Икәүҙән килгән ипкен
Июль селләһен хәтерләткән август. Ураҡ башланған саҡ. Көнө буйы яндырып-көйҙөргән ҡояш кискә табан һүрелә төшкән, тик томра барыбер хәлде ала. Бөгөн эше күп булыу сәбәпле, ҡайтырға һуңлап сыҡҡан Әлфиә, аяҡ табандарын тоймайынса, өйөнә ашыға. Шәп атламаһа, ҡояш ҡайнарлығын йыйған ерҙең эҫеһе табандарына күсер ҙә бөтөн тәнен ялмар кеүек. Йөрәгенең яныуы ла еткән... Йыраҡтан өйө күренеү менән, ул күҙҙәрен ҡояштан ҡыҫа биреп, ишек алдын ҡарарға тырышты: зәңгәр машиналары торамы икән? Торһа, тимәк, ире ҡайтҡан. Ҡапҡа төбөндә торған машина күҙенә салынғас, күңеленә йылы инде: руль артына ултырырлыҡ булғас, ниһайәт, бөгөн эсмәгән.
Иренең ҡырҡ йәшен байрам итеүе ярты айға һуҙылыуы елегенә үтте. Аҙнаның һис юғында ике көнөндә уның төшөрөп ҡайтыуын, тешен ҡыҫып булһа ла, үткәрергә тырышҡан ҡатын (һөйләшеп-аңлашырға тырышыу файҙаһыҙ!) , түҙемлегенең кәмей барыуын тоя. Хәйер, уның бөтә ғүмере сабыр итеүҙән, иртәгәһе көн яҡшыраҡ булыр, “үгеҙ үлһә, ит, арба ватылһа, утын” тип йәшәүсе ире донъяға башҡаса ҡарар, тип өмөтләнеүҙән тора.
Ишектәр шаран-яра асыҡ. Эсен яндырып үткән уй: өмөттәре бушҡа ғына. Залда келәм йәйелгән иҙәндә һушһыҙ һуҙылып йоҡлап ятҡан иҫерек ирен күргәс, йєйє керешеләй тартылған сабырлыҡ ептәре шартлап өҙөлдө, йөрәгенең бер ҡылы сыңлап өҙөлдөмө ни?! Айҙар, йылдар буйы йыйылған һағыш, мөлдөрәмә тулып сайпылды: “Мин артабан былай йәшәргә теләмәйем! Өс көнлөк донъяла ... ” Йәненең һыҙлауына түҙә алмай ҡатын, бәләкәй сумкаһын эләктерҙе лә урамѓа атылды: үҙенең әсәһе-атаһы күптән мәрхүм, туғандары ситтә, кемгә барырға? “Ҡәйнәмә!”
Ҡыҙыулыҡ менән нисек юл сатына барып етеүен һиҙмәне. Беренсе осраған иген ташыусы машинаға ҡул күтәрҙе лә ултырып та китте.
– Ҡәйнәм, кисләтеп ҡайтыуыма аптырама. Төнөн йоҡлай алмаҫ инем. Илдар ике аҙна инде туҡтамай эсә. Ни эшләргә лә белмәйем. Икебеҙгә бер әсәйһең. Һөйләшеп ҡара әле. Һине тыңлар.
– Хәҙер кем эсмәй? Эсмәгән берәй кешене әйтә алаһыңмы? Түҙһәң, йәшәйһең, түҙмәһәң, юҡ. Эсмәһен тиһәң, ҡуштаныраҡ бул!
– Исмаһам, бер тин аҡса алып ҡайтһа... Эшләгәненә үҙҙәренең кибеттәрендә биш хаҡ менән аҙыҡ-түлек бирәләр. Мин бер эш хаҡын тартам да һуҙам, еткерә алмайым.
– Ана, телевизорҙы асып ҡара: әле ҡайҙа аҡсаға эшләйҙәр? Бөтәһе лә шулай йәшәй, бер һин түгел!
Әлфиә алҡымына килеп тығылған төйөрҙө саҡ йотоп ебәрҙе һәм, хушлашып та тормай, нисек ҡайтып ингән, шулай юлға сыҡты. Ҡәйнәһенә ни үпкә? Үҙ балаһы ҡәҙерле. Ә килен – сит бауыр. Көтөү ҡаршыларға сыҡҡан күршеләре уның былай һуңлатып туҡталышҡа күтәрелеүенә аптырап ҡарап ҡалды.
Инде көн төнгә ауышҡан. Нисек кенә ҡайтып етермен, тип торғанда, эргәһенә иҫке генә уазик килеп туҡтаны:
– Район үҙәгенәме? Ултырығыҙ!
Илтифатлыҡ күрһәтеп, уны ултыртҡан ир менән ҡатын район үҙәгендә йәшәүсе туғандарына ҡунаҡҡа китеп бара, ахыры. Артҡы ултырғыста – бер сирек һөт, йылы ғына, саҡ айыртылған бер банка ҡаймаҡ. Ҡояшта баҡырҙай янған, яңаҡтары яңаҡҡа йәбешкән ябыҡ ир, моғайын, күрше совхозда бригадир йә хисапсы булып эшләйҙер. Көнө-төнө яландан ҡайтып керә алмайҙыр. Ҡатыны ла, үҙе лә насар ғына, хатта фәҡир кейенгәндәр. Үҙ көстәре менән тырышып йәшәгән, һис мандып китә алмаған ауыл кешеләре. Кәңгер-көңгөр шым ғына тауыш менән һөйләшеп киләләр ҙә тынып ҡалалар. Ләкин был тынлыҡта ла улар айырым-айырым түгел, бергә. Ауыр эш көнөнән һуң (бәлки, ауыр тормоштандыр?) йонсоп, ҡунаҡҡа китеп барған ир менән ҡатындан килгән йылылыҡ уны ла солғап алды. Әлфиә юл буйы уларҙан ағылған ипкенгә төрөнөп барҙы һәм имшей барғанын тойҙо. Килбәтһеҙ генә ҡатынына ирҙең йомшаҡ итеп өндәшеүе, тегеһенең бер-ике һүҙ менән яуап биреүе күңеленә майҙай яғылып барҙы: бары тик оҙаҡ йылдар бергә йәшәп, бер-береһен тын алышынан аңлаусы кешеләр генә шулай аралаша. Улар хатта йәмһеҙ булһалар ҙа, матур күренәләр. Сөнки улар икәү. “Йылдар буйы ҡорған ояңды туҙҙырыу өсөн күп кәрәкмәй. Тағы аҙыраҡ сабыр итәйем ...” – ошондай уйҙар менән төшөп ҡалды ул машинанан.
... Был хәлдән һуң ун йыллап ваҡыт үтте. Район үҙәгенән ҡалаға күсеп килеүҙәренә лә шунса ғүмер. Бар ҡыйыулығын туплап, эске тауышына буйһоноп, билдәһеҙлеккә табан атлаған Әлфиә бөгөн был аҙымының ғаиләһен һаҡлап ҡалыу өсөн берҙән-бер юл булыуын аңлай. Ҡаты тәртип, ҡәтғи график буйынса эшләүсе ойошмаға урынлашҡан ире насар ғәҙәтен ташлаған. Тормоштары һәүетемсә, башҡа кешеләрҙеке кеүек бара. Тик был тәүәккәл аҙымды яһау, бергә ҡалыу кәрәк булғанмы? Йылдар үткән һайын, ире менән бер-береһенән йырағайыуын тойған ҡатын үҙенә ошо һорауҙы йыш бирә һәм яуап таба алмай. Шул мәлдәрҙә иҫке генә уазикта уны ултыртып алып ҡайтҡан ир менән ҡатынды, уларҙан килгән шифалы ипкендең ғаиләһен һаҡлап ҡалырға, өлөшөнә төшкән бәхеттең ҡотон бөтәйтергә этәргес булыуын иҫкә төшөрә һәм Хоҙай Тәғәлә юлына юҡҡа ғына ул икәүҙе сығармағандыр, тип ҡуя.
Әлфинур НУРИСЛАМОВА.

Теги: