"Унһыҙ мин тын ғына үләм..."
Алдымда ҡарап туйғыһыҙ һылыу 30 йәштәрҙәге ҡатын ултыра. Берәү ҙә сибәркәйҙең эсе тулы ут тип әйтә алмаҫ. Ул һуңғы биш йылда иҫе китеп бер егеткә ғашиҡ. Егет бай ҙа, әллә ни егәрле лә, һушты лырлыҡ матур ҙа түгел, ләкин Гөлсара өсөн ул донъялағы иң-иң камил, йәне-тәне теләгән зат. Бер тапҡыр ҙа өйләнмәгән Дамир менән Гөлсараның биш йыл эсендә нисә тапҡыр осрашыуын һанар өсөн ике ҡулдың бармаҡтары етер, хатта артып ҡалыр. Бер-бер артлы үткән ике мөғжизәүи төндән һуң улар барлығы биш мәртәбә күрешә. Хәйер, ике тапҡырын иҫәпләмәһәң дә ярайҙыр. Сөнки уларында Дамирҙы Гөлсара урамда үҙе махсус көтөп тора. Йәнәһе лә, осраҡлы тап булғандар. Һөйгәнен арбау өсөн нәмә генә эшләмәй ул: серле итеп ымһындырырға ла тырыша, көнләштереп тә ҡарай, махсус осрашыуҙар ойоштора, хатта сихырлап та маташа. Ләкин бөтәһе лә бушҡа ғына.
Әхирәттәре, онотторорға тип, башҡа ир-ат менән таныштырып ҡарай. Тик улар менән аралашыуы аҙнанан артмай. “Миңә бары Дамир ғына кәрәк! Уның менән генә булғым килә! Уны нисек ғашиҡ итергә – мине шуға өйрәтегеҙ!” – ти күҙ йәштәре аша һылыу. Һөйгәне менән булыу өсөн ул бөтә нәмәгә риза: уның хыянатына, аҡса тапмауына түҙергә лә. “Мин ғүмерҙә тәү тапҡыр шулай ныҡ итеп яраттым. Башҡаса бер кемгә лә ғашиҡ булмаясаҡмын. Үлгәнсе тик УНЫ ғына яратасаҡмын!” – тип ҡабатлай ул үҙен аңына килтерергә тырышыусы дуҫтарына, туғандарына.
Гөлсара кеүектәр бик аҙ тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ! Беҙгә, психотерапевтарға, килгән һәр икенсе ҡатын-ҡыҙ яуапһыҙ мөхәббәттән яфа сигә.
Был мөхәббәт түгел!
Иң башта уҡ һыҙланыу һәм ғазап килтергән хисте һис кенә лә һөйөү тип әйтеп булмай. Ул – һөйөүгә бәйлелек. Психологияла ҡайһы берҙә был хисте наркомандарса һөйөү тип атайҙар. Шулай яратыу, ысынлап та, наркоман бәйлелеген хәтерләтә. Был тойғоноң, әлбиттә, яуапһыҙ ҙа,
яуаплы ла булыуы ихтимал. Ләкин, нисек кенә булһа ла, уға бәйле кеше үҙен наркотикһыҙ йәшәй алмаған наркоман, йәки эскеһеҙ тора алмаған алкоголик кеүек тота. Йән һыҙлауы йыш ҡына тән һыҙлауына әүерелә: йөрәккә, әйтерһең, йөҙ энә менән сәнсәләр, ҡан баҫымы күтәрелә, баш ауырта. Был хәл оҙаҡ дауам итһә, етди сирҙәр барлыҡҡа килеүе лә оҙаҡ түгел.
“Яратмаҫҡа өйрәтегеҙ мине. Янымда ул булмағанда, шул тиклем ҡыйын, күңелем урынында түгел, сикәләрем ҡыҫа. Эшкә китһә, ул ысынлап та эштәме икән, тип уйлайым. Гел шылтыратып, тикшереп торам. Ләкин барыбер тыныслана алмайым. Эш урынында юҡ икән, аҡылдан яҙыр сиккә етәм! Телефондан кәйефе юҡлығын тойһам, ни эшләп һүрән һөйләште, ниндәй хилафлыҡ эшләнем икән, тип бөтәһен дә барлай башлайым. Тауышы бик шат яңғыраһа ла, шик төшә: ни өсөн эштә ул өйҙәгенән күңеллерәк?” Шулай тип һөйләй һөйөү ғазабынан арындырыуҙы үтенеүсе йәнә бер ҡатын.
Был – сир ...
Һәр сирҙеке кеүек үк, һөйөүгә сәләмәт булмаған бәйлелектең дә барлыҡҡа килеү сәбәбе, үҫеш осорҙары, өҙлөгөү эҙемтәләре һәм, әлбиттә, һауығыу алымдары бар.
Сәбәптәре ниндәйҙер кимәлдә билдәле: ҡағиҙә булараҡ, мөхәббәт ҡолдары – үҙ-үҙҙәрен түбән баһалаусы кешеләр. Башҡаны яратыуҙан ғазап сигеүселәрҙең төп үҙенсәлеге – үҙҙәрен яратмау.
Тәүге осор – хистәрҙән баштар әйләнгән саҡ. Ғашиҡ йән, үҙен бөтөнләй онотоп, һөйгәне
тормошо менән йәшәй башлай.
“Ул эргәмдә булғанда, мин –
ҡанатлы ҡош. Ул юҡ икән, мин тын ғына үләм...” – тип бүлешә
кисерештәре менән бер һылыу. Ғашиҡтарҙың хәлен ошонан да асығыраҡ итеп әйтеп булмайҙыр. Мөхәббәт ҡанат ҡуя икән, йәреңде һағынаһың икән, бының ниндәй насарлығы бар?! Әгәр беренсе осор икенсеһенә күсмәй икән, бер ниндәй ҙә зыяны юҡ.
Икенсе осор аҡрынлап теләктәрҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәй башлауы менән билдәләнә. Һөйгәнең янында ни тиклем күберәк булһаң, шул тиклем аҙыраҡ кеүек. Хас та наркоман һымаҡ – уға ла, наркотикка өйрәнгән һайын, көндән-көн ҙурыраҡ дәүмәл талап ителә бит. Кисә уның һине ҡыуандырған иғтибары бөгөн аҙ кеүек, етмәй. Унан башҡа ла насар, ул янда саҡта ла тыныс түгел. Бындай осорҙа иң илаһи саҡ – осрашыуҙы көтөү. Ундай мәлдә ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа тулы бәхет ҡайтҡандай. Йәреңдең наҙына, йылыһына ихтыяжың артҡан һайын, ул, быны бойондороҡһоҙлоғона ҡул һоноу тип баһалап, әкрен генә алыҫлаша башлай, осрашыуҙарҙан ситләшә. Йөрәгеңдең һыҙлауы арта ғына...
“Һөйгәнеңде тәрбиәләргә, яҡшыртырға” тырышыу кире һөҙөмтә генә бирә. Ни тиклем нығыраҡ тырышһаң, ул шул тиклем нығыраҡ һалҡыная. Һәм һинең ғазапланыуың артҡандан-арта. Ҡәҙерлеңде юғалтыуҙан ҡурҡыу, ғәйеп тойғоһо, көнләшеү, асыу, үс алыу теләге – бөтәһе лә бергә ҡушылып, тормошоңдо тамуҡҡа әйләндерә.
Мин яңынан был халәтте сир менән сағыштырам: бер тапҡыр ғазаплы һөйөү менән ауырыған кеше өсөн сир даимигә әйләнә. Кемдер ғүмер буйы яуапһыҙ хистәрҙән ҡотола алмай, бер ауҙан икенсеһенә эләгә, төрлө кешеләр менән бер үк хаталарҙы ҡабатлай һәм буш хыялдар ҡамауында йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр иһә, яңы ғазаптан ҡурҡып, бөтөнләй мөхәббәттән баш тарта һәм быны үҙенсә: “Мөхәббәт юҡ, уны романтик шағирҙар уйлап сығарған”, – тип аҡлай. Һәм иң аяныслыһы шул: ысын мөхәббәтен осратҡан хәлдә лә, ҡатыҡты ла өрөп ҡабыусы кеше, шатлыҡ һәм тын бәхет килтереүсе хисте танымайынса, юғалтыуы ихтимал. Сөнки уға мөнәсәбәттәрҙә көсөргәнеш, киҫкен кисерештәр, һыҙланыу етмәйәсәк.
Тимәк, был “ауырыу” дауалап булмай торғандар иҫәбенә ҡараймы? Улай түгел, әлбиттә. Ҡайһы берҙә үҙеңә генә унан ҡотолоу ҡатмарлы. Был осраҡта психотерапевт йәки тәжрибәле психолог ярҙамы кәрәк. Ләкин өҙгөләүсе, ғазаплы хистең һөйөү түгел, ауырыу икәнен үҙҙәре төшөнөүселәр ҙә байтаҡ. Улар, үҙҙәрендә аңды, йәнде бығаулаусы тойғонан арынырлыҡ көс табып, йөрәктәрен ысын һөйөү өсөн асалар.
Резеда ШӘФИҒУЛЛИНА,
психотерапевт.

Теги: