Наҙ ҙа, яҙ ҙа, саз да булмышында

Наҙ ҙа, яҙ ҙа, саз да булмышындаЛира Сабирйән ҡыҙының матур йырлауы тураһында белә инем. Ә тәүгә осраш­ҡанда, ниңәлер, һомғол кәүҙәһенә, арҡаһын шәмдәй төҙ тотоп йөрөүенә иғтибар итеп: “Һеҙ әллә бейейһегеҙ ҙәме?” – тип һорай ҡуйҙым.
“Эйе, үҙем эшләгән ойошмалар исеменән төрлө смотрҙарҙа, фестивалдєрҙє ҡатнашырға тура килгеләй. Халыҡ бейеүҙәрен яратып баш­ҡарам, ә инде йырҙарҙың моңлораҡ, йөрәккә үтеп инерҙәй талғын көйлөләрен һайларға тырышам. Архангел районы Аҙау ауылы ҡыҙы мин. Әсә­йем – башҡорт теле уҡытыусыһы, атайым фельдшер булды. Ғаиләлә һең­лем Ғәзимә менән ике бөртөк кенә ҡыҙ үҫтек. Бишенсе синыфтан берен­се һанлы интернат-мәктәптә уҡыным, әммә унынсыны ауылда тамамларға тура килде. Үҙемде белгәндән бирле сәхнә тирәһендә йөрөгәс, артислыҡ­ҡа уҡырға барам, тип йыйынғайным да, әсәйем ебәрмәне. Уның һүҙен йыҡманым, медицина училищеһында уҡыным. Әсәйем: “Ҡыҙым, хәтереңдә тот, кешеләр һиңә ҡайғылары, хәсрәт­тәре менән киләсәк, шуға әҙер бул!” тине. Хеҙмәт юлын Өфөнөң 13-сө һанлы дауаханаһында шәфҡәт туташы булып башланым. Бер ни тиклем ваҡыттан 129-сы профтехучилищеның фельдшерлыҡ пунктына мөдир итеп ҡуйҙылар. Байтаҡ эшләгәс, Тимер юлсылар дауаханаһына күсергә тура килде, хирургия бүлегендә, яраларҙы бәйләү бүлмәһендә эшләнем. Унда, ысынлап та, шул мәлдә минең ярҙамға мохтаж кешеләр килә торғайны. Эш хаҡыбыҙҙың түбән булыуын уларҙың донъяға һәм беҙгә өмөт ме­нән баҡҡан рәхмәтле ҡараштары тигеҙләй һымаҡ ине, эшемде шуға ла яратҡанмындыр. Һәр ауырыу урыны­на үҙемде ҡуйып ҡарап, хәлдәрен еңе­ләйтергә ынтылып эшләнем. Тәүлек әйләнәһе шунда йөрөргә лә ауыр­һынмай инем. Әлеге эшләгән еремдә – 46-сы поликлиникала ла эштән тыш үткәрелгән мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға тура килә. Әйткәндәй, кесе улым Илморат та “Сәскәләр байрамы”нда ойошмабыҙ исеменән ике йыл рәттән сығыш яһаны.
– Сәнғәтте яратҡанға тормош юлдашы итеп ижад кешеһен һайланығыҙмы?
– Илдар менән театрҙа осраҡлы ғына таныштыҡ. Икебеҙгә лә хас уртаҡ һыҙаттар байтаҡ булып сыҡты. Йыр-моңға битараф түгелбеҙ, кеше күңелен ҡыйыуҙан ҡурҡабыҙ, тәрбиә һәм башҡа донъяуи мәсьәләләрҙә лә ҡараштарыбыҙ тап килә. Шулай, һөй­ләшә-һөйләшә бер-беребеҙҙе асып, оҡшатып киттек. Өйләнешкән саҡта Илдар миңә: “Өс балабыҙ була­саҡ, исемдәрен саф башҡортса ҡушасаҡ­быҙ, ғаиләлә башҡорт телендә генә һөйләшәсәкбеҙ”, – тигәндә, мин, өсәү күп була, тип уйлап ҡуйғайным. Хәҙер бер ҙә улай тойолмай. Илдар Миәкә районы Илсеғол ауылынан, малайҙарыбыҙға ла “ил”-гә башлан­ған исемдәр ҡушты: Илйәр, Илгизәр, Илморат. Оло улым Баш­ҡорт дәүләт опера һәм балет театрында бейей, уртансыбыҙ Рудольф Нуриев исемендәге хореография училищеһында уҡый, кинйәбеҙ Мос­тай Кәрим исемендәге 158-се башҡ­орт гимназияһында белем ала. Ололары бейеү­ҙе һайланы, сәнғәт бит ул үҙеңдән алда мәҙәниәткә, илеңә хеҙмәт итеү, әллә исемдәренә күрә шулай тура килдеме икән, тип тә уйлап ҡуям. Үҙемә килгәндә, алай ҙа сәнғәт юлынан китмәгәнмен, тура һүҙлелегем менән миңә унда ҡыйын булыр ине, моғайын, тигән фекергә килдем.
Ябай көнкүрештә төрлө саҡ була, әлбиттә, шулай ҙа ярҙамыма мохтаж кешеләр өсөн ҡулымдан килгәнен эш­ләргә тырышам. Берәйһенең үтенесен үтәй, хәлен еңеләйтә алһам, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Улдарыма ла, кешегә берәй нәмә әйтер йә эшләр алдынан үҙегеҙҙе уның урынына ҡуйып ҡарағыҙ, тип өйрәтәм. Мәрхәмәтле итеп тәр­биәләүҙе алға ҡуйырға тырышам. Изгелек эшләргә ынтылыу ғаиләбеҙҙәге һәр кемдең дә төп һыҙаттарының береһе булып сыҡты, нишләптер. Әйтә­йек, ирем, әгәр ҙә мөмкинселектәрем булһа, ғәрип һәм етем балалар өсөн шәхси ижад йорто асыр инем, тип хыяллана. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған­дарҙың балалыҡ йылдарын мөмкин тиклем тулы ҡанлы итер өсөн шул үҙәктә сабыйҙарға һүрәт төшөрөү серҙәрен төшөндөрөр, музыкаға өй­рәтер инем, ти. Ул – беренсе һөнәре буйынса рәссам-биҙәүсе. Һуңынан ғына актерлыҡҡа уҡыған, музыканы ла яҡшы белә. Илморатым яңыраҡ дәрестә уҡытыусыны: “Апай, артыҡ яҡшы булыу һәйбәтме, әллә насар­мы?” – тип һорап аптыратҡан. Шунан, синыф менән бәхәс ҡороп, артыҡ ныҡ яҡшы кеше булыу әллә ни шәп тә түгел, башҡаларҙы ла хөрмәт итер­гә, үҙеңде лә яратырға кәрәк, тигән фекергә килгәндәр.
– Хәләл кешегеҙ Илдар Ғүмәров талантлы актер ғына түгел, рәссам да, матур шиғырҙар яҙыусы, көйҙәр сығарыусы ла. Ижад кешеһенең тормош иптәше булыу ауыр түгелме?
– Юҡ. Оҫта кеше һәр нәмәлә лә маһир була бит ул. Йорт эсендәге бөтә нәмәне ул үҙ ҡулы менән эшләй. Ғүмеремдә лә өйгә сантехник йә электрик саҡыртып йөрөгәнем юҡ. Малайҙар бәләкәйерәк саҡта берәй нәмәне яңы­лыш ватһалар ҙа, атай йүнәтер әле, тип кенә ҡуя торғайнылар. Беҙҙең өй – ижади биләмә ул. Өс улым да һүрәт төшөрөргә ярата, ә кесеһе төрлө һындар әүәләп бер була. Балаларға, иптә­шем ижад иткәндә, атайығыҙға ҡамасауламағыҙ, тип әйтеп кенә торам. Илдарҙың йырҙарын иң беренсе мин тыңлап, баһа бирәм. Ғөмүмән, өйҙәге­ләрҙең һәр ҡайһыны­һы өсөн дә шарттар булдырырға тыры­шам. Бигерәк тә бешеренеү, ғаиләмде тәмле аштар ме­нән һыйлау оҡшай үҙемә. Бейеүсе улдарым сәхнәлә күп көс сарыф итә, уларҙың көс-ҡеүәтен һаҡлап тотор өсөн итле ризыҡтарҙы йыш әҙерлә­йем. Майонез ҡулланмаҫҡа тырышам. Колбасаны, чипсы, газлы эсемлектәр­ҙе бөтөнләй һатып алмай­быҙ. Һөт-ҡаймаҡ, емеш-еләккә өҫ­төнлөк бирә­беҙ. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр мотлаҡ балыҡ бешерәм. Бут­ҡа файҙалы тиһәм дә, ир-егеттәремдең уға әллә ни иҫтәре китмәй. Туҡ­мас, бәрәңге һорайҙар. Өйҙә лә һәр нәмәне һау­лыҡ һағында торған кеше күҙлегенән үткәрергә өйрәнгәнмен шулай.
– Үҙегеҙҙе нисек ҡарайһығыҙ?
– Әлегә кинйә улымдың дәрестәре беренсе урында. Һәр өй эшен тикше­реп, ярҙам итеп, киҫәтеп йә дәртлән­дереп тороу күп ваҡытты ала. Уның менән бассейнға ла йөрөйбөҙ. Улай үҙемә иғтибар бүлергә форсат бик теймәй, әлбиттә, әммә көҙгөгә күҙ һалырға онотмайым. Артыҡ биҙән­гәнде яратмайым, йылдар үткән һайын, ҡатын-ҡыҙ зауыҡлыраҡ, тәбиғийерәк булырға тейеш, тип һанайым.
– Ә мин тырнаҡтарығыҙға ҡарап һоҡланып ултырам?
– Хирургияла эшләгәндә, тырнаҡты биҙәп булмай торғайны. Бында күскәс, бер оҫта табып алдым да, яйы сыҡҡанда, барырға тырышам. Малай­ҙарыма, һа­уыт-һабаны йыуып алығыҙ әле, миндә маникюр, тип әйтеүе һәләк оҡшай үҙемә (көлә).
– Улдарығыҙҙың уҡыуы яҡшы бар­һын өсөн нимәләр эшләйһегеҙ?
– Тормоштан төрлө кешеләр яҙмышын һөйләп, миҫалдар килтерәм. Урамда хәйер һорап тороу­сыларҙы күр­һәтәм. Һәр баламдың синыфында ата-әсәләр комитетында дүртәр-бишәр йыл эшләргә тура килде. Ул, бер яҡтан, мәктәпкә барыу – балаңдың уҡыуын белешеп тороу өсөн һәйбәт һылтау ҙа, шуға һис ҡыйынһынмай йөрөйөм.
– Улдарығыҙҙың сығыштарын ҡа­райһығыҙмы?
– Элек бер ҡалдырмай йөрөй тор­ғайным. Күптән түгел, бик арып ҡайтып, Илморат ҡатнашҡан бер спектаклгә бара алманым. Шунан, бәлки, ул спектакль башҡа љуйылмаҫ, балаңдың сығышын да барып ҡарамаған ниндәй әсәй һин, тип төн уртаһында уянып китеп, үкенеп яттым.
Ғүмәровтарҙың өс улы ла кескәй­ҙән үк аталары менән бергә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында балалар рол­дәрен башҡа­рып үҫә. Бигерәк тә Илгизәргә күп сығыш яһарға тура килә, ул театр сәхнәһендә алты йәшенән алып ун биш йәшенә тиклем уйнай. Кинйә­ләре йырға ла әүәҫ. Аталары ижад иткән “Ямғырҙа”, “Башҡортос­тан” тигән йырҙары менән ул “Тамыр” студияһының “Сулпылар” тапшырыуында, концерттарҙа ҡатнаш­ҡан. Бер йорт эсендәге илһам ҡошо ҡағылған дүрт ир-егеттең һәр береһенә лә дәрт-дарман өҫтәп, ижад итер өсөн шарттар булдырып, һау­лыҡтарын һәм күңел тыныслыҡтарын һаҡлап тороу бер ҙә еңел түгелдер. Ләкин үҙе лә йыр-моңға ғашиҡ Лира апай өсөн яҡын кешеләрен хәс­тәрләү бәхет кенә. Кеше тәнен һәм күңелен имләү – уның йәшәү рәүеше.
– Эштә гел сырхауҙар араһында йөрөү йонсотмаймы?
– Хәлде ала барыбер ҙә. Ҡайтҡас, мотлаҡ ҡойоноп алырға тырышам. Хирургия бүлегендә саҡта көнө буйы йә операцияға йүгереп, йә арба ме­нән ауырыуҙарҙы ташып та, ул тиклем йонсомай торғайным. Поликлиникала иһә эш бөтөнләй башҡаса ҡо­ролған. Көнө буйы, үҙ хәлеңә ҡарамай, килгән кеше­нең аһ-зарын тың­ларға кәрәк. Етмәһә, ҡағыҙ эштәре лә күп көс һәм ваҡыт талап итә. Үҙемә килеүселәр менән уртаҡ тел табырға тырышам. Урамда ла туҡтатып хәл­дәрен һөйләйҙәр, кешегә, мин әле эштә түгел, тип әйтеп тороп булмай бит инде.
Ғаиләлә тыныс, иреңдең һәм бала­ларыңдың күңеле түңәрәк булһын өсөн ни эшләргә кәрәк, тигән һорауыма әң­гәмәсем бер һүҙ менән генә, сабыр булырға кәрәк, тип яуап бирҙе. Буласаҡ килендәрен дә ул шулай итеп күҙ алды­на килтерә, һөнәрҙәре лә, күпме аҡса алып эшләүҙәре лә мөһим түгел, иң беренсе – улдарымды аңла­һындар һәм тәүфиҡлы булһындар, ти ул. Улдары алып ҡайтасаҡ кәләш­тәрҙең үҙе һымаҡ булыуҙарын теләй, тимәк, тип уйлап ҡуйҙым мин. Ҡатын-ҡыҙ хәстәре һәм наҙы, ысынлап та, донъялағы иң ҙур көс-ҡөҙрәт­тәрҙең береһе бит ул. Көслө зат унһыҙ бәхетле була алмай. Юҡҡамы ни, Лира Сабирйән ҡыҙының тормош иптәше ҡатынына арнап яҙған бер йырын “Наҙым” тип атамаған.
Наҙым минең, мәңге китмәҫ яҙым,
Күңелеңдә һағыш ятмаһын.
Иңдәреңә ҡунып, ғүмер буйы
Фәрештәләр һине һаҡлаһын,
Иңдәреңдә фәрештәләр булып,
Һөйөүҙәрем һине һаҡлаһын,
– тип ғәзиз кешеһенә сикһеҙ рәх­мәтен дә, һоҡланыуын да сағылдырған ул ошо әҫәрендә! Яҡындарың өсөн наҙ инеше булыу бер, ә шуны күреүҙә­рен, баһалауҙарын тойоп йәшәү – ҡа­тын-ҡыҙ өсөн үҙе иң ҙур бәхет бит ул!

Г. БУРАНҠАЕВА һµйләште.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook