“Беҙҙең өсөн иң гүзәл зат әсәйебеҙ ине”

“Ғәлиә Имашеваны әҫәрҙең асылын йөрәге аша үткәреүсе театр рәссамы тип атар инем. Уның эш алымы миңә ысынбарлыҡты сағылдырыуы, ихласлығы менән яҡын. Имашева үҙ сәнғәте менән драматургияны инҡар итмәй, ул драматург ҡарашын, фекерен раҫлау өсөн һынлы сәнғәт телендә уның менән ярыша кеүек”. – Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Ғәлиә Имашева ижадын баһалап, шулай ти. Ғәлиә Шакир ҡыҙының бөтә ижад юлы тиерлек Башҡорт академия драма театры менән бәйле. Ул унда 1936 йылда, Өфө сәнғәт техникумын тамамлап, Баймаҡ колхоз-совхоз театрында эшләп алғандан һуң, килә. Ҡырҡ ике йыл дауамында (1946 –1988) театрҙың баш рәссамы була ул. Шул дәүерҙә ике йөҙҙән ашыу спектаклдең сәхнә биҙәлешен юғары художество кимәлендә башҡарған Имашева Башҡортостанда ғына түгел, Бөтә Советтар Союзында театр рәссамдары араһында бармаҡ менән һанарлыҡ гүзәл зат вәкилдәренең береһе була. Ике тапҡыр “Почет билдәһе” ордены менән бүләкләнә. Имашева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары араһында тәүге профессиональ рәссам булыуы менән дә беҙгә ҡәҙерле. Уның иң сағыу ижади эштәренең береһе – Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса ҡуйылған спектаклдең биҙәлеше РСФСР-ҙың К.С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы менән билдәләнә. Был ифрат талантлы шәхес, оҙон ғүмер кисереп, 1995 йылда, 80 йәшен үтеп, яҡты донъянан китә.
Республикабыҙ сәнғәте йылъяҙмаһына сәхнә биҙәү оҫталығына нигеҙ һалыусыларҙың береһе булараҡ ингән ханым ике егеткә ғүмер биреп, уларҙы ил улдары итеп тәрбиәләгән дан әсә лә булған. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика телевидениеһының алтын фондына ингән фильмдар төшөргән режиссер Рафаэль Мөхәммәт улы Арыҫланов һәм профессор, химия фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре Урал Булат улы Имашев әсәләре, бала саҡтары хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлаша.
Рафаэль Арыҫланов: “Ул зарлана белмәне”
Уҙған быуат башында ҡайһы бер төбәктә йәшәгән башҡорттарҙа ҡатынды Ҡазан тарафтарына барып һайлау ғәҙәткә ингән була. Олатайыбыҙ, Нуриман башҡорто Шакир ҙа кәләште Ҡазан эргәһенән алып ҡайта. Ҡыҙҙы ҙур ҡалым менән ала. Өләсәйебеҙ Кәшифәгә ул саҡта ун биш йәш кенә була. Йәш ғаилә Өфөлә төпләнә.
Ҡыҙының ижад юлын һайлауына олатайым сәбәпселер, тип уйлайым. Шакир мөғәллим заманының зыялы кешеләренең береһе була, Мәжит Ғафури менән яҡындан аралашып йәшәй. Әҙиптең уға яҙған хаттарын мин дә ҡулыма тотҡаным булды. Тик әлепте таяҡ тип белмәгән өләсәйем, уларҙың ни тиклем ҡәҙерле икәнен төшөнмәйенсә, яңылыш утҡа яға.
Әсәйем сәнғәт техникумында күренекле оҫталарҙа: Тюлькин, Дәүләткилдеев кеүек рәссамдарҙа уҡый. Үҙе билдәле булып киткәс тә, был хаҡта ғорурланып һөйләй торғайны.
… Ә минең бала сағым театрҙа үтте. Ул заманда опера һәм драма театрҙары бер бинала урынлашҡайны. Атайым Мөхәммәт Арыҫланов тәүгеһендә рәссам булһа, әсәйем драма театры сәхнәһен биҙәй. Мәшһүр Арыҫлан Мөбәрәков һәм Рәғиҙә Янбулатованың ҡыҙы Гөлли менән икәүләшеп иртәнән кискә тиклем оҙон коридорҙар буйлап, сәхнә артынан – тамаша залына, унан оҫтаханаға сабып арып, шундағы диванға ятып йоҡлайбыҙ. Кемдер беҙгә икмәк ашата, кемдер ҡатыҡ менән һыйлай.
Һуғыш ваҡыты. Миңә ете йәш. 1943 йылда Башҡортостандан сәнғәт әһелдәренән торған төркөм менән бергә әсәйем дә Сталинград фронтына китте. Маҡсаттары – алғы һыҙыҡта алышыусы генерал Күсимов етәкселегендәге яугирҙәребеҙҙе күреү, уларҙың рухын күтәреү. Әсәйем яҡташ һалдаттарҙың портреттарын төшөрә, күп эскиздар эшләй. Был ауыр ҙа, тетрәндергес тә сәфәр уға ғүмер буйы ижадында ярҙам иткәндер, тип уйлайым.
Атайым беҙҙе ҡалдырып, икенсе ғаиләле булып киткәс, әсәйем башкөллө эшкә сумды. Шул мәл театрға иҫ киткес талантлы актер, режиссер Булат Имашев етәкселек итә башлай. Йылдар үткәс, ул сәнғәтебеҙ тарихына юйылмаҫ эҙ һалған шәхес булып инәсәк. Театрҙан ҡайта белмәгән ялҡынлы ике ижадсының – әсәйем менән Булат ағайҙың яҙмыштары бер булып үрелеүен барыһы ла тәбиғи тип ҡабул иткәндер.
Һуғыш бөтөр алдынан Имашевты Учалыға театр сәнғәтен күтәрергә ебәрәләр. Әлбиттә, әсәйем менән мине лә бергә алды ул. Бик аҙ ваҡыт эсендә халыҡ театрын оҫталыҡ кимәле буйынса юғары күтәрҙе. Ҡустым Урал Учалыла тыуҙы.

Әммә үҙе лә, күңеле лә, эштәре лә һоҡланғыс был кешенең ғүмере үтә ҡыҫҡа булды. Театр аҡсаһын поезда Өфөгә алып китеп барғанда, яуыз уйлы ике әҙәм уны һәләк итә. Был юғалтыуҙы бөтә театр донъяһы ҙур фажиғә итеп кисерҙе. Шулай итеп, әсәйебеҙ утыҙ бер йәшендә ике бала ҡосаҡлап тол ҡалды. Миңә был саҡта ун йәш булһа, Уралға ике йәш тә юҡ ине.
Яңынан Өфөгә ҡайттыҡ. Әсәйемде, шулай уҡ Булат ағайҙы бик яҡын күргән Арыҫлан Мөбәрәков дүрт бүлмәле фатирының ике бүлмәһен беҙгә биреп ҡуйҙы. Киң күңелле был ғаилә менән дүрт йыл, айырым фатир алғансы, туғандарҙай бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәнек.
Кәшифә өләсәйем дә, Затондағы йортон һатып, беҙҙең янға күсте. Шулай дүртәүләшеп ғүмер итәбеҙ: өләсәй тамағыбыҙға әҙерләй, өҫ-башты йыуа, беҙгә күҙ-ҡолаҡ булып тора. Ә әсәйем – тулыһынса эштә. Икмәк алтынға бәрәбәр ул ауыр заманда өс йәнде ҡарау һис еңел булмағандыр. Әммә бер ҙә зарлана белмәне. Беҙҙе һүҙ менән түгел, үҙ миҫалында тәрбиәләне. Һөнәребеҙҙе мөкиббән китеп яратыу, намыҫлы булыуыбыҙ ҙа унан килә.
Мин уның оҫтаханаһында булырға, нисек эшләүен ҡарарға ярата инем. Ул үҙен театрҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмай торғайны, гел ижади эҙләнеүҙәр менән йәшәне. Сираттағы эскизға тотонор алдынан оҙаҡ уйланып йөрөй. Ҡулын эйәгенә ҡуйып, үҙ донъяһына сумып ултырғаны һаман күҙ алдымда, шундай мәлдәрҙә бигерәк тә матур: илаһи нур менән балҡыған йөҙөнә ҡарап туйғыһыҙ. Мин, кескәй малай, әсәйемде донъялағы иң гүзәл зат итеп күрәм. Киндергә яҡҡан буяу еҫе бөгөн дә танауымды ярып килгәндәй. Уның эштәрендә ҙур рәссам оҫталығы ғына түгел, әҫәрҙе тәрән ҡабул итеүе, оло аҡылы, донъяны фәлсәфәүи күреүе лә сағылыш тапты. Йыш ҡына режиссер менән килешмәйенсә, бәхәсләшеүен, үҙ фекерен раҫлауын хәтерләйем.
Миңә бигерәк тә әсәйемдең көнкүреште күрһәтеүе яҡын ине. Халыҡсанлыҡ, милли рух, көнитмештәге нескәлектәрҙе яҡшы белеүе уның эштәрен үҙенсәлекле итә, спектаклде ҡабатланмаҫ йөкмәтке менән байыта торғайны.
Театр мөхитендә, сәнғәт, әҙәбиәт әһелдәре араһында үҫеү минең яҙмышыма туранан-тура йоғонто яһағандыр – ҡырҡ ике йыл ғүмеремде телевидениеға арнаным. Тәүҙә яҡтыртыусы, режиссер ярҙамсыһы, унан режиссер булдым. Ижадымда, бигерәк тә халыҡ тормошона, тарихына ҡағылышлы эштәремдә, мәҫәлән, “Башҡорт балы”, “Башҡорт ҡымыҙы”, “Сармат алтыны” тигән фильмдарҙа әсәйем алымдарын башта һиҙмәйенсә, унан аңлы рәүештә файҙаландым. Бының өсөн мин бөгөн дә ҡыуанам. Егеттәр тәрбиәләүсе әсәләрҙең байтағы кеүек, ул маҡтауға артыҡ йомарт түгел ине. Ләкин республика телевидениеһын үҫтереүгә тырышлыҡ һалған өлкән улы менән дә, фән өлкәһендә ҙур уңыштар ҡаҙанған кесеһе менән дә риза булыуын белеп йәшәнек. Ә был беҙҙең өсөн иң ҙур маҡтау ине.
Урал Имашев: “Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешем минең”
“Был донъяла минең өсөн иң яҡыны кем: әсәйемме, ҡатыныммы, баламмы?” – етенсе тиҫтәне артмаҡлағанда, мин үҙемә шундай һорау бирҙем. Был ғәзиз кешеләр араһында ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерлеһе әсәйем булыуын төшөнөү – ғүмеремдең төп һығымталарының береһе.
Мин атайымды хәтерләмәйем. Уның ғүмере 38 йәшендә, типһә тимер өҙөрлөк сағында, ижады күкрәп сәскә атҡан мәлдә, өҙөлә. Атайымдың ғәҙәти булмаған кеше, үтә һөймәлекле зат булыуын әсәйемдең уны нисек яратыуы буйынса самалайым. Бик ҡыҫҡа була уларҙың бәхете. Ләкин ошо оло һөйөү әсәйемдең бар ғүмерен балҡыта, ҡолас ташлап ижад итерлек илһам бирә. Был һөйөүҙең ҡайнарлығы беҙҙең дә йөрәктәрҙе йылытты. Һоратыусылар күп булды, әммә яңынан кейәүгә сығыу башына ла килмәне. Атайһыҙ үҫһәк тә, етемлекте тойманыҡ, күңелебеҙҙең бөтөнлөгө – әсәйемдән.
Мин бәләкәй саҡта әсәйем ай аҙағында мотлаҡ бурысҡа аҡса алып тора ине. Ләкин бер тапҡыр ҙа “уф” тигәнен ишетмәнек. Тәм-том менән дә ул эш хаҡы алған көндә генә һыйландыҡ. Әсәйемдең алһыҙ-ялһыҙ эшләүе арҡаһында тормошобоҙ әкренләп яйланды.

Рафаэль ағайым менән беҙҙе айырмайынса, йылыһын тигеҙ бүлһә лә, әсәйемдең мине нығыраҡ яратыуын тоя инем. Йылдар үткәс, аңлайым: күрәһең, атайымды өҙөлөп һөйөүе шулай миңә күскәндер. Әсә менән бала араһында була торған күҙгә күренмәҫ ептәр, йылдар үтеп, мин ир ҡорона ингәс тә өҙөлмәне, киреһенсә, нығына барҙы кеүек. Ә әсәйҙе юҡһыныуҙың ниндәй ҙур ғазап икәнен мин алтынсы синыфта уҡығанда, ул ҡырҡ биш көнгә Европа буйлап сәйәхәткә киткәндә, татыным. Уны тыным менән тартып алырҙай булып һағындым, үткән көндәрҙе шаҡмаҡлы дәфтәрҙә һанап, һыҙып барҙым. Был минең өсөн беренсе тетрәнеү булды. Әсәйем ҡайтып ингәс, донъям түңәрәкләнде. Сумаҙанынан сығарған сит ил сувенирҙарына ла, бүләктәргә лә күҙ һалыу юҡ. Ул – үҙе бүләк!
Атайым, мин тыуғас: “Артист булмаһын, яҙыусы булһын”, – тигән. Ләкин мин бөтөнләй башҡа юлдан киттем – химияны һайланым. Мәскәү дәүләт университетының химия факультетына итихандарҙы уңышлы тапшырғас, әсәйемдән телеграмма алам: “Ҡотлайым. Шатлыҡ менән осрашыуҙы көтәм”. Шул мәл йөрәгемде һыҙып бер уй үтте: мин әсәйемдән айырылам да баһа. Ҡараңғы төндәрҙә театрҙан уны кем ҡаршылар?.. Боронғоно ҡайырып, үҙенсә йәшәтергә тырышҡан өләсәйем ҡаты бәрелгәндә, кем уға терәк булыр? Документтарымды алдым да уҡыуымды Өфөлә дауам итергә ҡайтып киттем. Әсәйем аптыраманы ла, әрләмәне лә. Ғөмүмән, ул минең үҙаллылығымды, күңелемә оҡшағанды ғына башҡарырға яратыуымды ихтирам итә ине. Һөнәр һайлауҙа ла, тормош юлдашын һайлауҙа ла үҙемсә, кәңәшләшмәй ҡарар ҡылыуыма һис ризаһыҙлыҡ белдермәне. Сөнки сикһеҙ ышана ине. Эштәрем хаҡында асып-ярып һалмаһам да, ул хәлемде әллә нисә саҡрымдар аша белеп торҙо. Ләкин, көслө, аҡыллы кешеләргә хас булғанса, был хаҡта ҡысҡырып әйтмәй торғайны. Ошолай һүҙһеҙ аңлашыу бик тәрән яҡынлыҡ булған саҡта ғына осрайҙыр.
Әсәйемде ҡаршы алырға тип барып, мин театр донъяһына сумам. Спектаклдәрҙе кәмендә өсәр тапҡыр ҡарағанмындыр. Мин уның һәр эшенең нисек донъяға килеүенә, ижад осорҙарының алмашыныуына шаһитмын. Был донъяның бер төрлө төҫтәрҙән генә тормауын да бәләкәйҙән үк уның ижадына ҡарап самалай инем. Эштәренә тәүге баһа биреүсе лә мин булғанмындыр. Һуңғы осорҙа ул үҙенсәлекле алым ҡулланып эшләне: буяуҙарҙың бер нисә төҫөн ҡылҡәләм ярҙамында ғына түгел, бәләкәс кенә яҫы ҡалаҡтар менән ҡушып та таң ҡалырлыҡ күренештәр ижад итә торғайны.
Яҙмышымдың бик ҡотло, һәр эшемдең ырыҫлы булыуы өсөн мин әсәйемә бурыслымын. Уның һөйөүе мине бәлә-ҡазанан ҡурсалап ҡына ҡалманы, уңыш үренә илтте. Был үрҙәргә мин тап уның кеүек ныҡышмал үрләнем. Уның кеүек үк, донъямды онотоп эшләнем.
Әсәйем һуңғы йылдарында мосолман зыяратына атайымдың ҡәбере янына йыш барыр булып китте. Икәүләшеп барабыҙ. Тыуымдан ҡалмағас, үлемдән берәү ҙә ҡалмаҫы билдәле булһа ла, беҙ бер ҡасан да үлем тураһында һөйләшмәнек. Ләкин мин уның баҡыйлыҡта атайым янында булырға теләүен тоя инем. Атайымдың ҡәбере эргәһендәге ҙур сирень ҡыуағына ла күҙемдең сите менән генә иғтибар итеп килдем. Әсәйем фани донъянан ахирәткә күскәс, шул сирень үҫкән урынға ерләнек. Ғүмер буйы өҙөлөп яратҡан, тоғролоҡ һаҡлаған кешеһе янында мәңгелеккә урын алды ул. Ҡәҙерле кешеләремдең икеһенә бер һәйкәл яһаттым. Атайым менән әсәйем алдында ошо бурысымды үтәүҙән әле лә оло бәхет кисерәм.
Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.
Теги: