Тәҡдирҙең һауабы һәм емергес көсө

Хафа, ҡайғы башыбыҙға төшһә: “Был маңлайыма яҙылған тәҡдирҙер инде”, – тип ҡабатларға яратабыҙ. Ә бит бәхетле, ҡыуаныслы минуттарҙа берәү ҙә: “Был минең тәҡдирем шулай”, – тип әйтмәй. Еңеүҙәрҙе, шатлыҡлы мәлдәрҙе тик үҙ мәнфәғәтенә генә
күсереп, әҙәм балаһы башҡа көстәрҙең дә быға тәьҫир итеү
ихтималлығы хаҡында онота. Ысынбарлығында кешенең һәр уйы, һәр аҙымы, һәр эше юғары көстәр
тарафынан билдәләнә һәм баһалана. Изге уйҙар, һүҙҙәр, эштәр, тормошто ҡөҙрәтле нурға сорнап, яҡшы тәҡдир тыуҙыра. Ә яманлыҡтар яҙмышты ҡатмарлаштыра. Тәҡдир – Ғаләмдең төп ҡанунын билдәләй һәм уның асылы “Нимә сәсһәң, шуны урырһың” мәҡәленең мәғәнәһенә ауаздаш. Был хаҡта үткән һанда әйтеп үткәйнек. Әле уның үҙенсәлектәрен тәрәнерәк өйрәнмәксебеҙ. Психологтар карманы аҡ һәм ҡара төҫтәге шарҙар сүрәтендә күҙ алдына килтерергә кәңәш итә. Һәр атҡан таңыбыҙ, кистәребеҙ һайын ғүмер ҡапсығыбыҙ йә аҡ, йә ҡара шарҙар менән тула бара.
Беҙ тәҡдирҙе үҙгәртә алабыҙмы?! Ҡара карманы таҙартырға мөм­кинме, тип һорарһығыҙ. Быға ышаныуы ла ауыр. Әммә мөмкин. Кем­дәр юлыбыҙҙы ҡырҡырға маташа, яманлап һөйләй, тап улар гонаһтары­быҙҙы ла йыуа икән. Шуға ундай бәндәләрҙән үс алырға ашыҡмау ҙа хәйерле. Иң яҡшыһы: ғәфү итеү! Тормошоғоҙҙа осраясаҡ бәләнең нин­дәйҙер өлөшөн үҙ иңенә алғаны һәм ауырыраҡ яҙмыш һынауынан ҡотҡар­ғаны өсөн уларға эстән генә рәхмәт әйтеү ҙә файҙалы булыр, моғайын.
Ә ауырлыҡтарҙан, кәртәләрҙән, аңлашылмаусанлыҡтан ҡурҡыу дөрөҫ түгел – бәндә һағыш-ҡайғыларҙы, ауыр кисерештәрҙе, хатта ҡыйырһы­тыуҙарҙы үтеп, үҙ тәҡдирен таҙарта. Әҙәм балаһы үҙе ниндәй – янына ла шундай уҡ холоҡло кешеләрҙе тарта, тигәйнек. Ҡайһы ваҡытта, киреһенсә, ҡапма-ҡаршылыҡлы кешеләр ҙә осрай. Яҙмыш бер кемде лә юҡҡа ғына табыштырмай. Бәлки, үткән тормошта улар бер-береһенә туған, дуҫ йәки дошман булып, уртаҡ тәҡдир менән бәйләнгәндәрҙер ҙә бөгөн гонаһтары өсөн бергә яуап тоторға тейештәр­ҙер. Һәр йән эйәһе яныбыҙға ниндәй­ҙер маҡсат менән ебәрелә. Шуға һәр тыуған көндө, һәр осраған кешене тормош бүләгеләй ҡабул итеп, яҙмыш ебәргән билдәләргә иғтибарлыраҡ булыу зарур.
Тормошон тик рәхәтлек татыуға, күңел асыуға ҡороусылар бөтә нәҫел­гә бүленгән изге көстө тәләфләй, ти эзотериктар. Бәлки, шуғалыр ҙа үҙ ихтыяжын ғына ҡайғыртҡан, изгелек­һеҙ бәндәләрҙең балаларына, ейәндә­ренә әсе яҙмыш һынауын үтергә насип булалыр. Ялҡау, тормош көтөүгә теләге һәм тырышлығы булмаған әҙәм затының нәҫелен дә шундай уҡ һынау көтә.
Тәҡдирҙең тағы бер үҙенсәлеге ха­ҡында белеү мотлаҡ. Баҡтиһәң, уй­ҙарыбыҙ, ҡылыҡтарыбыҙ ғына түгел, ә аралашҡан кешеләр ярҙамында ла тәҡдиребеҙгә йоғонто яһайбыҙ икән. Мәҫәлән, әхирәтегеҙ менән телефон аша һөйләштегеҙ ҙә, трубканы һалғас, ваҡытығыҙҙы алғаны өсөн асыулан­дығыҙ йәки әле ошо мәҡәләне уҡыған­да, авторы хаҡында ниндәйҙер фекер тыуҙы икән, ти. Һеҙ уй­ҙарығыҙҙы, иғ­тибарығыҙҙы шул кешегә йүнәлтеп, тәнҡитләйһегеҙ йәки маҡтайһығыҙ… Тап шул мәлдә һеҙҙең арала көслө мәғлүмәт күпере барлыҡҡа килә һәм тәҡдир икәү-ара бүленә. Ғәҙелһеҙ мөнәсәбәт тә, урынһыҙ яманлау ҙа, ҡәһәр ҙә тәүге сығанағына әйләнеп ҡайта. Тимәк, ошо уҡ торошто, ха­ләтте ҡасан да булһа үҙебеҙгә лә татыу ҡурҡынысы янай. Ә һоҡланыу, яратыу кеүек гүзәл той­ғолар, яҡты хистәр уятып, кешенең күңелен үҫ­терә. Тормошта көҙгөләй беҙ бер-беребеҙҙе сағылдырабыҙ. Һәр уй, һәр һүҙ, өҙлөкһөҙ көстәр ағымы хасил итеп, тәбиғәттәге һыу әйләнешеләй, ҡасан да булһа үҙ инешенә ҡайта.
Һәр кемдең кармаһы туғандарына, балаларына, дуҫтарына, хеҙмәттәш­тәренә, яҡташтарына, ғөмүмән, тормош юлында осраған һәр йән эйә­һенә йоғонто яһап, ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Мәҫәлән, һеҙҙең әрләүегеҙ­ҙе, асыуығыҙҙы төрлө кеше төрлөсә ҡабул итә. Кемдер ауырлыҡтарҙан сыныға: әрләүҙе һығымта яһау өсөн ҡуллана һәм күңелендә нәфрәт һаҡ­ламай. Ә ҡайһы берәүҙәр баҫырыуға ҡаршы тора алмай, тиҙ һына. Был – Йыһандың кеше аңы етмәҫтәй сере. “Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ” тигәндәре шулдыр инде, бәлки.
Өйҙәге бөтә нәмә хужаһының энергетикаһы менән һуғарыла һәм яҙмышын сағылдыра. Күрәҙәселәр һәм бағымсылар бәндәнең тәҡдирен уның кейеме аша еңел билдәләй. Мәҫәлән, Ванга кеше тураһындағы мәғлүмәтте ул алып килгән шәкәр киҫәгенән “уҡый” алған. Шуға бел­мәгән кешенең кейемен кейеү тыйы­ла. Яман йәки ауырыу бәндәнең өҫ кейеме, көстө һурып, сиргә һабыштырыуы ихтимал. Ә тормошо уңышлы, сәләмәт һәм яратҡан кешегеҙҙең әйбере йылылыҡ, көс-ҡеүәт бирә.
Карма һүҙе санскрит теленән эш­ләү, ижад итеү тигән мәғәнәне аңлата. Көнсығыш философтары карма һүҙе­нең эш барышын ғына түгел, хеҙмәт һөҙөмтәһен, ижад емешен дә билдә­ләүе хаҡында белдерә. Китап уҡыу ҙа, бала бағыу ҙа, иген урыу ҙа, кәсеп итеү ҙә, ҡунаҡ булыу ҙа, ял итеү ҙә – тәҡдирҙе барлыҡҡа килтереүсе ижади эшмәкәрлек ул. Тимәк, тәҡдир һәр эштең, шөғөлдөң тәмен белеп, уны лайыҡлы башҡарыуҙы талап итә.
Йыһан киңлегендә бушлыҡ юҡ. Һауа тигәнебеҙ ҙә ҡеүәтле мәғлүмәт селтәренән тора. Ә инде ябай кеше күҙенә күренмәгән нескә киңлектәр­ҙең сағылышы хаҡында әйтергә лә түгел. Ҡайһы берҙә мөһим эште ниәт­ләйбеҙ ҙә уға тотонорға ҡул етмәй. Әйтерһең, ниндәйҙер көс артҡа тарта төҫлө. Һуңынан ваҡиғаларҙың мөғ­жизәле рәүештә башҡа йүнәлеш алыуын һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Тимәк, Ғаләм дөйөм тәртип ҡанундарына тап килерҙәй мөмкинлекте үҙе һайлай һәм тәҡдиребеҙгә ярашлы һуҡмаҡҡа алып сыға. Нисек кенә үкенесле булмаһын, әҙәм заты изгелектең төп һәм мөһим көс икәненә инаныу юлында упҡындар аша үтергә, уны түбәнгә һөйрәгән кәмселектәрҙән арынырға тейеш.
Артыҡ ваҡсылланып, тәкәббер­ләнеп, ғорурланып, уңыштарға ирә­йеп китеүҙе лә Йыһан ғәфү итмәй. Шуға ниндәйҙер яңы эшкә тотонор алдынан, туҡталып йәки артҡа сигенеп, уйланыу, ял итеү, хаталарҙы төҙәтеү, һығымталар яһау мөмкинлеге бирелә. Ғаләм үҙ законы менән иҫәпләшмәгәнде, ян-яҡҡа тайпылғанды өнәмәй. Кешене ысын асылына ҡайтарыу өсөн, бигерәк тә иҫкәртеү­ҙәргә иғтибар итмәүсене, яңынан-яңы һәм береһенән-береһе аяуһы­ҙыраҡ һынау менән киҫәтә. Йыһан менән бер һулыштан ижад иткәндә генә, ҡаршылағы кәртәләр юҡҡа сы­ғып, уңышҡа табан юл ярыла. Беҙҙең тормош ярыштағы ат сабышын хә­терләтә. Ҡайһы ваҡыт еңеүгә өлгәш­тем, тигәндә генә абынып йығылыуың ихтимал. Һөҙөмтәлә бүләк бө­төнләй башҡаға тәтей. Шуға туҡтап ял итеү, көс туплау ҙа мөһим. Бында юл һуңындағы бүләкте тәүмаҡсат итеп ҡарамайынса, уға илткән һуҡ­маҡтың әһәмиәте хаҡында уйлау дө­рөҫөрәк булыр, моғайын.
Ер йөҙөнә тыуған һәр йән эйәһе һәләкәткә дусар. Тик изгелек кенә үлемһеҙ. Был хаҡта ниңәлер онотоп, йәшәүҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белмәй, көндәрҙе мәғәнәһеҙ уҙғарабыҙ. Айырым кешеләрҙең, нәҫел­дәрҙең генә түгел, ә тотош ауылдар­ҙың, ҡалаларҙың, илдәрҙең үҙ тәҡдире була. Милләттең яҙмышы шул халыҡ вәкилдәренең ни хәтлем белемле, тәрбиәле, зирәк булыуына, рухи кө­сөнә бәйле. Сөнки уларҙың уйҙары, теләктәре, маҡсаттары, тығыҙ сылбыр барлыҡҡа килтереп, бер-береһенә тәьҫир итә. Тимәк, айырым шәхестәр­ҙең яҙмышы аша тотош йәмғиәттең киләсәге хәл ителә. Уларҙың уй-хис­тәре, киләсәккә бағлаған өмөттәре оло бер маҡсатты күҙаллаһа, ғәмәл һис шикһеҙ тормошҡа аша. Бер төр­көмгә көнсөл, наҙан, тар күңелле, яһил кешеләр йыйылһа, улар уңыш­һыҙлыҡ һаҙлығына яйлап бер-береһен батыра башлай. Сөнки ҡара көстәрҙең маҡсаты шул. Эскеселәрҙе, наркомандарҙы, кеше йәнен ҡыйыу­сыларҙы ла иблис ҡотҡоһо йөрөтә.
Йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың балаларына тыумыштан тәбиғи һиҙемләү һалына, шуға улар тормошҡа әҙерлекле тыуа. Ә әҙәм балаһына фани донъяла бар нәмәгә үҙенә өйрәнергә тура килә. Кешенең күңел торошо, холҡо, яҙмышы уны уратып алған мөхиткә тығыҙ бәйле. Сабый сағынан бүре балалары менән бергә үҫкән әҙәм бер ҡасан да кешеләр араһында ҡәҙимге тормош менән йәшәй алмай һәм, шул йәнлек йәшендә өлкәнәйеп, 15–20 йәшендә һәләк була. Тарихта бындай ваҡиғалар байтаҡ. Шуға йәмғиәттә, ғаиләлә киләсәк быуынды тәрбиәләүгә мөмкин тиклем ҙур иғтибар бүленергә тейешлеген аңлайһың. Тимәк, әҙәм заты аралашыу, дуҫлашыу, яратыу, үҙ-ара фекер алышыу, бәхәс ҡороу, һығымталар яһау аша ғына шәхес булараҡ үҫеш кисерә һәм, үҙенең генә түгел, башҡаларҙың яҙмышына ла үҙгәрештәр индерә ала. Ер кешеләре үҙ-ара туҡтауһыҙ энергиялар менән бүлешә.
Асыҡ, изгелекле йәндәргә Йыһан оло ҡеүәт бирә, һәләт менән бүләк­ләй. Ҡайһы берҙә һәләт нәҫелдән ҡал­ған гонаһты таҙартыу өсөн дә бирелә. Ер тормошо матди байлыҡтарға ғына таянып алға китә алмай. Йәмғиәт өсөн һынылышлы, ҡатмарлы осор­ҙарҙа сәсәндәр, шағирҙар, яҙыу­сылар, күрәҙәселәр, бағымсылар, психологтар күбәйә. Ерҙәге бысраҡ­лыҡты йыуыу, күңелдәрҙе таҙартыу, йөрәктәрҙә ышаныс сатҡыһы уятыу өсөн ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеүгә, рухи ҡиммәт­тәргә, мөғжизәгә ихтыяж тыуа. Ерҙең, халыҡтарҙың, илдәрҙең яҙмышы ла, айырым кешеләрҙең тәҡ­дире кеүек, ҡатмарлы мәл кисерә һәм хатта һәлә­кәткә дусар була. Асыу, үпкә, көнлә­шеү, ризаһыҙлыҡ, зарланыу, яманлыҡ ҡылыу тормошобоҙҙо зарарлаусы ағыу икәнен аңлаһаҡ та, борондан ҡалған насар ғәҙәт – тиҫкәрелек барыбер үҙ булмышыбыҙға ҡайтара. Ошо быуындан-быуынға күскән на­ҙанлыҡ ҡалыптарын еңеп кенә яҙмышыбыҙҙы яңыса ҡора алабыҙ.
Бөтә изге көстө йәнде һәм тәнде һауыҡтырыуға, белем, уңыш һәм бә­хет ҡаҙаныуға, мәрхәмәтлек ҡылыуға йүнәлтә алһаҡ, саф ғәмәлдәребеҙ ҡөҙрәтле шәмдәй киләсәгебеҙҙе яҡ­тыртып торасаҡ. Ғаилә хаҡында хәс­тәрлек күреү, балаларҙың килә­сәгенә дөрөҫ йүнәлеш биреү, төрлө йәһәт­тән камиллыҡҡа өлгәшеү аша ғына быуындар сылбырының, тимәк, тотош халыҡтың сәләмәт үҫешен тәь­мин итеү мөмкин.
Альбина ҒӨБӘЙҙУЛЛИНА әҙерләне.
(Дауамы бар).



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook