Ҡыш бабай, бесекәй, шыршыҡай

Ҡыш бабай, бесекәй, шыршыҡайЯңы йыл иҫ киткес тиҙлектә яҡынлаша! Күпме эште еренә еткереп ҡуйырға, бер нимәне лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк... Шул мәшәҡәттәр араһында иң мөһимдәренең береһе – бәләкәсегеҙгә яңы йыл костюмы әҙерләү.
Кибеттәрҙә хәҙер әҙер кейемдәр күп, әммә төлкө, эт, ҡуян, ҡарһылыуҙар... барыһы ла бер төрлөрәк күренә. Хаҡтары ла арзандарҙан түгел, етмәһә, тәбиғи булмаған осһоҙ туҡымаларҙан тегелгән. Йыш ҡына бындай костюмды кейгән бала тирләп йонсой һәм үҙен уңайһыҙ тоя – байрам үткәрелгән залдарҙа былай ҙа кеше күп, һауа наҡыҫ булыусан бит...
Бәләкәсегеҙ байрам иртәлегендә башҡаларҙан айырылып торһон, ҡупшы һәм күтәренке кәйефтә йөрөһөн, тиһәгеҙ иң мөһиме – иң яҡшы костюм өсөн бүләк алыуын теләһәгеҙ, бәлки, кейемде үҙ ҡулығыҙ менән әҙерләп ҡарарға кәрәктер? Беҙ ирмәк кенә бәләкәс Ҡыш бабайҙың костюмын һәм таң ҡалдырғыс бесекәй кейемен тәҡдим итәбеҙ. Улар 2 – 5 йәшлек балаларға тәғәйенлән­гән. Һыҙмалар буйынса бесеү-тегеүе һис ҡатмарлы түгел. Ҡыш бабай костюмы һыҙмаларында күк тµҫ менән күрһәтелгән деталдәр биҙәклә∆ µсµн туҡыманан тегелә. Машинка булмағанда, кейемдәрҙе ҡул менән тегергә лә мөмкин. Иң мөһиме – теләк булыуы. Фотоларға ҡарап тегеү уңайлыраҡ булыр.
Ҡыш бабай, бесекәй, шыршыҡай
Шулай уҡ һеҙҙең иғтибарға матур ғына йәшел күлдәктең һыҙмаларын да тәҡдим итәбеҙ. Ошондай күлдәк кейеп, сағыу муйынсаҡ һәм ялтыр биҙәүестәр таҡһа, ҡыҙығыҙ ҡупшы шыршыға оҡшап китер. Уңыштар һеҙгә, Яңы йылда тик бәхеттәр юлдаш булһын!

Йондоҙ СУЛПАНОВА.
А. ДАНИЛОВ фотолары.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook