Иш янына ҡуш

2012 йылда бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе яҡлау буйынса күрелгән ҡайһы бер саралар
Иш янына ҡуш
2013 йылдың 1 ғинуарынан Баш­ҡортостанда йән башына уртаса табыш йәшәү минимумынан (5600 һумдан) артмаған өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә 1,5 – 3 йәшкә тиклемге һәр сабыйҙары өсөн яңы социаль пособие түләнә башлаясаҡ. Яңы түләү күләме 3000 һум тәшкил итә.
2013 йылдың 1 ғинуарынан социаль яҡлауға мохтаж ғаиләләрҙәге балалар өсөн айлыҡ пособие күләме артасаҡ. Һүҙ бер нисә пособиены берләштереү хаҡында бара. Балаға айлыҡ пособие (уның күләме 142 һум, яңғыҙ әсә ғаиләһендә тәрбиә­ләнеүсе балаға – 284 һум, ваҡытлыса хәрби хеҙмәт үтеүсе хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендәге балаға –213 һум), аҙ килемле ғаиләләрҙәге балаларға түләнеүсе пособие (132,5 һум), ауылда йәшәүсе ғаиләләрҙәге балалар өсөн бер йәшкә тиклем бирелеүсе пособие (һәр бәпес өсөн 115 һум йәки бәлиғ булмаған дүрт һәм унан күберәк балалы ғаиләләрҙәге һәр бала өсөн 230-ар һум) дөйөмләштерелеп түләнәсәк.
Бынан тыш, аҙ килемле ишле ғаи­ләләрҙәге уҡыусы балаларға физкультура-спорт менән шөғөлләнеүгә, мәҙәни сараларға, юл йөрөүгә билдә­ләнгән льготалар хәҙер, аҡсаға әйлән­дерелеп, айлыҡ пособиеға ҡушылып биреләсәк. Социаль ярҙам төрҙәрен ошолай берләштереү пособие билдә­ләү өсөн документтар йыйыу мәшә­ҡәтен кәметәсәк.
Законға ярашлы, хәҙер айлыҡ пособие түләнергә тейешле 16 йәштән өлкән балаларға мәктәп уҡыусылары ғына түгел, һөнәрселек училищеларында көндөҙгө бүлектә белем алыу­сы, аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиә­ләнеүсе 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр ҙә ҡарай.
2012 йылдың 1 ғинуарынан бер юлы ике һәм өс игеҙ бала тыуған ғаиләләргә айлыҡ пособие түләү ҡаралған. Ул йән башына табыш йәшәү минимумының икеләтә күлә­менән түбән булған ғаиләләргә тә­ғәйенләнә. Пособие сабыйҙарҙың һәр береһе өсөн 500-әр һум күлә­мендә, уларға өс йәш тулғансы бирелә.
2012 йылдың 1 ғинуарынан бер юлы өс һәм унан күберәк игеҙ бала тыуған ғаиләләргә шулай уҡ торлаҡ сертификаты биреү күҙаллана. Бының өсөн ғаиләнең йәшәү урыны буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тороуы шарт.
Тәрбиәгә бала алған ғаиләләр һәм патронат тәрбиәселәр хеҙмәтенә түләү 5858 һумға тиклем арттырылды. Тәрбиәгә алынған баланы ҡарау өсөн айлыҡ пособие ла арттырылды – ул 4900 һум тәшкил итә.
2012 йылдың 1 июленән инвалид бала тәрбиәләүсе, эшләмәүсе кешегә пособие ул ҡараған һәр инвалид бала өсөн түләнә. Быға тиклем иһә, уның күпме инвалид бала тәрбиәләүенә ҡарамаҫтан, бер генә пособие бирелә ине. Шул уҡ ваҡытта мотлаҡ рәүештә инвалид баланы ҡарау буйынса пенсияға ҡушылып бирелгән компенсация түләүе лә һаҡлана. Инвалид баланы ҡарау буйынса пособие күләме 2012 йылдың 1 ғинуарынан 532 һум 50 тин тәшкил итә.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook