Бер көн килеп, күңелеңдән бәхет ҡасһа ...
“Тормош матурлығын, йәшәү йәмен тойоуыбыҙ иң элек күңелебеҙ торошона, уның һаулығына бәйле. Юҡҡа ғына халыҡта ла, тән ғазабынан йән ғазабы ауыр, тимәйҙәр бит. “Сәләмәт тәндә – сәләмәт йән” тигән киң билдәле әйтемде үҙгәртеп, бөгөн: “Сәләмәт йәндә – сәләмәт тән” тиеү дөрөҫөрәк булыр”, – республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш психотерапевы, медицина фәндәре докторы, быйыл көҙ асылған республика психотерапия үҙәге баш табибы Илгиз Тимербулатов шулай ти. Илгиз Фәрит улы етәкләгән заманса үҙәктең Башҡортостанда тәүге, ә Рәсәйҙә өсөнсө булыуын билдәләп үтеү кәрәктер. Һәм уның асылыуы республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур ваҡиға булараҡ ҡабул ителде.
– Илгиз Фәритович, был үҙәкте асыу зарурлығы нимәнән ғибәрәт ине?
– Бөгөн көсөргәнеш йәшәүебеҙҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнә бара – көндәлек көнкүреш проблемаларынан алып, илдәге, донъялағы сәйәси, иҡтисади хәл өсөн борсолоуҙар, тормошобоҙҙоң йылдан-йыл йылдам тиҙлектә үҙгәрә, ҡатмарлаша барыуы кешеләр һаулығында шулай сағыла. Республика халҡы күңел һаулығы тураһында һүҙ йөрөткәндә, төбәгебеҙҙә һәр өсөнсө кеше төрлө кимәлдәге депрессиянан яфалана. Был үҙе үк психотерапия үҙәге асыуҙың ни тиклем мөһим булыуы хаҡында һөйләй. Үҙәкте булдырыуға беҙ бик оҙаҡ килдек. Һәм уның асылыуына ҙур тырышлыҡ һалған республика етәкселегенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына рәхмәтебеҙ ҙур.
– Күңел төшөнкөлөгөнөң, көсөргәнешенең сиргә әйләнеү сәбәптәре нимәлә икән?
– Мәғлүмәт күплеге, киңлеге – шул сәбәптәрҙең береһе. Хәҙерге заман кешеһе бер көндә ҡабул иткән мәғлүмәт күләме уның ун туғыҙынсы быуатта йәшәгән ата-бабаһы ғүмер буйы алған мәғлүмәткә тиң. Ул бер көндә аралашҡан халыҡ һаны ата-бабаһы бөтә ғүмере буйы күргән кешеләрҙән күберәк. Өҙлөкһөҙ мәғлүмәт ағымынан мейе ял итеп өлгөрмәй, был көсөргәнеш тыуҙыра. Унан килеп, элек ҙур ғаиләләр менән ғүмер иткәндәр, өсәр быуын бер өйҙә йәшәгән, һәр кемдең кисерештәре күҙ алдында булып, ҡайғыны ла, шатлыҡты ла уртаҡ үткәргәндәр. Бөгөн иһә кеше, әллә ни тиклем халыҡ менән аралашыуына ҡарамаҫтан, үҙен яңғыҙ тоя. Йыш ҡына күптәрҙең эсен бушатып һөйләшер яҡыны юҡ, йылы мөнәсәбәттәр ҡорорға ваҡыты етмәй. Бөтәһе лә ҡайҙалыр саба, ашыға, өлгөрөргә тырыша. Донъяһы башҡаларҙан кәм булмаһын өсөн, күп эшләргә, карьера артынан ҡыуырға мәжбүр. Кешенең кешелә эше юҡ, һәр кем үҙ тормошо менән йәшәй, бер-береһенә бик аҙ ярҙам итә.
Көнбайышта йәшәүселәрҙең бер-береһе менән осрашҡанда “Хәлдәр нисек?” “Бөтәһе лә яҡшы!” тип сәләмләп, артабан йүгереүе бер нисә йыл элек беҙҙең өсөн ҡолаҡҡа ятмаҫлыҡ хәл тойолһа, хәҙер үҙебеҙ ҙә шулай аралашабыҙ. Йөҙҙәрсә кешеләр араһында булып та, үҙеңде яңғыҙ һиҙеү – невроздар барлыҡҡа килеүенең бер сәбәбе.
Шуны ла билдәләп үткем килә: борон дин көслө булған һәм үлем икенсе, яҡшыраҡ тормошҡа – ахирәткә күсеү тип баһаланған һәм ғәҙәти ҡабул ителгән. Ғөмүмән, ғүмер оҙонлоғо уртаса утыҙ биш йәш тәшкил иткән, сабыйҙар күп үлгән. Бөгөн иһә хатта үтә ҡарт кешенең дә донъянан китеүе туғандары өсөн оло ҡайғы һәм йыш ҡына ул бик ауыр кисерелә. Ни өсөн тигәндә, донъяла әҙәм балаһы өсөн ысын-ысындан ғәзиз кешеләр бармаҡ менән һанарлыҡ.
Шулай уҡ ҡәҙерле кешеһе менән айырылышыу ҙа күптәр өсөн үлемгә тиң юғалтыу булараҡ һанала. Сөнки аңлаған, тормошоңдоң ҡото булған ишеңде табыу еңел түгел.
– Донъя булғас, төрлө хәлдәр була, тип йырлана йырҙа ла – кәйеф төшкән саҡтар ҙа етерлектер. Тик ҡәҙимге кешегә үҙендәге төшөнкөлөктөң ауырыумы, үтә торған халәтме икәнен нисек айырырға?
– Һауа торошо үҙгәреп торған кеүек, беҙҙең кәйеф тә үҙгәреүсән. Ләкин ял иткәндән, йоҡоғоҙҙо туйҙырғандан һуң да йонсоуығыҙ үтмәй, кәйефегеҙ күтәрелмәй, төшкәндән-төшә икән, был – бик етди билдә. Баш осонда балҡыған ҡояштың һеҙҙең өсөн һүнеп, ғаләмдең ҡараңғылыҡта ҡалыуы, күңелде биләгән өмөтһөҙлөк, бушлыҡ тойғоһо ике аҙнанан да оҙаҡҡа һуҙылһа, тимәк, был халәт сиргә әүерелеп бара.
– Һәм бик оҙаҡ осор бәхет етмәүҙән һыҙланыуҙың сиргә тиң тәрән төшөнкөлөккә килтереүе бар?
– Тап шулай. Күңелдән яҡты тойғолар, шатлыҡ китеп, оҙайлы ваҡытҡа ҡара һағыш инһә, кешенең ошо халәттән йыш ҡына үҙе генә сыға алмауы ихтимал. Был уның йөҙ-ҡиәфәтендә генә түгел, башта тотошонда, аҙаҡ һаулығында сағыла. Балҡып ҡына йөрөгән кешенең нуры ҡаса, иғтибары юғала, зиһене тарҡау булғанлыҡтан, уйламағанда имгәнеүе, йәрәхәт алыуы бар. Бығаса булмаған сирҙәр барлыҡҡа килә, йә булғандары көсәйеп китә. Мәҫәлән, быуындары, арҡа үҙәге һыҙлай башлауы, йөрәге сәнсеп ауыртыуы, йә булмаһа, ашҡаҙан йәрәхәте асылыуы ихтимал. Был йәһәттән билдәле табип Боткиндың “Ашҡаҙан йәрәхәте беҙҙең ни ашауыбыҙға түгел, беҙҙе нимә ашауға бәйле” тигән һүҙҙәре бик хаҡ.
Беҙгә килеүселәрҙең һикһән проценты – ни сәбәпле сирләүен белә алмайынса, бер табиптан икенсеһенә, унан өсөнсөһөнә барып, уларҙан да файҙа булмағас, имселәргә, күрәҙәселәргә йөрөп, һауығыуға ышанысын юйған, өҙлөккән ауырыуҙар. Психотерапевтарыбыҙҙа ике-өс булыуҙан уҡ уларға йән инә. Быны улар мөғжизәгә тиңләй. Мин иһә беҙҙә эшләүсе табиптарҙың юғары сәнғәткә тиң һөнәри оҫталыѓы тип атар инем.
Үҙәктә баш ҡалабыҙҙың иң яҡшы белгестәре йыйылған. Ҡылдан нескә төшөнсә – күңел менән эш итеү өсөн белем, тәжрибә генә түгел, иң элек миһырбанлыҡ, кешелеклек кәрәк. Ғөмүмән, психотерапевтар – ифрат ҙур күңел көсө түгеп эшләүсе һөнәр эйәләре. Һәм ошоғаса медицинаның был өлкәһе тейешенсә баһаланып бөтмәүе – һис шикһеҙ, ғәҙелһеҙлек. Мәҫәлән, йөрәгебеҙ ауыртҡанда беҙ кардиологҡа барабыҙ, аппендицитҡа хирург операция яһай – үҙебеҙ түгел. Әммә йылдар буйы упҡындай тәрән төшөнкөлөктән сыға алмаусы күп ҡатын-ҡыҙ психотерапевҡа бармайынса, әхирәтенә эсен бушата. Ә әхирәте уға йыш ҡына донъяны, кешеләрҙе нисек күреүен күсерә.
– Ләкин көсһөҙҙө өнәмәүсе заман шауҡымына бирелеп: “Һәр кем үҙ яҙмышын үҙе яҙа. Психотерапевмы, башҡа берәүме – минең тормошомдо үҙгәртә алмай. Мин көслө булырға тейеш. Төшөнкөлөк – ул көсһөҙлөк билдәһе”, тип уйлаусылар ҙа аҙ түгел.
– Сиргә әйләнгән төшөнкөлөк, киреһенсә, кешенең тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫкә, уларҙы үҙ көсө менән еңеп сығырға, икенсе төрлө әйткәндә, бик оҙаҡ көслө булырға тырышыуы хаҡында һөйләй. Әлбиттә, психотерапевт кешенең яҙмышын үҙгәртмәй. Ләкин ул төшөнкөлөккә килтергән проблемаларға ҡарашыңды үҙгәртергә, йоҡлап ятҡан, йә һүнгән эске көсөңдө асырға өйрәтә ала. Өҫтөңә тауҙай өйөлөп, һине иҙгән ауырлыҡтарҙың ҡайһыһы төп, ҡайһыһы икенсел икәнен билдәләргә ярҙамлаша. Үткәндәрҙә лә, киләсәктә лә түгел, “хәҙерге заманда һәм ошонда” йәшәргә йүнәлеш бирә.
– Үҙәккә мөрәжәғәт итеүселәр – улар ...
– Башлыса төрлө нервы сирҙәренән яфа сигеүселәр, ҡара сөңгөлдәй тойолған төшөнкөлөктән, хәүефле халәттән сыға алмай интегеүселәр, ҡомарлы уйындарға бәйлелектән, тәмәке тартыуҙан, эскелектән, артыҡ күп ашауҙан арынырға теләүселәр... Шулай уҡ беҙ ҡурҡып ҡалған, тотлоғоп телмәре боҙолған, тәне тартышҡан, бәүелен тота алмаған, аутизм диагнозы ҡуйылған балаларҙы ла уңышлы дауалайбыҙ.
– Журналыбыҙҙы уҡыусыларҙың күпселеге – ауыл кешеләре. Улар һеҙҙә дауалана аламы?
– Әлбиттә. Беҙҙә дауаланыу бушлай булыуын әйткем килә, сөнки үҙәк – дәүләт учреждениеһы. Үҙәк баш љаланыњ бик матур урынында, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы янында урынлашҡан. Рәхим итһендәр!
Альмира КИРӘЕВА
әңгәмәләште.

Теги: