Леонора Ҡыуатова

Леонора Ҡыуатова1958 йылда Ленинград хореография училищеһы вәкилдәре башҡорт бүлегенә уҡыусылар йыйыу өсөн Өфөгә килә. Һайлап алынған балалар араһында ун йәшлек Леонора Ҡыуатова ла була. Шулай итеп, журналист менән табип ғаиләһендә донъяға килгән ҡыҙсыҡ сәнғәт һуҡмағына аяҡ баҫа.
Был уҡыу йортона ингәндәрҙең иңенә ҡәҙимге мәктәптәгегә ҡарағанда өсләтә ауыр йөк төшә: бер юлы дөйөм белем алырға, музыкаға уҡырға, хореография дәрестәрендә шөғөлләнергә тура килә. Һәр кемдең дә түҙемлеге, ихтыяры етерлек түгел. Ул йылды Башҡортостандан ун дүрт кеше китә, һигеҙ йылдан бишеһе әйләнеп ҡайта. Ғәжәп түгел: сәнғәттең иң нескә, бик шартлы, ифрат ауыр был төрө бөтә “теләйем”дәрҙе ҡорбан иттерә, бөтә тормошоңдо бер маҡсатҡа һәм тик “кәрәк”кә буйһондора. Өҙлөкһөҙ күнекмәләр, ҡәтғи режим, алһыҙ-ялһыҙ репетициялар ғүмереңдең йөкмәткеһенә әүерелә.
Ленинградтан ҡайтҡан 18 йәшлек һәләтле ҡыҙҙы Ҡазанға ҡоҙаларға, фатир асҡысы тотоп, атаҡлы балери­на Нинель Юлтыева килеп етә. Бер йылдан киләсәктә ҙур танылыу яулаясаҡ өмөтлө солист Сергей Козадаевҡа партнерша итеп Ленинград Бәләкәй опера һәм балет театрына саҡыралар. Әммә Леонора был тәҡ­димдәрҙән баш тарта, сөнки уның менән Пермь хореография училищеһын тамамлап ҡайтҡан бейеүсе Шамил Тереғолов араһында ғишыҡ уты тоҡана. Ике йылдан улар өйләнешә. Егерме биш йыл буйы сәхнәлә бергә бейейҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул өс йыл элек мәрхүм булды. Ире тураһында һөйләүен үтенгәс, Леонора Сафый ҡыҙы Шамил Әхмәт улының тик эш тип йәшәүен билдәләне. Әлбиттә, өйгә бик йоҡмаған да ул. “Һәйбәт кеше ине, улыбыҙҙы бергәләп тәрбиәләп үҫтерҙек”, – тине лә Ҡыуатова тәрән һоҡланыу хисе менән иренең хеҙмәт уңыштары тураһында һөйләүгә күсте. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Шамил Тереғолов, хореография училищеһының педагогы, балаларға ун йәштән алып бейеү серҙәрен өйрәткән, уҡыу йортон тамамлап эшкә килһәләр, театрҙың ҡуйыусы балетмейстеры булараҡ, улар менән спектаклдәр әҙерләгән – был һирәк осрай торған күренеш. Мәшһүр артистың исеме Башҡортостан сәнғәте тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Тереѓолов менєн Ҡыуатованың бер генә улы бар. Булат МДУ-ның философия факультетында социология бүлексәһен тамамлаған, әле Өфөлә йәшәй, телевидениела эшләй. Өйләнмәгән. Хәҙерге йәштәр араһында күптәр ғаилә ҡорорға ашыҡмай, Булат та шундайҙар иҫәбенә инә, күрәһең.
Балерина Ҡыуатова Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә 70-80-се йылдарҙа балҡыны. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Леонора Ҡыуатова башҡарған Жизель, Одетта-Одиллия, Зәйтүнгөл, Китри, Аврора, Золушка, Сольвейг һәм башҡа образдар тамашасы хәтерендә йәшәй.
Леонора Сафый ҡыҙы бөгөн үҙе – буласаҡ йондоҙҙарҙың остазы, ул Рудольф Нуриев исемендәге Башҡортостан хореография колледжының художество етәксеһе.
– Һәр спектаклде тәүге һәм һуңғы тапҡыр килеүсегә иҫәп тотоп бейергә кәрәк. Тамашасыны илаһи гүзәллек менән әсир итергә, арбарға мөмкин. Теләр-теләмәҫ бейеп, театрға аяҡ баҫмаҫлыҡ итеп ҡайтарырға ла бу­ла, – артист хеҙмәтенең асылын ошо ябай ғына һүҙҙәр менән аңлата ул балаларға. Уҡыусыларын остаз ни менән булһа ла тултырылаһы һауыт түгел, ә тоҡандырып ебәреләһе шәм итеп күрә. Тән, кәүҙә күнекмәләре генә биреп ҡалмай, рухи байлыҡ, кү­ңел тәрәнлеге, юғары зауыҡлылыҡ, мәҙәнилек тәрбиәләй уларҙа. Шун­һыҙ донъя балетының үлемһеҙ образ­дарын ижад итеү мөмкин түгел. Сәх­нәлә камиллыҡ өлгөһө булып балҡы­ған Бейеүсе быны яҡшы белә.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook