Балалар табынына

Тәмле балыҡ
Балалар табынына

2 киҫәк диңгеҙ балығы (палтус кеүек), 1 һуған, 1 кишер, 1 аш ҡалағы аҡ май, 1 аш ҡалағы он, 1 йомортҡа һарыһы кәрәк.
Балыҡты йыуып, һуған менән кишерҙе лә бергә һа­лып, бешереп алабыҙ. Балығын алып, һурпаһын һөҙәбеҙ.
Ҡыҙҙырылған табаға он, аҡ май һалып, 3 минут самаһы ҡыҙҙырып алабыҙ. Һурпа өҫтәйбеҙ, болғата-болғата ҡайнатабыҙ. Соус ҡу­йырғас, уттан алабыҙ. Һыуынғас, йомортҡа һарыһын өҫтәйбеҙ, тоҙ­лайбыҙ.
Табаны майлап, балыҡты һалабыҙ. Өҫтөнә соусты ҡоябыҙ һәм 15-20 минутҡа мейескә оҙатабыҙ.

Серле шарсыҡтар

500 грамм эремсек, 1 йомортҡа, еләк, тәменсә шәкәр, тоҙ, шөкәрә онтағы кәрәк (ризыҡ бөтә ғаиләгә иҫәпләнгән).
Эремсеккә шәкәр, тоҙ, йомортҡа һалып, бутайбыҙ. Килеп сыҡҡан массаны 20-гә бүләбеҙ. Һәр бере­һенең уртаһында еләкте ҡалдырып, шарҙар әүәләйбеҙ. Уларҙы йоморт­ҡаға манып алабыҙ ҙа шөкәрә онта­ғында әүәләйбеҙ. Ҡайнар һыуҙа бер минут самаһы (өҫкә йөҙөп сыҡ­ҡансы) бешерәбеҙ.

«Терпекәй» кәтлиттәре

Үткәрелгән иткә һуған, икмәк һынығы, һөт, йомортҡа ҡушып фарш әҙерләйбеҙ. Уға бешереп алынған дөгөнө өҫтәйбеҙ. Шар итеп йәки оҙонса рәүештә әүәләп, пар менән бешереү өсөн тәғәйенләнгән кәстрүлгә бер-береһенә тейеп тормаҫлыҡ итеп урынлаштырабыҙ. Ярты сәғәт бешерәбеҙ.
Табынға йәшел тәмләткес үлән­дәр, ҡыяр һәм помидорҙан эшләнгән бәшмәктәр менән биҙәп биргәндә бик отошло.

«Йомро икмәк» турамаһы


Йомортҡа (бер балаға берәү иҫә­бенән), сыр, һарымһаҡ, ҡаймаҡ кәрәк.
Бешкән йомортҡаны, 1 теш һа­рымһаҡты, сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Саҡ ҡына ҡаймаҡ өҫтәй­беҙ (артыҡ шыйыҡланып китмәһен). Килеп сыҡҡан ҡамыр­ҙан «йомро икмәк»тәр әүәләйбеҙ. Табынға йә­шел тәмләткес үләндәр, йәшелсәләр­ҙән (помидор, татлы борос, ҡыяр...) эшләнгән сәскәләр менән биҙәп бирергә мөмкин.

Ҡарағаттан кеҫәл

1 стакан һыу, 50 грамм ҡарағат, 2 аш ҡалағы шәкәр, 10 грамм крахмал кәрәк.
Йыуылған емештәрҙе иҙәбеҙ, һутын бер һауытҡа ҡойоп, алып торабыҙ. Емештәргә һыу ҡоябыҙ, ҡайнар хәлгә еткерәбеҙ. Ике ҡат марля аша һөҙәбеҙ. Стакандан кәмерәк сыҡһа, ҡайнаған һыу өҫтәйбеҙ. 1/4 стакан ҡатнашманы крахмалды иретеү өсөн ҡалдырабыҙ, ҡалғанына шәкәр ҡушабыҙ ҙа ҡайнатып сыға­рабыҙ.
1 аш ҡалағы крахмалды алдан әҙерләгән һыуҙа иретәбеҙ, шунан болғата-болғата кеҫәлгә ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, уттан алабыҙ.
Кеҫәл һыуына биргәс, емеш һутын өҫтәйбеҙ, болға­табыҙ.
Ошолай уҡ сейә, ҡурай еләге, ҡара көртмәле, ҡайын еләге, мүк еләгенән дә кеҫәл әҙерләп була.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook