Радик ХӘКИМЙӘН: «Ике ҡыҙым – ике гөлөм»
Донъя йәме – ҡатын-ҡыҙ
Сибәр булмаған ҡатын-ҡыҙ
Юҡтыр, юҡтыр донъяла.
Һылыулығы арта һымаҡ,
Улар ғашиҡ булғанда.
Ҡатын-ҡыҙҙы матур итеп
Хоҙай үҙе яратҡан,
Гүзәл зат ул – мәңгелек сер,
Бар ир-атты ҡаратҡан!
Ҡатын-ҡыҙ бит сәскә кеүек,
Бик тиҙ шиңә һалҡындан,
Ваҡытында һыу һипмәһәң,
Ҡорой һағыш-ялҡындан!
Тормош матур парҙар менән,
Юлдашың булһа янда,
Серләшеп туймай күңелдәр,
Ай, ҡояш балҡый йәндә!
... Бәхетле итә ир-атты
Ҡатын-ҡыҙ – тормош шәме,
Ғаиләнең йылы усағы,
Донъяның ҡото, йәме!
Ғашиҡтар
Ғашиҡтар ул пар ҡанатлы була,
Күҙҙәренән сатҡы һибелә,
Пар күбәләк кеүек бергә осоп
Менә улар тауҙар үренә.
Ғашиҡтар ул пар ҡанатлы була,
Ҡанаттары һис тә талмайҙар.
Йондоҙҙарҙың серле, сихри телен
Тик һөйгәндәр генә аңлайҙыр!
Ғашиҡтар ул пар ҡанатлы була,
Мөхәббәттән шашып һөйөнә.
Дауыл-бурандарҙы бергә кискәс,
Донъялары нурға ҡойона.
Ғашиҡтар ул пар ҡанатлы була,
Йәшәй улар матур йыр йырлап.
Гөл-сәскәләр ҡалдыралар ерҙә,
Үткән саҡта ғүмер-юл буйлап!
Мәхрүм итмә, Хоҙай!
Ҡояш нурҙары ла һары төҫтә,
Еткән игендәр ҙә һары бит.
Һары төҫтәр нисек һағыш булһын,
Игенсенең һүнмәҫ даны бит!
Һары төҫтәр нисек һағыш булһын,
Һары төҫтәр көҙгө муллыҡ бит.
Ҡояшлы көҙ, матур ғүмер теләп,
Ризыҡтарын һуҙа йыллыҡ бит.
Мәхрүм итмә, Хоҙай, кешеләрҙе
Еркәйемдең сихри көсөнән.
Айырмасы бәхет-шатлыҡтарҙан,
Алтын башаҡ, ҡояш төҫөнән!
Әсәйемдең мамыҡ шәле
Күҙ нурҙарын түгеп,
йөрәк утын биреп,
Бәйләгәндер әсәй шәлдәрен.
Биҙәктәре нурлы, гөл-сәскәләр тулы,
Һыйған бөтә донъя йәмдәре.
Әсәйемдең шәле оҙаҡ йылытыр әле,
Шундай йомшаҡ мамыҡ ептәре.
Балам имен торһон,
бәхеткәйе булһын –
Шулдыр уның бар теләктәре!
Мамыҡ шәлен бәйләп,
матур көйҙәр көйләп,
Ҡыуанғандыр әсәй күңеле.
Йоҡоларын онотоп,
һағыштарын йотоп,
Хәстәрләгән беҙҙең ғүмерҙе!
Шәлен иңгә һалһам, әсәйемде һағынам,
Шатлыҡтарҙың татыйым олоһон.
Тоям әсәм наҙын, уның ҡайнар усын,
Мамыҡ шәлкәйенең йылыһын.
Һыу буйынан ҡыҙҙар ҡайта
Һыу буйынан ҡыҙҙар ҡайта,
Күрһәтеп шишмә юлын,
Аҡ алъяпҡыслы килен-ҡыҙ,
Ҡояштай сәсә нурын.
Һыу буйынан ҡыҙҙар ҡайта,
Ваҡ баҫып, йөҙөп кенә.
Ғашиҡ булмай тыныс ҡалыр,
Их, ҡайһы егет кенә?!
Һыу буйынан ҡыҙҙар ҡайта,
Тулғандыр күңелдәре?!
Бәхет-шатлыҡтарҙа уҙһын
Йәш килен ғүмерҙәре!
Ҡыҙҙарҙың ғүмерҙәре!
Ике гөлөм
Ике ҡыҙым – ике гөлөм,
Минең иң ҙур шатлығым.
Гөлкәйҙәрем сәскә атһа,
Арта күңел сафлығым!
Ике ҡыҙым – ике гөлөм,
Ике бөртөк нур ғынам.
Һеҙ гөлдәрем – бар байлығым,
Йәнемдәге йыр ғынам.
Ике ҡыҙым – ике гөлөм,
Бәхетем – йөрәк моңом.
Ҡояш нурына һөйөнөп
Үтһендәр ғүмер юлын.
Ике ҡыҙым – ике гөлөм,
Һеҙ бит яҙмыш бүләгем,
Күҙ нурҙарым, пар ҡанатым –
Киләсәгем, терәгем!
Сибәр булмаған ҡатын-ҡыҙ
Юҡтыр, юҡтыр донъяла.
Һылыулығы арта һымаҡ,
Улар ғашиҡ булғанда.
Ҡатын-ҡыҙҙы матур итеп
Хоҙай үҙе яратҡан,
Гүзәл зат ул – мәңгелек сер,
Бар ир-атты ҡаратҡан!
Ҡатын-ҡыҙ бит сәскә кеүек,
Бик тиҙ шиңә һалҡындан,
Ваҡытында һыу һипмәһәң,
Ҡорой һағыш-ялҡындан!
Тормош матур парҙар менән,
Юлдашың булһа янда,
Серләшеп туймай күңелдәр,
Ай, ҡояш балҡый йәндә!
... Бәхетле итә ир-атты
Ҡатын-ҡыҙ – тормош шәме,
Ғаиләнең йылы усағы,
Донъяның ҡото, йәме!
Ғашиҡтар
Ғашиҡтар ул пар ҡанатлы була,
Күҙҙәренән сатҡы һибелә,
Пар күбәләк кеүек бергә осоп
Менә улар тауҙар үренә.
Ғашиҡтар ул пар ҡанатлы була,
Ҡанаттары һис тә талмайҙар.
Йондоҙҙарҙың серле, сихри телен
Тик һөйгәндәр генә аңлайҙыр!
Ғашиҡтар ул пар ҡанатлы була,
Мөхәббәттән шашып һөйөнә.
Дауыл-бурандарҙы бергә кискәс,
Донъялары нурға ҡойона.
Ғашиҡтар ул пар ҡанатлы була,
Йәшәй улар матур йыр йырлап.
Гөл-сәскәләр ҡалдыралар ерҙә,
Үткән саҡта ғүмер-юл буйлап!
Мәхрүм итмә, Хоҙай!
Ҡояш нурҙары ла һары төҫтә,
Еткән игендәр ҙә һары бит.
Һары төҫтәр нисек һағыш булһын,
Игенсенең һүнмәҫ даны бит!
Һары төҫтәр нисек һағыш булһын,
Һары төҫтәр көҙгө муллыҡ бит.
Ҡояшлы көҙ, матур ғүмер теләп,
Ризыҡтарын һуҙа йыллыҡ бит.
Мәхрүм итмә, Хоҙай, кешеләрҙе
Еркәйемдең сихри көсөнән.
Айырмасы бәхет-шатлыҡтарҙан,
Алтын башаҡ, ҡояш төҫөнән!
Әсәйемдең мамыҡ шәле
Күҙ нурҙарын түгеп,
йөрәк утын биреп,
Бәйләгәндер әсәй шәлдәрен.
Биҙәктәре нурлы, гөл-сәскәләр тулы,
Һыйған бөтә донъя йәмдәре.
Әсәйемдең шәле оҙаҡ йылытыр әле,
Шундай йомшаҡ мамыҡ ептәре.
Балам имен торһон,
бәхеткәйе булһын –
Шулдыр уның бар теләктәре!
Мамыҡ шәлен бәйләп,
матур көйҙәр көйләп,
Ҡыуанғандыр әсәй күңеле.
Йоҡоларын онотоп,
һағыштарын йотоп,
Хәстәрләгән беҙҙең ғүмерҙе!
Шәлен иңгә һалһам, әсәйемде һағынам,
Шатлыҡтарҙың татыйым олоһон.
Тоям әсәм наҙын, уның ҡайнар усын,
Мамыҡ шәлкәйенең йылыһын.
Һыу буйынан ҡыҙҙар ҡайта
Һыу буйынан ҡыҙҙар ҡайта,
Күрһәтеп шишмә юлын,
Аҡ алъяпҡыслы килен-ҡыҙ,
Ҡояштай сәсә нурын.
Һыу буйынан ҡыҙҙар ҡайта,
Ваҡ баҫып, йөҙөп кенә.
Ғашиҡ булмай тыныс ҡалыр,
Их, ҡайһы егет кенә?!
Һыу буйынан ҡыҙҙар ҡайта,
Тулғандыр күңелдәре?!
Бәхет-шатлыҡтарҙа уҙһын
Йәш килен ғүмерҙәре!
Ҡыҙҙарҙың ғүмерҙәре!
Ике гөлөм
Ике ҡыҙым – ике гөлөм,
Минең иң ҙур шатлығым.
Гөлкәйҙәрем сәскә атһа,
Арта күңел сафлығым!
Ике ҡыҙым – ике гөлөм,
Ике бөртөк нур ғынам.
Һеҙ гөлдәрем – бар байлығым,
Йәнемдәге йыр ғынам.
Ике ҡыҙым – ике гөлөм,
Бәхетем – йөрәк моңом.
Ҡояш нурына һөйөнөп
Үтһендәр ғүмер юлын.
Ике ҡыҙым – ике гөлөм,
Һеҙ бит яҙмыш бүләгем,
Күҙ нурҙарым, пар ҡанатым –
Киләсәгем, терәгем!
Теги: