһә...
– Юҡсы, беҙҙә йырламаған кеше булмай торғайны ла ул. Ауылыбыҙҙа башланғыс класты тамамлағас, уҡыусылар ун саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ҡашҡарға йөрөп уҡый башлай. Ә беҙҙең ғаиләнән күбебеҙ Сибай мәктәп-интернатында белем алды. Атайым аҙна һайын ат менән Ҡашҡарға килеп беҙҙе автобустан ҡаршы ала, ялдан һуң тағы шулайтып илтеп ҡуя торғайны. Һыуыҡтарҙа санаға толопҡа төрөп ултыртып ала. Юл буйы тәбиғәткә һоҡланып, атайҙың халыҡ йырҙарын йырлауын тыңлап, хозурланып киләһең. Шулай ҡолаҡ һалып йөрөй-йөрөй, махсус өйрәнмәһәм дә, әллә күпме йырҙарҙың һүҙҙәре лә, көйө лә хәтергә уйылып ҡалған. Балалары яйлап үҫеп, төрлө уҡыу йорттарына инеп, йән-яҡҡа таралышып бөткәс тә, оҙаҡ йылдар атайым электән ҡалған ғәҙәтен ташламаны. Ял етеү менән, атын егеп, автобус ҡаршыларға барыр булды. Ул мәлдәрҙә ауылыбыҙҙа телефон булмағас, йә берәйһе килеп төшөр ҙә, ҡаршылаусы булмаҫ, тип йөрөгән инде. Һис кемебеҙ ҡайта алмай, бушҡа әйләнгән саҡтары булһа ла, ғәҙәт буйынса икенсе ялда тағы ла ҡуҙғала. Үҙенекеләр булмаһа, башҡа ауылдаштарын тейәп алып ҡайта ине. Тормош иптәшем Азат та мине атайыма оҡшаған булыуы менән арбаны. Тыныс, баҫалҡы, уйлап ҡына һөйләп, ипләп кенә кәңәштәрен биреүе менән уға тартҡан.
– Гөлсөм, ҡыҙың донъяға килгәс, ниндәй хис-тойғолар кисерҙең?
– Бөтә нәмә лә үҙгәрҙе. Малайҙар бит ауырыраҡ, тынысыраҡ булалар, ә ҡыҙҙар сарға икән, сабырһыҙыраҡ. Уның ҡарауы, илағанда шундай нескә тауыш менән, матур итеп илай. Искәндәр ағаһы янына килеп, балалар баҡсаһында өйрәнеп ҡайтҡан йырҙарын йырлай башлаһа, ҡыҙым тыңлап ята-ята ла, ауыҙы йомоҡ килеш үҙе лә көйләй башлай. Ауырлы саҡта үҙемдең бөтөнләй йырлағым килмәне, шуға ла ҡыҙыма халыҡ йырҙары, классик музыка яҙҙырылған таҫмалар ҡуя торғайным. Көй яңғырай башлау менән ул тулап ятҡан еренән дә тыныслана ла ҡуя ине. Әллә шуға микән, хәҙер йырлаһам, көйгә ҡушылып, ритмды эләктереп «эңңе-эңңе» тип ята.
Бәләкәйҙән халыҡ йырҙарын яратып башҡарһам да, һуңғы йылдарҙа ниңәлер уларҙы ауырлыҡ менән, көсәнеп кенә йырлай инем, хатта ҡайһы берҙәренең көйө онотолоп, бөгөлөштәрен ала алмай маҙаланғаным да булды, халҡыбыҙҙың изге моң шишмәһенә юлым быуылған һымаҡ, бер әрнеткес тойғо йәшәй ине күңелдә һәм ул гел эсте бошороп торҙо. Ғәжәп, ҡыҙым тыуғас, шул шишмә йырҙаһы йырылдымы ни, көйҙәр эстән урғылып ҡына сыға, халыҡ йырҙары еңел генә итеп, үҙенән үҙе йырлана, тауышым асылып китте, өсөнсө-дүртенсе кластарҙа өйрәнгән әллә күпме йырҙар һүҙҙәре менән ҡуша иҫкә төшә башланы. Шуға, ҡыҙым миңә яңы һулыш өрҙө, тип әйтә аламдыр, моғайын.
– Һинең сәхнәлә үҙеңә генә хас образың бар. Гөлсөм Бикбулатова тигәндә, иң тәүҙә һәр кемдең дә күҙ алдына оҙон, ҡуйы ҡара бөҙрә сәстәр киләлер...
– Әсәйем бәләкәй саҡтан беҙгә ҡатын-ҡыҙҙың бәхете, аҡылы, ҡото һәм ҡөҙрәте сәсенең осонда йыйыла, тип уларҙы ҡырҡырға рөхсәт итмәй торғайны. Сәс ҡатын-ҡыҙҙың төп биҙәге, ул көс бирә, тип әйтә ине хатта. Шуға ла беҙ толомдарыбыҙҙы үтә ҡәҙерле нәмә итеп күреп, тәрбиәләргә өйрәнеп үҫтек. Өфөгә килгәс, улар бик ныҡ ҡойолдо, шунан ҡалғанын булһа ла һаҡлап тоторға тырышам. Хәҙер бала мәшәҡәттәре менән сәскә ваҡыт әҙ ҡала, шулай ҙа мөмкин булғанса ҡараған булам. Айына бер-икене ауылдағыса ҡатыҡ менән йыуып алыу һәйбәт. Йәнә лә ҡара икмәкте һыуға һалып, өс-дүрт көн ултыртып, шуның һыуын сәс төптәренә һөртөп, берәй сәғәт тотһаң, ул да сәсте нығыта, үҫтерә. Әгәр ваҡыт булмаһа, бәләкәй ҡаптарҙа һатылған әфлисун, миндаль, өрөк, етен майҙарын сәс йыуыр алдынан ярты сәғәтләп алдан йәһәт кенә бармаҡ остары менән ыуғыслап ҡына һөртәм. Улар сәсте генә түгел, керпекте, ҡашты ла нығыта, үҫтерә. Бигерәк тә миндаль майын яратам, мин уны ауырлы саҡта тән тиреһе һыҙатланмаһын өсөн дә ҡулландым. Ҡиммәтле майҙарға ҡарағанда ла һәйбәтерәк ярҙам итә.
– Сәхнә кешеһе күркәм дә булырға бурыслы, күнегеүҙәр эшләйһеңме?
– Сәхнәлә йөрөгәндәр генә түгел, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа күрмәлекле булырға ынтылырға тейеш, тип уйлайым. Әле артыҡ әллә нимәләр эшләп ултырырға ваҡыт юҡ, өс ай ғына бит әле беҙгә. Әҙ-мәҙ күнегеү эшләһәм, Айсель ҡыҙыҡһынып ҡарап ятҡан була. Бына яңыраҡ Азат йомшаҡ гер алып ҡайтҡайны, бик уңайлы нәмә булып сыҡты.
Иптәшем менән улым икеһе лә бәпәйҙе ихлас ҡарашалар, миңә лә ярҙам итәләр, Аллаға шөкөр. Атаһының ҡыҙы менән мәж килеүен ҡарап тороуы шул тиклем күңелле. Ҡыҙ кешене һөйөп туйып булмай икән ул, ти иптәшем. Ә улы менән ул егеттәрсә, эшлекле итеп аралаша. Бәпәй алғас, малайым миңә лә бөтөнләй ҙур егет булып күренде лә ҡуйҙы, быйыл ул беренсе синыфҡа барасаҡ.
Билдәле психолог Ольга Валяева: «Яратылыуға, һоҡланыуға лайыҡ ысын ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен халыҡ әкиәттәрендә күрергә була, батша ҡыҙҙары, батырҙар уларҙы ҡотҡарам тип, аждаһалар менән алышҡа сыҡҡанда, ҡылыс тотоп һөйгәндәренә ярҙамға ла ташланмай, диуар башына менеп, дейеү муйынын ҡалайтып сабып ырғытырға икәнлеген дә өйрәтеп тормайҙар, ә егеттең көсөнә, үҙен барыбер ҡотҡарасағына ышанып, тыныс ҡына һарайҙа ҡул эштәре менән булып, йырлап-көйләп, үҙен ҡарап ҡына ултыралар ҙаһа», – тип яҙған.
Сәхнәлә әле яугир рухлы, илһөйәр, икенсе ҡараһаң, хисле хыялый йә йөрәгенә сикһеҙ һағыш һыйған моңло һылыуҡай, берсә сиған ҡыҙындай дәртле булып, туҡһан туғыҙ халәткә инә белгән йырсының тормоштағы булмышын мин ана шул әкиәттәге хан ҡыҙына тиңләр инем.
Боронғоса, һутлы, тормошсан итеп һөйләшеүе, бер кемгә лә сәбәләнергә йә ҡарһаланырға урын ҡалдырмаған талғын тауышы, үҙен ниндәйҙер дәрәжәгә өлгәшкән, билдәлелек яулаған ханым итеп түгел, ә иң тәүҙә нескә, көсһөҙ ҡатын-ҡыҙ итеп тотоуы Гөлсөмдө шул тиклем нәзәкәтле һәм һөйкөмлө итә. Ә бит тап ошондай һыҙаттарҙы һаҡлаған, үҙендә йәшәткән нәфис һылыуҙарға табына ир-егет. Ундайҙар янында улар үҙҙәре лә белмәйенсә көслөгә, яҡлаусы, һаҡлаусыға әүерелә.
Әңгәмәне Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА алып барҙы.
P.S. Сдам квартиру или комнату в Уфе

Теги: