Йµрәгенән – моңдар, теленән бал тама

Йµрәгенән – моңдар, теленән бал тамаҺағынһаң, һарғайһаң,
Хәбәр һал елдәргә,
Мин килеп етермен
Һин көткән ерҙәргә...
Йор һүҙле, киң күңелле, мөләйем йөҙлө йырсыбыҙ, композиторыбыҙ Нурия Абдуллина килен булып төшөп, балалар үҫтергән, ғү­меренең сәскәләй сағы үткән Ейәнсура ерен ҡалдырып, Өфөгә күсеп кил­гәс, ошо телдән-телгә, йөрәктән-йө­рәккә күсеп, киң билдәлелек яулаясаҡ йырын ижад итеп кенә ҡалмай, асылда шул шиғыр аша үҙенең артабанғы яҙмышын да күрәҙәлек иткәндәй була. Сөнки бына ун йылдан ашыу йылы һүҙгә сарсағандарҙың йәнен йылытып, һағыш­ҡа батҡандарҙың күңелен яҡтыртып, радио тулҡындары аша Нурия ханымдың тауышы унан эске донъяларына им көткәндәргә һәммә тарафта ла барып етә, меңәрләгән йорт эсендә яңғырай.
Һәр тыңлаусының үҙ кәйефе, кө­йө, үҙ көйөгө. Барыһының да йөрәк ҡылдарын сиртер һүҙҙәр табып, уны ышаныслы еткерә белеү һирәктәрҙең генә өлөшөнә төшкән һәләт бит ул.
– Тапшырыуға бер сәғәткә генә килеп, хәбәр һөйләйһең дә, сығып китәһең тип, еңел генә уйларға ла мөмкин. Ә мин эшем хаҡында ошолайтып әйтер инем: тура эфир алып барыусы булыу – ул йәшәү рәүе­ше. Микрофон артында үткәрәсәк минуттар бер ваҡытта ла баштан китмәй. Унда нимә һөйләргә, ниндәй мәсьәләне күтәрергә, һинең менән бер тулҡынға көйләнгән халыҡты ҡалайтып ҡыҙыҡһындырырға, нисек ылыҡтырырға – был мейене гел сүкеп торған көндәлек һорау. Икенсе яҡ­тан, әңгәмә башланып, шылтыратыуҙары була, күмәк халыҡ менән бәйләнеште тояһың. Уларға кәрәк булыуыңды, ниндәйҙер кимәлдә те­рәк һәм таяныс була алыуыңды һиҙемләү күңелдә әйтеп бөткөһөҙ кинәнес уята. Ошо халәткә яңынан ҡайтыр өсөн алдағы эфирыңды ла ашҡынып көтөп алаһың. Әммә йәнә лә күҙең менән күрмәгән, барлыҡтарын тик йөрәгең менән тойған тың­лаусыларың алдында яңғыҙың яуапсылай тороп ҡалыуың һәм уларҙың һәр биргән һорауы алдында юғалып ҡалмаҫҡа тейешлегең, һөйләгән хәбәреңдең хәҡиҡәткә таянырға бурыслы булыуы иңгә иҫ киткес ҙур яуаплылыҡ та һала. Шуға ла мин саҡ ҡына ваҡытым булдымы, китапҡа тотонам, кистәрен бер-ике бит булһа ла уҡымайынса йоҡоға китмәҫкә күнеккәнмен. Әммә һинең ҡарашың нисек кенә киң булмаһын, ҡайһы бер өлкәләрҙә, электән өйрәнмәгәс, белем етмәүе һиҙелә.
Ниндәй генә яҙмышлы, ниндәй генә хәлдә ҡалған кешеләр шылтыратмай беҙгә. Йыш ҡына мин уларҙы илай-илай тыңлайым. Тауыш режиссерым булып Эльвира Атйетәрова тура килһә, ул саҡта инде икәүләшеп күҙ йәшенә төйөләбеҙ. Йыш ҡына ололар шылтырата, динебеҙгә ҡағы­лышлы әңгәмәләр ҡорорға тура килә. Ошо юҫыҡта һайлығым мине Ислам университетына илтте. Әле өсөнсө курстамын, киске бүлектә.
Нәнәйем менән ҡартатайым диндар кешеләр булды. Әлегеләй хәтеремдә, бала саҡта шешекләп ауырып киттем. Бер ҙә үтмәй, сиҡан өҫтөнә сиҡан сыға. Эҫе йәй көнө, бала ауырый тип, эште туҡтатыу юҡ, мине күләгәгә һалалар ҙа, үҙҙәре атҡа тейәлеп бесәнгә китәләр. Янып, йотом һыуға интизар булып ятам... Нәнәйем менән ҡартатай килеп төштө. Баш осомда тороп доға уҡынылар. Шунан һуң өс көн, өс төн буйы йоҡлап ятҡанмын, йүнәлеп килеп торғанмын.
Үҙем хыялый һәм яйыраҡ та инем, иҙән йыуып йөрөгәнемдә йә китапҡа тотонам, йә йырлап онотолам... Кү­ңелемдә бөрөләнгән илһам сығана­ғының ғилләһе шулай сағылдымы икән? Ғөмүмән, туғандарым араһында бәләкәй буйым, мөсһөҙлө­гөм менән айырылып торғанмын. Шуға ла, был бала күрше ауылға йөрөп уҡый алмаҫ, тип йәлләп, бишенсе синыфтан уҡ Өфөгә ебәргәндәр. Тәүҙә өсөнсө һанлы интернатта уҡыным. Уҡытыу урыҫса, бер ни аңламайым, эй, шундағы ыҙаланыуҙарым... Үсекләп мәж булалар, әйләндереп кенә яуап биреп тә булмай. Шулай йомолоп ултыра бирҙем дә, йыл бөтөүгә ҡарай асылып, батырланып киттем. Пианиноға ҡушылып йырлап, сәхнәгә сыға башланым.
Йµрәгенән – моңдар, теленән бал тама
Туғыҙынсыға беренсе интернат-мәктәпкә күстем, унда йырға ла, бейеү түңәрәгенә лә йөрөнөм. Уҡыу йылы аҙағында күҙемә музыка училищеһына ҡабул итеү хаҡында иғлан эләкте. Шунда барып ҡарағым килә, тик атайҙан шөрләйем. Ул мине уҡытыусы итергә хыяллана ине. Ҡайтып, уҡырға инеүем хаҡында ҡурҡа-ҡурҡа ғына өндәштем. Атайым китте туҙынып, хәҙер үк документтарыңды барып ал да, кире интернатҡа илт, ти. Өс көн буҙлап илап ултырҙым, атай күренһә, ишетһен тип, тағы ла нығыраҡ һыңҡылдайым. Шул хәтлем йырсы булғым килә, мин тынмағас, атайым яйлап, ризалығын бирҙе. Нота ла белмәгән көйө музыка донъяһына барып сумдым. Башланды баян, фортепьяно, дирижерлыҡ итеү, сольфеджио дәрестәре. Кискеһен учили­ще бикләнгәнсе шөғөлләнә торғайным, ҡайҙа ул ауыр тип, ҡайтып китеүҙе уйлау. Бер аҙ уҡығас, атайым мал тотоноп, баян алып бирҙе. Ны­ҡышып уҡыным.
Диплом алып та өлгөрҙөм, егерме йәшемдә кейәүгә барҙым. Иҫәнғолда йәшәй башланыҡ. Балалар баҡсаһында, мәктәптә музыканан уҡыттым. Шул арала мәҙәниәт йортона йөрө­нөм, үҙешмәкәр төркөмөбөҙ менән республика ярыштарында ғына түгел, Мәскәү, Чебоксары, Мурманск ҡалаларына тиклем барып етеп, лауреат исемдәре алып ҡайттым. Ҡәйнәм һәйбәт булды, ҡыҙҙарымды үҙе алып ҡала торғайны. Күңел ижадҡа тартылды, тәүге йырҙарым тыуҙы. Әммә яҡын кешемдең үҙенең мин-минлегенә теймәгән, тик бәхетле мөхәббәт хаҡындағы ғына йырҙарымды ҡабул итеүе, күңеленә ятмағаны булһа, дәртемде һүндерергә маташыуы аралағы көсөргәнеште арттырҙы.

– Өфөгә илһам ҡошон эҙләп сығып киттегеҙме әллә?
– Баш ҡалаға мин яңы тормош башлау маҡсаты менән юлландым. Оҙаҡ йылдар йәнәш атлаған юлдашыңдан айырылырға йөрьәт итеү ныҡлыҡ та, ҡыйыулыҡ та талап итә. Ләкин ул да район үҙәгендә ҡалманы. Өмөт бит ҡатын-ҡыҙ күңелен бер ваҡытта ла ташламай. Яңы ерҙә, бәл­ки, яңыса булыр, тип бергә ҡалдым. Әммә ни тиклем генә сабыр булырға тырышһаң да, ғаилә тормошонда кисереп булмаҫлыҡ осраҡтар ҙа була шул. Ярай ул мәлгә балаларым үҙ ал­лы тормош башлағайны. Бер ҙә ундай аҙымды яһай алырмын, тип уйламай инем. Яҙмыш аҙаҡ ниндәй генә яҡты юлдарға сығарһа ла, күңел китеклеге барыбер ҡала бит. Сөнки уның менән тормошҡа ашмаған өмөтөң, балаларыңдың бала сағы бәйле, һәм әле килеп уларҙы түңәрәк ғаиләнән мәхрүм итеүең... Үҫкән булһалар ҙа, уларҙың күңеленә лә йөй төшә бит, шуныһы үкенесле. Ул беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе шул тиклем матур итеп күрһәтергә, ҡунаҡ йыйып минең йырлауым менән маҡтанырға ярата торғайны. Шунан, туйыбыҙҙың егерме биш йыллығы етеп килгәндә, тағы ла ихлас булмаған һүҙҙәрен ишетеүҙән ҡурҡып, айырылдым. Икенсегә тормошҡа сығып, Вәкил менән йәшәп ятыуыма ла ун йыл үтеп киткән, баҡтиһәң. Уны осратыуымды бөтә сабырлығым өсөн яҙмышым бүләгелер, тип аңлайым.

– Ә нисек таныштығыҙ?
– Тормошта бер нәмә лә осраҡлы түгел, һәр бер һүҙҙе үлсәп һөйләргә кәрәк икәнлеккә ышандырған ваљиѓа булды ул. Урынһыҙ көнләшеүҙәрҙән, хыянат һәм тынысһыҙ көндәлегемдән биҙерәп йөрөгәндә, күңелем йәберле мәлдә: “Эй, Хоҙайым, күңел тыныслығы кәрәк миңә, бер күндәм генә бабай бирһәң ине”, – тип теләнем. Хоҙай ишетә икән ул, иптәшем минән ун биш йәшкә оло (көлә). Уйламаған ерҙә танышып, ҡапыл ғына тәҡдим яһап: “Миңә кейәүгә сыҡ, алтын тауҙар вәғәҙә итмәйем, ләкин тормошоңдағы бөтә мәшәҡәттәреңде үҙ өҫтөмә алырмын”,– тигәс, һеҙ бит минән оло, тип ҡысҡырып көлөп ебәрҙем. Әммә уның менән аралашыуы шул тиклем еңел ине, йәшәүгә ынтылыш, дарман бер ҙә йәшкә ҡарамай икән ул, йәшләй генә һәлкәүгә әйләнеүселәр ҙә була, олпат йәштә лә һәр көнгә ҡыуанып, сәмләнеп донъя көтә белеүселәр бар. Ул тәүҙә минең ижад кешеһе булыуымды бел­мәне лә, аҙаҡ, йырҙар яҙыуым мәғлүм булғас: “Бәй, һине бит һаҡлап ҡына йөрөтөр кәрәк”, – тине. Һәм бына нисәмә йылдар мин уның ҡурсалауын тойоп йәшәйем. Ул минең һәр яңы көйөмдө яҙҙырып ҡуя, йыр һүҙҙәре, шиғырҙарым яҙылған ҡағыҙ киҫәктә­рен берәмләп йыя, ижадым өсөн янып йәшәй. Ул минең өсөн – атай ҙа, ирем дә, иптәшем дә. Һөнәре буйынса физик, ғүмер буйы юғары уҡыу йорттарында эшләгән, әле аграр университетында уҡыта. Кешелеклеге, кеселеклегенә арбалып йәшәйем. Йән тыныс булғас, ижадҡа ла иғтибарҙы күберәк бүләм.
Йырҙарҙың, әлбиттә, махсус ултырып яҙылғандары һирәк, юлда, бигерәк тә руль артында китеп барғанда көйләп барып, яңы көй бөгөлөшө йә ят моң ауазы лаһа был тип, аңғарып алып, хәтергә һеңдерә һалып ҡалырға кәрәк. Шунан, форсат булыу менән, диктофонға яҙҙыра һалаһың. Аҙаҡ, йомғаҡты таратып ебәргән һымаҡ, бер нотаға икенсеһен эйәртеп, сынъяһау итеп алаһың уны.
Һәр йырға йөрәк хистәрен һала­һың, йыр аша асылаһың, бушанаһың. Мин былай ҙа холҡом менән асыҡ ке­ше. Тәбиғәттән тыш аҡыллыраҡ, матурыраҡ тип уйлап ҡуймаһындар тип, ысынбарлыҡтан бәхетлерәк күренмә­йем тип, күңелемде аса ла һалам. Шуға ла радиола эшләү минең өсөн күңел байрамылыр... Күргәнде һөй­ләргә, белгәнем менән бүлешергә те­ләк көслө миндә. Үҙем дә ғүмер буйы яңылыҡҡа ынтылып, белемгә һыуһап йәшәнем. Был – күңел талабы.
Өфөгә күскәс, “Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары” ойошмаһына ла йәлеп иттеләр. Ул ваҡыттарҙа Таңһылыу апай Күсимова, Нәжибә апай Мәҡсүтова, Фирҙәүес апай Хисаметдиновалар­ҙың янып эшләгән сағы ине. Йәмғиәт­тә мине улар менән сикһеҙ һоҡланыуым тотҡандыр, тием. Унан, улар үткәргән саралар хаҡындағы мәғлүмәт­те йәһәт кенә эфирға сығарып, халыҡ менән бәйләнеш ептәрен булдырыу­сы вазифаһын да башҡарамдыр.

– Һеҙ ниндәй әсәй?
– Үҙебеҙ уҡып үҫкән педагогика китаптарына шул тиклем ышанып йәшәнем. Һәр балаға шәхес итеп ҡарарға, бармаҡ менән дә теймәҫкә тип. Әсәйем хатта, артыҡ йомшаҡ­һың, тип шелтәләп тә ҡуя торғайны. Ә уҡыуға ҡағылышлы ерҙәрҙә барыбер ҙә талапсан булдым. Ҡабатлау таблицаларын, ҡағиҙәләрҙе өйрән­гәндә, телдәре шартлап тормайынса, тынысланмай торғайным. Шөкөр, ҡыҙҙарым хәҙер үҙҙәре әсәй. Өс тап­ҡыр өләсәй иттеләр мине. Уларҙың үҙ аяҡтарында ныҡлы баҫып тороу­ҙарына, миңә серҙәш тә, терәк тә була алыуҙарына һөйөнәм. Аталарын да хәстәрләп торалар.
Бала гел генә йүргәктә ятмай шул, ҙурайып, үҫә лә китә. Үҫмерлек осоро бигерәк тә әсә өсөн яуаплы, борсоу­лы мәл. Баланы ирекһеҙләп ултыртып булмай, дискотекаларға йөрөй башлағастары, арттарынан үҙем дә йөрөнөм. Унда һәр кемде индермәй­ҙәр әле ул, етмәһә. Журналист таныт­маһы ярап ҡалды, “тып” итеп ҡыҙҙар янына барып баҫам. Уларға ышанмауҙан да түгел, ләкин күңелемде тынысландырыр өсөн шулай кәрәк ине. Бер нисә тапҡыр барып, дуҫтары ме­нән танышып, улай уҡ шомло ер түгел икәнлегенә инанғас, туҡтаным. Лә­кин әсә йөрәге бер ваҡытта ла тыныс була алмайҙыр. Ҡыҙҙарым хәҙер, шул мәлдәрҙе иҫләп, әсәй, һин ниңә шул хәтлем тынысһыҙ булдың икән ул, тип көлөп тә алалар минән.

– Журналыбыҙҙы уҡыусы ҡатын ҡыҙҙарға нимәләр әйтер инегеҙ?
– Беҙҙе сабыр булырға өйрәттеләр, үҙебеҙ ҙә балаларға шулай тибеҙ. Әм­мә уйлағаныңды, фекереңде ваҡытын­да әйтә бара белергә лә кәрәк. Кәрәк саҡта ҡәтғиерәк булыуҙан да ҡурҡыр­ға ярамай. Тик самалап ҡына. Барыћыныњ да бәхетле булырға хаҡы бар. Уны нисек итеп күҙ алдына килтереү инде һәр кемдең үҙ эше. Хоҙай ни һо­раһаң, шуны бирә икәнен онотмайыҡ!
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Әлшәй ерендә тыуып, Ейәнсурала ҡанат ны­ғытҡан, хәҙер инде моңло Өфө көм­бәҙҙәренә үҙ нағыштарын һырыған Нурия ханымға тағы ла илаһираҡ табыштарға юлығып, халыҡсан йырҙа­ры янына иш булырлыҡ яңы, матур көйҙәр ижад итеүен теләп ҡалабыҙ!

Әңгәмәне Гөлнара
ХӘЛФЕТДИНОВА алып барҙы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook