Бер мөхәббәт тарихы

Бер мөхәббәт тарихы– Әгәр яуҙан иҫән-һау ҡайтһам, һине үҙем менән алып китәм! – башҡорт егетенең был һүҙҙәре Сәкинәнең йөрәгенә ут һалды ла ошоғаса таныш булмаған хистәр ҡойононда өйрөлттө. Ҡаяларҙы баш эйҙерер саялыҡ менән йәнгә йылы булып яғылыр иплелек бер кешелә нисек һыйышалыр? Урал бөркөтөнөң тап ошо ҡапма-ҡаршы сифаттары ҡыҙ күңелен яулай ҙа инде. Ләкин ул да ғорур заттарҙан:
– Ә кем, эйәреп китәм, тип тора?!
–Бер нимәгә ҡарамаҫтан, алып ки­тәм! Теләһәң дә, теләмәһәң дә.


Ағастарға һиҙелер-һиҙелмәҫ алтын һибелә башлаған йәй һуңында Сибай ҡала­һында йәшәүсе Сәкинә инәй Әминева йыл һайын йәшлегенә әйләнеп ҡайт­ҡандай була. Ире Хөрмәтулла менән осраштырған мәл ул – йәй аҙағы.
1945 йылдың авгусы. Владивосток эргәһендәге Ворошилов-Уссурийск ҡалаһы. Көнбайыш фронтта һуғыш тамамланғас, бронепоезд менән Манчьжурияға – япондар менән алышҡа китеп барыусы яугирҙәр ошо ҡалала ремонтҡа туҡтала. Станция комсоргы Сәкинәгә утҡа инергә торған һалдаттар менән урындағы йәш­тәрҙең осрашыуын ойоштороу йөк­мә­телә.
Һыу һөлөгөләй ун биш офицер араһында оҙон буйлы ҡара һылыу егеткә Сәкинә лә башта уҡ иғтибар итә: ”Иң матуры шул!” Ә Хөрмәтулла тимерҙе ҡыҙыуында һуға, йөрәгенә ин­­гән ҡыҙға тәүге көндә үк: “Алып ки­тәм!” – ти. Әжәл менән алышҡа инергә ашыҡҡанда, ғишҡын белде­реү өсөн ошо һүҙҙәр иң көслөһө тойола.
Япон самурайҙарын ҡыйратып, Хөрмәтулла октябрҙә ҡалаға килеп төшә. Яңғыҙы түгел, баш ҡоҙа – командиры менән: “Беҙҙе Курил утрауҙарына ебәрәләр. Һине алырға туҡталдым”. Был ҡәҙәр ҡыҙыулыҡтан Сәкинә тәҡәтһеҙ ҡала: “Мин әҙер түгел”. Егет һүҙҙе ҡыҫҡа тота: “Уйларға өс көн бирәм”. Өс көндән тултырылған никах бланкыһын алып килә: “Ҡул ҡуяһың ғына ҡалды”.
Сәкинә, ете йәштә етем ҡалып, ағаһы менән еңгәһе ҡулында үҫкән була. Ағаһы – һуғышта, еңгәһенә кәңәшкә бара.
– Еңгәм, ишетеү менән, ҡырт киҫ­те: “Башҡорт ирҙәре бисәһен әҙәмгә һанамай, береһен айыра, икенсеһен ала икән. Итәк тулы бала тапҡас, ҡы­уып сығарһа, ни эшләрһең? Миңә килеп йығылырһыңмы?” Был һүҙҙәр сәмемә тейҙе: ни эшләп ул яҙмышым менән идара итә? Ни эшләп күңелемә ятып өлгөргән кешене хурлай?

Хөрмәтулла туҡтамай уйнай, ә мин был моңдо мәңге тыңларға риза. Күҙҙәремдән йәш атылып сыға, һәм мин шул саҡ йөрәгемдең хәләлем иленә – балаларымдың кендек ҡаны тамасаҡ ошо ергә, күңелде күккә күтәрер ҡөҙрәтле моң ижад иткән халыҡҡа һөйөү менән тулыуын тоям.

Ә, бәлки, еңгәм хаҡлылыр?.. Ул түгел, үҙем дә Хөрмәтулланы әле ныҡлап белмәйем дә баһа. Шулай ҙа еңгәмә, бар ҡыйыулығымды туплап: “Мин уға сығам. Итәк тулы бала менән айырылһам да, ауырлығым һеҙгә төш­мәҫ. Бында мин бүтән ҡайтмам!” –тип әйтергә йөрьәт иттем,– тип хәтерләй Сәкинә инәй.
Ике-өс кенә күргән кешегә күҙ йомоп яҙмышын тапшырғанда, ул бары тик эске тауышына буйһона. Ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡыҙ был донъяла бер кемдән күрмәгән һөйөүҙе унан – тын ышаныс һирпелгән егеттән аласағын, ҡырыҫлығы дәһшәтле яу шауҡымы ғына булыуын тойомлай. Һәм бер ниндәй шартһыҙ, бер икеләнеүһеҙ уның менән уртаҡ тормош һуҡмағынан атлап китә…
Кәләшенә Хөрмәтулла Башҡортостанын былай тип һүрәтләй:
“Илем – йәннәт мөйөшө. Һин уны бер күреүҙән ғүмерлеккә яратасаҡһың. Күлдәре диңгеҙҙәй йәйрәп ята, урманы йырып сыҡҡыһыҙ ҡуйы, тауҙары зәңгәр күккә олғашҡан. Уралымда ҡоштар ғына түгел, ҡыу үлән дә йырлай”. “Илен шулай һөйгән кеше насар уйлы булмаҫ!” – тип уйлай һылыу. Егеттең: “Беҙ, ысынлап та, итәк тултырып балалар үҫтерербеҙ. Тәүге улыбыҙға Салауат тигән исем ҡушырбыҙ, ҡыҙыбыҙҙы Сәлимә тип атарбыҙ. Был ике исем беҙҙә изге һанала. Салауат – халҡыбыҙ азатлығы өсөн йәнен фиҙа ҡылған батыр, Сәлимә – йырыбыҙҙа йырланған бик сибәр ҡыҙ. Ҡалған балаларыбыҙҙы үҙеңсә нарыҡларһың”, – тигән һүҙҙәре лә уның күңеле сафлығына шик ҡалдырмай.
1946 йылда, Сталиндың хәрби хеҙ­мәттәге уҡытыусыларҙы, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен демобилизациялау хаҡында бойороғо сыҡҡас, Хөрмәтулла Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итә. Хәрби академияға инеү тәҡдименән баш тарта, һуғышҡа тиклем Сермән педагогия училищеһын тамамлаған егет балалар уҡытырға теләй.
– Шул йылдың июлендә беҙ поезда ҡайтырға сыҡтыҡ, – тип һөйләй Сәкинә Сафа ҡыҙы. – Вагондар шыплап тултырылған: һуғыштан һуң яугирҙәр тыуған яҡтарына ашҡынып ҡайтып бара. Беҙ купела һигеҙ кеше – дүрт ғаилә киләбеҙ. Байкал эргә­һендә туҡталғайныҡ, юлсылар күлгә һибелде. Мин йөклө­лөктөң етенсе айында инем, вагонда ҡалдым. Тиҙҙән бар халыҡ кире үҙ урындарын алды, минең ирем юҡ. Поезд ҡуҙғалды. Хафалана башланым: был ни хәл? Бөтә документ та, аҡса ла уның кителе кеҫәһендә кит­кән. Шул саҡ күңелемә беренсе тапҡыр шик йүгерҙе: әллә еңгәм хаҡ булғанмы? Эргәмдә барған һалдаттар мине йыуата, күрәһең бит, кешеләр бәх­еттән иҫергән, берәйһе менән там­бурҙа тәмәке тарталыр, тиҙәр. Был һүҙҙәрҙән эсемә саҡ ҡына йылы инә. Ике сәғәттән, минең уйламаған уй ҡалмағанда, Хөрмәтуллам пәйҙә бул­ды: “Был поезда, баҡһаң, ресторан бар. Унда кешеләр ултыра икән. Шул иҫәп­тән мин дә…” Шулай шаяртҡан була. Яуҙашын осратҡан да, ваҡытты иҫләмәйенсә, һөйләш­кәндәр ҙә һөйләшкәндәр. Мин, бар үпкәмде онотоп, уға бағам: купе ишегенә һөйәлгән дә хас тәү тапҡыр күргәндә­гесә йыл­майып, яратып ҡарап тора. Күңелемә шулай шик инеүе тәүге һәм һуң­ғы тапҡыр булды. Ирем бүтән ғүмер­ҙә лә шөбһәләнерлек сәбәп бирмәне.
Сәкинәнең башҡорт еренә аяҡ баҫыуы бөгөнгөләй хәтерендә. Магнитогорскиға килеп төшкәс, Хөрмәтулла бер совхозда бухгалтер булып эшләгән Хәлил еҙнәһенә хәбәр ебәрә. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ аттар хужалыҡ эшенә егелгәнлектән, ул йәштәрҙе алырға үгеҙ менән килә. Ҡала ҡыҙының үгеҙҙе лә, арбаны ла беренсе күреүе була. Ғөмүмән, ул байтаҡ ваҡыт күп нәмәгә ғәжәпләнеп йөрөйәсәк.
Яҡты күҙҙә иренең ауылына барып етеп өлгөрмәгәс, Хәлил уларҙы үҙ ауылына алып ҡайта. Береһенән-береһе бәләкәй ун ике бала йүгерешеп йөрөй. Өйҙә – бер өҫтәл, бер ҙур һике. Һәм… йәнде иретерлек ихласлыҡ. Ят ҡәүемдән төшкән киленде күрергә бөтөн ауыл йыйыла. “Урыҫса һөйләшә тип ҡарамағыҙ, үҙебеҙҙең мосолман ул – татар ҡыҙы”, – ти Хәлил еҙнәләре. “Борсолма, килен, бөтәһе лә яҡшы булыр. Бергә йәшәрбеҙ”, – тип дәртләндерә үҙе. Шулай итеп, уны ҡаршы алған тәүге кеше иренең иле хаҡында тәүге иң йылы тәьҫоратты тыуҙыра.
Хөрмәтулланың ауылы Иҫәнгә барыр өсөн ул рәйестән ат һорап ала: киленде үгеҙҙә төшөрөп булмай ҙа. Юл буйы Сәкинәне әкиәти тәбиғәт менән таныштырып бара: иртәгә көндөң ниндәй булыуын белгең килһә, Талҡаҫҡа ҡара йә Ирәндек өҫтөн­дәге болоттарға күҙ һал, ти. Ә Иҫәндә уларҙы өй тулы халыҡ көтә. Самауырҙар шыжлап ултыра.
– Ҡәйнәм: “Эй, балам!” тип ҡосаҡлап, бал-май ҡаптырып ҡаршы алды.“Килен” дә “килен” тип, барыһы ла арҡамдан ярата. Ул хәтлем дә һөйөүҙе, йылылыҡты бер ҡасан да күрмәгәнлектән, мин үҙемде икенсе донъяға барып эләккәндәй хис иттем. –Был хаҡта һөйләгәндә, Сәкинә инәйҙең йөҙөндәге бар һырҙар ҙа яҙылғандай. – Килеп төшкәс тә аптыратҡан емереклек тә, фәҡирлек тә күҙгә күренмәй, “Бында нисек йәшәйҙәр?” – тигән уй ҙа юҡҡа сыҡты.
Иртәгәһен Хөрмәтулла кәләшен Ирәндеккә алып менеп китә: “Һиңә тыуған яғымдың бөтә матурлығын күрһәтермен, тигәйнем бит”.
– Ирем менән күк Ирәндектең иң бейек башындабыҙ, – ти Сәкинә инәй. – Тирәяҡтың хозурлығынан һушһыҙ ҡалдым да әллә күпме өнһөҙ генә ҡарап торҙом. Ирәндек итәгендә йәйрәп киткән туғайҙың көмөш ҡылғаны, әйтерһең, елдә уйнаған шаян диңгеҙ тулҡындары. “Владивос­токта мин һоҡланған Алтын Мөгөҙ бухтаһындағы кеүек, эйеме?”– тим. “Алтын Мөгөҙҙә тулҡындарҙан башҡа бер ни ҙә юҡ. Мең төрлө сәскә ошонан башҡа ҡайһы ерҙә һибелгән?! Ҡайҙа шулай ҡурай йырлап үҫә?” – Ирем шулай тип ҡурай ҡырҡып алды ла уйнап ебәрҙе. Мин бер ҡасан да ишетмәгән, гүйә ғаләм­дән килгән илаһи моң күңелемә, һәр күҙәнәгемә һеңә бара. Хөрмәтулла туҡтамай уйнай, ә мин был моңдо мәңге тыңларға риза. Күҙҙәремдән йәш атылып сыға, һәм мин шул саҡ йөрәгемдең хәләлем иленә – балаларымдың кендек ҡаны тамасаҡ ошо ергә, күңелде күккә күтәрер ҡөҙрәтле моң ижад иткән халыҡҡа һөйөү менән тулыуын тоям.

Бер мөхәббәт тарихы


Ике балалары – Салауат һәм Сәлимә тыуғас, уларҙы өләсәләренә ҡалдырып, Хөрмәтулла менән Сәкинә Владивостокља ҡунаҡҡа китә. Хөрмә­тулла тамыры менән биш-алты ҡурай һалып ала. Тик барып етһәләр, ҡурайҙар юҡ, поезда онотоп ҡалдырғандар. Ир аптырап ҡалмай, ҡайнағаһынан алюмин торба һорап ала ла ҡурай яһай. Улар хөрмәтенә йыйылған мәжлестә, ҡурайҙың тәүге ауаздарын ишетеү менән, бөтәһе лә “аһ” итә.
– Был ваҡытҡа мин ете боронғо башҡорт йырын – ”Урал”, “Ғилмияза”, “Сәлимә”, “Уйыл”, “Зөлхизә”, “Һаљмар”, “Сибай”ҙы өйрәнгәйнем. Ирем уйнай, мин ҡушылып йыр һуҙам. Табында мәрйәгә өйләнеп, шул яҡтарҙа тороп ҡалған башҡорт уҙа­маны бар ине. Ул, күҙ йәштәрен тыя алмайынса, йәнә йырлауымды үтенә. Мин бүтән йыр белмәйем, ләкин Хөрмәтулла шул уҡ көйҙәрҙе яңынан уйнай башлай, мин йырҙа­рымдың етеһен дә ҡабатлап яңғыратам, – тип иҫтәлектәр ебен һүтә инәйебеҙ. Ул тағы ла, көлә-көлә, нисек итеп тәүге тапҡыр хәрби иҫәпкә баҫыу өсөн Баймаҡҡа барыуҙарын да бәйән итте:
– Иҫәндән утыҙ саҡрымда ятҡан был ҡалаға күмер ташыусы тракторҙа ҡап-ҡара булып килеп төштөк. Һу­ғыштан һуңғы емереклекте аҡларға тырышыпмы икән, ирем: “Ауылда тормош ауыр, бына һин Баймаҡты күрһәң, таң ҡалырһың. Ул – алтын сыҡҡан ҡала. Тирә-яғы алтын тулып ята”, – тигәйне. Беҙ шул ҡала эргәһендә аптырашып баҫып торабыҙ. Ихатаһыҙ бәләкәй генә йорттар янына яҫы кирбестәрҙән өсмөйөш кеүек тау өйөлгән. “Былар нимә?” Ирем, оҙаҡ яуҙа йөрөгән кеше, ул таусыҡтарҙың мейескә яға торған тиҙәк булыуын үҙе лә онотҡан. Иҫенә төшөргәс, яҡташтарын минең алда күтәрергә тырышып: “Ирҙәр – һу­ғышта, ҡатындар шулай донъя көтөр­гә мәжбүр булған”, – тине.
Баймаҡҡа күскәс, ҡала ҡыҙы Сә­кинә тиҙәк һуғырға ла, балсыҡ һы­ларға ла өйрәнә, һалам тултырып, түшәк яһарға ла тура килә. Бер-бер артлы балалары тыуа – Салауат менән Сәлимәгә Рауил исемле ҡусты менән Фәимә, Сәйҙә исемле һеңлеләр алып ҡайталар. Иренә балалар уҡы­тырға насип булмай: “Мәктәптә ҡатын-ҡыҙ ҙа эшләй ала, һин бында кәрәгерәк­һең”, – тип, ҡыҫҡа курсља ебәреп, район ауыл хужалығы идаралығына баш бухгалтер-инструктор итеп ҡуялар. Сәкинә ирен ҡайҙа ебәрәләр, шунда бара – Темәскә, унан Сибайға. Зоотехник, клуб мөдире, ауыл Советы секретары ла булып эшләй. Бик оҙаҡ йылдар, хаҡлы ялға сыҡҡансы, “Башкирэнерго”ның район селтәрендә кадрҙар бүлеге етәксе­һе вазифаһын башҡара.
Балалары ла ил ҡеүәтен арттырырҙай шәхестәр булып үҫә. Әле Мәскәүҙә йәшәүсе Салауаты – фән кандидаты, байтаҡ йылдар республи­кабыҙҙа Мәҙәниәт министрлығын етәкләне, Сәлимә менән Рауилы –данлыљлы металлургтар. Кинйәкәйе Сәйҙәнең ике йәшендә, Фәимәһенең илле икелә гүр эйәһе булыуы иһә һаман йөрәген өтә.
Яҙмышында ил тарихы сағылған оло йөрәкле был ҡатындың тол ҡалыуына утыҙ ике йыл. Ләкин уның күңелендә иренең ҡурай моңо һаман яңғырай…

Бер мөхәббәт тарихы


***
Йыр һымаҡ матур был тарихты Сәкинә Сафа ҡыҙы беҙгә бәйән иткәндә, сәй табынына уның әхирәттәре лә йыйылғайны. Хәйер, уның яҙмышының һәр боролошон улар яттан белә тиерлек: “Бик ҡыҙыҡ бер хәлде һөйләргә оноттоң, анау ваҡи­ғаны иҫеңә төшөр әле”, – тип ҡеүәтләп ултырҙылар. Љунаҡ килеү шатлығын да, балалар ҡайтыу ҡыуанысын да бергә уртаҡлашырға ғәҙәтләнгәндәр.

Тәғзимә Арыҫлан ҡыҙы Зәйнуллина, Елизавета Рәхим ҡыҙы Әлибаева, Фәриҙә Әхмәт ҡыҙы Сәлихова, Менәүәрә Муллайән ҡыҙы Саварбаева, Гөләндәм Кашап ҡыҙы Сәйфетдинова – инәйҙәрҙең иң өлкә­ненә туҡһан ике йәш булһа, иң йә­шенә – һикһән ике. Иҡтисадсы Тәғзимә инәйҙән башҡалары ғүмерҙәрен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған. “Бер бәхетебеҙ – яратҡан һөнәребеҙ, икенсеһе тормош иптәшебеҙ һәм балаларыбыҙ булды”, – ти һәр береһе фиҙакәр эшләгән һәм ғорурланырлыҡ улдар, ҡыҙҙар үҫтергән әсәләр. Бөйөк Ватан һуғышының утлы юлдарын үткән уҙамандарҙың хәләл ефеттәре улар. Ил йөрәген устарында тотоп, ғәрәсәттән алып сыҡҡан ҡатындар. Уларҙың тормошто яратыуына, үткер зиһененә һоҡланмайынса мөмкин түгел. Ил яҙмышына ҡағылышлы һәр ваҡиғаны күңелдәре аша үткәреп, үҙ баһаһын бирә баралар. Бөгөнгө көнгә, бер яҡлап, һөйөнһәләр, икенсе яҡлап, ейәндәренең киләсәге өсөн борсолоу тынғы бир­мәй: еребеҙ һатылып, әләф-тәләф килмәһен, тип уйлайҙар. “Беҙ бәләкәй саҡта дәреслектәрҙә ҡулъяулыҡтай ергә һыңар аяғы менән баҫ­ҡан ҡытай һүрәте бар ине. Шул көнгә ҡалмайыҡ”, – тип хафалана ил инәй­ҙәре. Ә көндәлек мәшәҡәттәр бер ни түгел. Берәйһе­нең кәйефе саҡ ҡына төшөп китһә, әхирәттәренең: “Йәшәйбеҙ әле, ҡыҙҙар!” тигән дәртле тауышы болот­тарҙы тарата.
Ә оҙон ғүмерле булыуҙарының бер серен асып, улар былай тине: “Үҙең­дән түбәнде әүлиә итеп бел …”

Альмира КИРӘЕВА.
Александр ДАНИЛОВ
һәм ғаилә архивы фотолары.
Сибай ҡалаһы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook