Шул төш һәм шул хыял саҡырыуы...

Шул төш һәм шул хыял саҡырыуы...
«Шул төш һәм шул хыял саҡырыуы
Ысынбарлыҡ булып миндә йәшәй,
Сынлығынан уның күккә ашам,
Сынлығынан уның күктәр йәшнәй», – тип тәрәндән сыҡҡан көслө күкрәк тауышы менән йырлаған, саялығы һәм сағыулығы йөҙөнә сыҡҡан Лариса Сафуанованы тәү күргәндә үк, үҙенән-үҙе хәләлдә­ренә эйәреп донъя гиҙгән яугир һылыуҙар: Ҡаһым түрә йә Йәнтүрә­ләрҙең ҡатындары бына тап ошолай булғандарҙыр, тигән уй килде башыма.
Ә инде йыр-моңға нисек ылығып киттең, тигән һорауыма Әбйәлил районы Амангилде һылыуының: “Көндәр буйы ауылым янынан үткән газ магистраленең запасҡа тип өйөп ҡуйылған, оҙонлоғо ун-егерме, киң­леге метр-метр ярым самаһы булған дәү торбалары эсендә ултырып йырлап өйрәндем”, – тиеүенә ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙем хатта. Үҙемдең тыуған ауылым да магистраль буйында булып, шундай торбалар беҙҙең йорт янында уҡ урынлашҡанлыҡтан, беҙ ҙә улар эсендә уйнап үҫтек, шуға торбаларҙың тауышты нисек көсәй­теп, яңғыратып ебәреүен яҡшы бе­ләм. Уларҙы микрофон урынына файҙаланырға башы эшләгән бәләкәс ҡыҙы­ҡайҙы күҙ алдына килтереп, зирәклегенә һоҡланам.
«Торбалар эсендә хәлем бөткәнсе ҡысҡырып йырлап ултырып, ҡурсағымды ҡосаҡлап йоҡлап киткән саҡтарым да булған. Ата-әсәйем юғалтып, күрше-тирәгә яу һалып, күмәкләп эҙләп алғандар шунан», – тип йылмая Лариса.
Шулай ярала йырсы булыу хыялы ҡыҙҙа һәм гел ҡайҙалыр саҡырып, елкендереп тора уны. Бәхетенә күрә, әсәһе лә, ҡыҙым, тауышың бар бит һинең, тип, ҡанаттарын үҫтереп ебәрә. Тәүәккәл ҡыҙ ауылдан егерме алты саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан район үҙәгенә йөрөп, музыка мәктә­бендә шөғөлләнә башлай. Кире яҡҡа автобусҡа өлгөрмәй, Асҡарҙа йоҡ­ларға ҡалған саҡтары ла була, ярай әле ҡайҙа ла туғандар бар. Үҙ-үҙенә ышанысы нығый төшкәс, торба эсендә генә түгел, инде сәхнәләргә сығып та йырларға йөрьәт итә. Хыял ҡошо уны Өфөгә әйҙәй, сәнғәт институтының театр белгестәрен әҙер­ләү факультетына уҡырға инә. Шул арала мәшһүр Флүрә Ноғоманованан дәрестәр алып, йыр-моң серҙәренә лә төшөнә. Беренсе йырын яҙҙы­рырға ниәт итеп, әсәһе менән кәңәш итә. Үҙенә оҡшап тура һүҙле, ғәзиз кешеһе: “Тотонһаң, тәрән мәғәнәле, матур шиғыр ҡара”, – тип яратҡан шағирәһе Йомабикә Ильясованың бер шиғырын һайлап бирә. “Ошоно уҡы һәм аңларға тырыш, эстәлегенә төшөнмәһәң, көйөн яҙҙырып та торма”, – ти ул.
Шиғыр хисле ҡыҙҙың күңеленә хуш килә. Риф Арыҫлан ижад иткән шул “Һөйөү утрауы” тигән йыр менән оло сәхнәгә сыға, тамашасыға ла бик оҡшай был йыр. Ләкин һәр ерҙә лә ғәҙеллек яҡлы үткер ҡыҙҙың бер нә­мәгә лә күҙ йомоп ҡарай белмәүе ижад донъяһында йәһәт кенә үҙ кеше булып китеүенә ҡамасау булып сыға. Аяуһыҙ көрәш майҙанын хәтерләткән шоу-бизнес тип аталған донъяның ҡайһы бер “сәйер” ҡағиҙәләре менән килешә алмаған ҡыҙ, күңеле ҡайтып, бер осор йырҙан бөтөнләй биҙеп ала. Телевидениеға урынлаша. Эште холҡона күрә һайлай – яңылыҡтар хеҙмәтендә тиҙ арала үҙ кеше булып китә. Әлеге көндә тамашасыларҙың береһе маҡтаған, кемеһелер тәнҡит­ләгән “Уңған килен” тапшырыуының мөхәррире булып эшләй. “Яңы форматтың эфирыбыҙға берегеп китеүе шулай булырға тейеш тә, иң мөһиме – халыҡ битараф түгел, башҡалар фекеренә лә ҡолаҡ һалып, шул уҡ ваҡытта заман һулышын да индереп эшләр­гә тырышабыҙ.Тамашасыға әйтер һүҙе булған теләгән һәр кеше беҙҙең тапшырыуға ҡунаҡ булып килә ала”, – ти ул.
“Ләкин һаман да йөрәгем үҙ урынында түгел һәм йырһыҙ йәшәүемдең хата булыуын аңланым. Йырламаһам, ерҙәге тәғәйенләнешемә хыянат итәм бит, тигән уйға килдем һәм яйлап яңынан йырҙар яҙҙырырға, сығыштар яһарға тотондом. Үҙем дә көйҙәр ижад итә башланым”, – тип илһам ҡошон ситлектә тотоп булмауы хаҡында һөйләй Лариса.
“Беренсе яҙған көйөм рок стилендә килеп сыҡты. Институтта уҡы­ғанда әле, психология фәненән имтихан бирергә китеп бара инем, күңелдә “там-дам” тип, аһәңле генә бер тауыш яңғырап китте. Көйләп барҙым да, ҡапыл, был бит үҙем уйлап сығарған яңы йыр, тип шатлығымдан күккә менә яҙҙым, имтихан ҡайғыһы китте, йәһәтерәк яҙып ҡуяйым, тип ҡабаланып өйгә ҡайттым да киттем. “Күңелемде аңла” тигән йырым шулай тыуҙы. Ләкин мин уны тамашасыға ишеттерергә ашыҡманым, шул килеш ята бирҙе. Яңыраҡ ошо йырыма бәйле бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ваҡиға булып алды. Интернетта Рәсәйҙең төрлө музыка яңылыҡтарын барлап ултырҙым да, “Бәйлә­нештә” сайты аша “Муммий Тролль”, “Братья Гримм” һәм башҡа төркөм­дәр менән эшләгән, үҙебеҙҙең атаҡлы яҡташыбыҙ Земфира Рамазанованың продюсеры Леонид Бурлаковҡа, ҡыҙыҡ өсөн генә, шул рок стилендәге йырымды ебәрҙем. Мине аптыратып, унан яуап килде: “Рецензиялар яҙмайым. Йырың башҡортсамы? Телегеҙ бик моңло, йомшаҡ”, – тигән. Шунан бәйләнеш өҙөлдө, был хәлгә арыу ғына ваҡыт үтеп китте. Һәм үткән йылдың һоро бер ноябрь көнөндә телефоным шылтыраны. “Мин Леонид Бурлаков булам”, – тине ҡалын тауышлы ир-ат. “Яңы проектҡа тотонорға иҫәбем бар, почтамдағы иҫәпһеҙ йырҙар араһынан бер-нисәүегеҙҙекен һайланым, йәһәт кенә Мәскәүгә килеп етегеҙ!”. Шаңҡып ҡалдым һәм, уйлармын, тип кенә әйтә алдым”, – ти Лариса. Икеләнә торғас, эй, шул бер генә әйберем менән барып тораммы, рус телендә еренә еткереп йыр өйрәнә һалып өлгөрөп булмаҫ, тип, икенсенән, эшен таш­лап китә алмай, тора ла ҡала. Әллә меңдәрҙең береһенә генә йылмай­ған бәхетле осрағымдан ҡолаҡ ҡаҡ­тым шулай, тип үкенеп тә ҡуя үҙе хәҙер.
Һәр ваҡыттағыса, үҙенә артыҡ талапсанлығының, әрһеҙләшә бел­мәүенең касафаты инде. Земфира ише Земфираның продюсерына йырын ебәрергә тәүәккәллек иткән сая ҡыҙ менән медиа өлкәћендә ҙур урын биләгән Бурлаков һынлы Бурлаковтан килгән саҡырыу алдында баҙ­натһыҙланып ҡалған һылыуҙың бер үк кеше булыуына аптырамайым. Милләтебеҙгә хас был ғәжәйеп ысынбарлыҡты яҡшы тип әйтергә лә, насар тип атарға ла ҡыймайым. Ларисаның йондоҙло сәғәтенән баш тартыуы тағы ла ғәжәйеберәк, ҙурыраҡ уңыш хаҡына булғандыр, тип ышанғы килә шулай ҙа. Сөнки:
“Табып булмағандай күктең осон,
Күренмәгән төҫлө диңгеҙҙә яр,
Мин белмәйем һине табыр сикте,
Һөйөү утрауы – ул бар бит, бар”,
– тип йырлаған ҡыҙҙың һаман да мөғжизәгә ышанып йәшәгәнен дә беләм, уның, үҙе күҙ алдына килтер­гәнсә, аҡ бәхеткә лайыҡ икәненә лә шикләнмәйем. Тамашасыһын һоҡ­ландырасаҡ, йөрәген сыныҡтырасаҡ ижади осоштары алда әле уның!

Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook