Балалар табынына
Дөгөнән тәмлекәс
1 стакан дөгөнө бешереп алабыҙ. Ул бер аҙ һыуынғас, 1 йомортҡаның һарыһын, шунан туғып ағын һалабыҙ. Тәменсә тоҙ, шәкәр ҡушып болғатабыҙ. 3 алманы таҙартып, турайбыҙ.
Табаға аҡ май яғабыҙ һәм дөгөнө, өҫтөнә алманы һалабыҙ. Мейестә 15-20 минут бешерәбеҙ.
Ҡарабойҙайҙан аш
1 стакан тауыҡ һурпаһы, 1 баш һуған, 1 кишер, 1 картуф, 1 ҡалаҡ ҡарабойҙай ярмаһы, 10 грамм аҡ май кәрәк.
Йәшелсәләрҙе таҙартабыҙ, шаҡмаҡлап турайбыҙ. Кишер менән һуғанды ҡайнап торған һурпаға һалып, 10 минут бешерәбеҙ. Картуф менән ҡарабойҙай ярмаһын өҫтәйбеҙ. 15-20 минуттан йәшел тәмләткес үләндәр, аҡ май һалып, уттан алабыҙ.
Туҡлыҡлы иҙелмә
10 грамм тауыҡ ите, 1 кишер, 1 картуф, 1 ҡалаҡ аҡ май кәрәк.
Таҙартылған кишер менән картуфты турайбыҙ ҙа аҙ ғына һыуҙа бешереп алабыҙ. Бешкән тауыҡ итен шаҡмаҡлап турайбыҙ. Итте йәм йәшелсәләрҙе блендерға һалып ваҡлайбыҙ. Май өҫтәйбеҙ һәм йылы килеш балаға ашатабыҙ.
Һөттән эсемлек
200 миллилитр һөт, бер ус еләк, бер балғалаҡ шәкәр, банан кәрәк.
Еләк һәм банан киҫәктәрен иҙәбеҙ. Һөт, шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Ҙурыраҡ балаларға бер ҡалаҡ самаһы туңдырма өҫтәгәндә лә була.

Теги: