«Донъя күрҙек, хаҡлы ялға сыҡҡас»

«Донъя күрҙек, хаҡлы ялға сыҡҡас»Хаҡлы ялға сығыуҙы ололар төрлөсә ҡабул итә. Кемдер “иртүк эшкә ашығаһы юҡ, пенсия килеп тора, үҙ ваҡытымды кәрәгенсә файҙаланам”, тип һөйөн­һә, үҙен йәмғиәткә кәрәкмәгән ке­ше итеп тойоп, төшөнкөлөккә бирелеүселәр ҙә бар. Әммә хаҡлы ялға сығыу – кеше ғүмеренең яңы осоро. Һәм һәр яңы тыуған көндән йәм табып йәшәй белеү уның үҙенә бәйле.
Республикала оло йәштәгеләргә тәғәйенләнгән социаль программалар уларҙың тормошон сағыуыраҡ итә. Шуларҙың береһе – “Социаль туризм”. Ололар Ҡазан, Санкт-Петербург, Сочи, Адлер һәм башҡа ҡалалар менән таныша, республика шифаханаларында ял итә ала, сит илгә барыу мөмкинлегенә эйә.
– Башҡортостан шифаханаларына путевка хаҡының 70 проценҡа тиклемен республика бюджеты ҡап­лай. Рәсәй ҡалаларына сәйәхәттең ҡап яртыһы түләнә. Ә бына сит илде күреп ҡайтырға теләүсе пенсионер­ҙарға сығымдарҙың байтаҡ өлөшөн – 70 процентын үҙҙәренә күтәрергә тура килә, – тип аңлата Учалы райо­ны хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегенең төп белгес-эксперты Луиза Нуриева.
Шулай итеп, “Социаль туризм” программаһы бар яҡтан да отошло. Пенсионерҙар ташламалы путевкаларҙан файҙаланып, элек хыялланырға ла баҙнат итмәгән тарафтарҙа була. Сәфәргә ҡала халҡы ғына түгел, ауылдан юлланыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Уральск ҡасабаһында йәшәүсе Дамира Тимеева Ҡазан ҡалаһында булып ҡайтҡан.

Ҡазанда ла булдыҡ
– Биш көн дауамындағы ялда беҙ Ҡазан Кремлен, Ҡол-Шәриф мәсетен, Сөйөмбикә манараһын күрҙек, музейҙарҙа, театрҙарҙа булдыҡ, аквапаркта ял иттек, – тип бүлеште ул үҙ тәьҫораттары менән. – Әле Ҡазан универсиадаға әҙер­ләнә, урамдар төҙөкләндерелә,
юлдар киңәйтелә, биналар яңыртыла. Студенттар ҡаласығы ла ифрат матур. Ҡазанды элек күргәнем юҡ ине, сәфәрем бик оҡшаны.

Төньяҡ баш ҡала һоҡландырҙы
Учалы ҡалаһында йәшәүсе Әнисә Хәбирова Башҡортостандан бер төркөм ял итеүселәр менән Санкт-Петербургҡа сәйәхәт ҡылған. Рәсәйҙең төньяҡ баш ҡалаһына улар поезда елдергән. Оло йәштәгеләр бер-береһе менән юлда уҡ танышып, дуҫлашып өлгөргән.
– Ҡала беҙҙе үҙенең мөһабәтлеге менән әсир итте. Үҙенсәлекле архитектура, һарайҙарҙың биҙәлеше, эске йыһазландырылыуы хайран ҡалдырҙы. Ҡала ситендәге Петергоф үҙенең ғәжәйеп төрлө фонтандары, Гатчина биҫтәһе, парк ансамблдәре менән һоҡландырҙы. Герой-ҡала булараҡ, Ленинградтың тарихи батырлығын һүрәтләгән урындарҙа булдыҡ. Ҡышҡы һарай, легендар “Аврора” крейсерынан ҙур тәьҫораттар алдыҡ. Йосопов һарайы ла ҡабатланмаҫ матурлығы менән әсир итте. Ҡаланың иҫке өлөшөндәге билдәле урам – Нева проспекты буйлап йәйәүләп үттек… – ти ул.
Әнисә Жәүәт ҡыҙына бигерәк тә мең төҫтәр менән балҡыған киске Питер оҡшаған. Балтик диңгеҙенән Европа ярҙарына юл асып, Невала тәғәйен ваҡытта ғына караптарҙы үткәргән күперҙәрҙең асылып-ябылыуын ҡыҙыҡһынып күҙәткәндәр.

Ҡара диңгеҙ буйында
«Донъя күрҙек, хаҡлы ялға сыҡҡас»
Оҙаҡ йылдар һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләгән табиптар Элеонора Латипова һәм Рәиф Әбүбәкиров та, хаҡлы ялға сыҡҡас, Ҡара диңгеҙ буйында ял итеп, Лазаревск шифаханаһында сәләмәтлектәрен нығытып ҡайтырға булған. Бына нәмәләр һөйләне улар:
– Беҙ киткәндә һалҡын сентябрь ине. Ял итергә барып, үҙебеҙ өсөн йәйҙе оҙонайттыҡ. Сочиға Башҡортостандан 40-лаған кеше килеп төштөк. “Һеҙ ҡайҙан, путевкаға күпме түләнегеҙ?” – тип ҡыҙыҡһындылар беҙҙән. “Башҡортостанданбыҙ. Республика етәкселеге булдырған программа буйынса Ҡара диңгеҙгә генә түгел, хатта Төркиәгә осһоҙ хаҡҡа барып ҡайта алабыҙ”, – тип эске ғорурлыҡ менән яуап бир­ҙек һораусыларға. “Ундай мөмкинлек беҙҙә юҡ”, – тип ғәжәпләнде быны ишетеүселәр.
2014 йылда ҡышҡы олимпиада үтәсәк Красная Полянаны күреүебеҙ күңелгә ҡәнәғәтлек бирҙе. Бында төҙөлөш эштәре киң йәйелдерелгән. Әммә атҡараһы эштәр күп әле. Тау саңғыһы ярыштары үтәсәк урынға канаттарҙа күтәрелдек. Ҡаласыҡта олимпиадаға нисә көн ҡалыуын күрһәтеп торған сәғәт тә бар.
Беҙгә, ололарға, шундай мөмкинлектәр тыуҙырыусы республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ.

Сит илде лә күрҙек
Октябрь аҙағында оло йәштәге бер нисә яҡташыбыҙ Төркиәнән ялдан ҡайтып төштө. Ҡалуй ауылында йәшәүсе Алһыу Насированың күңелендә был ил һис юйылмаҫ хәтирәләр ҡалдырған:
– Төркиәлә Бельдиби, Кемер, Анталья ҡалаларын күрҙек. Көн дә рәхәтләнеп һыу төштөк, диңгеҙ һыуы быуындарға ифрат файҙалы икән. Бассейнда йөҙө∆селәр, “хаммам” тигән төрөк мунсаһына йөрөүселәр ҙә булды.
Төркиәлә торлаҡ йорттарҙың ҡайһы бер балкондарында дәүләт байраҡтары ҡуйылыуын күреп ғәжәпләндек. Баҡһаң, ил һаҡларға саҡырылған егеттәрҙең йортонда улар ҡайтҡансы – ун биш ай дауамында дәүләт байрағы елберҙәй икән. Мәктәптә лә тәүге дәрес башланыр алдынан дәүләт гимны яңғырай. Балалар иһә 12 йыл буйына белем ала. Был осорҙа ҡыҙҙар бер ниндәй ҙә биҙәнгес файҙаланмай. Ҡулдарында кеҫә телефоны ла күрмәҫһең.
Урамдарында анар ағастары үҫеп ултырған ҡунаҡсыл илдә булған ете көнлөк сәфәребеҙ ете сәғәтлек тә тойолманы.
… Бына шулай оло йәштә лә донъя күрергә, йәшәйешкә сағыу төҫтәр өҫтәргә мөмкин. Әүҙем булғанда, ҡартлыҡ та ишек ҡағырға баҙнат итмәҫ. 2016 йылға тиклем иҫәпләнгән “Социаль туризм” программаһы республикабыҙҙағы өлкән быуындың тормошон йөкмәткелерәк итеү өсөн ҡабул ителгән дә инде.

Гәүһәр МОЗАФАРОВА.
Учалы ҡалаһы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook