Сәхнәбеҙҙең нуры ул
Йондоҙло сәғәттәре күп булған уның. Оҙайлы алҡыштар, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәскәләр, һоҡланыу һәм һөйөү тулы ҡараштар. Тормошон сәхнә менән бәйләгән һәр кемдең хыялы, ынтылғаны шул түгелме ни? Яратҡан эшендә бәхетен тапҡан Рәсәйҙең, Башҡортостандың, Татарстандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаеваға һоҡланмау мөмкин түгел. Меңдәр теләр ине уның урынында булырға. Ә шул ижади уңышҡа илткән юлда түгелгән тирҙәр һәм һынауҙарҙы, юғалтыуҙар һәм түләүҙәрҙе, икеләнеүҙәр һәм тетрәнеүҙәрҙе үҙе аша үткәрергә риза булыусылар күп булыр инеме икән? Белмәйем...
Уңышҡа өлгәшеү – бер, ә шуны ярты быуат буйы ҡулыңдан ысҡындырмай тотоу тағы ла ҙурыраҡ оҫталыҡ талап итә. Егерменсе быуат башҡорт театры алиһәләренең береһе беҙгә йөрәк серҙәрен аса.
– Мине ғүмер буйы әсәйемдең мөғжизәле һәм фәһемле әкиәттәре оҙата килде. Ул әкиәттәрҙе, күберәк үҙе уйлап сығарып, йырлай-йырлай һөйләр ине. Атайым һуғышта, шунан әсирлектә булғанда, әсәй янында йоҡлап йөрөгәнмен һәм бик оҙаҡ имгәнмен. Шуға беҙҙең әсәй менән бәйлелек көслө булды. Аллаға шөкөр, ул үҙ зиһенендә, сәләмәт булып, 92 йәшкә тиклем йәшәне. Атайым ҡайтҡас, тағы ла өс бәпес тыуҙы, шулай итеп, беҙ өй эсендә туғыҙ бала үҫтек.
Һигеҙҙә уҡығанда, Лүзиә апайыма эйәреп, тауға, уйынға сыға башланым. Йәштәрҙең ҡара-ҡаршы йырлағанын тыңлап, бик күп йырҙар отоп алдым. Шунлыҡтан, аҙаҡ, театр менән гастролдәрҙә йөрөгәндә, юлда үҙ-ара йырлап ярышһаҡ, беренселекте бирмәй инем. Алтынсыла уҡығанда ауылыбыҙға ситтән күсеп ҡайтҡан Рифәт исемле егеткә ғашиҡ булдым. Миәкәгә ялдан һуң бергә йәйәү китәбеҙ. Ул гел ҡуйынына яңы бешкән икмәк һалып ала ине. Ямғыр яуһа, уны ҡайғыртып: “Өшөйһөңмө”,– тигән булам, ә ул гел: “Ю-уҡ, минең ҡуйынымда йылы икмәк бит”, – ти ине. Аҙаҡ, апайым янына Мишкәгә уҡырға киткәс, тәүге һөйөүем онотолдо. Унынсыла саҡта, Өфөлә театр училищеһы асылды, тип ауылдаштарым гәзиттән ҡырҡып алынѓан иғлан ебәрҙе. Заһира апайым медицина училищеһына өгөтләне. Сөнки бәләкәйҙән дауалау ысулдары менән ҡыҙыҡһына инем, әсәйем дә: “Ауыртҡан ерҙе Нурия һыпырһа, еңел булып ҡала”, – ти торғайны. Апайымды тыңлаһам, мин, бәлки, бик һәйбәт врач булып китер инем.
– Олпат йәштә булһағыҙ ҙа, һеҙгә ағинәй тип өйдәшергә ҡыйыулыҡ етмәй...
– Иллелә мин үҙемде ҡыҙҙар кеүек хис итә инем. Алтмышта ла әле үҙеңде оло тоймайһың. Әле ҡайһы берҙә быуындар ауыртып китһә, йә ҡапыл ҡуҙғалғанда тәнемдә ауырлыҡ тойһам, бәрәкє-є-єт тип, аптырап ҡуям. Күңел торошо йәш менән бер нисек тә бәйле түгел икән.
– Йәш сырайлы булыу өсөн ниндәй саралар ҡулланаһығыҙ?
– Бер нәмә лә эшләмәйем. Һирәк-һаяҡ ҡына зарядкаға баҫам, бер тотонһам, ун көн самаһы булышам да тағы ташлайым. Әҙерәк кенә ҡалыная барғанымды һиҙһәм, кисен күп ашамаҫҡа тырышам. Ҡырҡ йәшкә тиклем биҙәнмәнем. Шелтәләй торғастары, яйлап ирен, күҙҙәрҙе әҙерәк буярға өйрәндем. Бер башлаһаң, гел биҙәнергә кәрәк икән ул, ә минең һыйпанырға ялҡауым килә. Сәхнәгә, әлбиттә, теләйһеңме, теләмәйһеңме, гримда сығаһың, ә бына парикка өйрәнә алманым.
–Ғәҙәттә, тормошта тыныс кешеләр йәшерәк күренә...
–Әсәйем ғүмере кеше менән талашманы, ауыр һүҙ әйтмәне, намаҙ уҡыны. Өйөбөҙҙә ураҙа тоталар, ҡорбан салалар ине, йоҡларға ятҡас, әсәй доғалар өйрәтә, беҙ күмәкләп уны ҡабатлайбыҙ. Атайым да иманлы булды, тағы ла ул ныҡ тәртип яратты. Үҙе ҡарап тороп, ашағандан һуң теҙеп ҡуйып, ауыҙҙы сайҡаттырыр, ятыр алдынан сиратҡа баҫтырып аяҡтарҙы йыуҙыртыр ине. Карауат ситтәрен дә китап һымаҡ тигеҙ итеп йыйыштырырға ҡушыр булды. Әсәйем халыҡ ижадына һөйөү уятһа, атайым иһә беҙҙе гел уҡырға өндәне. Хатта бишек тирбәлткәндә лә ул:
“Әлли-бәлли итер ул,
Бохараға китер ул,
Бохарала белем алып,
Ғалим булып ҡайтыр ул”, – тип йырлай торғайны. Ошо үҫмерлек осоро, апайҙар-ағайҙар менән бергә саҡ, әсәй йәш, атай дәртле мәлдәр тормошомдоң иң бәхетле ваҡыты булған.
– Һеҙ, ғөмүмән, бәхетле кеше бит, хыялығыҙ бойомға ашҡан, сәхнәне яулағанһығыҙ...
– Эйе, ләкин әлегә тормошҡа ашырмаған ниәттәрем дә бар. Уларҙы эшләү бер ни ҙә т∆гел ћымаљ, нињєлер һаман сәғәте һуҡмай тора. Иҫем китеп, ғүмер буйы атта сабырға хыял-ландым. Һыбай ултырып ҡарағаным да бар, тик елдергәнем юҡ. Тағы ла ҡышын мәкелә һыу ингем килә, морждар һымаҡ. 31 декабрь көнө Изге инешкә сумып ҡарағаным бар инде, унда йәһәт кенә төшәһең дә сығаһың. Йєнє лє Ирәмәлгә менмәгәнмен әле, ул күп кешеләрҙе үҙенә яҡын ебәрмәй тиҙәр, мине ебәрерме икән, бик белгем килә.
– Сер түгел, ҡайҙа ла һын-ҡиәфәткә ҡарап ҡаршы алалар, сибәрҙәргә барыбер ҙә еңелерәктер...
– Мин үҙемде ғүмерҙә лә матур кеше тип һанаманым. Гәзит-журналдарҙа һүрәтемде баҫһалар, ҡайһы берәүҙәрҙең: “ Эй, сибәрлек нимә ул”, – тип төрттөргәнен ауыр кисерә инем. Мин эшкә килгәндә, Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡан артисткалар үҙҙәре утыҙҙарын саҡ артылған йәштәр ине, әлбиттә, шунда уҡ күтәреп алманылар. Башта ролдәр ҙә әллә ни булманы. Етмәһә, артыҡ баҫалҡы инем, телевидениеға барһам, объектив бөтә йәмһеҙлегемде күрһәтә инде тип, ҡотом осоп ултыра торғайным. Хәҙер, йәш саҡтағы фотоларға ҡарап, йәшлек үҙе матур, ниңә шул хәтлем бөтөрөнгәнмен икән, тип уйлап ҡуям. Беҙ Фидан менән халыҡ яратҡан юѓары тойѓоло ролдәрҙе уйнағас, тамашасы беҙгә хыялында үҙе лә матурлыҡ өҫтәп ебәргәндер. Миңә ҡалһа, сәхнәлә матурлыҡ кәрәкмәй ул, яғымлылыҡ кәрәк. Бергә эшләгәндәр менән дуҫ булһаҡ та, әллә ни сер бүлешеп йөрөмәнек. Ә бына Асия апай Нафиҡова менән әхирәттәр булдыҡ. Мин унан сабырлыҡҡа, донъя көтөү серҙәренә һәм кешеләргә, кемлегенә ҡарамаҫтан, матур мөнәсәбәттә булырға өйрәндем, рәхмәтлемен уға. Эшкә килгәс тә, комсорг булдым, худсоветта, профсоюзда – гел йәмғиәт эшендә ҡайнаным. Саҡ ҡына ғєҙелһеҙлек күрһәм дә, әйтеп бара инем, тура һүҙле булһам да, әйткәндән һуң үкенеп, дөрөҫ эшләнемме тип, үҙем эстән ҡайғырып бер була торғайным.
– Мин һеҙҙе ябай тормошта бөтөнләй күҙ алдына килтермәйем. Бала саҡтан алиһә һымаҡ күңелгә уйылып ҡалғанһығыҙ.
– Берҙән-бер генә ҡыҙымды 27 йәштә генә таптым. Тәүге иптәшем һөнәре буйынса хирург. Ул мин тип өҙөлөп тора ине, шул диңгеҙҙәй сикһеҙ мөхәббәтенә иҫереп, үҙ хистәремде лә абайламай кейәүгә сыҡтым мин. Сәхнәләге Нурияға – ижадсыға ла ғашиҡ ине ул. Өй менән сәхнә араһында өҙгөләнеп, әллә был эште ташларға ла ҡуйырға инде, тип ысҡындырған саҡтарымда ла ул: “Нимә һөйләйһең, һин бит сәхнә өсөн генә яралғанһың”,– ти торғайны. Артыҡ яратыуынан ирәйеп киткәнмендер инде, “минең кеше түгел” тигән фекергә килдем. Тормош бер генә, яратҡан кешең менән йәшәп ҡалырға кәрәктер, тигән уй еңде лә, уның менән хушлашырға тура килде. Ул саҡтарҙа киткәнемә үкенмәнем. Ә бына хәҙерге аҡылым менән уйлайым да, сабыр итергә, нисек тә яраҡлашырға, баланы етем итмәҫкә кәрәк булғандыр, тип уйлайым. Йылдар үткәс кенә уның мине аңлаған, минең булмышыма тап килгән кеше булғанына төшөндөм. Йәшлектә дыуамаллығың менән мөхәббәт эҙләп, ҡулыңдағы бәхетеңде ысҡындыраһың икән ул... Т. Миңнуллиндың “Хушығыҙ” спектаклендә Миләүшә ролен башҡарғанда, ошо уйҙарыма ауаздашлыҡ тойоп, тетрәндем. Мин уның бәхетле булыуын теләнем, ләкин яҙмышын ҡыйраттым, тип, үкенеп, уны ярата алмағаным өсөн ғәфү үтенеп йәшәнем. Ә ул яратырҙай кеше, изге бәндә ине. Никах йортона айырылышырға барғанда ла, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне, ул минең туғандарҙы һораша, мин – уныҡын. Һуңғараҡ ул да ғаилә ҡорҙо. Мин уны илле йәшемдә юбилейыма ла саҡырҙым.
– Ә мөхәббәтегеҙҙе таптығыҙмы?
–Яратҡанмындыр, тик мин уның ғаиләһенән китеүен теләмәнем һәм бергә булырбыҙ тип күҙ алдыма ла килтермәнем. Ләкин ул үҙе хәл итеп, минең янға килде. Бәхетле булдыҡ. Әммә йәй һайын коллектив менән ике-өс айға гастролдәргә сығырға тура килә ине. Ир кеше айҙар буйына йылы аш, ҡатын тәрбиәһе күрмәй етемһерәп йөрөй. Ул теләмәһә лә, ҡотортоусылар табыла. Хыянатты күңелем менән һиҙҙем, ирем айырған ҡатындың кисерештәрен үҙем дә тойҙом. Әлбиттә, кисерә алманым, етеш донъяны, яландай фатирҙы ҡалдырып, билдәһеҙлеккә сығып киттем.
– Ҡурҡманығыҙмы?
– Әллә... Хоҙай бер нәмәне алһа, икенсеһен бирә бит ул. Концерттар менән йөрөй башланыҡ, матди ҡыйынлыҡтарҙы шулар арҡылы еңел үткәрҙем. Әлбиттә, йонсоном, төндә генә тамашалар бөтә, иртәгеһенә таң менән – театрға эшкә. Уның ҡарауы, күңелем тыныс ине.
– Журналыбыҙҙы уҡыусыларға, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, ниндәй кәңәштәр бирерһегеҙ?
– Иң беренсе түҙемлелек һәм киләсәккә күҙ ташлап эш итеү мөһимдер, тием. Беҙҙең заманда эште ғаиләнән юғары ҡуялар ине. Шуның арҡаһында күпме актрисалар, балериналар тормошҡа сыҡмай, бала тапмай ҡалды. Ял көндәрендә лә эшләп, өсәр ай гастролдә йөрөгән, байрамдарҙа өйҙә булмаған килеш ниндәй шәхси тормош тураһында һүҙ булыуы мөмкин. Шуға мин беҙҙең менән йәшәмәгән ирҙәрҙе лә ғәйепләй алмайым. Хәҙер хатта балериналар ҙа бер бала менән генә ҡалмай, сөнки йәмғиәттең нигеҙе ғаилә икәнен барыһы ла аңланы, ҡатын-ҡыҙҙың бәхете лә – ҡатын, әсә булыуҙа. Ләкин ғаилә ныҡлы булһын өсөн сабырлыҡ күрһәтергә, бер-береңдең ҡылыҡтарына түҙә белергә лә кәрәк.
– Ә Фидан ағайға ғашиҡ булманығыҙмы?
– Юҡ, беҙ Фидан менән туғандар кеүек булдыҡ. Шуға ла уйнай алғанбыҙҙыр. Ғашиҡ кеше бит күҙгә түгел, күҙҙең эсенә ҡарай, яратһаң, уйнап булмай ул. Хатта партнерыңдың һиңә битараф булмағанын белһәң дә. Ә беҙҙең ана шул бер-беребеҙҙән әҙерәк тартыныуыбыҙ, киреһенсә, сәхнәлә отошло күренгәндер, моғайын.
– Театрҙан тыш, һеҙ кинофильмдарҙа ла уйнағанһығыҙ бит әле?
– Мәскәү режиссерҙарының ике фильмында уйнарға яҙҙы миңә. Береһе – М.Горький исемендәге студияның “Возвращение чувств”, икенсеһе – “Мосфильм”дың “Двое на голой земле” тигән таҫмалары. Режиссер актерҙар эҙләп килгән дә, “Прометей”ҙа Ириданы уйнаған мәлемә тура килеп, күҙ һалып ҡуйған миңә. Аҙаҡ гримеркаға килеп инделәр ҙә, һынауға ла саҡырып тормай, шунда уҡ фильмға алдылар. Студиялағы к∆ренештєрґе – Мәскәүҙә, тәбиғәттәге пландарҙы Татарстанда төшөрҙөләр. Ә икенсе кинофильмда Ташкентта, Алтайҙағы Бийск ҡалаһында Әсә ролендә төштөм. Унда Белозорович тигән режиссер саҡырҙы, беренсе фильмда күреп оҡшатҡан. Өсөнсөгә “Ришат – друг Зифы” тигән фильмға саҡырғайнылар, гастролдәр тура килеп, бара алмай ҡалдым. Көтһәгеҙ генә киләм тигәс, минең урынға Ҡазандан Вера Минкина апайҙы алғандар. Кинола төшөүҙең мин тәмен төшөнә алманым. Камера алдында эшләүҙән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙем, тип әйтә алмайым. “Мосфильм”да сағымда, икенсе режиссер Ирина Мансурова атаҡлы Хейфецты саҡырып керетте. Ул Пушкин хаҡында фильм төшөрөргә йөрөгән икән. Мине Няня роленә алырға теләгәйнеләр ҙә, Пушкинды уйнарға йәтешле актер табылмау арҡаһында ул проект тормошҡа ашмай ҡалды.
– Ҡыҙығыҙ ҙа актерлыҡҡа уҡыған, ижади юл һайлаған...
– Бәләкәй сағында эшкә йыш үҙем менән йөрөтөргә тура килде. Балалар ролендә минең менән бер нисә тапҡыр сәхнәгә лә сыҡты. Хәҙер ул – радиола музыкаль режиссер. Үҙе өләсәй инде. Бүләсәрем сабый ғына әле, уны шул тиклем ныҡ һағынам, саҡ ҡына илаһа ла, йәлләйем. Унан да татлыраҡ, ғәзизерәк йән эйәһе юҡ минең өсөн.
Түгелгән йәштәре күҙҙәрен шемәртә алмаған, юғалтыуҙар уны көслөрәк иткән, хеҙмәттә үткән ярты быуат уны арытмаған, тамашасы һөйөүе иһә күңел сәскәһенә шиңергә форсат бирмәгән, әле лә ул сәхнәлә төп ролдәрҙә, ә байрамдарҙа – йөрәктәрҙе елкендерер һандуғас! Нурия Ирсаева бит ул шуның өсөн дә, яҡты, күҙ ҡамаштырғыс нур эйәһе, ә яҡтылыҡ сығанағы булыуҙың ни тиклем яуаплылыҡ талап итеүен ул яҡшы белә!
Гөлнара ХӘЛФЕТДИНОВА.

Теги: