Ҡышҡы сәскәләр

Ҡышҡы сәскәләрБар ҡатын-ҡыҙҙар ҙа сәскәләрҙе ярата. Улар беҙҙе яҙын, йәйен һәм байрамдарҙа ғына түгел, көн һайын шатландырһын өсөн, әйҙәгеҙ, сәскәләр менән бөтә кейемдәребеҙҙе биҙәп ҡарайыҡ! Бөгөн был модала. Һәр кибеттә лә һеҙ мотлаҡ туҡыманан эшләнгән сәскә менән биҙәлгән берәй күлдәк күрерһегеҙ. Сәскә бөрөһө рәүешендәге брошь һәм алҡалар һуң? Үҙ ҡулдарығыҙ менән сәскәләр эшләп, күлдәк, пинжәк, эшләпә, башлыҡ, хатта муйынсаҡтарҙы ла биҙәгеҙ. Бындай сәскәне балаларҙың кейеменә таҡһағыҙ, ҡурсаҡтай матур ҡыҙы­ғыҙ тағы ла күркәмләнеп китер.
Ҡышҡы сәскәләр
Әҙер сәскәләрҙе тегеү өсөн тауарҙар һатылған һәр кибеттә алып була. Ә беҙ һеҙгә, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ, ябай сәскәне үҙ ҡулығыҙ менән яћарѓа өйрәтәбеҙ. Ошондай бер нисә сәскә эшләп, ғәҙәти башлыҡҡа тегеп ҡуйһағыҙ, бындай баш кейемендә иҫ киткес гүзәл күренерһегеҙ. Иң һалҡын һәм ҡарлы көндә лә һеҙ башҡалар­ҙан айырылып, үҙегеҙҙә ир-аттың һоҡланыулы ҡарашын тойорһоғоҙ.
Бөгөн беҙ һеҙгә пион йәки ҡыуаҡлы рауза сәскәһен эшләргә өйрәтәбеҙ. Киләһе һандарҙа башҡа төрлөләрен күрһәтербеҙ.
Бындай сәскә өсөн үҙегеҙгә оҡшаған төҫтәге атлас туҡыма, шул уҡ төҫтәге еп, шәм, энә һәм сәскә­нең уртаһы өсөн матур ғына төймә йәки мәрйен кәрәк буласаҡ. Ҡышҡы сәскәләр
Туҡы­маның киңлеге 10–20 сантиметр етер. Күсереп эшләү өсөн 3,5–4,5 сантиметр диаметрлыҡ түңәрәк алығыҙ. Бының өсөн төрлө нәмә­ләрҙе, мәҫәлән, балалар өсөн аҙыҡ­тың ҡапҡасын ҡулланырға була. 10–15 ҙурыраҡ, тағы ла 10–15 бәләкә­серәк түңәрәк кәрәк. Сәскәнең өҫтәге таждары аҫтағыларынан 5–7 сантиметр самаһы кесерәк булһын. Сәскәгеҙ ҡупшыраҡ булһын, күпереберәк торһон, тиһәгеҙ, түңә­рәктәрҙе тағы ла күберәк ҡырҡырға мөмкин. Таралып төшмәһен өсөн ситтәрен шәм менән йөрөтөп сығығыҙ. Былай иткәндә, туҡыманың ситтәре бөкләнә төшә һәм түңәрәктәр сәскәнең таждарына оҡшап китә. Артабан был таждарҙы бергә тегергә һәм кейемгә беркетергә генә ҡала. Сәскәнең уртаһын ялтыр төймә йәки мәрйен менән биҙәйбеҙ.
Шулай итеп төрлө төҫтәге, төрлө сәскәләрҙе эшләп бар кейемдәрегеҙҙе лә биҙәй алаһығыҙ.

Йондоҙ СУЛПАНОВА.
Зина ХАРИТОНОВА фотолары.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook