Даръяларҙы иңләп, бәхет яулап...

Даръяларҙы иңләп, бәхет яулап...Уның йырҙарынан түгелеп һағыш ағыла. Мөлдөрәмә тулы күҙҙәрендә – әйтерһең дә, көҙҙөң илаһи моңһоулығы. 20 йыллап эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән һәм бөгөн аяғында ныҡлы баҫып торған эшлекле ханымдың йөҙөндәге моңһоулығы уның ысын булмышына бер нисек тә тап килмәй төҫлө. Ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулдары менән алтын ҡоя торған һоҡландырғыс кеше бит ул. Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе һәләтле йырсы һәм эшҡыуар Нурия Йәрмөхәмәтованың яҙмыш һынауҙарын сабыр ғына үткәрә белеүенә, тормош зирәклегенә һәм тәүәккәллегенә һоҡланмаҫлыҡ түгел шул.
Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған йәш белгес тәүҙә уҡытыу­сы, унан Ауырғазы районы гәзитендә хәбәрсе, хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Ғаиләһе менән Камчаткаға күскәс, һөнәре буйынса эш тапмаһа ла, ҡул ҡаушырып ултыр­май. Японияға барып, биҙәү-һырлау мөмкинлектәре булған бәйләү машинкаһы алып ҡайта. Тәүҙә әхирәт­тәренә һәм күрше-күләненә заманаһы өсөн зауыҡлы әйберҙәр бәйләп кейҙе­рә. Оҫтабикәнең даны тиҙ тарала – ярты йылға етерлек заказ йыйылып китә. Үҙе көнө буйына өйҙә булғас, улдары ла ҡараулы, күңеле лә тыныс. Балалары менән аралашыу, ваҡытында тамаҡтарын хәстәрләү, матур итеп кейендереү өсөн тырыша әсә.
“Әгәр берҙән-бер көндө тормош иптәшем икенсе ҡатынды яратыуы һәм уның менән йәшәргә теләүе хаҡында белдермәһә, мин, ошо тормош рәүе­шенә ҡәнәғәт булып, артабан да ҡәҙимге генә донъя көтөр инем, буғай”, – ти Нурия Сәмиғулла ҡыҙы, тормошондағы тәүге тетрәнеүен хәтер күҙлегенән үткәреп. Яратҡан йәренең хыянатын ауыр кисерә ҡатын. Яңғыҙын аяуһыҙ яҙмыш диңгеҙенә, упҡынға ырғытҡандар, әйтерһең. Үҙе ғаиләлә берҙән-бер бала булғас, кәңәш бирер, ярҙам итер яҡын туғандары ла юҡ, исмаһам.
Әммә “Бәхетһеҙлек ҡайһы берҙә тағы ла ҙурыраҡ бәхеткә юл аса”, – тиҙәрме әле?! Нурия ханым балаларының бәхете хаҡына иң ауыр эшкә тотоноуҙан да тартынмай. Бер килке Япониянан иномаркалар алып ҡайтып һата башлай. Йәш көйөнсә ҡайһы бер ир заттарының ҡулынан килмәҫтәй хәүефле эшкә тотоноуына бөгөн үҙе ғәжәпләнә.
Балалары менән тыуған Башҡортос­танына күсеп ҡайталар. Мәләүез ҡала­һында төпләнеп, сауҙа кәсебе менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Ул ваҡытта әйберҙәрҙең, аҙыҡ-түлектең юҡ сағы. Егет ҡорона инә башлаған уландарын уҡытыу, кеше итеү маҡсаты әсә күңеле­нә тынғылыҡ бирмәй. Тәүҙә балаҫтар, кейем-һалым менән һатыу итә. Бер аҙ аҡса туплағас, Төркиәнең күн, тире әйберҙәре етештереү заводы, Польшаның һәм Белоруссияның трикотаж фабрикалары менән килешеүҙәр төҙөп, Мәләүез районы һәм ҡала халҡын зауыҡлы һәм сифатлы кейем менән тәь­мин итә башлай. Артабан Греция, Таиланд, Ҡытай илдәрендәге эш­ҡыуарҙар менән хеҙмәттәшлек булдыра. “Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: Мәләүездә халыҡ ҡупшы кейенә. Улар кейем-һалым­ға аҡса йәлләмәй. Ә мин яљташтарымдыњ иң йылы, яҡты хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәм”, – ти Нурия Сәмиғулла ҡыҙы. Ул, Мәләүез­дән айырым фатир һатып алып, Стәрлебаш районы Әмир ауылында йәшәгән 88 йәшлек әсәһе Хәмиҙә апайҙы үҙенең эргәһенә күсереп ала.
Күҙ нурылай ҡурсалап үҫтергән ѓәзиз сабыйыңды юғалтыу – әсә йөрәгенә уңалмаҫ яра һалған иң ауыр ҡайғы. Нурия ханым өлкән улының һәләкәтенән һуң йыр менән күңел һыҙлауын баҫа. Ҡайһы бер авторҙар­ҙың күңеленә ауаздаш шиғыр юлдарына үҙе лә көй һала. Бөгөн Нурия ханым – заман менән бергә атлаған бизнес-леди, йырҙарына йөрәк йылыһын һалып башҡарған, халыҡтың ихтирамын, һөйөүен яулаған һәләтле йырсы һәм оло йөрәкле әсә.
Әле улы Илнур, әсәһе юлын дауам итеп, шәхси эшен булдырған. Донъяның ҡәҙерен белеп, тәмен тойоп йәшәй белгән көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул – Нурия Йәрмөхәмәтова. Һәләтле кеше төрлө яҡлап һәләтле булалыр инде ул. Уңған ҡатынға артабан да ижади асыштар насип итһен Хоҙай!
Альбина ҒӨБӘЙҐУЛЛИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Мәләүез районы.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook