Бик тиҙ бешкән пицца

Бик тиҙ бешкән пицца350 грамм колбаса, 1 ҡалаљ томат иҙелмәһе, 1 ҡалаљ ма­йонез, 2 помидор, 1 банка консерваланған бәшмәк, 300 грамм сыр.
Ҡамыр өсөн 6 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 2 ҡалаљ майонез, 1 йомортҡа, 6 ҡалаљ он, ярты балғалаҡ сода, тоҙ кәрәк.
Ҡамырға кәрәкле барлыҡ ризыҡтарҙы бергә һалып, сәнске менән болғатабыҙ. Ҡоймаҡтыҡы кеүек ҡуйылыҡта ҡамыр килеп сығырға тейеш.
Колбасаны шаҡмаҡлап, помидорҙы ярымбалдаҡлап турайбыҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Бәшмәктәрҙе турап ҡыҙҙырып алабыҙ.
Майлы табаға ҡамырҙы ҡоябыҙ. Колбасаға помидор иҙелмәһе, майонезды һалып болғатабыҙ, ҡамыр өҫтөнә һалабыҙ. Өҫтөнә бәшмәк, помидор һалабыҙ. Иң өҫтөнә сырҙы һибәбеҙ.
190 градус эҫелектәге мейестә 20 минут бешерәбеҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook