ШИФАЛЫ ҮЛӘНДӘР
Ҡарағай
Ҡарағайҙың ылыҫы, ҡайыры, тубырсыҡтары, һеркәһе, йәш шытымдары, бөрөләре, ыҫмалаһы – бөтә өлөштәре лә дауалау ҡеүәһенә эйә һәм халыҡ медицинаһында киң таралған. Ҡарағай – тынысландырыусы, ҡан тамырҙары һығылмалылығын арттырыусы, һейҙек ҡыуҙырыусы, радиация менән нурланыуға ҡаршы тороусы, микробтарҙы үлтереүсе лә. Үпкә ауырыуҙары булғандарға йышыраҡ ҡарағай урманында йөрөргә тәҡдим итәләр, сөнки ылыҫҡа хуш еҫ биреүсе фитонцидтар бактерияларҙы үлтереү һәләтенә эйә. Сайыры яраларҙы бөтәштерә. Ҡарағай ылыҫынан ванналар – нервы көсөргәнешенән яҡшы дауа, шулай уҡ ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен арттыра.
Ауырыуҙарға ҡаршы тороу өсөн бер ҡалаҡ ҡарағай һеркәһен бер литр балға ҡушып болғаталар. Ошо ҡатнашманы ашарҙан ярты сәғәт алда бер ҡалаҡ ҡабырға кәрәк. Артынан мәтрүшкәле сәй эсеп ҡуйыу дауаны тағы ла әһәмиәтлерәк итер.
2 аш ҡалағы ҡарағай шытымдарын, ярты литр шишмә һыуы ҡойоп, 1 сәғәт боҫ өҫтөндә ҡайнатырға. Ҡалын таҫтамал менән урап, 1 сәғәт төнәтергә. Аҙна дауамында көнөнә 3 тапҡыр яртышар стакан эсергә кәңәш ителә. Бер аҙ бал ҡушырға ла була.
Витаминлы сәй. Ҡарағайҙың йәш энәләрен 50 грамм алып, 2 стакан ҡайнаған һыу ҡойорға һәм 2 сәғәт ҡараңғыла төнәтергә. Тәменсә шәкәр, саҡ ҡына аш һеркәһе өҫтәргә.
Татлы тамыр
Татлы тамыр үләненең тамырҙары эфир майҙарына, минераль тоҙҙарға, башҡа файҙалы матдәләргә бай. Глицирризин тигән матдә уны шәкәргә ҡарағанда ла татлыраҡ итә, шунлыҡтан тәмләткес булараҡ та киң билдәле. Ағыулы үләндәр, бәшмәк менән ағыуланғанда ярҙам итә. Тын алыу юлдарын дауалауҙа йыш ҡулланыла.
Бер аш ҡалағы киптерелгән һәм ваҡланған татлы тамырға бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябырға ла, был һауытты ҡайнар һыулы кәстрүлдә 15 минут ҡайнатырға. Артабан төнәтмәне 45 минут тоторға һәм һөҙөргә кәрәк. Күләме бер стакан булырлыҡ итеп ҡайнаған һыу өҫтәргә. Тын юлдарынан ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн төнәтмәне көнөнә 3-4 тапҡыр бер ҡалаҡ эсергә. Грипп ауырыуы ҡоторонған мәлдә һаҡланыу сараһы булараҡ көнөнә 2 тапҡыр берешәр балғалаҡ төнәтмә эсергә кәңәш ителә.
Ҡоро йүткереү булғанда бер үк миҡдарҙа татлы тамыр үләненең тамыры, миләүшә үләне, үгәй инә үләненең япрағы алына. Бер аш ҡалағы үләндәр ҡатнашмаһын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, 30-40 минут төнәтергә лә һөҙөргә. Ошо төнәтмәне аҙ-аҙлап көн дауамында эсеү кәңәш ителә. Дауаланыу осоро – 6-8 көн.

Теги: